ҠАРТТАР

Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов был хикәйәһендә тыуған ауылы Күгәрсендә йәшәгән ҡарттар тураһында яҙа. Күптән донъя күргән был әҫәрҙе һәм хикәйә геройы - Хәсән ҡарттың фотоһын (1932 йыл) редакцияға уның ейәнсәре Рәйсә Әхмәт ҡыҙы Кәлимуллина алып килде. Хәсән ҡарттың алдында - Зәбихулла.

ҠАРТТАРҠАРТТАР
ҠАРТТАР

Ен-пәрей, дейеүҙәргә беҙҙең тиҫтерҙәр араһында ышаныусы юҡ ине, буғай. Уларҙың әкиәттәрҙә генә йәшәүен яҡшы беләбеҙ. Ә бына аждаһа... Уның йәшәгән урыны ла билдәле – Йылан тау ситендәге Үле Һүрәмдә ине уның төйәге. Ул күлде күрһәң, аждаһаның шунда йәшәүенә ышанмаҫ ерҙән ышанырһың. Тирә-яғын уның үтеп сыға алмаҫлыҡ шырлыҡ ҡаплаған. Беҙ муйылға йөрөгәндә ул күлде ағас башынан ғына күҙәтә торғайнык. Күлдең өҫтөн йәшел ылымыҡ ҡаплаған. Ниндәйҙер ҡырағайлыҡ, шомлолоҡ. Хатта ҡарарға ла имәнес. Тиҙерәк ағас башынан йығылып тигәндәй төшәбеҙ ҙә был урындан ситкәрәк һыпыртабыҙ. Ә иң суҡлы муйылдар, үс иткәндәй, шул күл тирәһендә. Уларға ымһынып, аждаһаның ауыҙына эләгәһебеҙ килмәй.

Аждаһа тигәнең ябай йыландан үҫә икән. Күп йәшәгән ҡарт йыланға ҡанат сыға һәм ул берҙән бер көндө аждаһаға әйләнеп, шул Үле Һүрәмде ташлап китә. Ул күтәрелгәндә, иҫ киткес дауыл ҡуба. Ерҙә күҙ асҡыһыҙ өйөрмә бейей. Тик ниңәлер Үле Һүрәмдән күтәрелгән бөтә аждаһалар ҙа ауыл ситендәге кескәй ҡалҡыулыҡта йәшәгән Хәсән ҡартҡа үсле була торғайнылар. Мотлаҡ уның өй башын ҡутарып алалар ҙа китәләр. Хәсән ҡарттың быға бик иҫе китмәй, үҙе һымаҡ ҡартайып бөткән үшән үгеҙен егеп, һалам алып ҡайта ла, әштер-өштөр генә шул һалам менән өй ҡыйығын яба. Кәртә менән баҫтырып та тормай хатта. Хәсән ҡарттың нисә тапҡыр түбә ябыуына ҡарап, Үле Һүрәмдән күпме аждаһа күтәрелгәнен теп-теүәл иҫәпләп сығарырға мөмкин. Беҙҙе был хәл ысынлап та ғәжәпләндерә ине: ул аждаһаларҙың Хәсән ҡартта ниндәй үстәре бар икән? Бер кемгә зыяны теймәй, һәр ваҡыт кешеләргә асыҡ йөҙлө, йор һүҙле. Дөрөҫ, ул йор һүҙҙәре ҡайһы ваҡытта тоҙло ла, боросло ла була торғайны, әммә ауылда быға бер кемдең дә иҫе китмәй – өйрәнеп бөткәндәр.

Хәсән ҡарттың ауыҙынан йор һүҙ китмәгән кеүек, тәмәкеһе лә төшмәй ине. Ҡарсығы ла уның хаҡында: “Йоҡлағанда ла тарта, йүнһеҙ, хырлай-хырлай тәмәке төтәтә”, – тип һөйләгәне иҫемдә. Бына шул Хоҙай бәндәһена беҙҙең тирә-йүндәге бөтә аждаһалар ҙа үсле булһын әле!

Аждаһанан ҡурҡмаған кеше, әлбиттә, беҙҙе үҙенә тарта. Ауылыбыҙҙа шундай ҡарт барҙа дейеүҙәр менән алышҡан әкиәт батырҙары бер яҡ ситтә торhoн.

