Нәзирәнең Әнисә исемле һылыу ҡыҙы бик уңышлы кейәүгә сыҡты. Ни тиһәңдә, ҡоҙа – ҡоҙағыйҙары районда өс – дүрт магазин тотҡан, билдәле генә эшҡыуарҙар. Район үҙәге - Ҡот – баллы ҡалаһында гөрләтеп туй үткәреп, бер бөртөк улдары менән килендәренә “Майлы ҡоймаҡ” исемле икмәкхана, йәғни бәлеш, күмәс бешереү цехы бүләк иттеләр.
Бындай бүләккә йәштәрҙән бигерәк тә, Нәзирәнең тыуған ауылында эшһеҙ ятҡан, ике туған апаһы Зилиә ҡыуанды. Бәлки, зат – зәүер күреп, һатыусы, йә кондитер итеп эшкә алырҙар, тип өмөтләнде. Булды бит шундай заманалар, ул саҡтарҙа күптәр эшһеҙ ултыралар ине.
Ләкин Нәзирә апаһының йомошон ишеткәс, үҙен эре генә тотоп, теләр – теләмәҫ кенә һөйләште. Йәнәһе, ҡыҙы менән кәңәшләшеп, эшкә тик йәш, буй – һынға һылыу ғына ҡыҙҙарҙы алырға килешкәндәр икән. Баҡһаң шулай итеп һатып алыусыларҙы ылыҡтыралар имеш. Йәш, һылыу ҡыҙҙарҙы күрергә тип, ир – егеттәр ашҡынып торалар бит ул!
...Йыл артынан йылдар үтте. Бәләкәй генә ҡалала сауҙа нөктәләре күбәйгәндән – күбәйҙе. Ниндәй урамға барма – йә кафе, йә магазин. Етмәһә һәр мөйөштә шаурма һаталар. Конкуренция тигән нимәләре кинәт кенә артты ла китте. Һатып алыусылар юҡ иҫәбендә. Шуға килем дә ныҡ кәмене. Эш хаҡын ваҡытында түләмәгәс, эшләргә кешеләре лә ҡалманы тиерлек. Хужалары «Майлы ҡоймаҡ» ҡа эшкә саҡырып, аҙна һайын тиерлек район гәзитәһенә иғлан биреп, мәж килә.
Нисә йылдар буйына исмаһам бер хәл белешмәгән Нәзирә, бер көн үҙе башлап, инде алтмыш йәшенә кереп барған апаһына шылтыратты.
-Апай, хәлдәрең нисек? Беҙгә эшкә килергә теләгең юҡмы? Эшләрлек юнле кеше лә ҡалманы бит! Йәштәрҙе әйтер инем, оҙон – оҙон, осло тырнаҡтар үҫтереп, уларҙы лакка буяп, эшкә килгән булалар. Уйлап ҡара, улар нисек итеп ҡамыр баҫһын, күмәс бешерһен, билмән бөкһөн инде!? Етмәһә, ҡулдарындағы заманса «крутой» телефондарынан күҙҙәрен алмайҙар! Эй, Хоҙайым, килде бит заманалар. Бына булалмай үҙемдә ҡыҙым эргәһенә эшкә сыҡтым әле! Теләгең булһа, әйҙә, кил. Бергәләп ҡоймаҡ, күмәстәр бешерербеҙ!
Рамай Ҡаһир.