Хикәйәләр Булған хәлдәр
30 Сентября 2025, 11:45

ХУШ, АУЫЛЫМ! (Хикәйә)

...

Мин колхоз идараһынан фатирыма ҡайттым. Йорт хужаһы Әбделкәбир ағай ҙа ҡайтҡайны. Ул ишек алдында, итегенең эсенә арба кендеге кейҙереп, үксәһенә сыҡҡан ҡаҙауҙарҙы төйөп маташа. Лапаҫта күнәккә алмаш-тилмәш тызылдап һөт саптырғаны, Маһинур еңгәнең һыйырына ара-тирә йә иркә итеп, йә шелтәләп өндәшкәне ишетелеп тора. Алтмышты ҡыуа барһа ла, Әбделкәбир ағай имән кеүек мыҡты әле. Еңгә лә «әбей» тип һис бер өндәшерлек кеше түгел.

Хужа ҡыҙы Сәүиә һикегә сәй урыны әҙерләп йөрөй. Ул бөгөн айырыуса матур итеп кейенеп алған. Сөм ҡара оҙон сәсен йыуан итеп берҙән үргән. Ҡыҙ берәй нәмәгә үрелгән һайын, толомо яурыны аша тәгәрәп алдына төшә, оялсан ғына тулышып килгән күкрәге өҫтөнә ята. Ҡыҙ толомон артына һирпеп ырғыта тора, ә ул, яйлыраҡ ваҡытын самалап тороп, йәнә килеп төшә, осо йомшаҡ ҡына булып һүтелә бара.

Сәүиә аш яғынан табынға берәй нәмә килтереп ҡуя ла, асыҡ тәҙрәгә күҙ һалып, уйланып тора; шунан иҫенә килеп, ҡырт ҡына боролоп, тағы инеп китә.

Көндәр ҡыҫҡара башлағайны инде. Әбделкәбир ағай матсаға эленгән аҫылмалы лампаға ут алды.

Мине, ғәҙәттәгесә, аяҡ бөкләтеп, түргә мендереп ултырттылар. Хужа, һыңар аяғын бөкләп, һыңарын һике ҡаҙнаһынан һалындырып, эргәмә ултырҙы. Еңгә ҡаршы яҡҡа – самауыр артына боҫто.

Сәүиә сәй яһай, аралаш йәшереп кенә түр тәҙрәгә күҙ һала; һағая биреп, нимәлер тыңлағандай итә.

Әсәһе әле йомшаҡ ҡына итеп, әле ҡырҡыуыраҡ тауыш менән уға кәңәштәр биреп ултыра:

– Ҡатыраҡ яһайһың түгелме? Киске сәйҙең шыйығырак булыуы хәйерле. Юғиһә йоҡо алмай...

– Шәшкеңде ул ҡәҙәре артылдырма. Тулыр-тулмаҫ ҡына булһа, йәмле лә, тәмле лә була ул. Эсеп бөткәс, тағы берҙе эске килеп тора...

– Ах-ах, ниңә Юлдыбай ағайыңа һөт һалдың? Ул варенье бутап эсергә ярата бит!.. Әллә нәмәгә бөгөн иҫеңде йотоп ултыраһың? Беренсе мәртәбә сәй яһаған төҫлө...

Сәүиә – уларҙың төпсөк балалары. Ҡалғандары инде, башҡа сығып, йортло-ғаиләле булып бөткәндәр.

Урамда ҡараңғылыҡ һиҙелерлек тиҙ төшә. Лампаның уты ла сығарылды. Беҙ, ара-тирә әһәмиәтһеҙ генә һүҙҙәр һөйләшеп, сәй эсәбеҙ.

