– Сөмбөл! – Һыртын ҡабартып әллә ҡайҙа ашығып сапҡан йәнлекте хәтерләткән ҡауланлы далаға ҡарап ҡатып ҡалған ҡатын башта һиҫкәнде, шунан артына әйләнде:
– Аһ! Һеҙ?!.
– Кем уйлаған, кем уйлаған... – Олпат кәүҙәле, әллә ҡайҙан күҙгә ташланып торған матур йөҙлө Сәмиғуллиндың яҡынлашыуы Сөмбөлдә үҙенә хас булмаған баҙнатһыҙлыҡ тойғоһон уятты. «Ошондай мәлдә... ҡырҙа осрамаһа!..» – Ҡатындың башынан ошоға оҡшаш уйҙар йүгереп үткеләгәнсе, Сәмиғуллин, атынан һикереп төшөп, Сөмбөлдөң яурынына ҡулын һалып та өлгөрҙө:
– Ҡайҙа юл тотош?
– Һы... – Сөмбөл ҡуйы ҡара керпектәр менән ҡаймаланған асыҡ һоро күҙҙәрен ҡыҫа төшөп көлөмһөрәне, – әкиәттәге егет кеүек торам әле: юлдың ҡайһыныһы...
– Беҙгә боролғаны! – Сәмиғуллин ап-аҡ, тип-тигеҙ тештәрен күрһәтеп, йәнде иретерҙәй итеп йылмайҙы. – Нимә, әллә Күстәнде урап үтер инеңме?
– Планда... – Сөмбөл йәнә ҡаушаны, үҙенең ҡаушауынан үҙе тағы нығыраҡ оялды.
– Планды ни... үҙебеҙ төҙөйбөҙ бит! – Сәмиғуллин арбаға ымланы, – йөгөң юҡ...
– Әлмөхәмәткә сыҡҡайным да, ауыл бәләкәй, әллә ни ыратып булманы.
– Уның ҡарауы, беҙҙең ауылдан ике планлыҡ әйбер тейәп китерһең!
– Әллә...
– Ойошторорбоҙ! – Сәмиғуллин йәнә Сөмбөлдөң яурынынан ҡосаҡланы. – Әллә... ҡарайып та киткән булған инде...
– Ҡараймаҫһың! – Сөмбөл, иҫен йыйып, уҙ булмышына ҡайта башланы. – Ха-ха-ха! Ҡаралыр-ҡоралыр, кеше араһында торалыр!
– Ҡуҙғалдыҡмы? – Ауыл Советы рәйесе өҙәңгеһенә баҫты ла атына атланды.
– Әйҙә! – Сөмбөл дә еңел генә итеп арбаһына һикереп менде, ләкин ултырып торманы, аяғөҫтө торған көйө ҡола бейәһенең ҡабырғаһын нәҙек кенә тал сыбығы менән шыйырҙы. – На-а! Где наша не пропадала! Бегом марш, ҡола бейә!
* * *
– Алама йыйыусы килгән! Алама йыйыусы! Сепрәк-сапраҡ, һөйәк-һаяҡ – бөтәһен дә ала! – Ауыл буйлап һөрән һалып сапҡан малайҙар тауышына әле был, әле теге ҡапҡанан баштар күренә башланы.
– Нимәләре бар икән? – Әммә малайҙарҙа туҡтап хәбәр һөйләү ҡайғыһы юҡ. Улар өсөн иң шәбе шул: бәке, һыбыҙғы бар. Ҡом әтәс! Буяу еҫе аңҡып торған шул әтәстәр ғәләмәт шәп ҡысҡыра. Үҙҙәре төрлө-төрлө: ҡыҙыл, йәшел, күк, һары...
Күп тә үтмәй, урамда шарҙар ҙа күренә башланы. Шарҙың да ниндәйе – тыны сыҡҡанда сыйылдап күккә осҡаны!
Алама тапшырыусылар араһында арбаға яҡын бара алмай, үрелеп:
– Йөн буяуың юҡмы?
– Баш тарағы бар, тиҙәр ине...
– Кәзә тарағы әпкилмәй, – кеүек һүҙҙәр ишетелде. Сөмбөл уларҙың һәр береһенә ҡысҡырып, көлә-шаяра яуап бирә:
– Йөн буяуы? Ни ереңде буярға? Ҡараһы бар, йәшеле. Һары матур – һайлаһаң, һарыһы кәрәкмәйме?
– Атың тибешмәйме?
– Ҡурҡһаң, яҡын барма!
– Тешләшә торған ғәҙәте юҡмы?
– Ниңә, әллә берәй һәлберәп торған артыҡ ерең бармы? Өҙөп алыр, тип ҡурҡаңмы?
– Бының сама алама, һөйәк тейәп юл йөрөргә нисек ҡурҡмайһың?
– Иһи-и! Быларға эйәреп күпме ен китә ауылығыҙҙан! Ендәр һаҡлай мине.
– Енле бисәһең икән әләйһәң!
– Енгә ен эйәләшмәй!
Ул арала кейеме генә түгел, бите лә ҡаҡашып бөткән ете-һигеҙ йәшлек малай кеше араһынан ҡыҫылып үтеп, үҙе кеүек үк батҡаҡҡа буялып бөткән усын асты:
– Шар бир!
– Аҡсаң... ошо ғынамы ни?
– Ошо.
– Бер тингә шар килмәй бит!
– Килә.
– Ҡана, ҡас әле, ҡамасаулама!
– Һин үҙең ҡамасаулама!
– Кит, тиҙәр һиңә!
– Үҙең кит.
Сөмбөлдөң асыуы килде, үҙе бер ҡарыш, ә теле!.. Әммә малай бының менән генә ҡуйманы, арбаны уратып алғандарҙың ҡолағын ярырҙай итеп:
– Алама йыйғыс, алама йыйғыс, бисура баш, этйығыш! – тип һамаҡлай башланы. Уға тағы бер-ике бала ҡушылды. Сөмбөл уларҙың тауышын ишетмәгәнгә һалыша, бына ул йыйылған халыҡты көлдөрә-көлдөрә үҙе һамаҡлай:
– Ки-ки-ри-күк!..
Әтәс беҙҙә бик кү-уп!
Шары өс тин аҡса.
Алтын тараҡ – башҡа,
Алып булмай бушҡа!
Ки-ки-ри-күк, ки-ки-ри-күк!
Әтәс беҙҙә бик кү-үп!..
* * *
Буяуы ла, тарағы ла, уйынсыҡтары ла булғас, алама, сепрәк-сапраҡ йыйыу тотош ауылды солғап алды. Инде бер кемдең дә бер ерендә лә иҫке-моҫҡо йәшенеп тә ятып ҡала алмағандыр. Хатта сепрәк балаҫ өсөн әҙерләнгән йомғаҡтар ҙа төшкөләне Сөмбөл тоғона. Ҡарҙан яңы-юры ғына әрселгән ер һөйәк йыйыусы бала-саға ябырылыуынан сыбарланды. Ҡыҙыл, йәшел һаплы бәкеләре лә, буяу ҡәләмдәре, ҡом әтәстәр, шарҙар үҙенекен эшләмәй ҡалманы: ҡыш буйы һуғым ашы ашауҙан йыйылған бәкәлсәйҙәрҙән алып, килеп сығышы һәм ваҡыты Нух замандарына тоташҡан, һарғайып-ҡарайып ятҡан һөйәктәр ҙә – барыһы ла ятҡан урындарынан ҡуҙғатылды.