– Һаумы, Хәсән бабай! – тип алыҫтан ғына сәләм бирәбеҙ уға, яҡыныраҡ барырға тартынып.

– Ә-ә, һыбыҙғы танауҙар, – тип йылмая ул, тәмәкенән һарғайып бөткән һирәк-мирәк тештәрен күрһәтеп. – Яҡыныраҡ килегеҙ әле! Хәҙер үҙегеҙҙән имтихан алам.

Беҙ уны уратып алабыҙ.

– Бының ни икәнен беләһегеҙме?

Ауыл малайы була тороп, шуны ла белмәгәс.

– Шөшлө! - тип ҡысҡырабыҙ беҙ бер ауыҙҙан.

– Дөрөҫ, һай, зирәк малайҙар икәнһегеҙ. Тотhaң шөшлө, булырһың эшле, – ти ул шунда уҡ үҙенсә рифмалап. – Ә сабата ҡайтара беләһегеҙме?

– Юҡ, – тибеҙ беҙ ғәйепле рәүештә.

– Булдыҡһыҙҙар! Аҙыҡ сереткестәр! Ата ялҡауҙар! – тип ҡыҙып китә Хәсән ҡарт. – Бына ҡарағыҙ!

Ул беҙҙең балтырҙарға ете йүкә теҙелгән киндерә бәйләп сыға:

  • Хәҙер минең арттан ҡалмағыҙ!

Күргәҙмә дәрес бушҡа китмәй, беҙ тиҙҙән сабата ҡайтарыу, ҡалыпҡа һалып теҙеү буйынса Хәсән ҡарттан да уҙҙырабыҙ. Ә ул инде хәҙер үҙе эшләмәй, беҙгә әмер генә биреп тора:

– Нығыраҡ тартығыҙ! Йәһәт ҡыланығыҙ! Ығыштар! Ата ялҡауҙар!

Кем күрәләтә ата ялҡау ҡушаматы алырға риза булһын инде. Беҙ ҡара тирҙәр сыҡҡансы тырышабыҙ. Беҙ тигәнем ауылдың урта төбәгендәге ун-ун биш малай. Тимәк, бер дәрес ун-ун биш пар сабата тигән һүҙ. Ә сабата һиңә юҡ нәмә түгел. Ул ваҡытта магазинда аяҡ кейеме булмағас, бөтә ҡарап торғаның шул сабата ине. Баҫыу эшенән бушамаған ҡатын-ҡыҙҙың рәхмәте Хәсән ҡартҡа күп төштө ул йылдарҙа... Ул рәхмәттең бер өлөшө беҙгә лә тейеш булғандыр ҙа, әммә Хәсән ҡарт уны беҙҙең менән бүлешмәне. Уның бүлешкән әйбере тәмәке ине. Был педагогик яҡтан килешеп тә бөтмәгәндер. Нишләтәһең, һәр бер ҡарт Макаренко түгел бит. Унан һуң бөтә ғәйепте Хәсән ҡартҡа ауҙармайыҡ әле. Бында үҙебеҙҙең дә ғәйеп бар: тиҙерәк ҙурҙар рәтенә керәһебеҙ килгәндер. Ә өлкән ағайҙар, билдәле булыуынса, тәмәке тарта...

Беҙҙең тәмәке төтөнөндә үткәрелгән дәрестәр ғәҙәттә яҙ, йәй көндәрендә була. Ҡыш етеү менән, Хәсән ҡарт онотолоп тора. Сиратта икенсе ҡайғылар, икенсе мәшәҡәттәр. Өй мәшәҡәттәренән, уҡыуҙан бушаған оҙон кистәрҙе бер нисә малай икенсе бер ҡарт янында үткәрергә өйрәнеп киттек. Ғөбәй бабай үҙенә нисә йәш икәнен өҙөп кенә әйтә алмай. Әммә 1877-1878 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышында ҡатнашҡан ваҡыттарын онотмаған, хәтере һәйбәт.

– Ул саҡта баҫһам, ерҙә ут сығара торған егет инем, – ти бабай, йәшлек иҫтәлектәренә бирелеп. Уның яры баҫҡан тоноҡ күҙҙәре беҙҙең баш өҫтөнән ҡайҙалыр алыҫҡа, тарих төпкөлөнә йүнәлә. Бер аҙ тынып, хәтирәләр ебен төйнәп торғандан һуң, ул тағын йәнләнеп ала:

– Шунан янарал Скобелев менән...