Был ауылда минең эшем бөттө инде. Иртәгә таңғы поезға сығам, һәр ерҙәгесә, мин бында ла тиҙ үҙләшеп алдым. Хужаларым да, яҡын күреп, өйрәнешеп киттеләр. Баштағыса тартынып тормай, серҙәрен дә уртаҡлашалар. Улар ғаиләмә ҡат-ҡат сәләм әйтәләр, оҙаҡламай күмәкләп ҡунаҡҡа килеүемде үтенәләр. Маһинур еңгә күптән инде күстәнәскә тип ҡағын, ҡоротон-маҙарын төйнәп ҡуйған. Мин уларға һоҡланып бөтә алмайым. Хатта сыбыҡ осо ла ҡәрҙәшлегебеҙ юҡ – мин уларға ете ят кешемен. Осраҡлы ғына фатир төшкәнмен. Уларға бер генә файҙам да теймәне, улар минән бер генә файҙа ла өмөт итмәнеләр. Ун биш көн хан һыйында йәшәнем. Ғүмер баҡый бергә торған туғандар кеүек булдыҡ та киттек. Бындай асыҡ киң күңелле фатир хужаларын командировкаға йөрөгән ғүмеремдә бик йыш осратам. Улар үҙ кешеләребеҙҙең иҫ киткес һәйбәтлеге тураһында һөйөнөс тойғоларымды арттыра бара.

Алыҫта – ауыл осонан баян тауышы ишетелде. Ул да миңә бик таныш. Кис һайын тиерлек ошо ваҡытта ишетәм мин уны. Университет студенты Гәрәй исемле егет уйнай.

Был ауылдан студенттар күп кенә. Улар йәй буйы колхозда эшләгәндәр. Бөгөн клубта хушлашыу кисәһе үткәрәләр ҙә, таңдан ҡалаға китәләр. Мин дә улар менән станцияға сығасаҡмын.

Баян тауышы ишетелгәс, Сәүиәнең битенә еңелсә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе. Табынға иғтибары кәмене. Уның күңел күҙе асыҡ тәҙрәнән ҡараңғы урамды байҡай ине. Баян яҡынайған һайын, Сәүиәнең төҫө үҙгәрә бара. Һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә булып ирен ситтәре ҡыбырҙай.

Баян Сәйҙәштең «Хуш, ауылым!» көйөн уйнай. Беҙҙең тапҡырға еткәс, уның тауышы, миңә ҡалһа, айырата һағышлыраҡ булып ишетелде. Баян үҙенең ҡолаҡ аулап еткергеһеҙ яғымлы ауаздары менән ҡайҙалыр өндәй, саҡыра, нимәнәндер һуңға ҡалмаҫҡа иҫкәртеп бара төҫлө. Беҙҙән уҙа биргәс, көй өҙөлдө.

Бер минут самаһынан урам ашаһындағы клуб тәҙрәләрендә ут балҡыны.

– Ах-ах, ни булды һиңә бөгөн?! – тип, Маһинур еңгә ҡыҙына аҡайып ҡарай.

Баҡһаң, Сәүиә самауырҙан парникҡа һыу ағыҙған да, уны атаһының алдына ҡуйған, имеш, ә Әбделкәбир ағайға тигән сынаяҡты самауыр башына ҡуйырға үрелә.

– Бир әле, үҙем яһайым! – тип әсәһе Сәүиәнең ҡулынан парникты үҙенә алды.

Ҡыҙҙың битенә ут тоҡанғандай булды. Ул түбән ҡараны, башын күтәрмәй генә, онотҡанда бер сәй йотоп ултырҙы. Ҡапҡан нәмәһенең тамағына аш булып бармағаны күренеп тора ине.

Бына Сәүиә өсөн табында ултырыу язаһы тамам булды. Сәй урынын, айырыуса уңғанланып, йәһәт-йәһәт йыйыштырҙы ул.

Ҡыҙ әҙгә генә сығып киткән арала Әбделкәбир ағай:

– Әллә ни арала үҫте лә китте! – тип ҡуйҙы. Был уның, төпсөк ҡыҙының, сәйер ҡыланыштарын күҙәтеп, уйланып ултырғандан һуң сығарған һығымтаһы булып ишетелде.

Мин студенттар концертын ҡарарға бармаҡсы булдым.

