Бөтә яңылыҡтар

Фәтихә менән ир йәшәр... 

- Шул тиклем тексәйеп ҡарама, йәнде көйҙөрөп! Күҙле бүкән һымаҡ текләп ултырыуҙан башҡаны белмәйһең. Һөйләшмәйһең дә, исмаһам! Өс көн, өс төн ҡайҙа йөрөнөң, ә? Эҙләмәгән ер ҡалманы, йөрәк бөттө... 

 Яуап булмаҫын белһә лә, Әлиә был һүҙҙәрҙе ҡат-ҡат әйтеп, үҙ алдына һөйләнде. Ҙур, ауыр кәүҙәле, түп-түңәрәк ике күҙен хужабикәнән алмаған Һарысай менән шулай“һөйләшә”улар. Исеме ҡолаҡҡа ятышһыҙ –Рыжуля, Әлиә өсөн ул – Һарысай. Улы менән килене ошо сәйер йән эйәһен ер аяғы – ер башынан алып килеп, ҡалдырып ҡайтып киттеләр. “Ҡарап тор, имеш...яңғыҙһың, имеш...”. Яңғыҙмын шул, ҡалайтайым... Олоғайып барғанда тиктомалдан бер үҙем ҡалырмын да, ошо ете-ят һары бесәй менән көн күрергә тура килер тип кем уйлаған? Барыһы ла һин теләгәнсә булмай тормошта. Эт-бесәйҙе ғөмүмән тере биреләй күреп яратмаған Әлиә ошо Һарысайға ҡарап түҙеп ултырһын әле! Хәйер, түҙмәй ни хәл итәһең? Бер уйлаһаң, эргәләге тере йән нисектер йыуаныс та һымаҡ. Балкон аша сығып ҡайҙалыр юғалып та алды әле. Ҡурҡты Әлиә, бесәй табылғас хатта илап ебәрҙе. Күҙ ҙә йоммай, уның һәр хәрәкәтен күҙәтеп ултырған ошо йән эйәһенең дә үҙ хәстәре, хәжәте барҙыр, бәлки, кем белә... 

 Әлиә һуңғы арала үҙе лә төрлө уйҙар солғанышында йәшәй,берсә шатлыҡлы, берсә һағышлы хәтирәләргә бирелеп ала. Үткәндәр яҡында, һул һуҙымында ғына кеүек. Тик үрелеп-үрелеп буй етмәй, уйлап-уйлап осона сығып булмай. Йәшәлгән ғүмер юлында күңел елкендергес ҡанатлы мәлдәр ҙә, йә киреһенсә, үҙәктәрҙе әсетеп, бәғерҙе телгеләгән үкенестәр ҙә күп, бик күп булған. 

 

 ... Бар донъя шау сәскәгә күмелгән йәмле йәй айында Әлиә педучилище тамамланы. Студент осоро йәшлек шауҡымында шаулап-гөрләп тиҙ генә үтте. Бына, ниһайәт, күптән көткән, күптән хыялланған диплом – Әлиәнең ҡулында! Ун һигеҙ йәшлек сибәркәйгә хәҙер бөтә офоҡтар ҙа асыҡ, алда– хыялдарҙы ысын итәһе, тормош тигән оло диңгеҙҙә кинәнеп-кинәнеп йөҙәһе бар... 

 Уға төпкөл райондарҙың береһенә йүнәлтмә бирҙеләр.Билдәһеҙлек бер аҙ шомландырһа ла, күңел елкенә, йәшлек саялығы, сәм-дәрт алға әйҙәне ул саҡта. Йәйрәп ятҡан иркен далала үҫкән ҡыҙ, өҙәрем оҙон юлды үтеп, йырып сыҡҡыһыҙ ҡара урманлы, тау-ташлы төбәккә килеп төштө. Яңы мөхит, ят ауыл “Ә, килдеңме, йә,ҡарарбыҙ, нимә ҡыйрата алырһың икән?” тигәндәй, ҡыҙҙы шым ғына ҡаршы алды. 

 Йәш уҡытыусы яңғыҙ йәшәгән Гөлйемеш исемле инәйгә фатирға урынлашты. 