– Эш барамы? – Ҡолаҡ төбөндә генә Сәмиғуллиндың тауышын ишетеүҙән Сөмбөлдөң ғәҙәттәге аралашыу ысулы – шаталаҡ хәбәрсәнлеге шундуҡ юҡҡа сыҡты.
– Бара... – Эске бер ҡалтыраныу менән яуап биргәнен, бәлки, был юлы ла Сөмбөл үҙе генә тойғандыр. Сәмиғуллин да торған ерендә тапана бирер ҙә ары китер. Китһен. Шулай яҡшыраҡ булыр. Район үҙәгендә осрашҡан саҡтарында ул гел шулай итә: инә ҡаҙ эргәһендә бөтөрөнгән ата ҡаҙ шикелле тапана. Шуға ғына аптырай Сөмбөл: Сәмиғуллин янында ул башҡа бер ир-ат янында ҡаушамағанса баҙай... Китһен инде, тиҙерәк китһен! Сөмбөлгә үҙенең сая сауҙагәрлек рухынан һис кенә лә тайшанырға ярамай. Халыҡтың арба эргәһенән китешмәүенең сәбәбе – Сөмбөл үҙе. Сөмбөлдөң саялығы, шаянлығы, хәбәрсәнлеге һәм хатта... сибәрлеге ебәрмәй уларҙы!
Әммә «сәүит власы» китергә ашыҡманы, сикәһе менән Сөмбөлдөң сикәһенә тейгәнсе эйелеп шыбырланы:
– Кисә... ауылға шылтыратырға кәрәк, ти инең бит, – ул, ниҙәндер ҡурҡҡандай, ҡапыл турайҙы.
– Эйе... әйткәйнем шул... Тә-әк, ҡустым, бәкегә етеңкерәмәй бит әле аҡсаң, – Сөмбөл алама үлсәтеп эргәһендә торған малай менән һөйләшә, үҙе күҙенең ҡыры менән Сәмиғуллин ды күҙәтә.
– Һөйәк әпкиләйемме?
– Йыйып өлгөрһәң... Бәкеләр бит бөтөп бара!
Сәмиғуллин Сөмбөлдө уратып алған еүеш танауҙарҙың тиҙ генә бөтмәҫен аңланы шикелле, ул йәнә эйелеп эҫе тынын бөрктө:
– Киттек... кәнсәгә!
– Быларҙы ҡалайтырға?! – Сөмбөл аптырап тирә-яғына күҙ йөрөттө, – «партизандар» килеү өҫтөндә!
– Минең ҡатын... Гәүһәр апайың ҡабул итеп торор. – Шунда ғына Сөмбөл ат артындараҡ битараф йөҙлө, оҙон ҡаҡса буйлы Гәүһәрҙең торғанын күрҙе лә уға ҡарап, ғәйепле кеше кеүек уңайһыҙланып йылмайҙы:
– Мин... оҙаҡламам, хаҡтары яҙылған. Малай ауырыбыраҡ ҡалғайны. Шуға... Мин хәҙер!
* * *
Арба менән кәнсә араһы үтә яҡын кеүек тойолдо Сөмбөлгә. «Бармайым, шылтыратмайым!» – тиер ине, үҙе өсөн өлтөрәп торған Сәмиғуллин алдында уңайһыҙ. Ана, кисә лә бит атты үҙенә туғарттырҙы. Аҙаҡ бейәне ат һарайына илтеп ҡуйҙы, ат ҡараусынан күҙ алдында һоло бирҙертте, ваҡытында эсереп, яҡшы ҡарарға бойорҙо. Бисәһенән мунса тоҡандырттырҙы, аш һалдыртты. Мунсанан һуң табынға ярты ултыртты һәм ҡыҫтай-ҡыҫтай Сөмбөлдө һыйланы. Ә башҡа ауылға алама йыйырға барһаң, ен-осоҡ эйәртеп йөрөйһөң тип, кеше фатирға ла индереп бармай. Бында ни Сөмбөл, әйтерһең дә, алама йыйыусы түгел, торғаны хан ҡыҙы!
Мунсанан һуң арыуы яҙылып, йөҙ грамм менән кәйефе күтәрелеп алған Сөмбөл урындыҡ түрендә ашъяулыҡ артында ултырған еренән ипләп кенә Сәмиғуллиндың ҡатынын күҙәтте. «Былай матур ғына, – тигән ҡарарға килде шунан. – Тик бик һүрән. Күҙҙәрендә ниндәйҙер бушлыҡ, битарафлыҡ. Хәрәкәттәре лә үтә яй, һүлпән. Был тиклем сибәр иргә ҡатындың да яҡшы аттай уйнаҡлап торғаны кәрәк булғандыр ҙа бит. Ҡыҙыҡ, Сөмбөл Гәүһәр урынында булһа, йәшәй алыр инеме икән? Был ҡатын Сөмбөлдән йәшерәктер ҙә әле, моғайын, йәшерәктер»...
Йоҡларға ятҡас та, Сөмбөл иләҫ-миләҫ уйҙарынан арына алманы. Бына һиңә... көтмәгәндә-уйламағанда тигәндәй... Күстәнгә килеү уйында ла юҡ ине бит. Сәмиғуллин Сөмбөл яҙмышында был ауылдың ниндәй урын биләгәнен, әлбиттә, белмәй. Ул да, уның бойоҡ сырайлы ҡатыны ла.
Барыһын да Сәмиғуллиндың юлда осрауы хәл итте. Йыландан арбалған ҡуяндай, нисәмә йылдар буйына урап үтеп йөрөгән ауылға уйһыҙ-ниһеҙ килде лә инде. Ә Сәмиғуллин өсөн Сөмбөлдөң килеп сығыуы, бирәйем тигән ҡолона сығарып ҡуя юлына, тигән кеүек булды шикелле. Районда осраған һайын, ул Сөмбөлдө рентгенттан үткәргәндәй тикшереп ҡарап, урыны тура килһә, һәрмәштереп китә торғайны. Сәмиғуллин өсөн Сөмбөл кемдер, нимәлер – уныһы ҡараңғы, мәгәр Сөмбөл өсөн Сәмиғуллин – ҡаршыһында үҙе баҙап ҡала торған берҙән-бер ир.
– Тыныс йоҡо! – Сөмбөл маңлайында Сәмиғуллиндың ҡайнар тынын тойҙо. – Изге төш! – Унан һуң бышылдауға күскән тауыш: «Төшөңдә мине күр!» – тип шыбырланы. Эҫе бәрелеп торған йүгерек бармаҡтар Сөмбөлдөң күкрәге тирәһендәге юрғанды ҡымтыштырҙы. Был хәлдән ҡотолоу өсөнмө, уңайһыҙланыуҙанмы, Сөмбөл: «Тыныс йоҡо!» – тип өндәшә һалды. Тауышы ла һатырға ғына тора бит әле: ҡарлығыңҡырап, ҡалтырабыраҡ сыҡты. Ә ҡатыны шаршау артында ғына, уфтанғаны ла, көрһөнгәне лә ишетелә...
