Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр Булған хәлдәр
21 Декабрь 2025, 15:59

Әсе яҙмыш

Хикәйә

Йәш быуынға үрнәк булһын, ер-һыу, урман-ҡырҙарҙың, икмәктең ҡәҙерен белһендәр өсөн, әсе яҙмышлы, ауыр тормош юлы үтһә лә бөгөлөп төшмәгән оло йөрәкле,көслө рухлы Әмилә өләсәй хаҡында булыр һүҙем.

Таң һарыһынан йөрәкһеп уянды Нәғим бөгөн. Йәне әсеүгә түҙмәй иртәрәк булһа ла мал ҡарарға сыҡты. Бер-бер артлы ике балаһын ергә һалғанда шулай әсегәйне йәне. Эй Аллам, тағы ни булыр, балаларым һау ғына булһын инде, тип Аллаға ялбара-ялбара малын ҡараны. Эс бошоуын эш менән баҫырға тырышты.

-Ни булды, төҫөң ҡасҡан, - тине Әмиләһе, –ауырып киттеңме әллә, атаһы?

-Ауырыған юҡ та ул. Нишләптер ныҡ итеп йәнем әрней. Хәйерлегә булһын, йә ҡулыңды сай ҙа, сәй эсәйек. 

-Ҡара әле, атаһы, һин ишетмәнеңме, Таһирҙан Хәйбулланы алып киткәндәр тей 

-Кем әйтә?

- Ней кисә Шәһиҙә еңгә һөйләп сыҡты. Төндә килгәндәр ҙә, һүҙ ҙә әйттермәй алып сығып киткәндәр. Анау йылдарҙа бер әтрәттә булдыҡ тип һөйләгәйнең, ҡурҡам мин, атаһы. Ҡалайтырбыҙ һине алып китһәләр?

-Йә ҡауғаламай тор әле. Минең милиция икәнде онотма. 

Эйе ишетә йөрөй Нәғим әле теге әле был ауылдан арҙаҡлы ил ағаларын халыҡ дошманы ярлығын тағып берәм-берәм сүпләгәндәрен. Милицияла эшләгәс теймәҫтәр. Мин халыҡҡа дошман түгел, тип уйлап үҙен тынысландыра килгәйне лә әлегә тиклем. Хәйбулланы алғас сират миңә лә етәсәк тимәк. Тик ҡасан? Бөгөнмө, иртәгәме? 

Был һөйләшеүҙән һуң бер нисә көндән таңға ҡарай килделәр уны алырға. Эт өрә башлау менән: “Уян әле, Әмилә, - тип ҡатынына өндәште, - килделәр ахыры минең арттан. Ныҡ бул инде, әсәһе. Балаларҙы һаҡла, көслө кеше бит һин. Ишекте элеп ҡал, өйгә индермәҫкә тырышырмын уларҙы. Ире артынан ишекте элгәс, ҡысҡырып илауҙан көскә тыйылып тәҙрәгә ҡапланды. Ҡапҡа тышында көплө машина тора. Ана Нәғим бәләкәй ҡапҡаны асып урамға сыҡты.  

-Әһә Кулибаев, үҙе сығып килә. Контра! В машину его, - тине башлыҡтары.

-Я сам, - тине Нәғим үҙен тоторға килгән һалдаттарға, машинаға һикереп менгән ыңғайҙа.

-А обыск, - тине береһе. 

-Не видишь светает уже. Есть тут желающие обыскать, - тип юл аша күләгәлә торған кешегә ымлап, - поехали, - тине башлыҡ.  

Ҡапҡанан сыҡҡас та шәйләгәйне ул әҙәмде Нәғим. Күләгәлә торғас танып етмәгәйне. Туҡта сельсовет башлығы Исмәғил түгелме, тимәк, уның эше был бәлә, тигән уй килде башына. Алдыңда – төлкө, артыңда бүрегә әйләнгән ике йөҙлө, эт ялҡауы был әҙәм колхозға ла ике ҡулын һәлберәтеп, бер нәмәһеҙ килеп ингәйне. Бажаһының ике туған ағаһы районда ҙур урын биләй. Шул түрә ултыртты ла инде уны сельсовет башлығы итеп. Сельсовет башлығы булып алғас шашты. Кешеләрҙең өҫтөнән яҙған шикәйәте әҙме ауылдашының башына етте. Эх, Әмилә, ҡалайтып ҡаршы торорһоң был бәндәгә. 