 - Әйҙә, һылыу, рәхим ит, тартынма, үҙ өйөңдәгеләй бул! – Хужабикә, ихлас ҡаршы алып, ыҡсым өй түрендәге урындыҡта боһорап ҡайнап, үҙенсә көй көйләп ултырған самауыр янына әйҙүкләне. Хуш еҫле сәй менән ҡыҫтай-ҡыҫтай һыйлаған арала Әлиәнең ҡайһы яҡтан икәнен, ата-әсәһе, туғандары тураһында белешеп тә өлгөрҙө. Ә үҙенең ҡыҙҙары тормошҡа сығып ситтә йәшәй, һуғыш яугире булған йәмәғәтенең вафатынан һуң яңғыҙы көн күрә икән. Алсаҡ йөҙлө, етеҙ хәрәкәтле әбекәй тәмләп кенә хәбәрен теҙҙе: 

 -Мин ни ошо ауылда тыуып үҫтем инде. Ошонда тормош ҡороп донъя көттөм. Бер ҡайҙа ла сығып йөрөмәнем дә. Бына һинең кеүек йәш уҡытыусылар килеп фатирҙа тороп китә. Беҙҙең яҡты үҙ итмәгәндәре ҡабат иленә әйләнеп ҡайта, эсәр һыуы булғаны ошонда кейәүгә сыға, килен булып донъя йөгөн тарта. Бына һине лә алда үҙ яҙмышың көтәлер.Инсафлы бала күренәһең, бәхетеңде табырға насип булһын... 

 Эй шәп булып сыҡты ул Гөлйемеш инәй. Әлиә уның һөйләгәндәрен тыңлай-тыңлай ҙа, һәр нәмәне күңеле аша үткәреп, уйнап һөйләгәндә лә уйлап һөйләгән ысын аҡыл эйәһе тап уның кеүек булалыр, тип һоҡланып ҡуя. Йомарт инәй уны көн дә тәмле сәй эсереп, йылы һүҙе менән эшкә оҙатып ҡала. Әлиәнең кәйефе шәп, мәктәпкә балалар янына еңел кәүҙәһе менән күбәләктәй осоп ҡына бара. Йәп-йәш Әлиә өсөн донъя түңәрәк, зәңгәр күк тик алһыу нурҙан ғына тора кеүек. Һайлаған һөнәреңде яратыу, кескәйҙәрҙе яҡын күреү – ысын, ҙур бәхет икән ул! 

 Хәйер,ауылда уҡытыусы - балаларға белем биреүсе генә түгел ине ул заманда. Һәр береһе - агитатор ҙа, әртис тә, спортсы ла, һәр төрлө хужалыҡ эшендә ярҙамсы ла. Был мәшәҡәттәрҙең барыһы ла Әлиәгә күңелле һәм ҡыҙыҡ тойола, арытмай ҙа, ялҡытмай ҙа. Йәшлек, ахыры, үҙе шундай мәл, бөтә нәмә яңы һәм мауыҡтырғыс, дәрт-дармандың ташып-түгелеп торған сағылыр. 

 Тиҙҙән ауыл тирәләй үҫкән уҫаҡ-ҡайындар, миҙгел алмашыныуын иҫкәртеп, һары-ҡыҙыл төҫтәргә мансылды. Бейек тауҙар, таш-ҡаялар өҫтөнә аҡһыл келәмдәй томан шаршауы эленде. Әлиәнең күңелен әллә ниндәй болоҡһоу баҫты. Атай-әсәй наҙында ҡойоноп үҫкән, студент саҡта аҙна һайын ялға ҡайтып йөрөгән ҡыҙ ауылын, яҡындарын, дуҫтарын юҡһынды. Уҡыусылар көҙгө каникулға сығыу менән ҡыҙыҡай тыуған яғына юлланды. Бөгөнгөләй хәтерендә: ҡәҙерле кешеләре менән осрашыу әйтеп аңлатҡыһыҙ тынһыҡ һәм рәхәт ине уға. 