Ҡыҙыҡ, бына хәҙер улар ауыл урамы буйлап ҡушлап китеп баралар.
– Кисәге төн үтмәҫ кеүек ине! – Сәмиғуллин, эйелә биреп, Сөмбөлдөң күҙенә ҡарарға тырыша.
– Малай... ауырыҡһынып ҡалғайны, – Сөмбөлгә һүҙен әҙәм рәтле итеп әйтеп бөтөрөргә йәнә ҡалтыраныуы ҡамасауланы, – өләсәһе менән генә бит...
Кәнсә эсенә килеп ингәс, Сөмбөл үҙен кесерәйеп, тәпәшәйеп киткән кеүек тойҙо. Йәшел буҫтау ябылған өҫтәлдә – телефон. Стенала – юлбашсы һүрәте. Уның аҫтына аҡҡа ҡара менән: «Беҙҙең намыҫ партия намыҫы менән үлсәнә» тигән һүҙҙәр яҙылған.
– Ултыр... – Сәмиғуллин уны ипләп кенә мейес буйында торған эскәмйәгә этәрҙе. – Әтү оҙон булып үҫеп китерһең!
– Үҫһәм ни... Ха!.. – Көлөү ҙә, мәрәкәләүгә шаярыу менән яуап биреү ҙә килеп сыҡманы.
Сөмбөл баш-күҙ алырға ла, контора һауаһына ҡулайлашырға ла өлгөрмәне, Сәмиғуллиндың ҡулдары ҡоршауында ҡалды.
– Их! – Йылғыр, көслө ҡулдар уның биленән матҡыны, ирендәре ҡыҙған ҡыпһыуыр хөкөмөндә ҡалғандай булды.
– Аһ! – Ниҙер әйтергә итте Сөмбөл, ләкин әллә тауышы сыҡманы, әллә... – Юҡ! Ыһ!..
Ҡайҙа булды уның батырлығы, эрелеге, ирҙәргә баш бирмәҫ саялығы? Ниңә әле ул ошо әрһеҙ, ҡомһоҙ, һарауһыҙ кәүҙә аҫтында кесерәйгәндән-кесерәйә, көсһөҙләнгәндән-көсһөҙләнә, мөсһөҙләнә, кәрһеҙләнә...
– Уй! – Ирендәре бер мәлгә генә ысҡынған арала тағы ниҙер әйтергә уҡталды Сөмбөл. Бәлки, уның ауыҙынан: «Былай булыр тип уйламағайным, көтмәгәйнем», – тигән һүҙҙәр сығырға иткәндер...
– Ҡурҡма, ишек эленгән...
– Һе-еҙ...
– Бөттө, бөттө...
Эйе, бөттө. Сөмбөл үҙе менән ни булғанын аңлай ҙа, төшөнә лә алмай ятҡан арала, Сәмиғуллин, тороп, үҙен рәткә килтереп өлгөрҙө. Йәһәт кенә ишек келәһен асты ла өҫтәл артына барып ултырҙы. Ана, ул бер ни булмаған тауыш менән:
– Алло! Коммутатор! Коммутатор! – тип, Сөмбөлдөң йомошон үтәргә була, телефон менән бәйләнешкә инә. Сөмбөл иһә оялышынан иҙән ярығына инерҙәй булып эскәмйәнең ҡаҡ таҡтаһынан башын ҡалҡытты, үҙенә буйһонмаған ҡулдары менән кендегенән өҫкә үк күтәрелгән күлдәген һыпырып төшөргән булды...
– Теймәҫ менән тоташтыр әле, ҡараҡаш! – Сәмиғуллин телефонистка менән һөйләшкән арала Сөмбөлгә ҡарап күҙ ҡыҫты: йәнәһе, ашыҡма, ағайың барҙа борсолорға урын юҡ...
* * *
Төшкө сәйгә саҡырып Гәүһәр килһә лә, барманы Сөмбөл. Шулай яҡшыраҡ. Балалар ҙа туҡтауһыҙ ағыла, үҙенә лә юлға сығырға, ҡояш байығансы Ирәндекте артылып өлгөрөр кәрәк. Бөгөн ул бында ҡуна ҡалмаясаҡ.
Сөмбөл, атын яй ғына атлатып, урамдың икенсе осона, ауылдан сыҡҡан оло юл яғына, йүнәлде. Йыйған тиклеме лә еткән дә бит, ләкин йөктө ыҡтыра тейәп өйрәнгән ул. Кеше бер норма үтәй алмай – ул икене бирә. Юҡҡамы ни уның рәсеме биш йыл рәттән «Почет таҡтаһы»нан төшмәй. Бына ул арбала кәүҙәһен тура тотоп, аяғөҫтө килә, үҙе көлә, үҙе һамаҡлай:
– Би-ип... Тапатам!
Бәке һорап килгәндәрҙе
Тараҡ биреп оҙатам!
Үҙе көлә Сөмбөл, үҙе һамаҡлай, тик күҙҙәре генә ниңәлер йәшкәҙәй. Яҙғы елгәлер, моғайын, ҡояшы көлөп торһа ла, еле бит уның үткер була... Ә теге әрпеш малайға ни ҡалды инде? Аттың алдына төшөп алып саба, һамаҡлай-һамаҡлай Сөмбөлдән үсен ала:
– Алама йыйғыс, алама йыйғыс!
Бисура баш, этйығыш!
– Ҡана әле, тотоп алып!.. – Сөмбөл арбаһынан һикергән кеше булғайны, малайҙарға етә ҡалды, хәҙер инде кемуҙарҙан бергәләп абалай башланылар:
– Алама йыйғыс, алама йыйғыс!
Ҡашы ҡыйғас, арты ҡыйыш!
* * *
Сөмбөл арбаһына кире ултырҙы. Уны үтһә, тағы бер тыҡрыҡ – бер боролош, шунан һуң ауыл артта тороп ҡаласаҡ. Тик бынау... ҡайынлы йорт... тәҙрә ҡапҡастары ла һап-һары... Бәй, ул ауылдың осондараҡ инесе... Эйе, эйе, оста ине... Хәйер, ғаиләләр ишәйә, йорт һалалар...
– Буяуың... бөтмәнеме әле?
Тутыҡҡан ишек күгәнеләй көсәнеп шығырлаған тауышҡа һиҫкәнеп, Сөмбөл артына әйләнде:
– Бар әле, әҙерәк ҡал... – Ике ҡулы менән дә таяҡҡа таянып, үҙенә тексәйеп торған ҡарсыҡты күргәс, Сөмбөл телдән яҙҙы. Йә Хоҙай! Шул! Үҙе! Ҡоро һөйәккә ҡалған тарамыш бармағындағы йөҙөккә тиклем: «Был мин! Үҙем!» – тип алҡынып тора.
Сөмбөл, үҙе лә һиҙмәҫтән, арбаһынан төштө, ҡабалана-ҡарһалана сумаҙанын асты һәм иғәнә булып ятып ҡалған дүрт пакет буяуҙы баяғы йөҙөклө бармаҡ хужаһының усына һалды:
– Башҡа юҡ...
– Хаҡын...
– Кәрәкмәй...
– Үҙгәрмәгәнһең. Ҡарсыҡ быны айырым-асыҡ әйтте, Сөмбөлгә ул: «Таныным, шундуҡ таныным!» – булып ишетелде.
