Fәзиз ҡарт ейәне Кәрим менән иртән иртүк Бөрмәсә йылғаһына йыйынды. Район үҙәгендә хакимиәт башлығы урынбаҫары булып эшләгән Зөлфирә ҡыҙының улы Кәрим каникулын һәр саҡ Аҡсәйеттә ҡартатаһы янында үткәрергә тырыша. Ҡырға сығайыҡ, тип кенә тора бит ҡолонсағы. Ҡарт баланың тәбиғәтте яратыуын үҙенә оҡшата, үҙе белгәнен һөйләр, өйрәтер кешеһе булыуына ҡыуанып бөтә алмай. Тыуған ауылда нигеҙ һаҡлар улы булмауы үкендерә, тик ни эшләйһең… Ҡыҙҙарға атай ул. Биш ҡыҙы булды. Бәлки ейәне бында ҡайтып уның эшен дауам итер. Ҡартатай – һунарсы, балыҡсы, көтөүсе, тракторсы… Ауыл кешеһе өсөн нимә кәрәк, бөтәһен дә булдыра.
Бөгөн улар балыҡ шөшләмәксе. Йылға балығы бабай өсөн иң тәмле ризыҡ һаналһа ла, әбейенең әллә ни иҫе китеп бармай. Ейәне менән икәүһенә күп кәрәкмәй. Эйе, йәнә лә берәй йәйен һалдаулар. Ҡарап ҡуйған йәйене лә бар – Зөлфирә ҡыҙы менән кейәүенә һәйбәт күстәнәс булыр.
Fәҙәттәгесә, һарҡыу урындан һыуға төшөп киттеләр.
– Бына бындағыһы өс кило. Анауындағы биш була. Биш… Биш… Һиңә ауырыраҡ булмаҫмы? Әсәйең балыҡ ярата... – ҡарттың һынамыш ҡарашы улына төбәлде. Тегенең янып торған күҙҙәренә бер килке ҡарап торғас, һеһелдәп көлөп тә ҡуйҙы. – Буйтым… Йә, шул биш килола туҡталырбыҙ.
– Ҡартатай, һин ҡайҙан беләһең? Анау өңшәгәйгән ерҙә ятҡаны дүрт кило тарта, тигәйнең. – Кәрим, яуап көтөп тормай, үҙе күрһәткән яҡҡа ынтылды. – Ҡана, тағы ҡарап киләйем әле.
Беҙ аҙ текләп торғас, һөрән һалды.
– Юҡ бында!
«Һм-м…» Ҡарттың шелтәләүе шулай, бына ул ашыҡмай ғына Кәрим янына барып етте.
– Ныҡлап ҡара. Анау тамырҙы күрәһеңме!
– Ҡайһы тамырҙы? Күп бит.
Ҡарт тағы яйлап аңлатты.
– Ҡыҫҡа ғына, ағарыбыраҡ тора. Йәнәшәһенә күҙ һал, шундай уҡ, мыйыҡ бит ул. Иңкәйеберәк ҡара, күрмәһәң.
Шунда ғына малай, аптырап, ҡартатаһына боролдо:
– Эйе шу-у-ул… Ә нишләп минең күҙ үткер түгел?
– Оҫтарырһың. Ҡартатайың бит ошо ерҙә тыуған.
Теге юлы ла улар йәйен һалдауланылар. Ҡартатаһы һыу төбөнә күҙ һалыу менән: «дүрт кило», тигәйне. Бигүк ышанманы Кәрим. Алып ҡайтҡас, йәйенде бизмәнгә һалып үлсәне, шунан ҡартатаһының теүәл сама белеүенә шаҡ ҡатты.
Бер аҙ барғас, Fәзиз бабай, туҡтарға ҡушып, ишараланы.
– Бурыстар йөҙә. Күрәһеңме?
Кәрим, әҙерәк текләп торғас, ҡысҡырып ебәрҙе.
– Күрҙем, ҡартатай! Бер көтөү. Ҡом ашайҙар, ивет! Төрткөсләйҙәр.
– Ҡом емләгәндә, эстәренә әйләнәләр. Ә былай анһат күрермен тимә.
– Әйләнәләр? Ә-ә-ә, эстәре аҡ бит, шуға күренәләр инде.
Ҡартатай күҙ асып йомғансы бер нисә балыҡ сәнсеп алды. Шунан яр башында усаҡ яҡтылар. Fәзиз ҡарт ейәненә ҡарап, хәйләкәр йылмайҙы.
– Йә, шунан, улым! Бот буйынан һыу кисеү нисек?
– Бо-от! Минең билдән булды ла инде, ҡартатай.
– Оҫталар янында мах бирмәгән булып, «һыу боттан ғына» тиер кәрәк, ә йылғаның нимә икәнен белмәгәндәр янында, «үңәстән һыу кисеп йөрөлдө», тип шыттыра алаһың.
– Эйе, һиңә… Шулай булмаһа нисек тә. Бир, үҙем шөшләйем, ҡартатай!
– Анау иңкеү урында һәйбәт ике таш бар, алып кил әле.
– Ниндәй таш нимәгә кәрәк, ҡартатай бөтәһен дә белә.
– Бәй белмәҫкә! Мин бит үҙемдең өйөмдә.
Ҡыҙыҡ һөйләй ҙә ҡуя Кәримдең ҡартатаһы. Шуға ла уны ҡай берәүҙәр аңламай. Әле әйткәнен дә ятыраҡ берәй кеше ишетһә, аҡылдан яҙған ҡарт, тип тә уйлауы бар. Аҡылдан яҙмаған, әлбиттә, ләкин ҡартатаһы үҙе шәрехләмәйенсә барыбер башҡа барып етмәй.
– Ә ауылдағы өйөңсө, ҡартатай!
– Уныһы – бәләкәй өй. Өлкән өйөбөҙ ошо үҙебеҙҙең тәбиғәт булыр: эскән һыуыбыҙ, ҡыр-туғай, урман-тау – бөтәһе лә. Уларһыҙ беҙ кем! Бер кем дә түгел!
– Башҡорттоң өйө ҙур!
– Әйтмә лә. Бәләкәй өйҙө ҡутарһаң, яңыһын бурауы ауыр түгел һау кешегә. Ә бына өлкәнен!.. – ҡарт баш сайҡаны. – Уны тартып алыр, туҙғытыр, бүлгесләр өсөн нимә генә ҡыланмағандар. Эй-й, ҡуйһаңсы, булған… булды бит замандар! Батша тәхетенә менеп ултырған һәр береһе ҡыҙышҡан башҡорт еренә. Эйе… Бирешмәгән бабаларыбыҙ. Бынан һуң да бирешмәбеҙ. Иңкәймәбеҙ.