-И-и-и, балаҡайым,бигерәк ябығып йонсоп киткәнһең! Мә, бына ошо тәмлекәсте аша, йә әле, быныһын тәмләп ҡара, - тип өлтөрәп йөрөгән әсәһе, ҡыуаныстан йөҙө яҡтырып киткән атаһы эргәһендә үҙен һаман да бәләкәй иркә ҡыҙ итеп тойоуы шундай ләззәтле ине. Тыуып-үҫкән ере уны шулай яңы көс-дәрт менән һуғарҙы, тылсымлы йәшәү һулышы өргәндәй булды. Их, ҡайтаһы ине шул мәлгә, аҙға ғына булһа ла бер ҡайтаһы ине... 

 Шатлыҡҡа тулы көндәр татлы төш кеүек үтте лә киттеләр. Ял итеүҙән, күрешеү шатлығынан кәйефе көйләнеп, Әлиә тағы эшкә юлланды. Автобус, дала ерҙәре аша барҙы-барҙы ла, тау-урманлы төбәккә килеп еткәс, ҡыҙҙы туҡталышта төшөрөп,үҙ юлы менән ары елдерҙе. 

 Ноябрь башында юл йөрөү гүр ғазабы икән дә! Быҫҡаҡ ямғыр туҡтап та өлгөрмәне, күкте айҡап өйөрөлгән ҡара болоттарҙан ергә берәм-берәм эре ҡар бөртөктәре һибелә башланы.Һауа, ҡыш килә, ҡыш килә тигәндәй,һулышын бермә-бер һалҡынайтты. “Ҡараңғы төшкәнсе барып етергә, һис юғы ауылға яҡынлап өлгөрөргә кәрәк”,- тип уйлай Әлиә. Ҡупшыланып юлға еңел генә сыҡҡан: күбәләк ҡанатындай зәңгәр береты ла, йоҡа курткаһы ла ҡала урамында ғына йөрөрлөк. Модалы итектәренә еүеш балсыҡ уҡмашты, бата-сума килә торғас, каблугы бөтөнләй һынып сыҡты. Ҡыҙҙың күңелен ҡурҡыу биләне:“Ни эшләргә, нисек ауылға барып етергә?” 

- Риза дуҫ, ҡара әле, ниндәй алиһә тора ул беҙҙең ҡаршыбыҙҙа?Урман эйәһе инде әллә! – Әлиә көр тауыш ишетеп тертләп китте. 

- Таныш түгел һылыуҡай, әйҙә беҙҙең менән, бергә-бергә күңеллерәк булыр! - Әлиәнең ҡаршыһына төҙ һынлы, киң яурынлы һалдат килеп баҫты. 

- Мин Иштимеров Иштуған булам, әлеге көндән - запастағы кесе лейтенант! – Егет уң ҡулын хәрбиҙәрсә сикәһенә терәне. - Ә һеҙ, алиһә, кем булаһығыҙ? 

- Мин - Әлиә Тимерова, мәктәптә башланғыс синыф уҡытыусыһы! – Бер аҙ ҡаушап, бит остары алһыуланып китһә лә, Әлиә егеткә ҡыйыу яуап бирҙе. 

- Алиһә Тимерова! “Иш”те ҡушһаң, Иштимерова! – һалдат тештәрен ялтыратып ихлас йылмайҙы ла, ҡыҙҙың нескә биленән эләктереп, арбаға күтәреп ултыртты. - Берәүҙән икәү яҡшы, икәүҙән өсәү яҡшы тиҙәрме әле, юлды артабан бергә дауам итергә ризаһыңмы, Риза иптәш? – тип дуҫын шаяртып алды. 

 “Ҡалай әрһеҙ” – Әлиәнең тәүге уйы шундайыраҡ булһа ла, һалдат хеҙмәтен тултырып ҡайтып килеүсе шат, шаян Иштуған, уны ат егеп ҡаршы алған дуҫы Риза менән юл ыҙаһы һиҙелмәне. Ауылға тиҙ үк килеп еттеләр. 