– Алама йыйғыс килгән, ҡатын кеше, Сөмбөл исемле, тигәстәре үк, һиндер, моғайын, тинем... Исемең һирәк бит...
– Әлләсе... Сөмбөлдәр менән донъя тулысы...
– Хи-хи, – ҡарсыҡ бер теше ҡалмаған ауыҙын өңрәйтеп, көлөүгә оҡшаған ауаз сығарҙы, – ҡайҙа барһаң да, ҡара һаҡалың үҙеңдән ҡалмай инде ул!
Ул арала арба эргәһенә бала етәкләгән йәш ҡатын килеп туҡтаны:
– Уй! Әллә инде китеп тә бараһығыҙ? Бынау балаға шар...
– Шар юҡ, бөттө... Һөйәккә биргәс, шундуҡ алып бөттөләр.
Бала әсәһенең итәгенән тартҡылай башланы:
– Әсәй, был инәй һөйәкте нимә итә?
– Тапшыра...
– Ә нигә?..
– Шунан тараҡ, бәке һабы яһайҙар, йәнә төймә...
– Тағы?
– Тағымы? Он яһайҙар, һөйәк оно.
– Нимәгә?
– Малға, ҡош-ҡортҡа ашатырға...
Башҡа ваҡыт булһа, Сөмбөл һүҙгә ҡушылыр, баланың һорауҙарына үҙе яуап бирер ине, әле уның ҡайғыһы юҡ. Ҡарсыҡ та бит әле китергә уйламай. Урынынан ҡымшанмай ҙа хатта. Ә бит Күстәнгә килеп ингәс тә, Сөмбөлдөң башынан, ҡарсыҡ инде күптән гүр эйәһе булғандыр, тигән кеүегерәк уй ҙа йүгергәйне...
– Сәмиғуллиндарға төшкән икәнһең. – Ҡарсыҡ Сөмбөлгә тағы яҡыныраҡ килде. – Шәрифә ҡарсыҡтың кәрәге бөттөмө инде хәҙер?
– Нишлә-әп... – Сөмбөл Шәрифә ҡарсыҡтың һаҫыҡ тынынан артҡараҡ сигенде, – Сәмиғуллин таныш бит, район үҙәгенә отчет би... – Әммә уға һүҙен әйтеп бөтөргә бирмәне:
– Үҙе таныш, хи-хи... ҡатыны – байғош!
– Ҡатынында минең эшем юҡ! – Сөмбөл өйрәнелгән хәрәкәттәр менән йөгөн рәтләргә кереште: һөйәк тултырылған тоҡтарҙы аҫҡа, сепрәклеләрен өҫкә һалды. Ҡалған ғына бесәнен үҙе ултырыр ергә йәтешләп түшәне.
– Ирең... бармы?
– Бар.
– Алдайһыңдыр...
– Нигә?
– Нигә тип, ниндәй ир бисәһен мир буйҙатып сығарып ебәрһен?!
Ул арала кемдер Сөмбөлдөң еңенән тартты:
– Әтәс бир әле!
– Юҡ! Бөттө! Китәм! – Быларҙы Сөмбөл сумаҙанын ҡарап та тормай ҡысҡырҙы.
– Атаҡ-атаҡ! Ҡарсыҡ арбаһына менеп барған Сөмбөлдөң итәгенә йәбеште. – Ҡал бөгөнгә! һөйләшеп ятырбыҙ! Ҡарт донъя ҡуйҙы, яңғыҙмын...
– Ауыр тупрағы еңел булһын. – Арбаһына күтәрелгәс, Сөмбөл үҙен иркенерәк хис итте.
– Малай итәки өйләнмәне.
– Нигә?
– Йүнде ҡыҙ бармы? – Ҡарсыҡ таяғы менән түбән осҡа күрһәтте, – ана, һин төшкән Сәмиғуллиндың һеңлеһен әйттерәйек тиһәм: «На черт миңә здалась – ике биҙрә һөт!» – тине лә ҡуйҙы. Аптырайым: элек ирҙәр ҡатын-ҡыҙҙың түште-башты буғанын ярата торғайнылар, бы ҡороғор... Аптырағас, прыкашшиктың ҡыҙын яусылайыҡ, тип ҡараным. «Нужна! Бер арба һөйәк!» – тип мәсхәрә итте, хаин... Ҡатын булып, бала табып игә-һаға булһа, ит ҡуныр, тип тә ҡараным – итәки риза булманы.
– Мин ҡабаланам, инәй...
Шәрифә ҡарсыҡ быны әллә ишетмәне, әллә ишетмәгән кеше булды:
– Һөйәк тигәндәй... һин дә малай-шалайҙан ауыл тирәһен вис соҡоттоң, әллә инде Күстәндә һөйәк аталған нәмәҫтә ҡалмаһын тинең?
Ҡарсыҡтың һуңғы һүҙҙәре йөрәген телеп үткәндәй булһа ла, Сөмбөл һыр бирмәне:
– Һөйәкте ни уны... йыйып тораһың – сығып тора! – Сөмбөл, дилбегәне шаҡара тартып, аттың башын оло юлға борҙо. – На, малҡай!
Шәрифә ҡарсыҡтың бындай осрашыуға һәм хушлашыуға риза булмағаны йөҙөнә бәреп сыҡты:
– Китһәң, кит! Тотҡан кеше юҡ! Тик әлеге... бер кәрәк кеше гел кәрәк, тигәнде онотма!
– Юл кешеһенең юлда булғаны яҡшы, тип тә әйтәләр! – Ауыр йөк күтәргән тәгәрмәстәр аҫтында таш шығырланы, ҡолаҡ ярырҙай ҡом әтәстәр ҡысҡырыуы, шарҙарҙың сыйылдап һауаға күтәрелеүе, малайҙарҙың «Алама йыйғыс, алама йыйғыс!» – тип һөрәнләүе аҫтында йөк ҡуҙғалып китте. Ат кәнсәгә еткәс, Сөмбөл башын күтәрҙе. Болдорҙа ул тора – Сәмиғуллин. Бына ул йылмайып Сөмбөлгә ҡаршы атланы:
– Мин дә бөгөн юлға сығам, район үҙәгенә!
– Шулаймы ни?! – Сәбәбен аңлата алмаһа ла, Сөмбөлдөң йөрәгенә йылы йүгерҙе. Шәп! Шәп бит был?!
– Тик мин... – рәйес бер үк ваҡытта көрһөнгәндәй ҙә, йылмайғандай ҙа булды, – был яҡтан, Сибай юлынан китәм. Төркмәндә иптәштәр көтә, шулар менән сыҡмаҡсымын...
– Ә-ә... Әлбиттә, әлбиттә... – Сөмбөлдөң үтә лә алсаҡланып, вайымһыҙ тәтелдәүе Сәмиғуллинды аптырата төштө шикелле. Ҡапыл етдиләнеп:
– Инеп сәй эс беҙгә, Гәүһәргә әйткәнмен, – тип ҡысҡырҙы.
