Мин иҫ белгәндән алып хәтерләгән эттәрҙең барыһы ла Шоңҡар булды. Өс Шоңҡар йәшәне минең дәүерҙә. Атайымдың һунар эттәре. Ниндәй тоҡом затын дауам иткәндәрҙер, уныһын берәү ҙә белмәне, әммә беҙ уларҙы ҙурлап тороп “лайка” тинек. Лайка уҡ булмағандыр инде, әммә шуларға оҡшап бик һылыуҙар ине: танауҙары осло, ҡолаҡтары суҡайып тора, ҡойроҡ дүңгәләк, боттары оҙон, күкрәк тар ҙа, яурын (алғы яғы) киң. Аҡыллы, теремек, шаян, көслө, сос, хәйләкәр, сая эттәр булды уларҙың һәр береһе. Һәр береһендә минең бала, үҫмер йәш саҡтың бер йылы хис-тойғоһо ҡалды. Ғашиҡлыҡ тойғоһо... эткә.
Шоңҡарҙар менән бер арауыҡта тағы ла бер-нисә эт йәшәп-йәшәп китә ине. Уларының исемдәре лә төрлө булды: Ыласын, Байкал, Бобик, Аҡтырнаҡ һәм башҡалар. Шоңҡарҙар менән бер оянан алынған һәм өйрәнеү талаптарын үтә алмаған, йә кемдәргәлер өйрәтеп биреүгә көтөлгән бурҙайҙар. Оҫталыҡ шарттары ла ҡаты булған уларға. Дүрт эт эйәртеп сығып киткән һыбайлы өс эйәрсән менән дә ҡайтты, икәү менән дә... Сослоҡтары етмәгәндәр бүренән таланды, һеләүһендән һығылды, айыуҙан һуғылды. Хужа бойороғон теүәл үтәмәгәндәре уның пуляһынан да тәгәрәп ятып ҡалды. Кемдәрелер кейектән әхәздәлеп ҡайтып йорт ҡарауылсыһына ғына әйләнде. Төрлөсә булды һунар эттәренең яҙмышы. Һәм шуларҙың иң көслө, иң таҫыллылары Шоңҡар исемен алып, хужа эргәһендә ҡалды. Һәм ғүмерҙәренең һуңғы һулышына тиклем уны күҙ ҡарашынан аңлаған тоғро юлдаш булдылар.
Тәүге Шоңҡар ҡара төҫтә ине. Күкрәгендә генә йөрәк форманындағы ағы бар. Беҙ, балалар, уны бәләкәй ағас санаға егеп йөрөнөк. Дыһырлатып һөйрәп алып китә, саптырып йөрөтә торғайны. Унан ҡалһа беребеҙҙе ҡарға күмәбеҙ ҙә, Шоңҡарҙан эҙләтәбеҙ. Ул тегене көрттән соҡоп сығарып ала. Йәки йәшенмәк уйнағанда эт менән эҙләйбеҙ, шундуҡ табып бирә. Әлбиттә, был Шоңҡарҙың өй шөғөлдәре генә булған. Ә уның урманда үткән тормошо миңә, ул саҡтағы бәләкәс кешегә, ҡараңғы, әммә яҡынса самалайым. Ыласын тигән бер иптәше айыуҙан сапсылып, арҡаһы буйҙан-буйға асылып ҡайтып ятҡанда, Шоңҡар уны көнө-төнө ялап һауыҡтырып алғайны. Ағайҙарымдың береһе 9 йәшлек кенә саҡта, ҡара көҙҙә, аҙашып ике тәүлек урман ҡыҙырғанда, ташлап китмәй ҡуша йөрөгән, төндәрен һырынышып йоҡлағандар. Тәки дөрөҫ юлға төшөрөп алып ҡайтҡан уны эт.
Ғаиләнең бер ағзаһы ине ул. Туғандарға хат яҙғанда мотлаҡ уның тураһында ла хәбәр була. Һүрәте лә, тәпәйенең эҙе лә төшөрөп ебәрелә.
... Ҡара Шоңҡар айыу һунарынан биле имгәнеп ҡайтып, бер-нисә көн беҙҙе илатып мөлдөрәп ятты ла, китеп юғалды. Әллә нисә көн эҙләп, тирә-яҡты һөҙә торғас, көрттө соҡоп инеп ятҡан еренән табып алдыҡ. Йәлләүселәр күҙенән китеп үлгән. Ғорур йәндәрсә... эттәрсә.
