Сәмәйҙең файҙаһы

Булған хәл.

  Бал ҡорто саҡҡас кемгәлер файҙалы булһа, кемгәлер язалы була шул. Был хәл бер нисә йыл элек Иглин районында була. Минең танышымдың күршеһе бик күп кенә умарта тота, йәй буйы ҡорт айырыуҙан башы сыҡмай. Был умартасы кеше үҙе ауыл муллаһы. 

Минең таныш феләктәр тултырып бал ҡайната һәм сәмәй ҡыуалай торған ине, шуға ла теге мулла минең танышты күңеленә яҡын алманы. 

  Берҙән-бер көндө, йәй иртәһе менән теге танышыма иптәшем менән ҡунаҡҡа барырға тура килде,беҙ барып еткәнсе ҡояш бик ныҡ ҡыҙҙыра башлағайны инде. Күрше мулланың ҡорттары без-без шашып осҡанға күрә, танышым атын сағып ҡуймаһындар өсөн яланға ҡыуалап ебәрҙе. 

    - Ышто-то, күрше мулла авзый күренмәй? - тип мин һүҙ башланым.

"Иҫемә төшөрмә әле, шуны", - тип ауыҙымды япты танышым. Сәй эсеп, тамаҡ ялғап алғас, тышҡа сығып өй артындағы күләгәләге эскәмйәгә ултырыу булды, "күршеее, күршеее" тигән көс-хәл менән ыңғырашҡан тауыш ишетелде ҡолаҡҡа. 

 Бер-береһен күрә алмаған ике күрше, бер сәғәт күрешмәй торһалар ҙа эстәре бошҡанлыҡтары һиҙелеп тора. 

    Теге тауыш күрше мулла авзыйҙыҡына оҡшағас, танышым йүгереп керһә, муллабыҙ ерҙә ята ине,баҡ тиһәң быны бал-ҡорто саҡҡан имеш,бите бешкән алманыҡы кеүек ҡып-ҡыҙыл-үҙе ҡалтырана. Минең танышымдың бер аяғы бында-бер аяғы тегендә, һә тигәнсе бер ярты сәмәйен эләктереп мулланың ауыҙына ҡойоп та ултыра ине,үҙе бер ҡулы менән кеҫә телефонынан ашығыс ярҙам саҡыртып та өлгөргән. Күптә үтмәне ашығыс ярҙам машинаһы килеп тә етте. 

    Медицина хеҙмәткәрҙәре килгәнсе күрше мулла авзыйға төҫ кереп өлгөргәйне, ул етмәһә түбәтәйен башына ҡырын һалып, йырлап та ебәрҙе. 

 Ни күҙем менән күрәйем медицина хеҙмәткәрҙәре минең танышты маҡтай-маҡтай "дөрөҫ эшләгәнһегеҙ, һеҙ булмаһағыҙ, куршегеҙ теге доньяға ла киткән булыр ине!", - тип китеп барҙылар. 

     Мулла авзый был донъяла тере ҡалыуына сикһеҙ шат ине, хатта шатлығынанмы, әллә сәмәй башына китепме танышымды сәпелдәтеп үбеп алды һәм үҙенсә уҡына-уҡына түбәтәйен төҙәтә бирҙе. 

 - Эх, күршем, һинһеҙ мин нимә генә эшләр инем, әлдә һин бар әле, - тип, рәхмәттәрен әйтә-әйтә, күршеһен һәм мине иптәшем менән үҙенә сәйгә саҡырҙы. Ике күршенеңдә йөҙҙәренән саф йылмайыу, ихласлыҡ һәм тоғролоҡ балҡыны. 

      Ошо көндән башлап ике яңғыҙҙары торған күршеләр мәңгелек тоғро дуҫ булып йәшәй бирәләр, тормош дауам иткән һайын, шулай итеп беҙ мәңгелек ғәилә дуҫтары булып ҡалдыҡ. 

... Инде уларға барған һайын беҙҙе сәмәй менән түгел, медовуха балы менән һыйлап ҡайтаралар. 

Йәмил Ҡотлогилдин.

Читайте нас