– О, юҡ! Өс сәғәттән мин өйөмдә әсәйем, улым менән бот һоноп ултырып эсәсәкмен! На-а-а, ҡола бейә! Бегом марш, малҡай! – Ҡола бейә әллә кистән һоло ашап хәл йыйып алғанға, әллә хужабикәһенең хәлен аңлап, ауыр йөктө ҡурсаҡ шайы ла күрмәгәндәй, уйнаҡлап сығып китте Күстәндән.
* * *
Күстәндән сығып, Ирәндеккә етер-етмәҫтән ат үшәнләнә башланы. Был яҡтан Ирәндек оҙон – артылаһың да артылаһың. Етмәһә, юл насар, тау ҡуйынынан урғылған йөҙҙәрсә шишмәләр юлды йыуып, таштарын сурайтып бөткән. Бында арбаң боҙолһа...
– Тфү, тфү! – Сөмбөл яурыны аша ҡарап төкөрөндө, – мин уйламаным, шайтан уйланы.
Халыҡ телендә «Купис күпере» тип йөрөтөлгән кисеүгә еткәс, Сөмбөл атын туҡтатып, арбаһынан төштө. Элек, һуғышҡа тиклем, атаһы менән ялан яғына утын, миндек, балан һатырға йөрөгән саҡтарында, ошонда туҡтап, сәй ҡайнатып эсеп, ат эсереп китә торғайнылар. Унан бирле күпме ваҡыт үтте, ә йылға шул уҡ, уның эсендәге таштар ҙа... Һыу төбөнән бер ус таш алып, Сөмбөл уларҙы тәү күргәндәй ентекләп ҡарай башланы. Ниндәй генә төҫтәр юҡ бында! Ҡыҙыл, һары, йәшел, күк, ҡара, аҡ... Хет муйыныңа мунсаҡ итеп теҙеп таҡ! Әммә улар, һыуҙан сыҡҡас, елгә кибә, тоноғая, теремек матурлыҡтарын юя башланы.
– Их! – Сөмбөл көрһөндө. Бына уға ла күңелендә һөйөүгә оҡшаш тойғо йөрөткәндә рәхәт ине, йәшәүе күңелле ине. Әммә күңелен асыуы булды – хистәре һүрелде, күңеле ташландыҡ ҡош ояһына оҡшап ҡалды. Хәҙер инде ул районға: «Бәлки, Сәмиғуллин осрар...» – тигән йылы өмөт менән юлланмаясаҡ. Һәм, ғөмүмән, бармы икән ул мөхәббәт? Бәлки, ул, ошо һыу төбөндәге балҡыш кеүек, алдатҡыстыр.
Әлбирттең атаһы менән дә Сөмбөл яратып ҡушылманы. Утыҙға етте, һөйөр балаһы юҡ. Әмәлгә ҡалғандай, күршеһенең улы тыуҙы. Бер ингәнендә Сөмбөл бишектә ятҡан баланы тырнап алды ла күкрәгенә ҡыҫты:
– Их еҫкәйҙәре!..
Күршеһе инә арыҫлан сослоғо менән баланы Сөмбөл ҡулынан тартып алды:
– Бәпәй көҫәгәсең – үҙең тап!
Көтөлмәгән мөнәсәбәттән Сөмбөл рәнйене:
– Ярай, – тине ул, бер ни тиклем ваҡыт таш һын кеүек ҡатып торғандан һуң, – табырмын!
Һәм тапты. Күршеһенең ирен бер төнгә индереп сығарҙы. Бары бер төнгә. Хәҙер, ана, шул төндөң шаһиты булып, күршеһенең малайына ике тамсы һыу кеүек оҡшаған Әлбирте йүгереп йөрөй...
* * *
Һыу эсеп, тамағын сылатып, йыуынып-таҙарынып алғас, Сөмбөлдөң кәйефе күтәрелә төштө. Уның күңелен күҙгә төшкән сүптәй өйкәп торған ваҡиғалар йылғаның теге ярында ҡалғандай булды. Хәҙер иң мөһиме – йөктө имен-аман көйө урын-еренә еткереп бушатыу. Ни тиһәң дә, хөкүмәт әйбере бит. Элегерәк, йәшерәк булдымы икән, ҡурҡмай ине, хәҙер шөрләй. Унан һуң Әлбиртенә самокат алыу-алмау ҙа ошо йөктөң яҙмышына бәйләнгән. Күршенең малайында ни күрә, шуны һорай бит шул бала! Сөмбөл үҙе лә уны аталы балаларҙан кәм кейендермәҫкә, кәм йөрөтмәҫкә тырыша. Тик тырышыу менәнме? Бәндә уйлай – Хоҙай бойора, тигәндәй, былтыр тик торғанда һыйыры ҡазаланды. Аптырағас, башмаҡ ҡына булһа ла, һыйыр орлоғо һатып алдылар. Бөтәһе бер кеҫәнән сыға. Дөрөҫөрәге, инеп тә өлгөрмәй – сыға. Самокатҡа тигән аҡсаны ла ул ауыҙынан өҙөп йыйҙы, үҙе бит ойоҡтоң ойоғон ямау өҫтөнә ямау һалып кейә...
Ләкин Сөмбөлгә үҙ уйҙарына бирелеп, ойоп оҙаҡ барырға тура килмәне. Ҡола бейә башта аҙға, Ирәндекте артылған һайын, оҙаҡҡараҡ туҡтай башланы. Әллә... Сөмбөлдөң уға күптән һыны теймәй: көҙөн рәйестең ҡара айғыры тирәһендә күп уранғыланы. Киҫәмәһә киҫәмәй икән хайуан: күпме ҡолон һалды! Эй, малҡай, һин дә ҡолонсаҡ эйәртеп, кешнәшеп-сырҡылдашып өйөрҙә генә йөрөр инең дә бит. Ҡайҙа инде, аттар етешмәй. Бейә тип тормайҙар – тоталар ҙа егәләр... Ә тәбиғәт барыбер үҙенекен итә...
Йөгөн этеп, арба артынан килгән Сөмбөл юл сигендә үҫкән умырзаяларға күҙ һалды: ана, улар ҙа, мөҙҙәттәре еткәс, ҡар асылыр-асылмаҫтан күкһел күҙҙәрен күк донъяға асҡандар ҙа үҙҙәре бер бөйөк йәм, бөйөк миҙгел яһап ултыралар. Һиҙә Сөмбөл: атының хәле бөткәндән-бөтә. Ә шулай ҙа рәхмәт һиңә, ҡола бейә! Яҡшы-яман ҡаршыһында һынатманың, Күстәндән батшабикә ултыртҡан кырандасты тартҡан дөлдөл кеүек атылып сығып киттең!
* * *
Сөмбөл инде итегенең йөҙлөгөнән батҡаҡ кисеп, арбаны ҡулдары менән генә түгел, бәлки, яурыны менән дә этеп килә.
– Әйҙә, малҡай! Әйҙә, аҡыллым! Ирәндекте менеп алһаҡ, ҡалғаны һөҙәк бит, нисек тә атларбыҙ, барып етербеҙ! – Сөмбөл маңлайынан күҙенә ағып төшкән тирҙәрен ҡул һырты менән йәһәт кенә һыпыра ла, йәнә сетермән кеүек арбаға йәбешә. – Йә Хоҙай! Әлбиртемдең бәхетенән генә атыма көс бир инде?! Ошо саҡлы йөк менән ҡырҙа ҡундырма инде... Инде Сөмбөл ҡайһы тирәлә барғанын да абайламай, этә лә этә. Бына ҡола бейә шып туҡтаны. Шауҡал башын түбән эйеп, сайҡала биреп торҙо ла ауа башланы. Сөмбөл йәһәт кенә тамаҡ бауын систе, дуғаһын ысҡындырҙы...