Fәзиз бабай тынып ҡалды. Ҡарашы ағаслыҡҡа төбәлде.
– Ҡартатай, унда нимә ҡарайһың?
– Шәйт, берәре йөрөй был тирәлә.
Һаҡ ҡолаҡ уның ҡартатаһы. Һыу донъяһын үтәнән-үтә күргәне генә етмәй, һәр шыштырлағандың дә мәғәнәһен аңлай.
– Кем унда бөксәңләй?
Малай ҙа ағаслыҡ яғына башын борҙо. Ҡыҫҡа еңле аҡ күлдәктә бер ят әҙәм килеп сыҡты. Бөксәңләмәйсе, аҡһай ғына.
– Күҙемә күренәме, тип торам, – тине ҡартатаһы һүрән тауыш менән.
Таныштармы икән ни? Кәрим, үңәсен һуҙып, аҡ күлдәкле ҡартҡа тексәйҙе. Кейеме бөхтә. Ас яңаҡлы, кәкере танаулы, күҙҙәре төптә, берәй ерен ауырттырҙымы икән, ҡашы ныҡ төйөлгән.
– Шәпме, Марс! Нишләп йөрөп ятыш был яҡта? – тип тағы һүҙ ҡатты ҡартатаһы. – Нимә, сырамыта алмайһыңмы?
Марс тигәне башын ҡырынайтты. Бында танышын тап итермен тип уйламағандыр, көсөргәнештән күҙҙәре ҡыҫылды.
– Ә Fәзиз! Иҫәнме… Ней, күҙ алды сыбарланып тик тора. Анау ер тайғаҡ икән. Ултыра төштөм, ҡоймосҡа зыян килмәһә ярар ине.
– Онотҡасһың, ер ҡолатып булһа ла үҙен ҡосаҡлата.
– Бала саҡта күп йөрөлдө инде.
– Бала саҡ… Аҡсәйеттә ҡан замандан булғаның юҡ.
Марс ҡарт һүҙҙе икенсегә борҙо.
– Ямғыр ныҡ яуып үткән, баҫырлыҡ та итмәгән. Малайҙар ҡайтты ла тәбиғәткә сығайыҡ, тигәстәре, алып киткәйнем. Был тирәнән машиналары үтерлек түгел. Йәтешерәк урын ҡараштырмаҡсы инем дә, бына бит…
– Әбейең үлеп ҡалған, тип ишеттем. Уртаҡлашам ҡайғыңды.
Марс ҡарт төкөрөгөн йотто.
– Ярай, ни хәл итәһең. Әжәлең етһә, һорап тормай… Инде ҡырҡы ла үтеп китте… Иҫән сағында, әле үҙ аяғында йөрөгөндә, ошо яҡты күреп киләйек, тигәс, әпкиленгәйне, – Марс ҡарт тирә-йүнде байҡаштырҙы. – Ер ҡоп-ҡоро ине әле. Ҡай арала был тирәне ҡыуаҡ баҫып киткәндер. Беҙ барған һуҡмаҡ беленмәй ҙә хатта. Шулай булғас, нишләп баш әйләнмәһен. Һеҙгә килеп төртөлдөм. Шыма ғына өлкән ташы ла бар ине.
– Ә-ә-ә, – тип һүҙгә ҡушылды Кәрим. – Аңланым! Кәзә ташлығына барғайнығыҙмы?
– Этем белһен. Ташлы ғына урыны бар ине.
– Һинең дуҫың ял итеп ятҡан урын бит, ҡартатай!
Марс ҡарт, яңылыш ишетмәйемме, тигәндәй, теге икәүгә алмаш-тилмәш ҡарап алды:
– Дуҫың? – тип һораны. – Был эт бармаҫ ерҙә берәйһе бармы әллә тағы?
Асыҡ күңелле ҡартатаһының ҡунаҡҡа битарафлығы аптыратты Кәримде.
– Ҡартатай…– тип һуҙҙы ул. Был ҡартҡа унан башҡа кем ярҙам итһен, ти?
– Бар минең дуҫ, бар, – тине Fәзиз ҡарт ҡоро ғына, – Малай белә. Барыбер уға ла һуғылырмын. Нишләп минең хәлемде белмәй был, тиҙер... Ҡана һуң, апарышайым. – Ул инде ейәненә ҡайырылды. – Беҙ кире әйләнеүгә балығың шөшләнгән булһын, ҡунаҡҡа ла ауыҙ иттерергә кәрәк. Тик абай бул, улым, йәме.
Ике ҡарт яйлап ҡына ҡыуаҡтарҙы йыра-йыра ары атланы. Аҡсәйеттә тыуып, бала саҡта бергә уйнап үҫһәләр ҙә, был икәүҙең һөйләшер уртаҡ һүҙҙәре юҡ. Марс мәктәптә үк «актиф камсамул» булды. Йәштәр өсөн бөтөн мөһим ҡарарҙы еткереүҙе, үтәүҙе өлкән иптәштәр уға ышанып тапшырҙы. Әүҙем егет ҡушылғанды теүәл атҡарып барҙы, мәктәпте бөтөү менән колхоз үҙәгенә саҡырҙылар. Унда ла комсомолды, йәш коммунистарҙы ойоштороусы булды...
...Ҡуйһаңсы, булды бит замандар! «Ҡыҙыл юл» кохозы гөрләп торҙо. Һәр бригат халҡы үҙен яҡты киләсәк төҙөүсе итеп тойҙо. Тик Хрущевтың бәләкәй ауылдарҙы «киләсәкһеҙ», тип бөтөрөргә тотоноуы, унда торғандарҙы көсләп ҙурыраҡ ауылдарға күсереүе сараһыҙлыҡҡа төшөрҙө бәғзеләрҙе. Айырыуса, олораҡ быуын кешеләренә ҡыйын ине. Аҡсәйет халҡы ныҡ торҙо, юғарынан төшөрөлгән ҡарарға буйһонманы. Ә бит күпме ауылдар, шул «етлекмәй тыуған» сәйәсәт арҡаһында, юҡҡа сыҡты. Боронғо, бай тарихлы ауылдар бөттө. 50-се йылдарҙың аҙағы эреләтелгән колхоз-совхоздар төҙөү осоро булыуы менән хәтерҙә ҡалды. Ауылдарҙы урынынан ҡуптарыуҙа тырышлыҡ күрһәткән, ижтиһат биргәндәрҙең береһе ауылдашы Марс ине.