 Эх, йәшлектең күңел елкендергес, шатлыҡ ҡына тулы мәлдәре! Кемде генә ғишыҡ утына һалмаған да, кемдәрҙе татлы ғазап ялҡынында яндырмаған! Мөхәббәт осҡоно бер тоҡанһа, уны тыйып тороу һис мөмкин түгелдер. Әлиә менән Иштуған да йөрәктәрен ҡайнар хис ялмауын һиҙмәй ҙә ҡалдылар. Гөлйемеш инәйҙең өйө алдындағы эскәмйә йәштәргә сикһеҙ йыһан серҙәрен асты, күктә бары улар өсөн шаян йондоҙҙар емелдәште. Ауыл иҙерәп йоҡоға талғас, төн пәрҙәһен асып ергә баҡҡан уйсан ай өнһөҙ генә ғашиҡтарҙы күҙәтте... 

 Оҙон ҡыш үтте. Яҙ ҡояшы иркәләнеп кенә ергә ҡайнар нурын һипте, йырлай-йырлай гөрләүектәр аҡты, туғайҙа һандуғастар кемуҙарҙан моң-көйҙәрен һуҙҙы. Тәбиғәттәге илаһилыҡ, ярһыулыҡ йәш күңелдәрҙе тамам арбаны, ҡанат үҫкәндәй елкендерҙе. Бергә-бергә һөйөү тулҡындарында бәүелгән ғашиҡ йәндәр йәмле йәй етеүгә туй яһаны. 

...Әлиә яратҡан йәре йәшәгән йортҡа күсеп килде. Йәш киленде бөтөнләй башҡа тормош ҡаршы алды унда. Совхозда агроном булып эшләүсе Иштуған күп ваҡыт баҫыуҙа. Ҡайныһы ла иртүк эшкә китә. Арып-талып һуң ғына ҡайталар. Өйҙәге бөтә мәшәҡәт ҡәйнә менән килен иңендә. Дәү кәүҙәһе менән дөрһөлдәтә баҫып йөрөгән көр тауышлы ҡәйнә, әллә ғаиләлә гел ир-ат булғанғамы, үҙһүҙле һәм уҫал булып сыҡты. Әлиәне лә аяп торманы. 

- Килен, килен, тим, ҡулйыуғыста бер тамсы һыу юҡ, нишәп ҡарамайһың? 

 -Китсе-китсе, йыуған ғына нәмәләрең саңға төшөп туҙрап ята, кипкәс алып ҡуйһаң ни була?! 

- Ана, күрше килендең самауыры, ҡасан ҡарама, тыжлап ҡайнап ултыра, ә беҙҙә...ҡуй инде, ҡайҙа ул! – ҡәйнәнең туҙыныуына сәбәп табылып ҡына торҙо. 

- Ҡороп ҡалғырлар! Сәсрәп киткерләр! Йәлсемәгерләр! –былар уҫаллығы менән дан тотҡан әбейҙең иң күп ҡулланған һүҙҙәре ине. Үҫеп кенә килгән ҡәйнештәргә - эреле-ваҡлы малайҙарға, йә эҫегә сыҙамай һауҙырмай ыҙалатҡан һыйырға, йә ишек алдында тегеләй-былай йүгерешкән себештәргә ҡарата әйтелә ине был күңел өшөткөс һүҙҙәр. 

 Йәш килен мыжыҡ ҡәйнәһе ҡушҡан йомоштарҙы эләгә-йығыла йүгереп үтәргә тырышһа ла, барыбер ярай алманы. Үҫмер йәштәге дүрт ҡәйнешенә, йәмғеһе һигеҙ кешегә көн дә ашарға хәстәрләргә,йылғанан һыу ташып кер йыуырға, ҡош-ҡортто ҡарап өлгөрөргә, унан мәктәпкә йүгерергә тура килде. Атайым-әсәйем йортонда тормош ҡалай еңел булған, тип уйлай Әлиә. Әсәһенең тәмле ризыҡтарын һағынып илап та алғылай. Был ғаиләлә эштең күплегенә, әлдән-әле проблемалар тыуып тороуға, ундай саҡта ҡәйнәһенең ярһып-ярһып, теҙгенде үтә ҡыҫҡа тотоуына йәш килен хайран ҡала. Йортта бөтәһе лә ҡәйнә кешегә буйһона, бар нәмә уның тирәләй өйөрөлә ине... 