– Әсәй, мин дә барам әле! – тигән булды Сәүиә. Быныһы, әлбиттә, әҙәп өсөн генә әсәһенең ризалығын алыуы ине. Әсәһенең ебәрәсәген белеп һорай ул. Йәнәһе, ҡыҙҙарға, ҡайҙа барһа ла, һорап китеү тейешле.

– Бар, – тине әсәһе, бер аҙ көттөрөп. – Бына Юлдыбай ағайың менән бар ҙа, унан бер тотам ҡалмай, бергә ҡайт, ишетһен ҡолағың... – тип киҫәтеп ҡуйҙы.

– Ярар! – Сәүиә әүәҫ кенә яуап бирҙе лә оло яҡтан таҡта менән бүленгән кескәй бүлмәгә йылт итеп инеп китте. Бер-ике минут үтеүгә инде ул, тағы ла сибәрләнә, ҡупшылана төшөп, тулған айҙай балҡып, тәмле хушбуй еҫтәре аңҡытып килеп сыҡты.

Ҡапҡаны шығырҙатып асып сыҡҡас, ул, иркә бала шикелле беләгемә ҡыйыу ғына килеп аҫылынды ла, ауыҙын ослайтып:

– Ағай, оҙағыраҡ ултырырбыҙ, йәме? – тине.

– Ярар, һылыу.

Ризалығымды алыу менән, Сәүиә, минән уҙып китеп, аяғы ергә теймәй, клубҡа ҡарай йүгерҙе.

Унға яҡын лампа клуб эсен ап-аруҡ көслө яҡтырта. Халыҡ күп кенә йыйылған. Сәхнәне ҡаплап торған йәшел бәрхәт шаршауҙың асылғанын көткән арала кешеләр гөрләшеп һөйләшәләр; аралаш, артистарҙы ашыҡтырып, ҡул сабып алалар.

Сәүиә, рәттәр араһынан күтәрелеп, миңә ҡул болғаны. Ул үҙенең эргәһенән урын алып ҡуйған икән.

– Концертыбыҙҙың беренсе номерында баянист Гәрәй Солтанов сығыш яһай! – тип иғлан иттеләр.

Эргәмдә Сәүиәнең тертләп ҡуйғанын тоям. Шаршау асылғансы, түҙемһеҙләнеп, ул урынынан ҡуҙғалып-ҡуҙғалып ҡуйҙы.

Бына Гәрәй, баянын күтәреп, сәхнә уртаһына сығып баҫты. Сәүиәнең күҙҙәре уға ҡаҙалған. Хәленән килһә, ул тулҡын-тулҡын ҡара сәсле, яңаҡтары сығынҡы ҡуңыр битле, киң яурынлы ошо буйсан егетте тыны менән янына тартып алыр кеүек күренә ине. Гүйә, ул клубты шығырым тултырған халыҡты бөтөнләй онотҡан; гүйә, донъяла Гәрәй исемле ошо егет тә үҙе генә!

Мин, көлөмһөрәй биреп, күҙ ҡырыйы менән Сәүиәнең өҙгөләнеүен күҙәтәм. Эйе, ҡолағына тиклем ғишыҡҡа батҡан, күңелендә беренсе тапҡыр ошондай ҡайнар хистәр дауылын кисергән, саф тойғоһон йәшерергә лә һәләтһеҙ булған йәш ҡыҙ ултыра ине янымда. Ҡыҙҙың еүеш ҡарағат һымаҡ осҡонланып йылтыраған күҙенән, ябай күҙгә күренмәй, бары күңел менән генә һиҙемләп була торған сикһеҙ ҡайнар мөхәббәт нурҙары сәхнәгә сыҡҡан егеткә өҙлөкһөҙ ағыла. Ул нурҙар егеттең күҙҙәренә төбәлгәндәр, шундай яуап нурҙары ебәрелеүен тилмереп көтәләр.