Йәш партиясы өсөн Үҙәктән төшкән ҡарарҙы үтәү – намыҫ төшөнсәһенә бәрәбәр булғандыр. Халыҡ күсмәй ҡарышҡас, башланғыс мәктәпте емерергә килделәр бит. Эйе, етәксеһе, яуаплыһы итеп, үҙенең тыуған ауылына Марс Яппаровты ебәргәндәр ине. Олоһо-кесеһе йыйылып китте. Зыҡ ҡуптылар. Кемеһелер илай, кемеһелер асыулана, кемеһелер тынысландыра – ни хәл итергә белмәйҙәр. Ә Марс ныҡ торҙо, тракторсыға ҡуҙғалырға бойорҙо. Ҡеүәтле техника ҡапҡаны йыҡты, ажғырып һаман үҙенең маҡсатына ынтылды. Шул саҡ трактор ҡаршыһына Fәзиз атылып килеп баҫмаһынмы! Тракторсыны һөйрәп төшөрҙө, тегегә бер-икене дөңкәгәс, үҙенә аҡырып килгән Марсҡа ташланды. «Оторо үҫеп киттең! Мин һине йәлпәштерәм бөгөн!» Бәргесләне генә. Типкесләне. Ҡанға туҙҙырҙы. Саҡ айырып алдылар. Ә мәктәпте барыбер бирмәнеләр. Шул көндән алып, активисҡа «Йәлпәшкән Марс» тигән ҡушамат йәбеште лә ҡуйҙы. Емереүсе бригада буш ҡул менән ҡайтып китте китеүен, ә бына иртәгәһен милиция килеп баҫты. Дөбөрләтеп өйҙән һөйрәп сығарып, Fәзизде тейәп алып та киттеләр. Шик юҡ, ултырталар ине арыу ғына мөҙҙәткә…
«Шаштың, хәҙер бестереләһең!» Шулай тип янағаны өсөн уға ныҡ бәйләнделәр алып барып бикләгәндән һуң. Ярар, халыҡ һуңғы һүҙен Марсҡа ҡушамат итеп йәбештермәне… Ауылдашы уның уйын бүлдерҙе.
– Беҙ, ул саҡтағы ыштанһыҙ малайҙар, мәйтәм, бәрҙене ҡалай шәп тота торғайныҡ! Хәтерләйһеңме, ботаҡ-һатаҡ менән ҡаплайбыҙ ҙа, өшкөтәбеҙ. Шаршыға килеп етеү менән, тегеләрҙе әмәлләйбеҙ. О-о-о, һин әмәлләй белә инең.
– Хәҙер әмәлләрлек бәрҙе... Белмәйем.
– Бөрмәсә кисеүендә лә быуа быуырға йыйыналар, тигән имеш-мимеш йөрөй, – тине Марс ҡарт.
Fәзиз ҡарт шып туҡтаны.
– Нимә! Тоталар ҙа йылға быуалар! Ниндәй бөтмәҫ муҙа булды был! Ә түбәндә күпме ер-һыу кибә, бөжәк, балыҡ юҡҡа сыға – быларын уйлап биргән әҙәм табылһа, ҡана ла һуң! Хөкүмәт башында ултырғандар алмашына тора, бер яуап тотоусыһы юҡ. Ыҙаһы – халыҡ өҫтөндә!
– Тауышланып та…
Марс ҡарт нимәлер әйтергә иткәйне, ярһыған Fәзиз ҡарт юлдашын ишетмәне.
– Быуғандан яңы тормош хасил буламы? Киреһенсә, булған кисеүҙе таҙартырға, йырырға кәрәк. Атаҡ, быуылған нәмә үлек донъяға бәрәбәр инде ул! Шунан ниндәй эш ыраһын? Үәт ахырзаман.
– Хөкүмәт…
– Нимә хөкүмәт тә хөкүмәт! Эйе, хөкүмәт башында ултырғандар халыҡтан оҙағыраҡ йәшәгәс ни, күберәк белә!
– Шәхсийәндәре лә аптырамай. Улар ҙа хатта эре ҡылана: «Минең аренда – минең ер». Бөттө-китте, вәссәләм!
– Бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалып булмай. Төрлөһө бар.
Һөйләшергә һүҙ табылғанына ҡыуанған Марс эләктереп тә алды.
– Барыбер хәҙер халыҡтан һорап тормайҙар. Ярай, быныһы имеш-мимеш кенә. Ә «оптимизация» тигәнесе? Ысын бит. Ана, төнә гәзиттә уҡып ултырҙым, әллә ни саҡлы мәктәпте япҡандар. Уҡытыусылар ҙа, халыҡ та бер нәмә эшләй алмай. Оптимизацияға япһаралар. Фарман үтәлергә тейеш – кәпис! Бына шулай. Бай тарихлы ауылмы, тарихһыҙмы – төкөрҙөләр, берәүгә лә кәрәкмәй. Ауылды бөтөрәбеҙ, тиһәләр, сәбәбе табыла. Элеккеләрҙән ҡатыраҡ торасаҡтар былар. Әүәлгене һағынып һөйләргә генә ҡалды.
Марстың тауышында тантана тойола түгелме? Fәзиз ҡарт һағайҙы.
– Ҡағылып ҡына ҡараһындар мәктәпкә, – тип теш араһынан ҡыҫып сығарҙы Fәзиз ҡарт.
– Һы! – Марс ҡарт бот сапты. – Кәнишнә! Һинән һорап тормаһалар нисек тә! Иртәнсәк тороуыңа балалар ҙа юҡ, мәктәп тә юҡ! Хәҙер шулай итәләр. Эш үткәс кенә мәғлүм була. Ә ҡағыҙҙа: халыҡ иҫкәртелгән, ата-әсәгә бөтәһе лә мәғлүм… – Ул юлдашынан хәйләкәр ҡарашын алманы. – Бында уҡыған ейәнең дә юҡ. Күткәреләнеп ҡайҙа бараһың хәҙер? Үҙеңдең ҡыҙың хакимиәттә эшләй түгелме? Әлеге сәйәсәткә булышыу – уның бурысы. Шулай ул донъя…
Башлаған һүҙен онотоп, үҙе туҡтап ҡалды. Ҡаршылағы асыҡлыҡ уның диҡҡәтен биләп алды.
– Ошонда булдыҡ бит беҙ әбей менән. Мәрхүмәм шул тиклем дәртләнеп ҡайтҡайны. Һауығып китер, тип, эсемдән өмөтләнгәйнем дә.
– Миңзәлә ошонда, тап ошо ергә килдеме?
Ҡара-ҡара, Fәзиздең тауышы үҙгәреп китте лә баһа! Етмәһә, әбейенең исеме менән өндәште. Ҡарайған йөҙө лә яҡтырҙы… Марс ҡарт һорауҙы ишетмәмеш булды.
– Ҡайҙа теге дуҫың?– тип һораны, – Нишләп тынын да сығармай?