Икенсе Шоңҡар аҡ-ала ҙур эт булды. Мин уның менән йәйәүләп аҙ йөрөмәнем. Ялға ҡайтып, кире юлға сыҡҡанда Шоңҡарҙы юлдаш итеп эйәртәм дә, ул, күрше райондың ят ауыл маһъмайҙары менән һуғыша-һуғыша мине автобусҡа оҙатып тороп ҡала ла, егерме саҡрымдан ашыуҙы кире бер үҙе ҡайтып китә ине. Ҡайыш осона тағылһаң, тауҙарҙы гөмбөрләтеп һөйрәп менә, уң яғыңа, һул яғыңа сығып ялпылдап килә, ҡуша ултырып ашай, йылға ярына йәнәш ятып һыу эсә. Ял иткәндә яҡын килеп тороп битеңә, күҙҙәреңә текәлеп-текәлеп ҡарай, әйтерһең һинең хәлеңде самалай. Йылмайһаң, шундуҡ һонолоп мороноңдо ла ялап ебәрә. Муйын ҡайышы урынына тешле яҫы тимер урауса ҡуйылған ине. “Һеләүһен иң беренсе эт өҫтөнә һикерә лә, “һә” тигәнсе һығып һала” тип, атайым, ҡаланан шундай муйынса алдыра ине эттәренә. Был ала Шоңҡар үҙе лә быуар йыландан кәм булманы. “Төлкө-һыуһарҙың бер йөнөн дә йолҡмай быуып һала ла ҡуя, сәпсим тиреһен боҙмай” тип маҡтай уны хужаһы. Шул күрше ауылда, ул, минең күҙ алдында, өйөрө менән йәбешкән эттәрҙең берәүһен быуҙы. Уның аҫтында ҡалған эттең йән тәсмән тулап ғырылдауынан ҡурҡып башҡалары ситкә сәселгәндә, был күренештең аяныслығынан шаңҡып тик торам. Шул ваҡыт урам ҡапҡаһынан ир кеше сығып, таяҡ менән һөжүм итеп ҡарағайны ла, булманы, Шоңҡар ҡорбанын өнһөҙ иткәнсе ысҡындырманы.
– Бүре эйәртеп йөрөйһөң! Хәҙер ахутсаюз саҡыртам! – тип әрләп ҡалды мине был әҙәм. Ә мин уҡыуыма барып еткәс тә, эт өсөн борсолоп, өйгә хат яҙҙым: Шоңҡар ҡайттымы?!
Шул бурҙайҙы сиктәш булған Йылайыр районынан урыҫ һунарсыһы урлап китә. Атайымдың этенә ҡыҙып йөрөй ҙә, арландың утар кәнтәйенә әүрәп хужаһынан тороп ҡалғанын сағын күреп ҡалып, нисектер итеп ҡулға төшөрә. Хужаһы уны юллап барып, урыҫҡа мылтыҡ терәп тороп, ысҡындыртып ала. Ә мин ҡышҡы юлда аҙашып, шул ауыл урыҫтарына барып юлығам да, утынсылар мине тракторға ултыртып алып ҡайталар. Тик береһе лә өйөнә саҡырмай. Иҫке дин эйәләре (староверҙар) башҡорт балаһын эйәртеп йөрөргә теләмәйҙәр, күрәһең, “Анауында башҡорт ҡатыны йәшәй” тип үр яҡҡа төртөп күрһәтәләр ҙә китәләр. Барһам – өй бикле. Ҡараңғы ҡуйырғансы торам да, берҙән-бер белгән кешем, атайымдың ауыҙынан өҙлөкһөҙ ишеткән шул “бур Сашкы”, “ахутник Сашкы” булғас, шуны эҙләп китәм. Барып табам. Ҡапҡа ҡағам.
– Кем унда? – ти, эстән ҡалын тауышлы ир.
– ... – һаман туҡылдатам.
– Кем шул? Нимә кәрәк? – ҡапҡаны папирос баҙлатҡан оҙон берәү аса. Миңә текәлә биреп тора. Танымай, әлбиттә. – Кем һин?
– Мин шул ауылдан... шул кешенең ҡыҙы, – тием тотлоға-тотлоға.
– Белмәйем ундайҙы, – ти урыҫ.
– Һеҙ ишшыу уның этен урлағанһығыҙ, аҡ этте... Шоңҡар тигән, – һуңғы һаламға тотонам, урыҫ аптырауынан ҡапҡаһының был яғына килеп сыға.
– Алып китте лә инде. Тағы нимә кәрәк?
– Мин... мин аҙаштым. Барыр урыным юҡ...
“Ахутник Сашкы” мине баштан аяҡ һөҙөп ҡарап ала ла, һыҙғырып баш сайҡағас, ҡапҡаһын киңерәк аса, мин баҙнатһыҙ ғына аҫҡы таҡтаһын ашатлайым.