Күрәһең, Гәрәй ҙә, сәхнә асылмаҫ элек үк, шаршау ситенән Сәүиәнең ҡайҙараҡ ултырғанын самалап алған булғандыр – һағышлы оҙон көйҙө һыҙҙырып ебәрергә беренсе аккордтарҙы алғанда, ҡыҙға яғымлы ҡарап йылмайҙы һәм, башҡалар һиҙмәһен тигән төҫлө, шунда уҡ ҡарашын зал төпкөлөнә күсерҙе. Егет Сәүиәгә ҡарағас, ул күбәләктәй талпынып ҡуйҙы, егет ҡарашын күсергәс, ымһынғандай, көрһөндө.

Ул шунда, күрәһең, янып барған сикәһе менән минең ҡарашымды тойҙо, боролоп ҡарай һалды. Мин көлөмһөрәүемде йәшереп өлгөрә алманым.

– Эй-й ағай! – тип үпкәле бышылдап, иркә генә итеп башын яурыныма тейҙереп алды, сәхнәгә иғтибар итмәгән кешегә һалышты.

Егет бигерәк оҫта уйнай шул: көйҙөң һәр бер нескәлеген еренә еткереп, хис менән сығара. Залға сәхнәнән, йөрәктәрҙе тибрәтеп, дәртле моң ағыла. Зал тотош бер иғтибар йомғағы булып уҡмашҡан. Шылт иткән тауыш та юҡ. Көй уйналып бөткәс, ҡул сабыуҙарҙан клуб тәҙрәләре зыңғырҙап торҙо. Гәрәйҙе ҡат-ҡат һорап сығарҙылар, көслө алҡыштар менән оҙаттылар.

Уға ҡул сапҡан сағында Сәүиәне күрһәгеҙ ине! Бына хәҙер ҡанатланып осоп китер төҫлө күренә. Эргәһендә өлкән кеше – мин – барлығы иҫенә төшә ахыры: ул сикәһен ҡулбашыма йомшаҡ ҡына тейҙереп ала ла оҙон керпектәрен һирпелдереп түбән ҡарай.

– Шул баян тауышын яратам... – тигән булып, икенсегә һапларға тырыша.

Эйе, ҡыҙҙың ҡайнар ғишыҡ утында яныуы күренеп, һиҙелеп тора.

Сәүиә тауыҡ фермаһында эшләй. Унда тиҙерәк эш-көшөн бөтөрөп, кукуруз силослаған ергә ашыға. Унда студенттар эшләй. «Кешегеҙ етмәй бит!» – тип, ҡыҙ уларға ярҙамлашырға тотона.

Кисәле-бөгөнлө мин силослаған урында ике тапҡыр булып киттем. Сәүиә гел Гәрәйгә яҡыныраҡ булырға тырыша. Егет, үҙенә иғтибар итеп, берәй яғымлы һүҙ ҡушһа, йөҙө балҡып, ҙур теләк менән яуап бирә. Уға яҡыныраҡ булырға тартына ла, шул саҡта уға табан талпына ла ул. Шулай бер-ике сәғәт эшләгәс, йәнә тауыҡ фермаһына йүгерә; төштән һуң бер арала килеп етеп, тағы эшкә тотона. Меҫкенкәйгә мөхәббәте талмаҫ ҡанаттар ҡуйған ахыры!

Кисә кис Гәрәй, бер йомошһоҙ көйө, Әбделкәбир ағайҙарға килеп инде; ары-бире баҫҡыланы, хәл-әхүәл һорашҡан булды. Ниңә килгәне күренеп тора. Ахыр, уныһын да әйтте:

– Сәүиә ҡайтмаған икән әле... – тигән булды. Маһинур апай, уға елкәһе менән тороп, тырт-мырт яуап бирҙе. Егеттең килеп инеүен ул һөймәне. Гәрәй сығып киткәс, һуҡранып алды:

– Йә инде, еткән егеттең еткән ҡыҙ өйөнә килеп инеүе, һорашыуы һөнәрме ни?! Белекһеҙ!.. Ҡалала йөрөп, йышылып бөткән нәмәкәй!..

Ул кисте, Сәүиә ни тиклем ныҡышһа ла, әсәһе уны уйынға сығарманы. Ҡыҙ күңеле ниндәй ҙур мәхрүмлек кисергәнен һөйләп тормаһаң да аңлашыла инде.