Беҙ уның һөйләгәндәренә тулыһынса ышанабыҙ, сөнки уның батырлыҡтарының шаһиты – көмөш миҙал ус төбөбөҙҙө аҫҡа баҫа. Уны әйләндереп-әйләндереп ҡарайбыҙ.

– Шипка тауындағы һуғыштар өсөн был миҙал, – тип беҙҙең ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы баҫа Ғөбәй бабай.

Арабыҙҙан ҡайһыбыҙҙыр:

– Батша миҙалы! – тип ысҡындырҙы.

Шул саҡ Ғәбәй бабай миҙалды уның ҡулынан тартып алды ла ҡалай менән ҡапланған һандыҡҡа ырғытты.

– Ниндәй батша? Уны янарал Скобелев үҙе бирҙе!

Шунан һуң ул миҙалды башҡаса күрмәнек.

Был һөйләшеүгә байтаҡ йылдар үткәс, минең ҡулға әлеге рус-төрөк һуғышы хаҡындағы китап килеп эләкте. Уны уҡып сыҡҡас, Ғөбәй бабайҙың һөйләгәндәрен хәтерләнем дә: «Юҡ, бер тамсы ла арттырмаған икән», – тип ҡуйҙым.

Бер ҡайтыуымда әлеге миҙал менән ҡыҙыҡһынып ҡараным, әммә эҙен дә табып булманы. Хәтерләүселәр бар, тик күреүселәр генә юҡ. Берәй ауыл ҡарсығының сәс толомонда тәңкә итеп тағылып йөрөмәйме икән ул?

Был яҙғандарымдан һуң башҡа килгән фекерҙәр. Ә хәҙергә беҙ Ғөбәй бабайҙың асыуы бер аҙ һүрелгәнен көтәбеҙ. Ул әле бик тиҙ тынысланырға уйламай. Иҫке һандығы өҫтөнә ултырып алған да бүленгән һүҙен әкрен генә дауам итә:

– Уландар, уны бит миңә батша хәҙрәткә хеҙмәт иткән өсөн бирмәнеләр, болғарҙарҙы ҡотҡарған өсөн бирҙеләр... Уларҙы ҡотҡарыу хәҙер бына атайҙарығыҙға, ағайҙарығыҙға төштө. Күрерһегеҙ, улар ҙа миҙал тағып ҡайтырҙар...

Ҡарт кешенең хәтере тиҙ ҡалыусан, асыуын тиҙ онотоусан. Ғөбәй бабай ҙа әлеге һүҙ ебен шунда туҡтатты ла беҙҙең шыр һөйәккә ҡалған арҡаларыбыҙҙан ҡаҡты:

– Һyғыш һәр заман һуғыш, михнәтһеҙ йөрөмәй. Бына бит ашау яғы ла наҡыҫ, үҙегеҙҙе һыйларға бер нәмә лә юҡ. – Ул беҙҙе тупһаға тиклем оҙата барҙы. Асыҡһағыҙ, уландар, һыу булһа ла эсегеҙ, эсегеҙ буш тормаһын...

Уның был кәңәше ауылда ҡанатлы һүҙгә әйләнеп алды. Балаларына ашатыр аҙыҡ булмағанда, ҡатындар шул кәңәште ҡабатлай торғайнылар. Беҙҙең өләсәй ҙә уны йыш ҡулланды. Шул кәңәш буйынса эселгән һыуҙы бергә йыйһаң, яңынан бер Ҡарабаш йылғаһы булыр ине, билләһи.

...Мәктәптә яңы йылды ҡаршыларға әҙерлек бара. Елка байрамы, билдәле, шыршыһыҙ булмай. Элекке йылдарҙа уны өлкән ағайҙар ат егеп ҡайҙандыр алыҫтан алып ҡайтып бирә торғайнылар. Был юлы ул эш беҙгә ҡалды.

Беҙҙең ауыл тирәһен уратып алған ҡайһы бер урындарҙың исемдәре ҡарағай менән бәйле: Ҡарағайтуғай, Суҡ ҡарағай... Әммә Ҡарағайтуғайҙа хәҙер ҡарағайҙың еҫе ла юҡ. Тик ауылдан биш-алты саҡрым йыраҡлыҡтағы Суҡ ҡарағайҙа маяға бер-ике ағас ҡалған, буғай. Беҙ, бәләкәй сана тартып, шунда йүнәлдек.