Тура НКВД-ға алып барып тапшырҙылар. Унан көнө-төнө һорау алыуҙар башланды. Үҙен ныҡ тотто Нәғим. Халыҡ дошманы мөһөрөн баҫырға маташҡан тәфтишсегә тура ҡарап яуап бирҙе һорауҙарына. 

-Вәлиди ғәскәрендә йөрөгәнһең икән?

-Йөрөнөм. Бына ошо ерҙе, урман-ҡырҙарҙы, азатлығыбыҙҙы һаҡлап йөрөнөм.

-Алдашма, - тип екерҙе тәфтишсе, - үҙ байлығыңды һаҡлап йөрөгәнһең. Магазиныңды, малыңды, беҙ бөтәһен дә беләбеҙ.

-Булған байлығымды, аттарымды, һыйырҙарымды, эйәр-өпсөндәремде, арба-саналарымды колхозға бирҙем, үҙемдә бер һыйыр ғына тороп ҡалды. Магазинымда колхоз идараһы. 21-се йылғы йотлоҡта күп ауылдаштарымды үлемдән алып ҡалдым. Кеше ялламаным, барыһына ҡатыным менән икәү өлгөрҙөк. Нишләп мин халыҡ дошманы булайым? Колхозда ла тырышып эшләнем. Унан килеп беҙҙең ғәскәр ҡыҙылдарға ҡушылды бит. Шунда һуғышып йөрөнөм. 

-Уныһын һинһеҙ ҙә беләбеҙ. - Уведите, - тине һаҡсыға.

Уны айырым камераға бикләнеләр, башҡалар менән бергә япманылар. Тәфтишселәрҙең нишләп улай ҡыланғандарын аңламаны. Төндәрен кешеләрҙең асырғанып ҡысҡырғаны ишетелеп торҙо.

Бер ай тирәһе ыҙалатҡандан һуң тәфтишсе: 

-Бына нимә, Кулибаев, һинең өсөн етәксең ныҡ һорай бит әле. Эш күп сығарығыҙ минең егетте тей. Әлегә ҡайт, эшлә. Бер йыл эсендә урыныңа ун кешене ебәрәһең. Ишеттеңме, Кулибаев, ун кеше.

Ишеткәненә шаҡ ҡатты Нәғим. 

-Нисек ун кеше, улай буламы ней? - тип һораны.

-Була. Йә үҙең китәһең.

Ирен алып киткәс илап арыған Әмилә башын яҫтыҡҡа терәп ойоп киткән. Тыштан килгән тауышҡа тертләп ырғып торҙо. Бер өйөр кеше ишек шаҡып та тормайынса даһырҙашып өйгә инеп тулды. Иң алдан ингәне силсәүит Исмәғил.

-Тәк, Әмилә Кулибаева, ирең халыҡ дошманы булып сыҡты. Хәҙер обыскы һәм канфискатсия эшләйбеҙ, - тине. 

Ҡурҡып уянған балаларын ҡосаҡлап телһеҙ ҡалды Әмилә. Халыҡ араһында әле кисә генә килен, еңгә, ағай, тип йомош һорап йөрөгән кешеләрҙе лә күреп аптыраны. Урҙалағы ҡәҙергә кейә торған кейем-һалымды, урындыҡтағы балаҫ, түшәктәрҙе, юрған-яҫтыҡтарҙы, еҙ самауырҙы, ҡашығаяҡты ғына түгел, хатта ҡаҙанды ла ҡутарып алып сығып киттеләр. Кәртәләге һыйырҙы, ваҡ малды ла ҡалдырманылар. Әмиләнең бирнәһе булған ҡорғандарҙы, таҫтамалдарҙы, Нәғимдең төплө быймаһы менән иҫке кәпәсен дә алып киттеләр. Һике аҫтында бәләкәй сөгөн менән ике сеүәтә, ике ҡалаҡ нисектер күҙҙәренә эләкмәй ҡалды. 