– Һинең атаң басмач! Мине эт өсөн атып йыға яҙҙы. Ә мин бында уның балаһын ҡарарға тейешме? – тип бурылдай-бурылдай урыҫ мине йылы өйөнә алып инде. Оло мейес тә, тар урындыҡ менән бер өҫтәл дә, ишек төбөндәге һике ине йорт тигәнендә. Күренеүенсә, ир бер үҙе көн күрә, тәҙрәһендә ҡорған урынына гәзит йәбештерелгән. Яҡтыға ингәс үҙенә ҡарап ебәрһәм – ҡот осто! Урыҫтың былай ҙа йәмһеҙ бите шыр наколкала. Фуфайкаһын һалып элгәс ҡул-беләктәре лә, керле күлдәгенән һерәйгән муйыны ла, хатта күҙ ҡабаҡтары ла һүрәтле икәнде күрәм. Аптырауым шул хәтле булғандыр инде, ир миңә екерә биреп өндәшә:
– Яп ауыҙыңды, кеше күргәнең юҡмы әллә? Итегеңде киптерә ҡуй. Ана, һикелә һиңә урын.
Шулай тиһә лә, дымлана-ҡата, дымлана-ҡата суҡмарға әйләнгән йөн итектәремде үҙе алып мейес башына йәйә, тимер көрөшкәгә ҡап-ҡара сәй яһап бирә, ике ҡалас һона. Шуларҙы ашап алып, ауыҙҙы бешерә-бешерә мейене зымбырлатырлыҡ шамалы шыйыҡса йотҡолағас, арыуыҡ йылынып, хужа биргән алама юрғанға төрөнөп ятып китәм. Был ҡурҡыныс өй ҙә, өйөнән зәһәрерәк ир ҙә, төтөн еҫенә ыҫланған һаҫыҡ ҡаралды ла ни аралалыр башымдан сығып оса ла, арыуым етеп йоҡоға сумам.
Иртәнсәк урыҫ мине ауыл ситенә сығарып, тау-урмандарға төртөп күрһәтеп аңлатып, дөрөҫ юлға төшөрөп ебәрә. Китер саҡта көлөмһөрәп әйтә:
– Батьке своему передай, он мне теперь такой же Шанкар должен.
Был хәлде ҡайтып һөйләп, атайымды хайран иттем. Ул яҙға көсөк табып алып барған теге Сашкыға. Бер-нисә көн эсеп ятҡан әле шуның менән. Ул әҙәм ғүмерен төрмәләрҙә йөрөп үткәреп, хәҙер ата-әсәһенән ҡалған алама йортта һунар менән көн иткән бер йән икән. Шулайтып, миңә Шоңҡарҙың исеме генә лә ярҙам итте.
... Ала Шоңҡарҙы көнсөл һунарсылармы, әллә берәйһе яңылышмы, атҡан. Шунда ла ул һуңғы көсө менән шыуышып хужаһына ҡайтып, уның аяҡтарына мороно терәп ятып үлгән.
Өсөнсө Шоңҡар көрән-ала эт ине. Шундай уҡ оҙон көслө ботло, беҙ ҡолаҡлы, күкһелт-һоро күҙле. “Айыусы бит ул, – тип тыпылдата һөйөп ала ине уны инде хәҙер салланған һәм холҡо ла күпкә йомшарған хужаһы. – Айыуҙы орсоҡ һымаҡ “зыр” айҙандырып алып йөрөй, ҡурҡмай, әй, өҙмәй ҙә ҡуймай.”
Нисәмә айыу алып, ниндәй кейек менән ҡайҙа нисек яғалашҡанын ул Шоңҡар үҙе генә белгәндер инде, ә бына минең менән бер ҡыҙыҡ хәле булды. Йәй аҙағында миңә өй бураһы бурап урманда ятабыҙ. Ҙур булмаған йылға яры башында “кухня” урыны яһап алып, бешеренеп-төшөрөнөп ҡалдым, ир-егеттәр урманда ағас эше менән мәшғүл. Әлеге Шоңҡар ни эшләптер эргәлә уралана. Йә йылға буйында, йә аҙыҡ-түлек тирәһендә еҫкәнеп тик йөрөй. Мин уның был ғәҙәтен оҡшатмайым һәм сәй эскәндә атайыма: “Этең усаҡ тирәһенән китмәй” тием. Атайым малын яҡлапмы: “Һине һағынған” тип шаяртыуға бора (бәлки, мин бит ҡалала йәшәйем).