...Халыҡтың уйнаусыларҙы яратып алҡышлауы үҫкәндән-үҫә барҙы.

– Хәҙер медицина училищеһы студенткаһы Ғәлиә Ғәбитова йырлай! – тип иғлан иттеләр.

Үтә күренмәле аҡ кофта, тар ғына юбка кейгән, көлтә сәсен ҡылансыҡ итеп ҡырын тараған ҡыҙ сәхнә уртаһына ҡыйыу ғына сығып баҫты; ал ҡына тартҡан оҙонса тырнаҡ шәбеләрен йылтыратып, килешле хәрәкәт менән сәсен ҡабартып ҡуйҙы. Уның эргәһенә, баянын ҡосаҡлап, Гәрәй сығып ултырҙы. Ғәлиә уға, шуҡ ҡына эйәк ҡағып, уйнарға ҡушты.

Күҙҙәрен тоҙҙай итеп уларға ҡарап ултырған Сәүиәнең ҡаштары емерелде; ул бармаҡтарын һындырғылай ине.

Ғәлиә, ярайһы матур ғына итеп, бер-ике оҙон көй башҡарҙы, унан һуң шаян йырҙарға күсте:

Гармунчы булсын ярың.

Гармунчының буыннары

Саен мәхәббәт аның.

Ул, йөҙөнә мут төҫ сығарып, Гәрәйгә күҙ ҡыҫа, ҡаш һикертә, көй ыңғайына ҡыйшаңлап тирбәлеп тора.

Суда, суда,

Суда йөзәләсеңме?

Мин сине курми түзәлмим,

Ә син түзәләсеңме?

Халыҡ геү килеп көлә, шаулатып алҡышлай. Бер Сәүиә генә иренен тешләп тик ултыра.

– Бик матур йырлай бит, ниңә ҡул сапмайһың? – тип бышылданым.

– Эй шул ҡылансыҡты!.. Акушерка булам тип, эреләнеп йөрөгән була... Мәктәптә уҡығанда унан да шәберәк йырлағандар бар ине...

Был йыр концерттың һуңғы номеры булды. Сәүиә башын баҫты ла кешеләрҙе йыра-йыра сығып китте. Мин уны өйгә ҡайтҡандыр тип уйлағайным. Эскәмйәләр йыйыштырылып, күмәк уйын башланыр алдынан, ул байтаҡ тынысланып кире инде. Әүәлгесә, Гәрәйҙән күҙен алмай; уның янына барып ултырырға ла тартына, артыҡ алыҫ та булмаҫҡа тырыша; бер яҡ ситтә, ҡулын күкрәгенә ҡаушырып, уйынға ҡушылмай баҫып торған Ғәлиәгә һирәкләп йәмрәйеп ҡарап ҡуя.

Өлкәнерәктәр яйлап тарала. Йәштәр араһында бер үҙем күҙ һатып ултырыу уңайһыҙ ине. Мин дә ҡуҙғалдым. Сәүиә шунда уҡ артымдан сыҡты. Уның битенә тәрән ризаһыҙлыҡ билдәләре ҡалҡҡан.

– Ҡайтабыҙ ҙамы ни, ағай?! – тине ул үпкәле тауыш менән.

– Юҡ, һылыу, һин ҡал. Күңелең бөткәнсе уйна. Мин өйҙәгеләргә әйтермен...

Сәүиә һөйөнөп кире инде.

Бер үҙем генә ҡайтҡас, Маһинур еңгәнең төҫө үҙгәреп китте. Мин уны, Сәүиә хәҙер ҡайта тип, тынысландырырға ашыҡтым.

Маһинур еңгә һуҡранырға тотондо:

– Күҙе ташҡан! Шул студенттарға албырар булғас, уҡыу кәрәк ине. Туғыҙынсыһын бөтөр-бөтмәҫ ташлап, эшкә сыҡты бит! Уҡымышлы кешегә тауыҡ көтөүсеһенең бик кәрәге бар, ти, ине!.. Аллаһ һаҡлаһын, исеме сығып ҡуйыуы бар! Шул – ҡыҙ үҫтерһәң, ғүмерең ут йотоп үтә инде...