Түгелеп илаған балаларын саҡ тынысландырып алды Әмилә.

-Иламағыҙ, атайығыҙ ҡайтһа бөтә нәмәбеҙ ҙә булыр, тик ҡайтһын ғына.

Ҡайтты Нәғим теүәл бер айҙан. Ул эшләгән милиция башлығы яҡлап алып ҡалды. Ҡабаттан эшендә эшләй башланы. Әкренләп тормоштары яйға һалынды. Ҡыш, яҙ үтеп, йәй етте.

Бик бошоноп ҡайтты эштән бер көн Нәғим. 

-Милиция башлығын ҡулға алғандар. Ә беләһеңме миңә үҙеңдең урыныңа ун кешене ебәрәһең, тинеләр. Нисек итеп ебәрәйем мин ун кешене, ҡалай итеп?

-Шунан үҙең китәһеңме, беҙ ҡалайтырбыҙ?

-Белмәйем, әсәһе, башым ҡатты. Ике йылға еткәндәй бесән, утын бар. Бер башмаҡты һуйып үҙебеҙҙең сабынлыҡҡа ағас башына күтәреп бәйләнем. Асыҡһағыҙ алып ашарһығыҙ. Анһат ҡына бирелмәйем был юлы. Урманға китәм. Ирәндектең ҡуйыны киң.

-Ә беҙ, - тине ҡатыны, - дүрт бала, бишенсеһен көтәбеҙ. 

-Малай тыуһа Морат тип ҡушырһың. Мин төндәрен килә-китә йөрөрмөн. Таҙа кейем-һалымды артҡы кәртәгә элерһең.

Бер ай тота алманылар Нәғимде. Ҡайһы бер төндәрҙә йоҡо аралаш ишетеп ҡала ине Әмилә йүгән сыңлауын. Урман-тауҙарҙы ҡыҙырып та, төрлөсә күҙәтеп тә тота алмағас, бер көн Нәғимдең атаһы Ғиниәт ҡартты тотоп алып, урман араһына индереп туҡманылар. Ул атаһының ҡысҡырған тауышына түҙмәй килеп сыҡты.

-Ауырыу ҡартҡа көсөгөҙ еттеме? Алығыҙ! Бына мин, – тине.

Бер нисә кеше өҫтөнә ташланып, ҡулдарын шаҡарып алып киттеләр уны. Шул китеүҙән зым-зыя юҡ булды Нәғим. Хат та, хәбәр ҙә булманы. Ҡайныһы минең ғәйебем юҡ, тип торһа ла ышанманы Әмилә. Улыңды тотторҙоң, башҡаса беҙгә аяҡ баҫмағыҙ, тине. Күтәрә алманы был хәлдәрҙе Ғиниәт ҡарт, оҙаҡламай үлеп китте. 

Ҡара көндәр башланды Әмилә өсөн. Бер кем аралашмай. Осрашҡанда юлдың икенсе яғына сығалар. Балаларына ла көн бөттө. Дошман балаһы тип үсекләйҙәр. Иң ауыр, бысраҡ эшкә ҡушалар. Бармаҫ ине балаларҙы ашатырға кәрәк. Бишенсегә атаһының мираҫы булып Мораты тыуҙы. Шул баланы рәнйетеүсе лә табылды. Йәше тулып, һыу буйында имгәкләп йөрөгәндә артына сыбыҡ тығып киттеләр. Илап, ҡанһырап йөрөгәндә апаһы күреп ҡалып алып ҡайтып китә. 

Гитлер илгә һуғыш башлағас, бөтә ир-ат һуғышҡа алынды. Колхоздағы барлыҡ эш ҡатын-ҡыҙ елкәһендә ҡалды. Ни ғиллә менәндер силсәүит Исмәғил һуғышҡа китмәне. Яҡлаусыһыҙ ҡалған ҡатын-ҡыҙ өҫтөнән идара итеүе еңел икәнен бик тиҙ һиҙеп алып, бәйеле аҙғандан-аҙҙы. Һалдаткаларға бәйләнде. Әмиләнең дә ҡапҡаһын ҡағып ҡараны. 