Төшкө ашты ашъяулыҡҡа ултыртып, йылғаға һөт-ҡаймаҡҡа төшөп әйләнһәм, ни күрәйем – эт, консерва балығынан яһаған бутербродтарымдың өҫтөн ялап сыҡҡан. Мин яҡынлашыуға ситкә китеңкерәй ҙә, эш ҡылған шуҡ балалай күҙҙәрен ялтыратып ҡарап тора.
– Ах, һин йүнһеҙ! – бындай күрәләтә оятһыҙлыҡтан ярһып, ерҙән ҙур булмаған тупраҡ киҫәге алып бәреп ебәреүем була, уныһы туп-тура барып эттең ҡаҡ маңлайына “шаҡ” итә. Көтөлмәгән хаслыҡтан эт “сай” итеп һикереп китһә, үҙем иһә, мәргәнлегемдән дә, былай барып тейеүенән дә, ҡаушап ҡалам:
– Ай, Алла...
Шоңҡар шул секундында атылып сығып китә лә, урманға инеп тә юғала. Сәйгә килгән бурасыларға хәлде һөйләһәм, барыһы ла бер ауыҙҙан этте яҡланы. Саҡырып-саҡырып та таба алмағас, атайым, хатта, үҙе үпкәләй яҙып китте:
– Бер кәнсер селтейе өсөн ул һәтте итмәһкә ине... Эткә таш менән һуғып ней.
– Таш түгел, тупраҡ ине...
– Ул һине һаҡтап йөрөй, ә һин уны мыһҡыл итеп, маңдайына һуғып...
– Ашъяулыҡҡа килгәс һуң, – тип һаман аҡланам.
– Улайтмай торғайны былай, өрөхсәтһеҙ теймәй торғайны.
– Үсегә һалып китте бит әле, этең дә инде – ҡуй.
Кискә ҡайтыуға этте һарай башындағы иҫке бесән араһынан таптылар. Хужаһы менеп “һөйләшеп” төшһә лә, маһъмайы яҙылманы, килмәне ашарға. Атайым һаман ризаһыҙ һөйләнде:
– Ныҡ әбижәйт иткәнең минең этте. Бы һәтте буғаны юҡ ине...
Икенсе көндө лә эйәрмәне Шоңҡар. Этһеҙ барып эш башланыҡ. Сәйгә һыу алайым тип, үҙ уйҙарым солғанышында һиңмайланып ҡына йылға ярынан төшөп килһәм, кисә кис һыу ситенә таш менән ҡамап һалып киткән май-һөт банкаларымды нисек итеп асып ашарға белмәй әйләндергеләп бер айыу ултыра. Күрҙем дә – сүктем дә. Шул сүкәйгәндән дүртаяҡлап яр башына үрмәләнем һәм менеп еткәс тә тороп саптым:
– Айыу!! Ата-ай! Айы-ыууу!
Ахылдап барып етәм, тегеләрҙең артыҡ иҫе китмәй. Ағай-ҡустыларым ышанмағандай:
– Эһе, айыу, ти, шунда, эт килгәндер.
– Ҡайҙа?
– Яңылыш күргәнһеңдер.
Көйөп китәм:
– Айыуҙы эттән айырмай тейегеҙме әллә? Айыу ине!
Атайым көлөмһөрәй:
– Бәләкәй генә, ивет?
– Бәләкәй тип... ну... бәләкәйерәк ине шикелле...
– Сәпсим бала ғына айыу ул, тәүге көн үк күрҙем мин аны, Шоңҡар баҫтырып ебәргәйне. Етемәктер, йонсоу ғына. Эт юҡ икәнде белеп килде инде. Зыяны юҡ аның, астыр, бахыр.
Ҡайтҡас этте саҡ яҙып алдым. Ашатып, һөйөп, иркәләп, көлә-көлә ҡат-ҡат ғәфү үтендем:
– Извини. Прасти, брат, прасти...
Һәм инде усаҡ янында эргәмдә генә һыйлап тоттом.
... Көрән Шоңҡар, атайым әйтмешләй, “Айыухандан ҡолаҡ төпкә алып” һаңғырау булып ҡалһа ла, һуңғы көндәренә тиклем таҫылын юғалтмай. Ҡолаҡтары һәлберәп төшөп, ҡойроғо бер яҡҡа ҡыйшайып, йөндәре ҡойолоп йөрөгәндә лә йәш эттәргә баш булып һунарға сыға әле. Ул хужаһынан аҙ ғына алдараҡ китә. Этен күмеп, ҡәбере өҫтөндә һыңҡылдап ултырып иланы, тиҙәр, ҡартты.
Шуның менән мин белгән һунарсылар дәүере бөттө. Шәп дәүер ине ул. Ғорур, көслө, сапсан, тоғро эттәр дәүере. Шоңҡарҙар дәүере.
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.