– Һы! – тигән өн сығарҙы Fәзиз ҡарт, ул әллә көлдө, әллә аптыраны – аңлай алманы Марс. Һөҙәк урынға күрһәтте. – Әйҙә әле! Ошо тәңгәлдән бар.
Бер аҙҙан ялпаҡ таш эргәһенә килеп баҫтылар.
– Эскәрәк баҡ, күрәһеңме? Һаман да күрмәйһеңме! Кемде тип һорай, етмәһә. Дуҫымды! Ана, дәү башы.
Үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмаған Марс ҡысҡырып ебәрҙе:
– Йәйен?!
Әллә аҡылдан яҙғанмы был башҡиҫәр Fәзиз?
Марсты был ергә алып килгән Ғәзиз ҡарт иһә ҡәнәғәт баш ҡаҡты. Йәйен унан ҡасмай. Киреһенсә, үҙенә күстәнәс килтергәнен белеп, боҫҡан өңөнән килеп сыға. Fәзиз ҡарт алып килгән емен һипте.
– Йәш саҡтан дуҫбыҙ. Икебеҙ ҙә бергә ҡартайҙыҡ, шулай булғас, нисә йәш тип уйлайһың был һыҙылып киткән шаян мыйыҡҡа?
– Этем белә. Әтеү бүтән эшем юҡ!
Fәзиз ҡарттың йылмайған күҙҙәре етдиләнде.
– Ә һеҙ ҡайҙа булдығыҙ теге килгән сағығыҙҙа? Ошонда түгелме?
Марс ҡарттың ҡашы төйөлдө. Ул теш араһынан ҡыҫып сығарҙы.
– Бөрмәсә буйында бүтән таш юҡмы әллә?
– Атаҡ… Ниңә улай тырт-мырт яуаплайһың? Туҡта, ҡорт саҡтымы әллә? Һуң, ҡайҙа киттең, тием? Кире боролоуыңмы?
– Юҡ! – тип асыу менән яуап ҡайтарҙы Марс. – Әйттем бит, минең юл арыраҡ тип!
Fәзиз ҡарт сикәһен һыпырҙы.
– Арыраҡ икән, арыраҡ... Ней… Оҙаҡлама. Шөшләнгән балыҡ көтә.
– Күрҙем ни саҡлы балыҡ тотҡанығыҙҙы. Ул кемгә етә?
– Артығы кәрәкмәй. Артығы был донъялыҡта ҡалһын.
Марс аҡһауын да онотоп ары атланы. Fәзиз ҡарт ҡояшта янып һоро төҫкә ингән ҡытыршы ҡулын һыуға тыҡты. Кәкере бармаҡтарҙы көмөш һыу иркәләне, быуындар яҙылды. Еңеллек эскә үтеп инде. Бына ошо була икән рәхәт донъя. Күстәнәсте ауыҙ итеп туйған йәйен дуҫы рәхмәтен белгертеп, эргәнән генә үтеп китте. «Ҡайт үҙеңдең өңөңә. Именлектә бул».
Марс киткән яҡҡа күҙ ташланы ла, башын услап ултырҙы, көрһөндө. Башын сайҡаны. Йә инде, тотто ла «Миңзәлә», тине лә ҡуйҙы бит үҙе. Ысҡынды ауыҙҙан. Телен тешләрҙәй булды булыуын, тик һуң ине шул. Марс бушҡа ғына ҡорттан сағылғандай үрле-ҡырлы һикермәне…
Исеме ысҡынды ауыҙҙан. Әле лә йөрәкте дарҫлатҡан исем. Бына ошо йәштә лә. Оноттом, тип үҙеңде алдау менәнме ни? Вәт, ҡартлас! Ярай бер йән эйәһе лә белмәй был хәлен… Миңзәлә! Йәйен, һин теге ҡыҙыҡайҙы хәтерләйһеңме? Хәтерләйһең, әлбиттә. Килгән Миңзәлә Бөрмәсәһенә. Был яҡҡа килеп тә, һинең яныңа барып етмәй булмаҫ! Үлер алдынан булһа ла… Бәлки Миңзәлә ошо урында ҡабатланмаҫ йәшлеген, Fәзизен иҫенә төшөргәндер? Ҡарт ауыр көрһөнө. Ә бына быныһын инде ул бер ҡасан да белә алмаясаҡ.
Марсҡа кейәүгә сыҡҡаны бире Миңзәләне күргәне булманы. Әллә Миңзәлә йәшлек мөхәббәте – Fәзиз – алдында ғәйебен тойоп, унан ҡасып ғүмер итте, белмәҫһең. Хәйер, күрешеү артыҡ ине… Ҡай тирәлә булды, нимә ҡараны икән мәрхүмә?
Әүҙемсе комсомол Марс даланлы яҙмышлыларҙан. Кем әйтмешләй, аҡ эштә үтте ғүмере. Марс... Дүрт ул табып бирҙе уға бисәһе. Минзәлә...
Fәзиздең Сәғирәһе лә унан ҡалышманы. Биш ҡыҙ тапты. Эйе, биш ҡыҙ. Улар инде ҡанатлы ҡоштар, остолар – һәр береһенең үҙ ғаиләһе.
Тәрән уйға сумған Fәзиз ҡарт һирәгәйгән маңлай сәсен һыпырып-һыпырып алды. Миңзәләне бына ошо йылға эсендә ул тәү тапҡыр ҡосаҡлағайны. Шулай булды… Йылға эсендә! Үҙен тәү мәртәбә ҡосағына алған егетте лә Миңзәлә күңеленән бөтөнләй айыра алмағандыр.
Бөтәһе лә ап-асыҡ хәтерҙә. Бөгөнгөләй. Fәзиз балыҡ тоторға һыу буйына төшкәйне, йәйен һалдауларға ине иҫәбе. Бер заман бала-сағаның ҡысҡырышҡанын ишетте. Йән-фарман шул яҡҡа сапты. Яр буйында бер нисә сағаҡай сырылдай, ә төптәрәк, сөмбәйҙә ҡулдар күренеп-күренеп ҡалды. Унда нисек барып еткәнен хәтерләмәй Fәзиз, һөйрәп алып сыҡҡас ҡына кемде ҡотҡарғанын аңланы. Үҙенең күҙе төшөп йөрөгән Миңзәлә тигән ҡыҙ ине ул.
– Аяғым ҡорошто, – тине ҡыҙ.
Fәзиз, бөтә күңел йылылығын һалып, уның аяғын ышҡыны. Ҡыҙҙың күҙенә ҡарап ала ла, йәнә ышҡый. Ҡыҙ ҙа йылмая башланы. Бына шунда улар бер-береһенең хистәрен бик яҡшы аңланылар. Бүтәнсә айырылышманылар ҙа, тиергә була. Ҡыҙ Fәзиздән был тирәгә нисек килеп сығыуын һораны.