1941 йылдың көҙө ине. Әмиләнең өлкән улы Фитрат тыны бөтөп йүгереп ҡайтып инде. 

-Әсәй, кейемдәремде әҙерлә. Иртәгә военкоматҡа барабыҙ, һуғышҡа китәм, - тине. Әсәһе асҡан ауыҙын яба алмай тыны ҡыҫылып саҡ-саҡ:

-Һуң, балам, һиңә бит әле ун алты ғына. Алмайҙар һине. 

-Силсәүит Исмәғил ун һигеҙ тип яҙыу бирҙе инде. Халыҡ дошманы балаһын иртә ебәрһәң дә ярай тине.

-Юҡ, бармайһың! Ебәрмәйем, - тип әсәһе күпме илаһа ла үҙ һүҙен һүҙ итте.

-Китәм инде, әсәй, бында барыбер һыйҙырмаҫтар, - тине хушлашҡанда Фитрат.  

Бер генә хаты ла килмәне балағынаһының. Һуғыш бөткәс кенә хәбәрһеҙ юғалды тигән ҡағыҙы килде. Йөрәктә генә тороп ҡалды улыҡайы.

1943 йылдың йәй башында Әүжәнгә ағас ҡырҡырға эшселәр ебәрергә райондан ҡарар килгәс, сельсовет башлығы Исмәғил исемлеккә иң беренсе итеп Кулибаева Бибинур тип яҙып ҡуйҙы. “Ун өс кенә йәш бит Бибинурға, Исмәғил. Нимә уйлап исемлеккә индерҙең уны”, – тип шарылдап илап килгән Әмиләгә мыҫҡыл итеп ҡараны Исмәғил . “Ҡапҡа тышынан кире бормайҙар уны, бына хәҙер илап та ултырмаҫ инең. Бел шуны - халыҡ дошманы балаларын иң беренсе ебәрәбеҙ,ун өс кенә булмаһа ярар ине, алдап яҙҙырғанһығыҙ йәшен. Ҡыҙың айыу тотоп менгәндәй. Бар әҙерлә Бибинурыңды!” - тип ҡыуып сығарҙы. Атаһына оҡшап эре кәүҙәле шул ҡыҙы. Ҡалайтһын, илай-һыҡтай оҙатты балаһын Әүжәнгә. Йөрәге һиҙгәндер инде Бибинурының, туғандарынан, әсәһенән айырыла алмай бер булды. Ҡат-ҡат ҡосаҡлап, сеңләп илап хушлашты. Күҙҙән юғалғансы ҡулын болғап барҙы. Ҡасан ғына әле гөрләп торған ғаиләнән береһенән-береһе бәләкәй өс бала менән тороп ҡалды Әмилә. Көҙгә ҡарай хат килде ҡыҙыҡайынан: “Ныҡ арыйбыҙ, әсәй, хат яҙырға ла хәл ҡалмай. Ҡыҙҙар менән ботаҡ сабабыҙ, өйәбеҙ. Бысҡы тартырға көсөбөҙ етмәй. Һеҙҙе һағынам әсәкәйем, һау ғына булығыҙ”, - тигән юлдар бар ине хатында. 

Тәүге ҡар күҙҙәре төшөп, һыуыта башлаған мәл ине. Иртә менән идараға саҡырып килде силсәүиттең йомошсо малайы. Шунда уҡ йөрәгенә ҡауға төштө Әмиләнең. Йүгерә-атлай барып инде идараға.

- Нишләп саҡырттың, - тине Исмәғилгә инеү менән.

-Ултыр әле, Әмилә, - тине тегеһе нисектер йомшаҡ тауыш менән. - Ней бит әле. Ҡыҙың Бибинурҙы ағас баҫҡан. Барып алырға ҡуштылар, ат бирәбеҙ. Тик кеше юҡ. Үҙең бараһыңмы, берәйһен яллайһыңмы тигәндәй. 

Ишетте Әмилә Исмәғилде. Тик ишеткәне аңына барып етмәне. Ауыҙын асты, өнө сыҡманы. Яңағы ауыртҡанға иҫенә килде. 