 -Гөлйемеш инәй, һинең яныңда шундай тыныс, рәхәт. Нисек шулай сабыр, аҡыллы була беләһең? Мине лә өйрәт әле сабырлыҡҡа! – Һирәкләп кенә элекке фатирына һуғылып, бер аҙ күңелен бушатып, эс бошоуын баҫырға тырышты йәш килен. 

- Эй-й-й, ҡыҙым, тормош көтөү уйын эш түгел бит ул.Түҙемле, сәмле булһаң ғына еңәһең ауырлыҡты. Абай бул, яңылышма. Ямғыр менән ер йәшәр, фәтихә менән ир йәшәр тигән беҙҙең боронғолар, иҫеңдә тот! – Гөлйемеш инәйҙең хәбәре гел шулай кинәйәле, уйландырырлыҡ була. Уны тыңлағандан-тыңлағы килә. Ҡайтҡас иһә“ауыл ҡыҙырып, эшһеҙ кешеләй йөрөмәһәң дә булыр ине”, тип һытыҡ йөҙлө ҡәйнәһе ҡаршы ала... 

 Ә ваҡыт тормош ығы-зығыһына ҡарамай алға тәгәрәне. Әлиә тәүге тапҡыр әсә булыуҙың татлы ғазаптарын кисерҙе. Йоп-йоморо улдары Радмир тыуҙы. Һөйгәне менән бергәләп ул саҡтағы ҡыуаныуҙары! “Улым өсөн рәхмәт, алиһәм!” – тип атҡа атланғандай ирәмһене атай кеше. Мәшәҡәттәр ҙә артты. Әлиәгә ишле ғаиләне ҡарау көндән-көн ауырлашты. Бала менән бергә үҙ ауылына, атай йортона ҡунаҡҡа ҡайтҡан сағында ла:“Килен Иштуғанды ташлап ҡайтып киткән, имеш,” – тип тел сарлаусылар табылды. Ауыл тормошо шулай: баламы, оло кешеме, һәр саҡ кеше күҙе алдындаһың. Саҡ ҡына яҙа баҫтыңмы, ғәйбәтселәр теленә эләгеүеңде көт тә тор...

Туған тейешле берәүҙең буш торған өйөн рәтләштереп башҡа сыҡҡас, Әлиә нисек ҡыуанғайны! Ниһайәт,ул - ысын хужабикә, һәр нәмәне үҙе теләгәнсә эшләй ала. Иштуған бар хәленсә кәләшенә ярҙамлашты. Ауыл тормошона яраҡлашып, мал аҫрап, утын-бесән хәстәрләп йәшәп киттеләр. Бала тәрбиәләү, мәктәп эше, ситтән тороп юғары белем алыу, ауыл кешеһенең бөтмәҫ ығы-зығылы мәшәҡәттәре менән ваҡыт алға тәгәрәне.Әлиә лә үҙгәрҙе, холҡо ҡырҡыулашты, уҫалланды, әллә ҡәйнәһенән күрмәксе, һәр һүҙҙе сатнатып әйтә торған үткер, талапсан ҡатынға әүерелде. 

Шул замандағы күңелһеҙ ваҡиға һуңғы арала Әлиәнең күҙ алдына килә лә баҫа. Өйгә ҡайҙандыр ҙур һары бесәй килеп эйәләшкәйне. Ҡыуҙылар - китмәне, эскә инергә тырышып ишек төбөн һағаланы. Ә бер көндө Әлиәнең эштән ҡайтыуына шкаф эсенә инеп көсөкләгән, етмәһә, уның ҡәҙерле, яратҡан яулығы өҫтөндә ята! Йәне көйөп, бесәй балаларын яулығы-ние менән ҡуша тышҡа сығарып ырғытты. Күҙҙәрен дә асып өлгөрмәгән бисаралар февраль һыуығында ҡар өҫтөндә сыйылдашып туңып үлделәр. Әлиәгә бесәй балалары түгел, өйҙәге таҙалыҡ, үҙенең матур яулығы йәл ине. Ошо хәлде тәҙрә аша күргән Радмир ныҡ иланы, көскә тынысландырып алдылар. “Самаһыҙ ҡаты ҡыланаһың түгелме, кәләш?” – эштән ҡайтып ингән ире лә аптыраны.”Эйе, ҡаты ҡыланам. Мин уҫал ҡәйнә мәктәбен үткәнмен, йомшаҡ була белмәйем”,- тип ҡырт киҫкәйне ул саҡта... 