– Все! Приехали! – Йөк өҫтөнә бая һалып алған бесәнен алып, Сөмбөл ат алдына һалды. – Аша, малҡай, ял ит, бәпесем...
* * *
Атын ял иттерергә ҡуйғас, Сөмбөл тирә-яғына күҙ һалды. Ҡайҙа ҡарама – ҡайындар, тау-таш, ҡаялар... Эргәлә генә – ҙур бер соҡор, бирерәк – ергә ятып тигәндәй үҫкән ҡарт ҡайын. Ултырып хәл йыйырға ла, ятып ял итергә лә ҡайһылай йәтеш. Йылы ҡояш нуры, зәп-зәңгәр күк көмбәҙе аҫтында бер яңғыҙың, бер ҡайғыһыҙ ултырһаң да ултырһаң ине! Арытҡан. Быуындар һулҡылдап, тартышып һыҙлап, ял һорай. Арбала һыуы ла бар шикелле – торғо килмәй. Ошо килеш ойойһо, тынаһы, йоҡлайһы, онотолаһы... Ана, ҡайындар кеүек. Тып-тыныс, ап-аҡ ҡайындар кеүек. Юҡ, улар ҙа әйләнә, имеш! Aһl, аһ... Былар соҡор тирәләй әйләнә, әйләнеү генә түгел, йырлай ҙа башланылар. Сөмбөл дә баҫты түңәрәккә. Үҙе әйләнә, үҙе һуғыш мәлендә бала ғына көйө отоп алған йырын йырлай:
– Әлиләү -бәлиләү – ҡырҙары,
Бәлиләү-әлиләу – урмандары.
Бөтәһе лә утын ҡырҡа Башкирия ҡыҙҙары,
Бөтәһе лә ударница Башкирия ҡыҙҙары...
Ҡапыл Сөмбөл үҙенең башҡа ҡыҙҙарға оҡшамағанын аңлап ҡалды: улар барыһы ла аҡтан кейенгән, бер ул ғына ҡап-ҡара. Аяҡтарында – итектәр, өҫтөндә – һырма тун... Юҡ, юҡ! Китергә, ҡасырға...
– Туҡта әле, ҡыҙыҡай! Артыңдан саҡ баҫтырып еттем, ҡайһылай шәп киткәнһең!
– Аһ! Һин?!
– Мин, мин, Шәрифә инәң.
– Һин ниңә...
– Нимә лә ниңә... Нимәң тороп ҡалды миндә?
– Ә-ә... йөҙөкмө? – Сөмбөл, теге ҡашынан нуры алҡынып торған йөҙөктө күрергә була, ҡарсыҡтың ҡулына эйелде, ләкин...
– Бала?!. Ниңә килтерҙең уны бында?!
Шәрифә ҡарсыҡ ҡыҙҙар кеүек кеткелдәп көлөп ебәрҙе:
– Имеҙеп бир.
Сөмбөл өйрәнелгән хәрәкәт менән әле бер, әле икенсе түшен ҡапшаны: һөтө бармы икән һуң?
– Йәһәт бул! – Сөмбөлдөң танауына ҡарсыҡтың һаҫыҡ тыны бәрелде. – Арттан бит ҡыуа төштөләр!
– Бир! – Сөмбөл сабыйҙы ҡарсыҡ ҡулынан тартын тигәндәй алды. Алды ла аптырашта ҡалды: баланың күҙҙәре хәс тә умырзая, юҡ, ысын умырзая! – Балам! Сабыйғынам!..
Сөмбөл ҡыҙын имеҙә лә башланы, ул арала икенсе түше лә эйеп китте, унан туҡтауһыҙ һөт аға... Ана ул, йыйылып, күләүек яһаны. Шәрифә ҡарсыҡ услап-услап эсәсе шуны?!
– Нишләйһең ул, инәй?!
– Ағарам, таҙарынам...
– Нимәнән?
– Нисек нимәнән... Баланың һөйәктәрен тейәп киттем дә ҡотолдом, тигәйнеңме? Эс, һин дә эс, таҙарын! Баланы бит... икәү үлтерҙек!
– Ләкин ул тере! Бына ул! Бына!
– Ҡайҙа?! – Ҡара ҡарсыҡ тешһеҙ ауыҙы менән хихылдап көлә, – ҡайҙа! – Сөмбөл бала тотҡан ҡулдарына ҡараны, ләкин улар буп-буш. Йөҙөгө генә тора бармағында. Атаһы бүләк иткән, ҡашы нур сәсеп торған йөҙөгө.
– Балам!!!
Үҙ тауышына тертләп уянған Сөмбөл күҙҙәрен асты. Aһ! Ҡайһылай... Йә Хоҙай... Төш икән! Абайламай ултырған икән, был ҡайынға һыйынып үҫкән икенсе бер ҡайындан һут тама, Сөмбөлдөң яурыны арыу ғына еүешләнеп тә өлгөргән...
– Төш!.. – Сөмбөл ҡарашын атына күсерҙе: ҡола бейә ашыҡмай ғына бесән ашай, ҡолон һалырға йыйыныуы, шөкөр, тойолмай. Арба ла, йөк тә урынында, ҡояш ҡына бына байыуға табан ныҡ ҡына ығышҡан... Киҫәк кенә ел иҫте. Япраҡтары уянырға өлгөрмәгән урмандан ниндәйҙер таныш еҫ бәрелде. Был еҫ... ерҙең эсенән, ҡарынынан килә, буғай. Эйе, эйе... умырзая еҫе был! Ер ҡарынын төртөп сыҡҡан тәүге сәскә еҫе. Толҡаттан яңы ғына айырылған сабый ҙа шулай аңҡый. Күстәндә ятып ҡалған сабыйын Сөмбөл үҙе күрмәне. Сабыйҙың донъяға ысынлап та тыуыуының берҙән-бер дәлиле булып шул еҫ һаҡлана уның күңелендә. Әлбиртенең донъяла барлыҡҡа килеүенә лә, бәлки, шул еҫ сәбәпсе булғандыр... Эске бер һағыш менән шул еҫте һағынғандыр. Төш – төш инде, уның ниндәйе юҡ. Мәгәр әле күргән төшө Сөмбөл күңеленең иң тәрән ҡатламдарына бикләнгән хәтирәләрҙе ҡуҙғытты. Аяҙ көндө көтмәгәндә ҡалҡҡан болот кеүек, йөрәгенә шом һалды.
Күстәнгә ул саҡ Сөмбөл төнләтеп килеп етте. Ауыл йоҡлай ине. Иң ситтәге өйҙөң генә тәҙрәһендә яҡтылыҡ күренгәндәй. Сөмбөл баҙнатһыҙ ғына тәҙрә шаҡыны.
– Кем бар унда? – Ҡарлығыңҡырап сыҡһа ла, ҡатын-ҡыҙ тауышын ишеткәс, уның йөрәгенә йылы инде: моғайын, йәлләр, моғайын, индерер...
