Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр Булған хәлдәр
9 Декабрь 2025, 19:01

Боролош ҡайын

Хикәйә

Утын ярам. Колун балтаһы менән алдымдағы ҡайын түмәренә йән көскә тондорам, ярылмай ғына бит. Тағы... Тағы... Ниһәйәт сатнаны, тимәк ярылырға тейеш, тейеш кенә шул, ярылмай. Түмәрҙе урынында өйөрөлтөп тә, әйләндереп ултыртып та колун балта менән һуғам, тағы шул уҡ хәл, тетелеп, ярғыланып, сатнап бөттө түмәрем, ә утынға айырылмай.

Тау башында, йәки бейек урында үҫкән ҡайын ағасы эләккән утынға. Таштар араһына эләккән орлоҡ шытып баш күтәреүгә үк уны төрлө яҡлап иҫкән елдәр япраҡтарын һелккеләй, ел өҙгөләгән һайын йәш ҡайын бирешмәҫкә тырыша, елгә ҡаршы торорға теләп борғолана, нығына, үҙәге борола, һуңынан ҡата, эстән боролоп үҫә, әммә олоно төҙ килеш ҡала, зәғифләнеп, кәкрәйеп үҫкәндәре лә осрай. Эстән өҙгөләнеп, боролоп, ҡатып үҫкән олонон тыш яҡтан кем күрһен, башҡа ҡайындар кеүек, йыл да япраҡ яра, йылы ҡояш нурына һөйөнә, йәйге йылы ямғырҙа ирәүәнләп ҡойона, яҙғыһын тамырҙары менән ерҙең һутына туйынып ҡалырға тырыша.

Тик ҡыш ауыр тауҙа яңғыҙ,  таштар араһында үҫкән ҡайынға, көслө елдәр иң беренсе уға ҡағыла, һаҡланырға теләп боролоп елгә уңайлы яғын ҡуйырға тырышалыр ҙа, ел үҙенсә борғолай, ҡырыҫ бурандар ботаҡтарын һындыра, ҡаты һыуыҡтар туңдырғанда ҡайырылары  сатнап ярыла, өҙгөләнеп бер урында өйөрөлгән ҡайындың ҡасып китер сараһы ғына юҡ, ергә ереккән.

Һәм бына уның янына килгән урмансы ҡайын ағасын утынға быса, әрнеп, ыҙаланып, шығырлап ҡолағанда нимә уйлағандыр боролош (витой) ҡайын. Әсенеп уйланымы үткән ғүмерен, бер рәхәтлек күрмәнем, тинеме. Әлбиттә йылы ҡояш нурына иркәләнгәнен дә хәтерләгәндер, көн йылыһына наҙланғаны иҫенә төшкәндер, орлоҡтары  тирә-яҡҡа һибелгәндә һөйөнгән сағын, уларҙың тыныс үҙәнгә урынлашыуын теләгән мәлдәрен, тағы төнөн йондоҙҙарҙҙы күҙәтеүҙәрен күҙ алдынан үткәндер...

Хәҙер мин боролош ҡайын түмәрен  һуҡырана-һуҡырана ярып маташам, теткеләнеп, ярғыланып бөттө, айырылмай утындары, бешелегенән бирешмәй. Колун балта менән булдыра алмағас, ҡулыма үткер балта алып сапҡылайым, үҙемдең күҙемдән йәштәр аға.

- Әллә илай-илай көсәнеп утын яра инде, әйтерһең һиңә берәү көсләп ҡушҡан, үҙем ярыр инем, утынһыҙ ултыраһыңмы ней...

Эргәмдән үтеп барған бабай аптыранып миңә ҡарай.

- Күҙемә сүп төшкәндер...

Минең уйымдағын кеше беләме, ә мин боролош ҡайын-ҡатынды, ҡайын-әсәне йәлләп илайым. Ҡайынды исмаһам бысып, ярып эсендәген белеп була, кешене ярып ҡараһаң да уй-хистәрен белеп булмай...

Гөлдәр әбей.

Автор: Альмира Аюпова
Читайте нас