Ул ҡышты һалҡындар тынды ҡурырлыҡ ине. Алама бишмәттәрҙең тишеге арҡылы рәхимһеҙ ел һөйәктәргә тиклем үтеп инә. Тештәр тешкә тейеп шаҡылдай. Ҡайтышлай ауыр сананы алмашлап тартҡанда бер аҙ йән керҙе. Ләкин барыбер ирендәр тыңламай.

– Йәгеҙ әле, әйтегеҙ, атты нисек туҡтаталар? – тип һорай беҙҙән Әхәт.

«Трр-р» тип әйтергә тырышабыҙ, әммә ауыҙҙан бары һыҙғырыу ғына килеп сыға. Ат менән эш иткән һәр кем беләлер, «трр» тигәнең бер ҙә «трр» түгел, ул икенсерәк, ирен остарын ҡалтыратып әйтелә. Тик китапта ғына шулай яҙалар.

Беҙ алмашлап «ат туҡтатабыҙ». Әммә ирендәр туңған, ҡалтырамай. Шулай ҙа иҫән-һау ҡайтып еттек.

Ҡарағайҙың бер ботағын Зәбихулла өйөнә алып ҡайтып китте. «Атай һорай», тине. Беҙ инде ҡаршы килеп торманыҡ, сөнки уның атаһы Хәсән ҡартҡа ихтирамыбыҙ ҙур. Ул беҙҙе үҙ һөнәренә өйрәткән кеше. Һөнәр генәме?! Йәй умарта ҡарау ваҡыты етһә, бөтә тирә-яҡ малайҙары уның өйө тирәһендә. Беҙ Хәсән ҡарттың төтөн менән ыҫлатып ҡорттарҙы ҡыуыуын, унан ҙур бысаҡ менән телеп һары кәрәҙҙәрҙе табаҡҡа һалыуын сабыр ғына көтәбеҙ. Бына ул битлеген һала ла, табағын тотоп, текмә янына килә. Текмә төбөндә үҫкән әрекмән япрағына төрөп кәрәҙ һуҙа. Беҙ бөтәбеҙ ҙә ҡулдарыбыҙҙы бер юлы һуҙабыҙ.

– Аңһыҙҙар! – тип ҡысҡыра Хәсән ҡарт, ҡолаҡтарҙы ярырлыҡ итеп. – Сиратҡа баҫығыҙ!

Күҙ асып йомғансы сират пәйҙә була. Тыҡрыҡтан үтеп барған Заһит ҡарт, был хәлде күреп, баш сайҡай:

– Берҙән-бер умартандың балын таратып бөтөрәһең түгелме, күрше?

Әммә быға Хәсән ҡарттың иҫе лә китмәй:

– Ҡорттар хәйләкәр халыҡ улар, – ти. – Ҡарап ҡына торалар, һаран булһаң, бал ташымай за ҡуялар. – Унан беҙгә күҙ ҡыҫа ла йәнә бал өләшеп сыға.

Уның изгелеге һаман да үҙенсә. Беҙҙең тулы ауыҙҙарға ҡарай ҙа ҡыҙҙырып ала:

– Ҡомһоҙҙар! Улай күп ҡапмағыҙ! Йылы балдан күңел болғана бит. Зәбихулла! Йүгер, ҡушып ашарға ҡорот килтер!

Зәбихулла беҙгә яңы ҡайнатҡан ҡорот алып сыға. Хәсән ҡарт беҙҙең ашап бөткәнде көтмәй, ҡыуа башлай:

– Шылығыҙ! Минең ҡорттар уҫал ул. Ауыҙын һөртмәгән малайҙарҙы яратмай. Балдарын кире алабыҙ тип, йә саға башларҙар!

Беҙ ирендәрҙе ялай-ялай борсаҡ кеүек сәселәбеҙ.

Бына әле лә мәктәп коридорындағы шыршы тирәләй йырлап йөрөгәндә, тағы ирендәрҙе ялайбыҙ. Улар һалҡындан ярылғандар, әрнейҙәр.

Шыршы матур булып биҙәлгән. Ҡыш бабай ҙа бар, тик ул элекке йылдарҙағы кеүек күстәнәс өләшмәй. Тоғо ла юҡ. Таралышырға торғанда, Зәбихулла беҙҙе үҙенә саҡырып алды:

– Атай көтә. Киттек.