– Инәй, мин – Сөмбөл! Ҡунырға индер инде, зинһар?!
– Тағы кем бар?
– Яңғыҙмын.
Ҡарсыҡ Сөмбөлгә үҙенең хәлдәрен сәй артында уҡ һөйләп бөттө. Ҡарты фронтта, ләкин һуғыш барған ерҙә түгел, урманы күп ерҙә ағас ҡырҡа. Ағасты ни ул һуғышҡа бармаһа ла ҡырҡыр ине. Ниңә алдылар икән? Яңғыҙ улы бар, уны Мәғәниткә ФЗО-ға әпкиткәндәр. Хоҙай үҙенә нишләптер ҡыҙ бирмәне. Йәлләне. Сөмбөл ише генә ҡыҙы булһа, яңғыҙлыҡтың ни икәнен дә белмәҫ ине Шәрифә...
Сөмбөл дә, үҙ сиратында, үҙе тураһында һөйләне. Ата-әсәһенең яңғыҙ балаһы. Атаһы һуғышта ине, әле әсәһе «хәбәрһеҙ юғалды» тигән хат алған. Саҡ йөрөгән әсәһе хәҙер сирләп түшәккә йығылған. Сөмбөлдө урманда ағас ҡырҡыусыларға кеше тапҡансы ғына тип аш бешереүсе итеп ебәргәндәр ҙә онотҡандар. Атаһы хаҡында хәбәр килгәс кенә, әсәһе силсәүит аша ҡайтарыуҙарын һорап хат ебәргән. Хәҙер бына Сөмбөл ҡайтып бара. Тағы утыҙ саҡрым юл үтһә, әсәһе эргәһендә буласаҡ.
Әгәр ҙә ваҡиғалар ошолай ғына барһа, Шәрифә менән йәш ҡыҙ сөкөр-сөкөр һөйләшерҙәр ҙә, баштары яҫтыҡҡа тейгәс, арыуҙан еңелеп, йоҡоға китерҙәр ине. Әммә башта мейес башында ятҡан бесәй туп кеүек һикереп төштө, унан тамаҡ төбө менән мыяулап, Шәрифәнең өҫтөнә килеп менде.
– Уй, ҡороғоро! – Тертләп килеп торған ҡарсыҡ уны ишек төбөнә атып бәрҙе. – Ҡышҡы селләлә ишегемде тырнағас, йәлләп индергәйнем, әллә быуаҙ булған инде?!
Сөмбөл уны ишетә лә, ишетмәй ҙә кеүек: күҙ ҡабаҡтары үҙҙәренән-үҙҙәре йомола, йәйәү килеүҙән ҡан һауған аяҡтары таштай ҡатты. Бесәй инде уның аяҡ осонда мырылдағандай...
– Уй, хәшәрәт! – Шәрифәнең тауышынамы, әллә үҙенең ауыртыныуынамы түҙә алмайынса, Сөмбөл күҙҙәрен асты, һикеләге етеле һуҡыр шәм тоноҡ ҡына яҡтылыҡ сәсә, ҡаршыһында – Шәрифә ҡарсыҡ, ҡулында – сипсы.
– Нишләйһең ул, инәй?! – Ҡото алынған Сөмбөл тороп ултырҙы.
– Туҡта, буялып ҡуйма, бынау ләғәнәт ҡуйыныңа балалаған бит...
– Уй! – Аптыранған, сирҡанған Сөмбөл артҡараҡ сигенде.
– Ултыр, ултыр, икәү генә ҡалды, – ҡарсыҡ сеп-сей, ләкин ҡыбырлап торған ит киҫәген, сипсыһы менән ҡыҫып, ишек төбөндәге тулы һыулы биҙрәгә сумдырҙы. – Берәй арҙанын алып ҡалырға иттем дә, рәттәрен тапманым. – Шәрифә һуңғы тере йомғаҡты ла биҙрәгә сумдырҙы.
– Ыһ! – Сөмбөл ҡаты итеп биле тотоуҙан борһаланды, – уй-й-й...
– Aһ, ah... ҡурҡтыңмы әллә?!
– Эсем! Билем...
– Ай-й-й... Өс йөҙ саҡрымды йәйәү кил дә, уйын эшме! Етмәһә, һары һыу мәле. Вис кенә һыуыҡ тейҙереп бөттөң инде... Э-й-й... минең балам да әллә кем тупһаларында, әллә нимәштәп кенә яталыр инде... Әле бит һинең урман ҡырҡыу түгел, ҡурсаҡ уйнап ҡына ултырыр сағың...
– Уй! Үләм, үләм...
Юрғаны менән баҫырынып ятып алған ҡарсыҡ йәнә торҙо.
– Бер ҙә баҫылмаймы шул? Ҡана, салауат әйтеп, һары май менән билеңде ыуайым... Бисмиллаһи-рәхманир-рәхим... – Ҡапыл Шәрифә ҡулын утка бешкәндәй тартып алды... – Бәс... ауырың бар әллә?!
– Нимә?!
– Уны нигә күптән әйтмәнең?!
– Нимәне?
– Ҡорһағыңды!
– Мин... ҡорһаҡлы?!
– Атаҡ-атаҡ... Инде хәҙер минән һорай... Әүрәгән нәмәң булғандыр?
– Юҡ! Юҡ! – Сөмбөл аҡырып илап мендәргә ҡапланды... – Юҡ!
– Атаҡ-атаҡ, ҡыҙҙай быуаҙымай кеше, йоҡтаҡанһыңдыр. Әллә берәү йәбештеме?
– Ете ай элек, урманға барғас та, ыһ... ул... нишләйем, нишләйем, инәй... Үләм... үләм дә ҡуям...
– Ай әттәгенәһе... Индер һеҙҙе фатирға... – Шәрифә, тороп, ниңәлер кейенеп алды. – Ауырымаған башҡа тимер таяҡ булдығыҙ бит!
Инде Сөмбөл үҙен үҙе белешмәй тулай, үрһәләнә, аҡыра. Бына ул, тулай торғас, урындыҡтан иҙәнгә ҡолап төштө, иҙән генә түгел, стена, мейес ҡанға мансылды.
– Әсәй!.. Үләм, әсәй!.. Әсә-әй!!!
Ҡапыл танауына ят, ләкин... таныш еҫ бәрелде. Ер ҡарынын ярып сыҡҡан умырзая еҫе ине был.
– Уй-й-й... – Сөмбөл тынды.
Иҫтән яҙған Сөмбөлдөң һуңғы хәтере ана шул еҫ булды.
* * *
– Ҡыҙыҡай, ас күҙеңде! Һин тереме, юҡмы! Үлеп китһәң, башҡынайымды ашайһың бит! Йә кем ышана, балаһы үҙе төштө, тигәнемә?! – Сөмбөл күҙен асырға итә лә булдыра алмай. – Ҡыҙыҡай... Сөмбөл! Берҙән-бер баламдың бәхетенән ас күҙеңде?!
– Һыу...
– Ә?!. Һыу ярамай һиңә... Иренеңде генә сылатам...
– Мин... ҡайҙа?
– Атаҡ... миндә. Шәрифә инәңдә...
– Мин... нишләп бында?
– Нишләп тип, үҙең килеп индең бит. Бәпәйҙәнең.