-Уф ҡотто алдың, - тине Исмәғил уны ултырғысҡа күтәреп ултыртҡан ыңғайҙа. - Һинең үлемең генә етмәй ине миңә хәҙер. Бар оҙат өйөнә, - тине ярҙамсыһына. 

-Бөгөн эшкә сыҡмаҫһың. 

Был бойороҡ Әмиләгә булды. Илай ҙа алмай ҡатып ҡалғайны Әмилә. Быуындары тотмай эләгә-ҡолай саҡ ҡайтып етеп, урындығына ауҙы. Әсәләрен был хәлдә күреп, балалары бер тауыштан ҡысҡырып илап ебәрҙеләр. Шунда ғына быуаһы йырылды Әмиләнең. Бик оҙаҡ иланылар дүртәүләшеп. Күпмегә һуҙылыр ине был хәл, ҡайнағаһының ҡатыны Шәһиҙә еңгәһе килеп инде. Ҡушылып иланы-иланы ла: “Ярай, килен, ни хәл итәһең, яҙмыштан уҙмыш юҡ. Ырыҫйән ағаһы барып алып ҡайтыр һеңлеһен”, - тип сығып китте. 

Аҙна тигәндә саҡ урап ҡайтты Ырыҫйән Әүжәндән. Юл аҙабы - гүр ғазабы, тип белмәй әйтмәгәндәр. Барғанда еңелерәк булғайны, ҡайтыр юлда ниндәй йөк менән ҡайтып килгәнен белгәс, берәү ҙә фатирға индермәне. Аптырағас, өшөп бөткән, йосоған егет урман ситенән ағас ботаҡтары ҡырҡып, һеңлеһенең кәүҙәһен ҡапланы. Айыу алып ҡайтып киләм, тип йоҡлап сыҡты бер-ике ауылда. Шәһиҙә еңгәһе менән икәүләп тәрбиәләп һалдылар Бибинурҙы. Ағас ботағы бер ҡолағынан инеп, икенсеһенән килеп сыҡҡайны бахыр баланың. Нисек кенә йөрәгем ярылмай, әллә күргән ҡайғыларҙан ташҡа әйләнде микән, тип үкһене Әмилә ҡыҙыҡайының ябығып ҡорҙай ғына булып ҡалған кәүҙәһен ҡосоп. 

-Ҡалайтаһың инде, тере кеше тереклеген итергә тейеш. Түҙергә тура килә, сабыр бул, - тигән булды Шәһиҙә.

Һуғыш бөтөп, тере ҡалғандар һуғыштан ҡайта башланы. Ҡайһыһы аҡһаҡ, ҡайһы сулаҡ, ҡайһы һуҡыр тигәндәй. Шулай булһа ла ҙур шатлыҡ көтөп алғандарға. Әмиләнең генә ҡапҡаһын бер кем дә ҡаҡманы. Улы ла, ире лә ҡайтманы. Тормош нисек барған шулай барҙы. Һаман да ситләтеүҙәр, ауыр эш. Кистәрен йоҡларға ятһа, күҙ алдына юғалтҡан балалары, ире килеп баҫа. Күҙ йәшенә һыуланған яҫтығын әйләндереп ойоп китһә, балаларын төшөндә күреп уяна ла, тағы бик оҙаҡ йоҡлай алмай ята. Иртәнсәк тубалдай булған башын саҡ күтәреп, тағы ла шул фермаға йүнәлә, көн дә шулай...

