

Алыҫ ара тип тормай, иртә менән Баймаҡтан уҡ килеп еткән Сабира түтәй, автовокзалға килеп, автобустан төшөүе бер, Матбуғат йортона ыңғайланы. Бында килеүенең әтнәкәһе лә бар, әлбиттә. Уның яратып, эсе ҡатҡансы, ихласлап, көлөп уҡыған, юмористик хикәйәләр авторы В. Исхаҡов менән бәйләнеше өҙөлдө. Бер осрашыуға килгәнендә шылтыратырға номерын да яҙып биргәйне. Телефонын ҡайҙалыр юғалтыу сәбәпле, хәбәрләшә алмай аптыраны. Телевизорҙан да йыш ҡына күренә торғайны, һуңғы арала шыпа ла күҙгә салынмай тип, борсолоуға ҡалды. "Әллә эштән китеп барҙымы икән?" - тигән уй бырауланы мейеһен.
Ул журналистар йортона килеп етеүгә, эшкә ашығыусылар, йәһәтерәк кабинетына инеп, ултырғысҡа ҡунаҡларға ҡабаланыусылар ҙа байтаҡ күренә ине. Гәзит-маҙар һатылған киоскта туҡтап, яратҡан баҫмаларын алғас, сыҙаманы. Күптән тынғы бирмәгән һорауына яуап эҙләп, ҡысҡырыңҡырап: "Исхаков Винер күренмәй, әллә эштән китеп барҙымы?" - тип һораны һатыусынан.
Тап ошо мәлдә "һүҙ оҫтаһы" Мәхмүзә туташ, ашығып, эләгә-йығыла үтеп бара ине. Былай ҙа ҡарпыш ҡолағы бындай "яңылыҡҡа" ҡарп итеп ҡалды. Үҙенең бүлмәһенә барып еткәнсе, "Везувий" вулканылай ҡайнап торған фантазияһын эшкә егеп, түбәндә бәйән ителгән "өр-яңы хәбәр" уның башында тыуып та өлгөргәйне.
"Винер Исхаков эшенән киткән" тигән хәбәр, һә тигәнсе ун дүрт ҡатлы матбуғат йортон ун биш мәртәбә урап та сыҡты. Көтөлмәгән яңылыҡҡа кемеһелер сәпәкәй итте, ҡайһы берәүҙәр уйға ҡалды. Бәғзеләре әллә шатлығынан, әллә ҡайғыһынан был хәлде "йыуырға" тип магазинға сапты. Ошо мәлдә үҙе тураһындағы шау-шыуҙың төп сәбәпсеһе, һис ни белмәй, сираттағы журнал һанын әҙерләй ине.
Эш бүлмәһенең ишеге туҡтауһыҙ асылып, хеҙмәткәрҙәрҙең баштарын тығып ҡарап китеүҙәренә аптырап, Винер коридорға сыҡты. Бығаса булмағансы, өйкөм-өйкөм һөйләшеп торған коллегалары, уны күргәс, шым ҡалдылар. Кемеһелер баш ҡағып иҫәнләште, ҡул биреүселәр ҙә булды. Иң ҡыҙығы, кисә генә ҡосаҡлашып күрешеп йөрөгәндәр бөгөн, арҡаһын ҡуйып, белмәмеш тә күрмәмеш. Ни ғәләмәт булды икән, тип уйланы ла, тағы журналына "сумды".
Сатириктың эштән китеүе тураһындағы хәбәр, яңынан-яңы биҙәктәр өҫтәлеп, ауыл ҡаймағылай ҡуйыртылып, ейәнсураның дебет шәлеләй ҡабартылып сурытылды. Хатта ки, "юғарынан" китергә ҡушҡандар икән, тиеп тә ебәрҙеләр. Был һүҙ иһә, көнө буйы компьютерҙа "кәрт һуғып", "шар шартлатып" ултырып ялҡыусыларҙы үтә лә йәнләндереп ебәрҙе. Сәбәбе: ниндәйҙер ханымдан бик әсе итеп "көлөп" яҙған. Уныһы иһә, ҙур ғына бер түрәнең һөйәркәһе булған. Ишетеп ҡалыу менән, буҙлап, күҙ йәштәрен ҡойма ямғырҙай супырлатып ағыҙып, йүгереп барған, имеш. Ишек аша көйләп тороп илауы ла кемеһенеңдер ҡолағына салынған икән. Бигерәк тә ошо "мөһим" хәбәр, шыбырлауға күсеп, иң яҡын әхирәттәр тарафынан ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа иҫ киткес оҫталыҡ менән тасуирлап еткерелде һәм дә Матбуғат йортоноң коридоры, бүлмәләре буйлап, бөрйән солоғоның ҡырағай бал ҡорттарын төтәҫләткән әскелтем-татлы төтөнөләй таралды.
Гәзит-журнал һатыусы:
- Винер ағайҙы әле генә күрҙем, хатта һәйбәт кенә эшләп йөрөй, - тигән яуабын ишеткәс, Сабира түтәй, тамам тынысланып, өҫкө ҡатҡа ыңғайланы.
Хәмит Карамалинский.