Беҙ «ниңә көтә» тип һорашып та тормайбыҙ, ҡыйыу ғына барып инәбеҙ.

Ишек менән һике араһын шыршы ҡаплаған. Ябай шыршы ғынамы, биҙәлгән дә. Тик уйынсыҡтары мәктәп шыршыһындағы ялтырауыҡ быялалар түгел. Ботаҡ һайын шөшлөләр, ҡалыптар, сабаталар эленгән. Шыршы эргәһендә Хәсән ҡарт үҙе. Уға Ҡыш бабай булып биҙәнергә кәрәкмәй, һаҡалы былай ҙа аҡ.

– Әйзүк түрҙән, балалар! – ти Ҡыш бабай – Хәсән ҡарт. – Төклө аяғығыҙ менән киләһeгеҙ!

Беҙҙең менән гел ҡырлы-мырлы һөйләшкән Хәсән ҡарттың былай сөсө теллелеге бер аҙ ғәжәпкә ҡалдырҙы. Әммә нығыраҡ ғәжәпкә ҡалдырған нәмә уның ҡулындағы тоғо ине. Унда нимә булырға мөмкин? Ҡыш бабай, беҙҙең ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы белгән шикелле, тоғон сисеп ебәрҙе:

– Ҡыш бабайҙың һеҙгә күстәнәсе бар. Сиратка баҫығыҙ!

Күстәнәс телеңде йоторлоҡ. Ҡағыҙ ҡалынлығы итеп теленгән икмәк киҫәгенә бармаҡ яҫылығында бал яғылған. Йәй ул балды, Заһит ҡарт ҡурҡһа ла, беҙ ашап бөтмәгәнбеҙ икән әле. Бына бит Ҡыш бабайҙың күстәнәслегенә лә ҡалған.

Беҙ тағы ирендәрҙе ялайбыҙ.

– Мин сиратҡа ике тапҡыр баҫтым, – ти Камил бышылдап ҡына.

– Ә мин – өс! – ти Әхәт, унан арттырырға тырышып.

Тоҡтоң төбөнән бер янсыҡ тәмәке килеп сыҡты.

– Быныһы үҙемә, – тине Ҡыш бабай һәм Зәбихулланың арифметика китабының бер битен оҫта ғына йыртын алып тәмәке төрөп ебәрҙе.

– Яңы йылда яңы бәхеттәр теләйем, балалар, – тине ул, төтөн ҡулсаларына урана-урана. – Ә иң ҙур бәхет - һуғыштың бөтөүе.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға һуғыштың бөтөүен күрергә насип булманы. Хәтерем яңылышмаһа, шул йылмы икән, астан шешенеп үлде.

Башҡалар кеүек һыйыр аҫраған булһа, уны бындай фажиғәле үлем көтмәгән дә булыр ине. Һыйыр бит ул саҡта крәҫтиәндең берҙән-бер таянысы ине. Һыйыр – һөт, ҡатыҡ, ҡаймаҡ, май тигән һүҙ. Ә үгеҙ ни бирһен? Хәсән ҡарт үгеҙ асрай торғайны шул. Етмәһә, үҙе һымаҡ ҡартайып бөткән ул үгеҙҙе «тартыу көсө» тип, йәғни атҡа тиңләп, тартып алдылар. Бына шулай күңелһеҙ барып бөттө беҙҙе тормоштағы күп нәмәләргә өйрәткән был үҙенсәлекле ғүмер...

Ә өйө әле лә иҫән. Шул уҡ урында. Тик ҡыйығы ғына элекке кеүек һалам менән ябылмаған – шифер. Бер ҙә аждаһа күтәреп алып китерлек түгел. Хәйер, аждаһа ла әлеге Үле Һүрәмдән күтәрелмәй хәҙер. Беҙ бала саҡта уҡ уҡ осоп китеп бөткәндәр, ахыры.

Өй янынан үтеп барышлай Зәбихулланың ҡыҙын күреп ҡалдым. Күрше әхирәттәре менән ҡурсаҡ уйнай ине.

– Шөшлө нимә була? – тип һораным унан.

– Шеш була, – тине ҡыҙыҡай һәм уйын ары дауам итте.

Марат Кәримов.

Автор:
Читайте нас