– Ҡарап ҡуйған йәйенем бар. Шуны һалдауларға тип, килә ята инем, – ул һалдауына үрелде. – Алғас, күрерһең.
Ҡыҙ уның беләгенә тотоп алды.
– Юҡ, – ул баш сайҡаны. – Теймә һин уға. Йәшәһен.
– Йәш-шәһен!?..
– Ул булмаһа, һин бында килмәгән булыр инең. Миңә ғүмер бүләк итте. Теймә, йәме.
Fәзиз һаһылдап көлөп ебәрҙе. Бик мәрәкә ине Миңзәләнең һүҙе. Кем әйтмешләй, ҡыҙҙар ҡыҙыҡ халыҡ!
– Ярар! Әйҙә үҙе үлгәнсе йәшәһен.
Миңзәләгә әсәһе мәрхүмәнең көмөш балдағын да ошонда бер осрашҡан саҡтарында бүләк иткәйне, һөйгәне балдаҡты гел тағып йөрөнө. Әрменән дә көтөп алды бит. Шулай ҙа хыянат итте. Ләкин тоғро йәйен ҡалды. Бергә ҡартайҙылар.
Fәзизде өс айҙан төрмәнән сығарҙылар. Ошо өс ай ваҡыт Миңзәләнең донъяға ҡарашын үҙгәртергә еттеме икән ни? Марсҡа кейәүгә йыйына, тигәнде ишеткәс, ышанмағайны. Дуҫ ҡыҙы Мәбрүрә аша сәләмен ебәрҙе. «Ундай алабарман кешенең башы барыбер төрмәлә серейәсәк. Рәхәт йәшәргә бирмәҫ, уға барһам, күҙемдән йәш кипмәҫ».
– Былай анһат ҡына хәл итмәҫ. Ышанмайым. Үҙен күреп һөйләшәм! Ҡасмаһын!
– Бына хаты. Таныйһың бит яҙыуын.
– Мине әрменән көтөп алды, ә хәҙер шулай ҡыланамы? Юҡ.
– Ул әрмелә саҡта уҡ берәйһенә сығып ҡалынмаған. Алыусыһы булманы бит, тине. Һине бандит, тиҙәр, хәҙер. Уның һине күргеһе килмәй!
Киләһе йомала Марс менән Миңзәләнең туйы булды. Бик ҙурлап үткәрҙеләр, ҡайҙан ғына ҡунаҡтар килмәне. Ул туй тураһында оҙаҡ һөйләнеләр инде…
Эйе, ошо Марс уның өҫтөнән яҙған шикәйәтен кире алмаған булһа, Fәзиздең бер нисә йыл ғүмере төрмәлә үтә ине. Мәктәп алдындағы һуғыштан һуң, Миңзәлә өсөн Ғәзиз – юлбаҫарға, ә Марс изге затҡа әйләнде лә ҡуйҙы. Бына шулай тамамланды йәшлек мөхәббәте. Йәшлек мажараһы. Йәшлек фажиғәһе.
Бер уйлап ҡараһаң, ысынлап та, ул Миңзәләгә бай, имен тормош вәғәҙә итә алмай ине. Марс – колхоз рәйесе, партком секретары ла булды. Райкомда эшләне. Гел түрә итеп ҡуйҙылар. Тыныс, хөр ғаилә ҡороп, әҙәмсә йәшәгеһе килә икән, Fәзиз уға ҡамасау итмәйәсәк. Үҙен Марс менән сағыштырыу урынһыҙ – теге бит батша һарайында көн итә. Ошо оло-ҡара донъяһын Миңзәлә ҡараны. Мал-тыуары күп булды уларҙың. Ә Fәзиз көтөү көттө, трактор йөрөттө – бәләкәй ауылда ниндәй эш бар, береһенән дә баш тартманы.
Тегеләрҙең туйына ике аҙнанан һуң, Fәзиз үҙе лә кәләш алды. Яраттымы ул Сәғирәһен? Әйтеүе ҡыйын. Башта гел ҡырға, тәбиғәткә тартылыуына, көнләп кенә түгел, хатта аҙналап юҡҡа сығыуына кәләше ҡаршы тороп маташты. Fәзиз оло йоҙроғон өҫтәлгә һалып, шулай тип әйтте: «Мин кесе йортомдо һалғанмын, уға һин хужа. Ә өлкәненә – минекенә – ҡағылма, мин уға тоғро. Уға тоғро булмаһам, мин берәүгә лә тоғро буласағым юҡ!» Аңланы Сәғирәһе. Юҡ-юҡта мөңкөлдәп алһа ла, артыҡ төпсөшөп, мыжып үҙәккә үткән саҡтары булманы. Бер-береһенә әллә ни талаптар ҡуйманылар. Шулай булғас, ниндәй дәғүәләшеү инде? Ашарға әҙер, урыны һалыулы. Миңзәләне ул онота алманы. Уның шикелле берәүҙе лә яратманы. Ләкин был турала йәйендән бүтән берәү ҙә белмәне. Йәйен уның серҙәрен белә. Юҡ, Fәзиз уға үҙ хәлен һөйләмәй, бының өсөн хыялый булырға кәрәк. Йәйенгә ҡарап уйланып ҡына ултыра. Уйҙарынан тартынмай. Бына шулай йәшәй улар ярты быуат. Икеһе лә бергә ҡартайҙы. Икеһенең дә был ергә – был ауылға, был һыуға – кәрәге бөтә бара. Шулай ҙа береһе ауылы, икенсеһе йылғаһы тураһында яҡты өмөт ҡороп көн итә. Улар бер-береһен аңлай. Әле йылға бар. Ә ауыл ғүмере ни саҡлы? Хәҙер яңы һүҙ уйлап сығарҙылар. Оптимизация, имеш. Ныҡ аҡса экономлайҙар. Ныҡ! Инде Рәсәй самаһыҙ байыр. Элек хәлфәләр бала-саға әҙ, йәки күп тимәгән, намыҫ ҡушыуы буйынса өйҙәрендә лә уҡытҡан. Хөкүмәтте намыҫландырып ҡара, юҡ, экономия төшөнсәһе ҡәҙерле уға. Оптимизация, глобализация… Ялмауыҙҙар! Халыҡты, ауылды, тәбиғәтте бөтөрөү буйынса ниндәй һүҙҙәр тапмайҙар. Ярай, береһе лә башҡорт һүҙе түгел. Ялмауыҙ ҡот осҡос зат булған. Теге һүҙҙәр унан да ҡурҡынысыраҡ… Тотош донъяны ялмай.