Алыҫтағы йәшлек йылдарын байҡап онотолоп киткән Әлиә ҡапыл бөгөнгө ысынбарлыҡҡа ҡайтты. Һарысай йомарланып эргәһенә килеп һыйынған.”Бесәй – хикмәтле йән эйәһе, уны рәнйетергә ярамай – ҡарғыш алыуың ихтимал”, тип ишеткәне бар. Бәлки, шулайҙыр ҙа. Әҙәм балаһы ерҙәге бөтә тереклек – кешеләр, үҫемлектәр, йәнлектәр донъяһы менән тулы гармонияла йәшәргә тейештер. Шул саҡта ғына ул үҙенә күңел тыныслығы таба алалыр... 

Уйҙары тағы үткәндәргә барып тоташты.Радмирға иш булып, ата-әсәне ҡыуандырып икенсе улдары Мораҙым донъяға килде. Тик сабыйҙың ғүмере ҡыҫҡа булды. Аңғармай ҙа ҡалдылар уның үлемен. Ауыр кисерҙеләр. Бик теләһәләр ҙә, Әлиә башҡаса балаға уҙманы. 

Ата-менән әсәнең бар өмөтө, бар шатлығы берҙән-бер улдары Радмир ине. Көслө егет булып үҫте малай, спортты яратты. “Минең улым әрмегә барасаҡ, хеҙмәт бурысын үтәмәгән егет ысын ир булмай” – Иштуған улын шулай тәрбиәләне. Радмир үҙе лә армияға барырға теләк белдерҙе. 

- Атай, әсәй! Беҙ Розалия менән бер-беребеҙҙе яратабыҙ,никах уҡытырға булдыҡ! Әлиә шат йылмайып, оса-ҡуна ҡайтып ингән улына сәсрәп ҡаршы сыҡты. 

- Ниндәй никах һөйләйһең? Шул сейбаштар араһы менән туғанлаштырмаҡсы булаһыңмы беҙҙе? Юҡ! Мин риза түгел!Өйөң бармы, атың бармы, кемдең елкәһенә ултыртмаҡсы булаһың кеше балаһын! - тип ярһыны. 

Үпкәләп, күңелһеҙ генә юлға сыҡты Радмир. Барыһының да күңелендә ауыр төйөн ҡалды. Ауылда сер ята буламы? “Килен әйттерергә ҡоҙалар килә тип көткәндәр, килмәгәндәр ти бит. Розалия оялышынан ҡалаға сығып киткән икән” тигән хәбәр ауылды бергилке гөжләтеп алды ла онотолдо. 

...Хеҙмәт ваҡыты тулыуға Радмир контрактҡа ҡул ҡуйҙы. Тиҙҙән прапорщиктар әҙерләү курсын тамамлап, яҙмышын тулыһынса хәрби һөнәр менән бәйләне.Улдары өсөн борсолоп, унан хәбәр көтөп йәшәне ата менән әсә. “Ашханала эшләгән ҡыҙ менән таныштым. Исеме - Алла. Бергә йәшәргә булдыҡ” тигән сәләме килгәс, Әлиә тағы туҙынды: 

- Ашханала эшләгән ҡыҙҙан башҡа йүнле кеше тапманыңмы? Исеме Алла булғас та, святая тип уйлайһыңмы? – тине ғәҙәтенсә ярһып. Йәштәрҙең тормошо килеп сыҡманы, бер йыл да йәшәмәй айырылыштылар... 