– Әллә ни арала үҫте лә китте!.. – тип һүҙ ҡыҫтыра Әбделкәбир ағай.

Маһинур еңгә уға күҙенең ағы менән ҡараны.

– Һөйләнеп ултыраһың шунда! Бигерәк йомшаҡ тотаһың. Атай булып, ауыҙ асып бер һүҙ әйтмәйһең бит... Улай ыңғайына ғына тора башлаһаң, һыртлап алыр, тыя ла алмаҫһың!.. Бар, хәҙер үк елтерәтеп алып ҡайт!..

– Үҙе ҡайтыр әле...

– Һы... үҙе!..

Маһинур еңгә яурынына бишмәтен һалды ла йәһәт-йәһәт сығып китте. Ун минут үтеүгә, ирене турһайған Сәүиәне эйәртеп ҡайтып инде. Ҡыҙ, бер һүҙ өндәшмәй, беребеҙгә күтәрелеп ҡарамай, тиҙ генә бүлмәһенә инде лә эстән келәһен элеп ҡуйҙы.

Мин, йоҡлап киткәнсе, уның бошаланып урынында әйләнгеләгәнен, йыш-йыш көрһөнгәнен ишетеп яттым. Ғашиҡ ҡыҙ мендәрен ҡайнар мөхәббәт йәштәре менән һуғара ине, буғай.

Яҡтыра башлағанда мине уяттылар. Сәй урыны әҙерләнгән.

Маһинур еңгә, бүлмә буйына барып:

– Тор, ҡыҙым. Юлдыбай ағайың менән хушлашып ҡал! – тип бер нисә ҡабат яғымлы ғына өндәште; яуап булмағас, ишекте тартып ҡараны. Эстән тауыш ишетелмәне.

– Йоҡлай бахырҡайым, арығандыр, – тине ул, шунан һуң Сәүиәне башҡаса борсоманы.

Ҡапҡа янына ат килеп туҡтаны. Күсер малайҙан башҡа, унда Гәрәй менән кисә йырлаған Ғәлиә ултырғайны.

Хужалар менән бик йылы хушлаштыҡ. Илгәҙәк, һөйкөмлө ҡыҙ Сәүиәне күрмәй китеүемә эсем ҡырып тора. Юҡ, мин нимә, бына Гәрәйгә, исмаһам, яманһыуҙыр. Ана бит, беҙ хушлашҡан арала, Сәүиәһе килеп сыҡмаҫмы тип өмөт итеп, ишеккә тилмереп ҡарап торҙо. Ҡуҙғалып киткәс тә, Сәүиә бүлмәһенең асыҡ тәҙрәһенән күҙен айырып ала алмай, ҡарап барҙы. Тик ал сәскә атып ултырған гөлдәр ҡаплаған тәҙрә уйымында бер генә хәрәкәт тә булманы. Ни тиклем үкенес! Егет һөйөклөһөн күрә алмай китте.

Ат лерк-лерк юрта. Үрәсәнән аяғын һалындырып ултырган Гәрәй моңһоу төҫтә шым бара. Ғәлиә пальтоһының яғаһын күтәргән дә, иртәнге һалҡындан бөршәйеп, артҡа ҡарап ултырған, һәр ҡайһыбыҙ үҙ уйҙарына бирелгән.

Бына ауыл осондағы ҡайынлыҡҡа ла еттек. Мин күңелемдән ошо матур ауыл, унда йәшәгән һәйбәт кешеләр менән хушлаштым.

Шунда юл буйындағы йыуан аҡ ҡайын эргәһенән бер аҡ шәүлә айырылды. Мин аптырап киттем. Был – ялан аяҡлы Сәүиә ине. Ул эске бер елкенеү менән атҡа ҡаршы сыҡты, тертләп, кире сигенде.

Бына бит йәшлек! Бына ул мөхәббәт нимәгә һәләтле! Ҡыҙ, егетен күреп, хушлашып булһа ла ҡалыр өсөн, әллә ҡасан юлға сығып торған!