1948 йылдың июнь урталары ине. Инде ун икеләре тулған игеҙәктәр Миңдинур менән Фирғәт йылға аръяғындағы сауҡалыҡҡа еләк ҡарарға сыҡтылар. Мораттың аяғына кейергә булмағас, өйҙә ҡалдырҙылар. Берәр сеүәтә сейле-бешле еләк йыйып, ҡыуанышып ҡайттылар кискә ҡарай. Әсәй ҡайтҡас ашарбыҙ тип Миңдинур, ҡустыһына бер ус еләк биреп, ҡалғанын ултыртып ҡуйҙы. Ә Фирғәт алып ҡайтҡан еләген йоҙроҡлап ҡабығы менән ҡуша төйөргә кереште. Төйҙө-төйҙө лә, услап-услап һоғаланып ашаны. Эсең ауыртыр, күп ашама тип торһа ла Миңдинур, тыңламаны. Ҙур сеүәтә еләкте ашап бөттө. Аҙағынан күп итеп һыуыҡ һыу эсте. Эңер төшөүгә ҡарай эсен тотоп урындыҡта тәгәрәй башланы. Әсәләре һаман юҡ. Көн дә шулай иртәнән кискә тиклем колхоз эшендә. Өшөйөм, туңам, тине бер аҙҙан Фирғәт. Уртаға һалып, Морат менән икеһе ике яҡтан ҡосаҡлап, бер юрған ябынып яттылар. Эсен ҡосаҡлап ятҡан Фирғәт хырылдай башланы. Йоҡланы тип тынысланып, туғандары ла йоҡоға талды.

Әмилә ҡайтты арып-талып, балаларҙың йоҡлағанын күргәс, иртәнсәк уятып ашатып китермен, тип уйлап йоҡларға ятты. Нисектер тиҙ йоҡлап китте.

Иртәнсәк Фирғәт туғанынан килгән һыуыҡты тойоп, өшөп уянды Миңдинур. Күрәһең игеҙәге кистән үк үлгән, һыуынып та өлгөргән. Ҡото осоп ырғып торған ҡыҙ йоҡлап ятҡан әсәһен күргәс ҡысҡырып илап ебәрҙе. Тауышҡа тертләп уянған Морат та, ғәзиз балаһының үле кәүҙәһен ҡосаҡлап алған әсәһе лә берҙәй үкереп илап ебәрҙеләр. Фирғәтте ҡосаҡлап та, бер-береһен ҡосаҡлап та бик оҙаҡ иланылар. Еләкте күп ашама тинем, тыңламаны тип үкһене Миңдинур. Ҡул аҫтыма инде, ярҙамсым булыр тип өмөт итеп торған балаһынан да яҙҙы Әмилә. Әлдә шул Шәһиҙә еңгәһе бар. Ғүмер генәһе ҡыҫҡаҡ булған икән балаҡайҙың. Ожмах ҡошо ғына инде сабый, тип һөйләнеп, берсә киленен, берсә балаларҙы йыуатып, һуңғы юлына тәрбиәләп оҙатышты бахыр баланы.

Бер-бер артлы өс балаһын юғалтҡан Әмилә бөтөнләй эскә йомолдо. Эшенә бара, ҡайта. Бар һыуға төш, утҡа ин тиһәләр ҙә, һис һүҙһеҙ инеп китер ине.

Был хәленән уны Йосоп ҡарт сығарҙы. Ғүмерҙә аяҡ баҫмаған, осрашҡанда һөҙә ҡарап үткән был кеше килеп ингәс, тағы ниҙәр ишетәһем бар икән. Был ҡартҡа ни кәрәгем тейҙе икән, тип Әмилә аптырап китте, балалар ҙа һағайҙы. 

-Йә һаумыһығыҙ, - тине ҡарт өйҙө күҙҙәрен йөрөтөп ҡарап. Эйе бар ине донъяның артына тибеп йәшәгән сағығыҙ, тип уйланы эстән генә үҙе. - Мин килен бер ҙур тәҡдим менән килдем бит әле тине урындыҡҡа йәйелеп ултырып алғас. - Ҡапҡаңды һат миңә . Бер күнәк он бирермен. Йәнә лә урынына үҙемдең ҡапҡаны алып килеп ҡуйырмын. Балаларың бер туйғансы ашап алыр. Үтә күренеп торалар ана аслыҡтан.

-Ыста, ағай,ҡалайтып Нәғимдең ҡапҡаһын бер күнәк онға биреп ебәрәйем. Ҡарағастан бит ул. 

- Ҡапҡаң шәп булғанға килдем дә мин. Үҙемдең балаларға мираҫ итеп ҡалдырырға иҫәп. 

-Ә минең балаларға, - тине Әмилә.

-Балаларың ҡалһа ҡалдырырһың, - тине ҡарт ишектән сығышлай. - Уйлаһаң хәбәр итерһең.