Ҡоймосон ауырттырған «Йәлпәшкән» ҡай тирәлә йөрөп ята икән? Башы әйләнеп, бөтөнләй кире яҡҡа сығып китмәһен тағы.
– Эңер һарҡыуында, – тине бабай.
Нишләптер әйткәне «ғүмер һарҡыуында» һымаҡ яңғыраны. Миңзәлә бала саҡ, йәшлек эҙҙәре ҡалған ергә килеп, хушлашҡан… Ошо тирәлә баҫып тороуына шик юҡ. Иҫенә төшкәндер сихри минуттар, бер-береһен һағынып күрешкән саҡтар. Шуларҙы уйлап, моңайғандыр ҙа. Ни саҡлы тырышмаһын, онотмаған. Онотмаған! Миңзәлә ошонда килгән!
– Ҡартатай, һин ниндәй көйҙө көйләйһең!
– Көйләйемме ни! Ә-ә-ә… Эйе. Был йәш саҡта йырлаған йыр. Һүҙе онотолған икән.
– Онотолған?
– Ә көйө онотолмаған. Онотолмаған!
Алданы Марс ҡарт ауылдашын. Әгәр ҙә ошо йәлпәк таштың ике кеше өсөн берҙәй ҡәҙерле урын икәнен белгән булһа, әбейен ҡайҙа апарыу, ти инде?! Яҡын да юлатмаҫ ине! Тимәк, Миңзәләһе ошо ҡоторған бүренән, ошо башбаштаҡтан, ошо күткәренән күңелен бөтөнләй алып ташламаған… Ошо урынға килде әбекәйе... Ҡумырыҡтағы хәрәм балыҡты икәүләп һыйланылармы икән йәш саҡтарында! Йәйенде тереләй йоторға әҙер ине Марс ҡарт. Ҡәһәр генә һуҡҡыры! Уның ике яҡ сикәһе ҡыҙҙы. Был ҡыҙыулыҡ күкрәккә төштө, эсте, йөрәкте һыҙлатты. Тыны ҡурылды. Һалҡын һыу буйында, саф һауала быуылып торсо әле. Ә бит Fәзизде төрмәнән ул сығарҙы. Миңзәлә хаҡына сығарҙы.
Алып барҙы шул әбейен Бөрмәсә кисеүенә. Миңзәләһе кәйефе күтәрелеп, көләсләнеп ҡайтты. Битенең осо алһыуланып киткәйне. Һауығып китерҙәй тойолғайны. Йәшлек мөхәббәте менән осрашҡан урынға барып, хушлашҡан ғына икән, баҡтиһәң. Марс шикләнмәй, ул Fәзиздең күҙендә өмөт сатҡыһы күрҙе. Һүнер өмөтөң. Миңзәләнең һине яратып йәшәгәнен бер ҡасан да белмәнең. Белмәйәсәкһең дә.
– Fәзиз өҫтөнән яҙған нәмәңде кире ал, ҡотҡар! – тине Миңзәлә.
Оҙаҡ бер-береһенә текләшеп торҙолар. Бына Марс телгә килде.
– Яратыуың ысынмы?
Ҡыҙ ҡарашын алмаған килеш баш ҡаҡты.
– Шулай икән, иҫбатлай алаһың.
– Тик яҙыуыңды кире ал, зинһар!
– Миңә барһаң, алам.
Ҡыҙ артҡараҡ сигенгәндәй итте. Үҙе һаман мөлдөрәп ҡарай. Юҡ, Марс сысҡандың үҙен йоторға әҙерләнгән йыланға нисек төбәлгәнен белмәй, ләкин ошо күренеш, нишләптер, күҙ алдына килде. Ҡарашы менән ҡыҙҙы быраулап, тағы ла турайыбыраҡ баҫты.
– Барам, – тине шул саҡ ҡыҙ.
Дөрөҫөн әйткәндә, Марс бындай яуап көтмәгәйне. Хатта юғалыбыраҡ та ҡалды. Ләкин тиҙ иҫенә килде.
– Тик был һөйләшеү тураһында ул белһә, йәнеңде ҡыям.
– Был турала икәү генә белер, – тине Миңзәлә.
Егет һағайҙы.
– Кем?
– Һин, унан мин.
Һүҙендә торҙо. Берәү ҙә ҡыҙҙың ниңә Марсҡа кейәүгә сығырға ашыҡҡанын аңламаны. Төрлө һүҙҙәр йөрөнө. Дөрөҫлөктө тик икәү генә белде. Һүҙендә торҙо кәләше. Fәзиз дә уны үҙ теләге менән Марсҡа сыҡты, тип уйланы. Әллә ҡалайтып ышандырғандыр ул хөрәсәнде... Был турала Миңзәләнән һорашҡаны булманы Марстың. Ә Fәзиз мөхәббәттең уның азатлығы хаҡына ҡорбан ителгәнен белмәне лә, һиҙмәне лә. Алйот ине шул. Йоҙроғоң тос булыу менәнме ни? Аҡыл бит йоҙроҡ аша бирелмәй. Һөйгән йәренең Марсты һайлағанын ишеткәс, «йәнен алам хыянатсының», тип әйткән, тинеләр. Юҡ, уны ла, Миңзәләне лә килеп борсоп йөрөмәне. Шул булды шәп яғы.
Йәнен алманы. Ә бит хыянаты өсөн бик ҡаты үс алғы килгәйне. Марсҡа сығырға ризалыҡ биргәнен ишеткәс, әллә нимә ҡылырҙай булғайны, хатта быуып үлтерергә әҙер ине. Йылға буйына төшөп, өс көн, өс төн ашамай-эсмәй ятҡандан һуң, икенсе ҡарар менән әйләнеп ҡайтты. Һөйгәне үҙен арзанға һатты. Шулай булғас, ни өсөн ул ҡыйбат хаҡ түләргә тейеш? Береһе менән дә булышманы. Аҙна-ун көн үттеме-юҡмы, Сәғирәгә өйләнде. Ана шул мәлдән алып, йәйенен ашатырға ғәҙәтләнде. Ошо урында йыуаныс тапты.
***
Fәзиз ҡарт үҙ күҙенә үҙе ышанманы, нишләп әле был «Джип» уның янына килеп туҡтаны? Тегенең тәҙрәһенән Йәлпәшкән Марстың башы күренгәс, аптырауының сиге булманы.
– Ауылдаш, ни хәлдә? Минең малайҙың машинаһы был! Ҡалғандары йылға буйында балыҡ тота. Эйе, минең малайҙар! Уха бешерергә йөрөйҙәр. Һине, шәп балыҡсыны ла күргеләре килә. Уларҙың табышына ни әйтерһең?