Радмир тағы Оксана исемле урыҫ ҡыҙы менән ғаилә ҡорҙо. Отпуск мәлендә ауылға ҡайтып йөрөнөләр. Барыһы ла, бигерәк тә Әлиә менән Иштуған, йәштәрҙең бәпесе булыуын көттө. Юҡ, бала һөйөргә насип итмәне уларға. Дауаханаларға, бағымсы, күрәҙәселәргә йөрөүҙәр файҙаһыҙ булды. Аҡһыл бөҙрә сәсле, етем ҡалып балалар йортонда үҫкән килендең түлһеҙлегенә үртәлеп: “Моғайын, ауырын алдырғандыр ҙа, шуға бала таба алмайҙыр”, - тип Радмирҙың теңкәһенә тейҙе әсә кеше. Бала кеүек ябай, бер ҡатлы Оксананың холҡо. Үҙҙәренә тип инселәнгән быҙауҙы иркәләп: “Ты же наш бычок, ты такой славный, хороший” тип яратыуын күргәс, Әлиә иҫе китеп аптырағайны... 

Бер ниндәй ҙә бизмәнгә һалып үлсәп булмаҫлыҡ күп көс, күп аҡса түкте йәштәр бала хаҡына. Инселәнгән үгеҙҙең аҡсаһы ла Оксананы дауалауға китте.Тик бар тырышыуҙары бушҡа булды. 

Ә йылдар һыу кеүек аҡты ла, аҡты. Бер-бер артлы ҡайны- ҡәйнәһе, улар артынса ҡәйнештәре гүр эйәһе булдылар. Икеһенә лә хаҡлы ялға сығыр мәл етте. 

- Алиһә, һин ҡалала йәшәргә теләр инеңме? – тип һорап ҡуйғайны Иштуған. 

- Минең күптәнге хыялым! Әлбиттә, ҡалала йәшәгем килә!- тип сәпәкәйләне Әлиә. 

Иштуған әйткән һүҙендә тора торған кеше. Артыҡ ҡыйбат һорамай, булған йорт-ҡаралтыны, мал-тыуарҙы һаттылар ҙа, ҡалаға күсенде лә ҡуйҙылар. Туғандарынан бурысҡа алып,үҙҙәрендәге болдо ҡушып, тырышып-тырмашып фатирлы булдылар. 

Әлиә үҙенең матур йәшлек йылдары уҙған ҡалала йәшәүенә бик шатланды. Асфальт түшәлгән киң урамдар, аллеяларҙы йәмләп ултырған аллы-гөллө сәскәләр, парктарҙа үҫкән бейек тирәктәр - барыһы ла күңеленә шундай яҡын. Парлашып концерт-спектаклдәргә йөрөнөләр, ҡалала ойошторолған байрам сараларында күңел астылар. Яҙ етеүгә Иштуған йәтеш кенә баҡса һатып алды, унда үҙенең агроном белемен эшкә егеп, ең һыҙғанып йәшелсә-емеш үҫтерергә кереште. Баҡсала емештәр гөрләп уңды, үҙҙәренә лә етте, күрше-күләнгә, туғандарға ла тараттылар. 

Бәхет артыҡ сағыу булһа, күҙ тейә, тиҙәр. Раҫтыр. Һис көтмәгәндә ҡаза килде, яйланған, тыныс тормош кинәт емерелде. Көс-ғәйрәте, дәрт-дарманы күп йылдарға етерлек тойола ине Иштуғандың. Алиһәм тип яратҡан Әлиәһен ер-һыу илатып шулай ҡапыл баҡыйлыҡҡа күсер тип кем уйлаған! Донъяның төрлө саҡтарын, юғалтыуҙарҙы ирҙәрсә түҙем үткәрә белгән Иштуғандың сабыр йөрәге ҡапыл туҡтап ҡалды. Аяҙ көндө йәшен йәшнәүе лә, ҡурҡыныс төш тә түгел, ә иң аяуһыҙ, ҡаты ысынбарлыҡ был... Нәҫелен дауам итерлек ейәндәр һөйә алмауына үкенде Иштуған. Ҡустыларының Иштимеровтар фамилияһын ишәйтерлек вариҫтар ҡалдырмай иртә китеүҙәренә ҡайғырҙы. Барыһын да йөрәгенә йотоп йәшәп,түҙгән –түҙгән дә, туҙғандыр уның сабыр йөрәге. Әлиәнең парлы ҡанаты көтмәгәндә шартлап һынды шулай. Йәшәйештең аяуһыҙ ҡануны алдында кеше бөтөнләй көсһөҙ икән... 