Ҡапҡа бик йәл дә ҡалайтһың. Балалар бер аҙ тернәкләнеп ҡалыр, ыумас ыуып ашатырмын исмаһам, тип аптыраған көндән риза булды ҡатын.

Шәһиҙә еңгәһе, йәнә лә анау Нурғәле булмаһа ҡалайтып имен сығырҙар ине оҙон, һыуыҡ ҡыштарҙы. Ярты ауылды аслыҡтан алып ҡалһа ла, Нәғимдең изгелеген бер Нурғәле онотманы. Йәшенеп кенә килеп, Нәғим ағай алып ҡалды беҙҙе аслыҡтан тип, бер аҙ он йә ярма ҡалдырып киткеләне.

-Күсей баҫыуында көҙҙән башаҡ күп ятып ҡалған икән. Кисә Үрге урам бисәләре йыйып ҡайтҡандар. Әйҙә беҙ ҙә башай сүпләп ҡайтайыҡ, Миңдинурыңды ла ал. Күберәк сүпләрһегеҙ, - тине бер көн Шәһиҙә еңгәһе. 

-Ҡурҡам бит әле, еңгә. Эләгеп ҡуйһаҡ ябып ҡуйырҙар. 

-Иртә таңдан барырбыҙ, оҙаҡ йөрөмәҫбеҙ. Аҙыраҡ бутҡалыҡ йыйып ҡайтырбыҙ. 

Моратын өйҙән сыҡмай бикләнеп ултырырға ҡушып, тиҙ әйләнербеҙ тип ике бөртөк картуф ҡалдырып, үҙҙәренсә бик шәпләп атлап юлға сыҡтылар.

Көн ныҡлап яҡтырғансы барып етеп, хәтһеҙ башай йыйып алдылар. Ысынлап та, күп ятып ҡалған башай. Ул арала тегендә бында ҡатын-ҡыҙ, бала-саға күренде. Бер аҙ йыя бирәйек тә, ҡайтырбыҙ тигәнсе әүрәп киткәндәр. Әллә ҡайһы арала көн боҙолоп, әсе ел сыҡты, буранлап-буранлап рашҡы яуа башланы. Ҡайтырға сыҡҡан булдылар ҙа ней, күҙ асҡыһыҙ буран башланды, көслө ел аяҡтан йыға. Һис ҡаршы барырлыҡ түгел, аптырағас Күсей ауылындағы таныштарына инеп торорға булдылар. 

Ике көн ҡоторҙо ла ҡуйҙы буран. Өсөнсө көнгә саҡ ҡайтып килделәр ауылға. Балаҡайым, Моратым! Ас нәмә туңып ҡына үлде инде, тип сеңләп илап урындыҡта мөйөштә генә атаһының бишмәтенә уранып ятҡан балаһына ҡағылды Әмилә. Иҫән икәнен аңлағас: “Уй Аллам, ҡөҙрәтең киң. Тере-тере балаҡайым!” - тип Моратын күкрәгенә ҡыҫты. “Нурғәле ағай ҡатыҡ бирҙе тәҙрәнән. Яртыһын эскәйнем кисә, уянһам туңған, ялап яттым”, - тип шыбырланы малайы. Ярыҡ тәҙрә өлгөһөнә иҫке тоҡто йомарлап тығып ҡуйғайны. Шунан һоноп китте ҡатыҡты Нурғәле. Ҡатындарҙың Миңдинурҙы эйәртеп Күсей яғына юл тотҡандарын күреп ҡалғайны ул. Буран сығып киткәс, әсәләре ҡайта алмаҫ тип Мораттың хәлен белергә килһә, ишек бикле. Шуға тәҙрә ярығынан биреп китте.

Тиреләре тегеп ҡуйылмағас ни аслыҡ-яланғаслыҡҡа ҡарамай балалар үҫә бирҙе .Ҡыҙына ун ете, малайына ун биш тулып үтте.

Миңдинуры инде ике йыл рәттән әсәһе менән бергә фермала һыйыр һауа. Мораты быҙау көтә. Асыҡмайҙар хәҙер. Шуныһына бик ҡәнәғәт Әмилә.