Fәзиз ҡарт, менеп ултырғас, киң яурынлы йөрөтмәнгә күҙ һалды.
– Ҡайһы улың?
Марс ҡарт ғорур ҡарап алды.
– Себерҙәге малай. Рәшит.
«Себер малайы» машинаһын оҫта ғына итеп яр буйлатып алып китте.
Килеп төшкәс үк Fәзиз тегеләрҙең табышына күҙ һалды. Эйе, балыҡ тотҡандар ғына былар! Ярыш ойошторғандар, тиерһең. Уйын һиҙгәндәй, Марстың көр тауышы һауаны телде.
– Артығы кәрәкмәй, тиһең дә ул. Артығын кем үлсәгән, Fәзиз? Һәр кемдең үҙ өлөшө, шулай бит! Беҙҙең өлөш мул, ҡалъябыҙ арыу, донъябыҙ ҙур.
«Эйе, донъяң ҙур, – тип уйланы Fәзиз ҡарт. – Ошо эргәмдә торған «донъя»ны бағам тип, арманһыҙ булды Миңзәлә. Тик һине ҡарап бөтөрөндө. Һинең нәфсең арҡаһында иртәрәк китте…»
Өндәшмәне. Ваҡыт уны өндәшмәҫкә, телде тыйырға ла өйрәткәйне.
– Ә хәҙер – сүрприз! Минең малайҙар Бөрмәсәнең иң өлкән «януарын» эләктерҙе бит, әй! Күпме йәшәп, ундайҙы төшөңдә лә күргәнең юҡтыр әле! Перәме аждаһа! – тине ауылдашы, хәйләкәр йылмайып.
Марстың улдары япманы асты. Шул саҡ Fәзиздең йөрәген нимәлер телеп үткәндәй булды. Был йәйенде ул әллә ҡайҙан, әллә ниндәй һыу төбөнән, әллә ниндәй ҡумырыҡ эсенән, әллә ниндәй тамырҙар араһынан таный!
Марс ҡарт унан тантаналы ҡарашын алманы. Был мәлдә ул ысынлап тороп ләззәт кисерә итә ине. Нисек ҡыуанмаҫҡа, нисек маһаймаҫҡа, нисек ғорурланмаҫҡа – ул бит улдарына ҡайҙан ниндәй йәйенде тоторға ярҙам итешеүсе. Йәғни кемдең йәйенен тоторға икәнен күрһәтеүсе! Бына хәҙер бергәләп ауыҙ итерҙәр! Башта эсен ярырҙар, таҙартырҙар, бешерерҙәр. Ә Fәзиз ҡарт бөтәһен дә күҙәтеп ултырыр…
Ә Fәзиз Марсты элекке һымаҡ тотоп бәргесләй алмай, хатта янап һүҙ ҙә әйтә алмай. Әзмәүерҙәй улдары эргәһендә. Fәзиз ҡарт ҡапыл бәләкәсәйеп ҡалғандай булды, башы аҫҡа эйелде. Бер аҙҙан ул ҡалҡынып ултырҙы. «Ярар, йәйенде тоттоң, ти. Ләкин һинең тамағыңа тороуы ла бар бит әле ул нәмәҫтәкәйҙең. Бешерегеҙ-бешерегеҙ, унан мин һиңә нисек һоғондорорға белермен…»
– Ҡарағыҙ әле! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Рәшит улы. – Бына йәйендең эсенән нимә килеп сыҡты? Балдаҡ!
Ике ҡарт та бергә ҡалҡынды. Ике ҡарт та берҙәй булып Рәшиттең усына төбәлде. Ике ҡарттың да уң ҡулы балдаҡҡа үрелде. Тик береһенең көслө, ҡәтғи тауышы икенсеһен хәрәкәтһеҙ итте.
– Был минең балдаҡ!
Икенсе ҡарт, өшөгән кеше һымаҡ, муйынын эскә тартты. Һуҙылған ҡулы һәленеп төшөтө. Тауыш биреүсе ҡарт балдаҡты һаҡ ҡына тотто, усына һалды. Һағыш, ҡыуаныс, наҙ менән өҫтәне:
– Әсәйемдеке… – Йылмайғандай итте, шунан Рәшиткә кире һуҙҙы. – Мин юғалтҡан балдаҡ. Эс яғын ҡара, улым. «Әсмә» тип сүкелгән, яҙыуы күренәме?
Рәшит баш ҡаҡты. Fәзиз ҡарт хәҙер Марсҡа боролдо.
– Рәхмәт һиңә, ауылдаш! Был балдаҡты ғүмер буйы эҙләй инем. Инде тапмам, мәңгегә юғалттым, тиһәм, юҡ икән! Мин диуанаға бөгөн ниндәй ҙур шатлыҡ бүләк иттең.
Марс күҙҙәрен ҙур асҡан килеш тора бирҙе, ә йөҙө ап-аҡ ине.
– Уландар, – тине Fәзиз ҡарт, – Хәҙер был йәйенде ҡалай бешереп ашаһағыҙ ҙа ашағыҙ. Эйе… Ашығыҙ тәмле булһын!
Марс нимәлер әйтергә тырышты, теле әйләнмәне. Балдаҡты тартып алырға итте, аяғы ҡыбырламаны.
…Fәзиз менән Миңзәләне ул Бөрмәсә йылғаһы буйында тап иткәйне. Егеттең ҡулында – ҡалдау. Бына ул ҡалдауҙы ҡыҙға тоттора. Үҙенсә тырышып нимәлер аңлата. Миңзәлә тартынып, аҫтан һөҙөп кенә егеткә ҡарап ала, йылмая, баш ҡаға. Ошо оялсан, наҙлы ҡараш, гүйә, Марстың йөрәгенә үтеп инә. Балыҡ ҡармаҡлаусылар уға иғтибар ҙа итмәне. Юҡ, теге икәү берәүҙе лә күрмәй. Улар икәү генә ине был донъяла. Быға тиклем Марстың Миңзәләгә илтифат биргәне юҡ ине. Тап шул мәлдә ул Миңзәләгә ғашиҡ булды. Оло мөхәббәт барлығын аңланы. Ошо мөхәббәтте тартып алғыһы, ҡыҙҙың тик уға ғына төбәлеүен, уға ғына ҡарап йылмайып, уға ғына баш ҡағыуын теләне. Был донъяла Марс былай ҙа күп нәмәне тартып алды, күп нәмәне үҙенеке итте. Мөхәббәтте тартып алып булмай икән. Кешене буйһондороп та, ҡурҡытып та була. Мәжбүр итеп тә. Ләкин мөхәббәтте буйһондороп булмай икән.