Ат туҡтаны. Гәрәй, һикереп төшөп, ҡыҙға ҡаршы барҙы. Сәүиә, тәрән һағышлы йөҙөн егеткә бормай ғына, уны урай биреп, арбаға яҡын килде; Ғәлиә яғына һиҙелер-һиҙелмәҫ күҙ ташланы. Был ҡараш миңә таныш ине инде.

– Хушығыҙ, Юлдыбай ағай! – тип, Сәүиә миңә теләр-теләмәҫ кенә ҡул бирҙе.

– Хуш, һылыу!

Ҡыҙ Гәрәйгә күтәрелеп ҡарарға тартына. Тегеһе лә, көтөлмәгән хәлдән аҙап китеп, ни әйтергә белмәй тапана.

– Хуш, Сәүиә! – тине ул, ахыр килеп.

– Хуш, Гәрәй... ағай... – тине Сәүиә, башын күтәрмәй.

Уларҙың бер-береһенә әйтер һүҙҙәре шул ҡәҙәре күп, тик улар күкрәк ситлектәренән тышҡа сыға алмай ыҙаланалар. Был ике йәш бер-береһенән дә тартыналар, беҙҙән айырыуса тартыналар. Мин үҙемдең улар янында һерәйеп ултырыуыма үкенеп бөтә алмайым.

Гәрәй тағы:

– Хуш, Сәүиә! – тине.

Сәүиә ҡалтырауыҡ тауыш менән йәнә:

– Хуш, Гәрәй ағай!.. – тине, миңә боролоп: – Хат яҙығыҙ... – тигән булды.

Сәүиә, Гәрәйгә иғтибар ҙа итмәгән кеше булып, минең менән килеп хушлашты, миңә ҡарап, хат яҙығыҙ, тигән булды. Юҡ, ул минең менән хушлашыр өсөн, тәҙрәнән сығып, юл өҫтөндә һағалап тормаған; хат яҙығыҙ тигәнде миңә ҡарап әйтһә лә, Гәрәй үҙенә әйтелгәнен аңлағандыр.

Башҡа һүҙ таба алманылар. Өсөнсө тапҡыр хушлаштылар. Ат ҡуҙғалды. Күсер малайҙан башҡаларыбыҙ артҡа ҡараған. Ғәлиә инде ауылдан сыҡҡаны бирле ҡуҙғалмай, өндәшмәй ултыра.

Гәрәй Сәүиәгә ҡул болғаны. Сәүиәнең ҡулы күтәрелде лә кире һалынып төштө. Ул йүгерҙе, тағы туҡтап, ҡарап торҙо... тағы йүгерҙе. Ана, ул ҡайынлыҡҡа ышыҡланды.

Бер аҙ шым барғас, Гәрәй үҙенең яратҡан көйө «Хуш, ауылым»ды һыҙҙырып ебәрҙе. Иртәнге тын һауала баян тауышы айырыуса моңло ишетелә. Юҡ, Гәрәй был юлы үҙе, бөтә йөрәген ҡушып, өҙөлөп уйнай икән.

Баяндың күңел нескәрткес һағышлы моңо тирә-яҡҡа тарала. «Хуш, ауылым!» Был көй ошолай иҫ киткес матур итеп Сәүиә өсөн уйнала. «Хуш, ауылым!» Был – Гәрәйҙең һөйгәне менән хушлашыуы. «Хуш, ауылым!» Был – Гәрәйҙең Сәүиәгә әйтелмәй ҡалған һүҙҙәре!

Тик Сәүиәһе бик алыҫта ҡалды бит инде. Ишетерме икән?

Ишетер! Йәш саҡта ҡолаҡҡа сос булаһың бит ул!

Ишетһә, Гәрәйенең баян телдәре аша үҙ йөрәгендәгең һөйләгәнен аңлармы икән?

Аңлар! Мөхәббәт кешене ифрат зирәкләндерә бит ул!

Фәрит ИҪӘНҒОЛОВ.

1961

Читайте нас