Ил башлығы ныҡ ауырығандан һуң үлеп ҡалған, тигән хәбәр ауылға ла килеп етте. Сельсовет башлығы Исмәғил ауыҙынан төкөрөктәрен сәсә-сәсә телмәр тотто. Дошмандар ҡыуанмаһындар беҙҙең рәттәр әле ныҡ тине Әмиләгә ҡарап. Кемдәрҙер һыҡтап иланы, кемдәрҙер башын эйҙе, ә Әмиләнең эсендә өмөт уянды. Кем белә, бәлки, Нәғимем терелер. Кем белә, тигән уй мейеһен сүкеп торҙо. Бер нисә көндән башлыҡ үлеү ҡайғыһынан туҡтауһыҙ эскән Исмәғилде эшенән сығарып киттеләр. Эйе өмөт уянды Әмиләнең күңелендә, ҡараңғынан яҡтыға сыҡҡан кеүек тойҙо үҙен. Балаларым мин күргәнде күрмәҫ, бәхетле булырҙар, Нәғимем дә ҡайтыр, үҙе ҡайтмаһа ла яҡты исеме ҡайтыр. 

Эйе ишетеләсәк әле хәбәр Нәғим тураһында. Әмиләнең ейәнсәре Нурияға килгән егетте төндә бер кеше туҡтатасаҡ. Ошолайыраҡ һөйләшеү буласаҡ улар араһында. 

-Тороп-тор әле, егет, кем ҡыҙына киләһең? Йә инде оялма, әйт, - тиәсәк оялып башын эйгән егеткә. 

-Миңдинур ҡыҙына. 

-Ә бик шәп, данлыҡлы тоҡом. Яңылышмаҫһың уның ҡыҙын алһаң. Миңдинурҙың атаһы менән бер вагонда барырға тура килде һөргөнгә. Ыздарауай кәүҙәле урыҫ вагонға бирелгән икмәкте бер үҙе ашап килә ине. Бер мәл быға тиклем өндәшмәй килгән Нәғим ағай тороп баҫты. Бәһлеүән инде торғаны, киң яурын, суҡмарҙай йоҙроҡ. Бер генә тондорҙо урыҫҡа. Осоп барып төштө теге мөйөшкә. Ҡабат башын да ҡалҡытманы барып еткәнсе. Һөргөндә лә ҡарап йөрөттө. Тик айырҙылар беҙҙе. Артабанғы яҙмышын белмәйем. Бригадир итеп ҡуйғандар, тип кенә ишеттем, ҡатынына әйтмәнем. Һин дә әлегә өндәшмә егет. Иртәрәк әле. Килер бер көн, күкрәк киреп ҡысҡырырбыҙ...

Шуны әйтеп, сәйер кеше төн ҡараңғыһына инеп юғаласаҡ.

 Эйе яҡты исеме ҡайтасаҡ тыуған яғына Башҡорт ғәскәренең данлыҡлы эскадрон командиры, аслыҡ йылында йотлоҡтан ярты ауыл халҡын алып ҡалған көөслө рухлы бәһлеүән Нәғим Кулибаевтың. Гәзиттә нахаҡ рәүештә ҡулға алынған кешеләрҙең аҡланыуы тураһында сыҡҡан хәбәрҙе уҡығас, Нәғимдең бер ейәне, Мораттың улы, үҙен мәктәптә уҡығанда дошман балаһы тип ыҙалатҡан уҡытыусыһының битенә шул гәзитте бәреп китәсәк. Йыландың үҙе үлһә лә ағыуы ҡала тигәндәй, осрап торған ундай уҡытыусылар. 

Ә күп ауырлыҡтар аша үткән, кәмһетеү-рәнйетеүҙәргә дусар булған, күргән ҡайғыларынан артабан йәшәргә көс тапҡан Әмилә Моратының ғаиләһендә ейәндәрен һөйөп, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәп күсәсәк теге донъяға. Ошо көн

дәргә тиклем көттөм мин олатайыңды, тип әйтәсәк ейәнсәренә һуңғы һулышын алғанда.

Гөлдәр КӘРИМОВА.

Автор: Альмира Аюпова
Читайте нас