Улы менән килене мәрхүмде ерләшергә ҡайтты. Радмир хәрбиҙәрсә етди, уйсан. Олпатланған, ир ҡорона ингән, ваҡыт еле ҡуйы сәстәренә аҡ юлаҡ һалып өлгөргән. Ә Оксана килен, кеше аптыратып, уҫтаптай бесәй күтәреп ҡайтты. Ошо бесәйҙе икеһенең дә иҫтәре китеп яратыуҙарына хайран ҡалырлыҡ! Сабый урынына – ялбыр һары бесәй... 

Юлға сығыр көндө Радмир әсәһенең ҡулына ҡағыҙҙар һалынған папка тотторҙо. 

- Мин командировкаға китәм. Ҡасан ҡайтырмын, билдәһеҙ. Оксанаға ауыр буласаҡ. Һиңә Рыжулькабыҙҙы ҡалдырып торорға уйланыҡ. Бына уның документы, прививкалар ҡағыҙы. Риза бул, әсәй, - тигәйне улы. 

Аптыранып ҡалған Әлиә шул саҡ күп йылдар элек Гөлйемеш инәйҙән ишеткән ғәжәп тә, сәйерерәк тә һүҙҙәрҙе иҫенә төшөрҙө:“Ямғыр менән ер йәшәр, фәтихә менән ир йәшәр”. 

Юлығыҙға, тормошоғоҙға фәтихәмде бирәм, улым, имен йөрөгөҙ, тип оҙатты Әлиә балаларын. 

Төргәктә әсәне шаҡ ҡатырырлыҡ асыш көткәнен ул күҙ алдына ла килтермәгәйне. Радмирҙың армияға киткән көндән яҙған көндәлеге! Саф башҡорт телендәге яҙмаларҙың һәр юлында Розалияның исеме, тәүге һөйөү шатлығы, әрнеүҙәре, ғазаптары. Һаман онотмаған, һаман ярата Розалияны! “Их, балалар,һеҙгә ярҙам итерлек сараны ҡайҙан, нисек табайым?! Ғәфү итегеҙ мине, ғәйеп миндә”,- тип өҙгөләнде әсә йөрәге. 

Иге-сиге күренмәгән уйҙар ҡамауында төн үтте. Ғәләмдә яңы көн тыуҙы.Тынлыҡты бүлеп ҡапыл телефон шылтырауға Әлиә лә, Һарысай ҙа һиҫкәнде. Оксананың тулҡынланыуҙан илай-көлә һөйләгән хәбәре хатта бүлмәгә һыймайынса бөтә урамға ишетелгәндәй булды. Радмирҙың тиҙҙән отпускыға ҡайтасағын хәбәр итте Оксана, Һарысай менән бергә ҡунаҡҡа килергә саҡырҙы. “Тағы бер шәп яңылығым бар һеҙҙең өсөн,һөйөнсө-һөйөнсө, көтәм, тиҙерәк килеп етегеҙ! – тине киленкәй. 

- Ундай шәп яңылыҡты белмәйенсә түҙеп булмаҫ. Әйҙә, Һарысай, барайыҡ, күрешәйек, - тип ҡуйҙы Әлиә, ғәҙәтенсә күҙгә ҡарап ултырған Һарысайға өндәшеп. 

-“Ямғыр менән ер йәшәр, фәтихә менән ир йәшәр”- ниндәй тәрән мәғәнәле һүҙ! Фәтихә менән йәшәгеҙ,балаҡайҙар, тормошоғоҙ ырыҫлы, бәхетле булһын. 

Ямғыр менән ер йәшәр, фәтихә менән ир йәшәр... фәтихә менән ир йәшәр, тип доға урынына ҡабатланы әсә.

Һуңғы һүҙ урынына 

Әгәр Хаҡ тәғәлә яҙған тәҡдирҙе алдан күреп булһа, Әлиә әсә доғаһы ҡөҙрәтендә улыҡайы яуҙан Герой булып ҡайтырын һәм хәс тә ҡартатаһы Иштуған кеүек йәшкелт күҙле, баһадир ейәне тыуырын белер ҙә, бәхетенән үҙен күктең етенсе ҡатында хис итер ине...

Лилиә Ғәниева.

Автор: Альмира Аюпова
Читайте нас