– Бәпәй?!
– Ана ята, ана! Еттекмәй тыуған, бесәй балаһынан саҡ ҙурыраҡ...
– Юҡ! Дөрөҫ түгел! Юҡ! – Сөмбөл иҫе инәрле-сығарлы хәлдә эргә-тирәһендәге сепрәк-сапраҡты алып ата башланы. – Юҡ минең балам! Мин үҙем бала! Әсәй!..
– Ай! Гонаһ шомлоғо... Бала бит ул! Ҡыҙың! – Ҡарсыҡтың кемгә төбәп, ни өсөн шулай ҡысҡырғанын Сөмбөл аңламаны...
* * *
Уянғас, Сөмбөлдөң тәүге уйы шул булды: рәхәт кенә итеп, йоҡоһо туйғансы йоҡлап алды. Тик ниңә өй шулай ҡараңғы? Ә әбей ниңә мейес алдында моңайып ултыра?
– Инәй...
Ҡарсыҡ тертләп һикереп торҙо:
– Һин...
– Нимә булды?
– Үлдең, тип уйлап бөткәйнем. Закон ҡаты бит хәҙер! Аҡ тәүбә, ҡара тәүбә! Инде лә фатирға кеше индерһәм! Инде лә Хоҙайға, ҡыҙым юҡ, тип зарланһам!..
Сөмбөл тороп ултырҙы. Үлтереп ашағыһы килде:
– Мин асмын.
– Бер туҡмаслыҡ ҡына итем бар, малай ҡайтһа, тип һаҡлағайным.
– Ә ниңә тәҙрәләр ҡороулы? Төнмө хәҙер, әллә...
– Уй-й-й... Тәҙрә тиһең, – ҡарсыҡ һыңҡылдап илап ебәрҙе, – баш китә ине бит! Баш...
– Ә... – Сөмбөл фатир хужаһынан, ни булды, ни өсөн көйәләнәһең, тип һорарға итә лә – ниҙер тыя. Әле уға бик тыныс, бик һәйбәт. Оҙон юл да, арыу ҙа – береһе лә булмаған кеүек. Ҡарсыҡ та ута ифрат мөләйем күренә, әйтерһең дә, ул бер ҡасан да... бесәй балаларын ҡыҫҡыс менән ҡыҫып, һыулы биҙрәгә батырып тормаған. Бесәй балалары иҫенә төшкәс, шулай ҙа Сөмбөлдөң тәне буйлап көҙән йыйырғандағы һымаҡ ҡалтыраныу үтте. Ҡапыл зиһене яҡтырҙы ла, күҙ алдына иҙән тулы ҡан, үҙенең ыңғырашып-илап шул ҡан эсендә борһаланыуы иҫенә төштө.
– Инәй?!.
Сөмбөлдөң ҡото алынып ҡысҡырып ебәреүенә ҡарсыҡ аптыраманы ла шикелле:
– Онот, – тине ул Сөмбөлгә яҡын уҡ килеп, шунан теге бесәй балаларын батырған биҙрәгә эйәге менән ымланы. – Барыһы ла... Бергә түгелде инде, кәртә артына, ҡыйлыҡҡа... Онот...
– Инәй!!!
– Эй, бала... – Фатир хужаһы уға мәтрүш еҫе аңҡып торған сынаяҡ һуҙҙы. – Эс ошоно... Гонаһын икәү күтәрҙек. – Шунан ул Сөмбөлдөң бармағындағы йөҙөгөнә төбәлеп ҡарауын һиҙҙе микән, йәһәтләп аңлатма бирергә ашыҡты, – иҙән ярығынан таптым, берәйһенеке төшөп ҡалдымы, әллә... һинекеме?
– Минеке ине, атайым бүләк иткәйне, һиңә булһын... – Сөмбөл сынаяғына ағып төшкән күҙ йәштәренә ҡушып, мәтрүшкәле сәйен һемерҙе.
– Йә ярай, – инде Шәрифә шәйлә йылы өндәште. – Тағы ике көндән ҡайтып китерһең. Шул яҡҡа ылау бара, һөйҙәшкәнмен...
* * *
Әле күргән төшө һәм хәтерләүҙәр солғанышында ҡалған Сөмбөл йәнә тейәп килгән йөгөнә ҡараны. Бәлки, ошо йөктө бынау тәрән соҡорға бушатырға ла өҫтөнә боронғо дәрүиштәр кеүек суҡайтып таш өйөп китергәлер? Шул рәүешле күргән төшөн дә, бөрмәктәй күңелен һырып алған хәтирәләрен күмеп, ерләп китергәлер? Шәрифә ҡарсыҡ ҡартайған, ныҡ бирешкән. Күпкә барыр тиһеңме? Йә Хоҙай! Ҡасандыр рәхмәттәр әйтеп бөтә алмаған кешеһенә Сөмбөл бөгөн үлем теләй түгелме?
– Тфү, тфү... Кисер мине, мәүлә?! – Сөмбөл бер талайға йөк менән соҡор араһында икеләнеп тора бирҙе: был йөктөң дә үҙ урыны, тәғәйенләнеше бар шул, ауылдан ауылға йөрөп, хөкүмәт тауарына алмашып йыйған йөк.
Ул арала туйған ат эскеһе килеп бышҡырҙы. Сөмбөлдөң күҙе йәнә аяҡ аҫтындағы умырзаяға төштө. Шул саҡ ҡолағына әсәһенең:
– Умырзая гөлдөң ғүмеркәйе
Ҡар һыуҙары ағып киткәнсе.
Илар ҙа ғына инем, ай, туйғансы –
Йәшкәйҙәрем кибеп бөткәнсе, –
тип йырлағаны сағылғандай булды.
Эйе, Сөмбөл күҙҙәрендә лә йәш күптән ҡороған. Күрендә, ағас ҡырҡҡанда ҡойолоп бөтөп ҡалдымы ул, әллә Күстәндә, Шәрифә ҡарсыҡ өйөндә ҡот осмалы төн алып ҡалдымы... Бөгөн генә Күстәндә ни аҙаптандыр йәшкәҙәп алды, күрәһең, яҙ шулай тәьҫир итәлер. Ярай әле, ҡола бейәһе һынатманы. Сөмбөл тәүәккәл хәрәкәттәр менән ҡамыт бауын бәйләне, инде һарҡыу, моғайын, Теймәҫкә яҡты күҙҙә ҡайтып инерҙәр.
– На-а, малҡай!
Һөйәк, алам-һалам тейәлгән арба, ташлы батҡаҡта ауыр шығырлап, сиҙәмдән юлға төштө. Сөмбөлдә хәҙер бер генә теләк: аты ғына тартһын, йөгөн имен-һау бушатһа, улы самокатҡа атланыр. Үҙе иҫән саҡта, Әлбиртен аталы балаларҙан кәм йәшәтмәҫ.
Ҡояш байырға бер арҡан хәтле ҡалды. Сөмбөл, йөгөн йә арттан этеп, йә ҡабырғанан имәүҙәп, итеген аяғынан һурып алырҙай булып йәбешкән батҡаҡты кисеп, алға бара. Ситтән ҡарағанда, йөк уны һөйрәйме, әллә ул йөктөмө – әйтеп булмай...
Таңсулпан ҒАРИПОВА.