Fәзиздең күҙҙәре ҡалай янып китте. Яратҡан. Һаман яратҡан. Һаман бер-береһен яратҡандар.
Ошо көмөш балдаҡты әбейе ғүмер буйы таҡты. Һалмай таҡты. Ә яҙыуы барлығын Марс белмәй ине. Тимәк, теге ваҡыт Миңзәлә уны йәйенгә тапшырған. Шуның өсөн генә килгән. Бик кәйефләнеп, имшеп ҡайтты шул. Һауығыр, йәшәр кеүек ине. Ниңә ошо йәйенде тоторға тип, балаларын ҡотортто һуң үҙе?!
– Атай, һиңә нимә булды?
Ҡарт ултыра төштө, торорға итте, хәле етмәне.
Fәзиз ҡарт йәйен төйәк иткән ергә бармай түҙмәне. Элекке урынды танымайынса бер талай иҫ-аҡылы китеп торҙо. «Йә инде, ниңә былай йыртҡыстарса ҡыланырға? Эргә-тирәләге таштарына тиклем ҡуптарып алып ташлағандар. Быныһы бөтөнләй артыҡ ине».
Кем үҙ өйөн болартыуҙарына риза булһын, ти инде? Ташы таш, барыбер туҙышып ятмаһындар. Бабай яр буйын рәтләне. «Ни ҡәҙәр эре ҡыланһаҡ та, һәммәбеҙ ҙә ошо тәбиғәткә ҡайтабыҙ. Йоҡларға. Әле бәләкәсендә ҡунып ҡына йөрөйбөҙ. Эйе, ҡунаҡбыҙ. Олоһона мәңгегә ҡайтасаҡбыҙ. Өлкәненә нығыраҡ иғтибар кәрәк. Ә монафиҡтар бәләкәсен мәңгелек йәшәү урыны тип уйлай».
Эшен бөтөргәс, ултырып хәл алды. Әллә ойоно, әллә ысынында шулай булды – бер аҡ һын эргәһенә килде. Ел булып битенә ҡығылып үтте.
«Бөтә яратышҡандар ҙа ҡауыша алмай. Һөйгәнеңде һаҡлау ҡауышыу теләгенән юғарыраҡ. Һин дә, мин дә фани. Был донъя фани. Ә мөхәббәт ҙур. Ул юҡҡа сыҡмай. Ваҡыт уны ҡартайтмай. Мин бит һине мәңгелек донъяла ҡаршы алып торасаҡмын. Әҙерләнеп көтөп торор өсөн киттем унда. Мин бит беләм, һин минең ҡаршы алыуымды ғына теләйһең. Ҡапҡаһын асып торормон. Был һинең мәңгелек изге, яҡты хыялың. Нишләп хыялдар бойомға ашмаһын? Хыялдар бойомға аша, Fәзиз. Мөхәббәттең көсө лә шунда». Ҡарт тирә-йүнгә күҙ йүгертте. «Һе, – тип уйланы. – Ҡайҙан был тиклем матур һүҙҙәр? Миңзәлә улай әйтә алмай. Мәрхүмә нисек әйтһен, ти инде?» Төш күрҙеме әллә? Юҡ, күҙгә йоҡо эленмәне. Берәй кино-фәләндә геройҙар шулай һөйләшкәндер ҙә, шул иҫкә төшкәндер. Юҡ, Fәзиз кино ҡарарға яратмай. Бәлки китапта уҡығандыр? Матур һүҙҙәр хәтерҙә уйылып ҡала бит ул. Ҡалай булһа ла, шифалы һүҙҙәр былар. «Бәлки үҙемде йыуата торған һүҙҙе үҙем уйлап сығарғанмындыр? Шулай йәшәүе лә еңелерәк тә баһа… Юҡ, нишләп минеке булһын ти инде? Минме һуң шундай һүҙҙе әйткән кеше?..»
Кәрим улы ҡайтып киткәс, ҡарт бөтөнләй күңелһеҙләнде. Ейәне хәҙер көҙгө каникулға ғына киләсәк. Уға тиклем кем менән шулай бирелеп, иркенләп һөйләшеп булыр икән? Ауыҙ асып уны тыңлаусы Кәриме кәрәк. Юҡһыныуын баҫыр өсөн, йылға буйын ҡыҙырырға сығып китте. Әллә ниндәй серле һиллек биләп алды тирә-йүнде. Ҡандай таҙа, саф уның Бөрмәсәһе! Эйе, ана, Fәзизде генә көткәндәй, бәрҙеләр емелдеге сыға. Ҡарт ҡыуанды. Бар әле бәрҙе, бар. Быйыл хатта күбәйгән дә һымаҡ. Ул яңғыҙ түгел өлкән йортта!
Йылғалар ҡорорға тейеш түгел, улар диңгеҙҙе үҙ ағышында, үҙ тәбиғилегендә тулыландырһын. Ә диңгеҙ уларҙың баһаһын белһен, ҡәҙерләһен. Йылғалар ҡоромаһа, тормош та булыр. Ауылдар ҙа бөтмәҫ. Мәктәпте ябабыҙ, уныһын-быныһын күсереп алып китәбеҙ, имеш. Көсләп күсерәләр, көсләп бәхетле итәләр… Хәлдәренән килһә, халыҡтың йәнен дә теләгән ваҡытта алып, теләгән ваҡытта биреп, ә теләмәгән ваҡыттарында бөтөнләй бикләп кенә ҡуйырҙар ине. Аллаһының бөйөк ҡөҙрәте – быныһын булдыра алмайҙар. Ә халыҡ бит күптән тыуған. Халыҡ мең йәште үткән. Яңыраҡ тыуғандар унан үҙҙәрен ғилемлерәк тип уйлаймы? Вазифа мәңгелек түгел, иң оҙаҡ тигәндә лә, бер нисә тиҫтә йыл ғына. Ләкин шул арала күпме зыян яһап өлгөргәндәр ҙә бар. Бөтмәҫ әле ауыл, бөтмәҫ. Ҡайҙа йәшәргә яҡшыраҡ икәнен өйрәтеүселәр килә тора, китә тора, ә халыҡ ҡала…
Ҡасандыр йәйен дуҫы йәшәгән ҡумырыҡҡа ҡарап, ҡарт шулай уйланды. Ҡапыл тертләне.
Ике антеннаһын ҡуйып, уның уйҙарын йәш йәйен тыңлай ине.
– Һаумы, Йәйен!
Ҡарт башындағы түбәтәйе менән битен һөртөп алды. Кипкән, кипшегән иренен, ҡара янған бураҙналы маңлайын, төк баҫҡан сикәһен һыпырҙы. Был мәлдә уның күҙ тирәһендәге бөтөн сырыштары ла көлә ине.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.