Бөтә яңылыҡтар

Иргә ҡанат ҡуйыр бер һүҙ... 

Хикәйә.

 Солтан ҡарттың хәле мөшкөлләнде.  Ошоғаса тәнтерәкләп булһа ла ишек алдында шығырҙап йөрөй инде әле. Быйыл ҡыш үҙ йомошона ғына көнөнә бер нисә тапҡыр сығып әйләнгәндә хужаларса ихатаһына күҙ һалып инә лә, йомшаҡ түшәгенә сума. 

 - Өйҙә генә ултырмай, башым әйләнә тиһең дә. Анауынсама расхутланып был унитазды нимәгә ҡуйҙың? Ҡыш көнө рәхәтләнеп ҡулланмай. Йә тайып ҡолап  ятырһың, оло кешегә күп кәрәкме, үҙеңде һаҡламай әҙерәк.

- Килешкән һиңә килешһен өйҙө һаһытып ултырыу, хәлем барҙа йөрөйөм әле, Аллаға шөкөр. Үҙ йомошоңа тышҡа сығып әйләнеү үҙе бәхет тә. Теләйһеңме, теләмәйһеңме ун биш минут саф һауа һулап инәһең, аяҡтарыңа хәрәкәт, тәнгә ҡан югерә. Ә төнөн тышта күккә,  йондоҙҙарға бер баш күтәреп ҡарауың ни тора, көтәләр бит улар мине. Тик улар ҙа хәҙер һирәкләнделәр, йәш саҡтарҙағы кеүек шаярышып  йымылдамайҙар, тоноҡланып ҡалғандар. Ҡорҙаштар  китеп бөттө, хәҙер бер йыуаныс, ихатаңда бер әйләнеп инеү, шуныһынан бына яҙҙырмаһын...

- Эй, һинең шул булыр мәңге, үҙ һүҙлеһең. Бөгөн кискә Зариф кейәү өндәшкәйне, барабыҙмы? Үҙем машина менән килеп алам, килтереп ҡуям, тине. Тыуған көнө икән, йә, илле бише лә тулып киткән. Әле яңы ғына кейәү булып төшкәйне...

- Сеү, хәбәреңде уйлап һөйлә, килен түгел дә төшөргә. Ҡалай матур өй төҙөгән. Балалары ла урынлашҡан. Әүәлерәк барып күрҙем, таҡта ташытты белорус арбаһында. Тырыш малай булып сыҡты Әҡлимәнең кейәүе.

Барып булмаҫ, алдан әйтерһең, урыныма үҙ тиңдәрен әйтһен, донъя алмаш килә ул, уларға ҡалды йәшәргә.

Был турала һүҙ шуның менән бөттө, йәш саҡтары түгел ул ҡунаҡтан ҡалдым, был сараға барманым тип үкенергә, оло ҡунаҡта ултырырға  ла хәл кәрәк тә, рәхмәт кешегә һанап саҡырыуҙарына.

Иртәгәһенә төшкө аштан һуң йоҡлап алыуҙарына, һаҡ ҡына ишек ҡаҡтылар.

- Мөмкинме?

- Әйҙә, кейәү үт. Маҡтап йөрөйһөң, әле генә бәлешемде һүндереп, ятып торғайным, һыуынмағандыр ҙа.

Ауыл ерендә ҡырҙан төшкәндәрҙе килен, ҡыҙҙарға өйләнгәндәрҙе кейәү тип әйтергә өйрәнгәндәр. Туғанмы ул, бөтөнләй сит ырыуҙанмы, кейәү, килен.

- Рәхмәт, әле генә табындан торҙом. Ағай кисә килә алмаҫмын ҡунаҡҡа, тигәнгә бөгөн хәлен белергә килдем. Мәшәҡәтләнмәгеҙ сәй ҡуям тип, бына күстәнәс  алып килдем, кәләш һалды, быныһы үҙемдән.

Өҫтәлгә бер яртыһын сығарып ултыртты.

- Әйййй... Кейәү, күптәнән эсмәйем мин.  Ваҡытында күп һемерелде инде, хәҙер бармай. Үҙең ҡойоп эс, ауырыйыңдыр ҙа кисәгенән һуң. Әйҙә яҡынла өҫтәл артына.

Әбейе әҙерләгән табын артында борғоланған кейәүҙең юҡҡа ғына килмәгәнең аңғарғайны инде. Ҡыйыуһыҙ ғына үҙенә үҙе ҡойоп эскәс тә бер аҙ ситһенеп уйланып ултырҙы.

- Ағай, рәхмәт әйтергә килдем мин һиңә. Кисә саҡырғаным да шуның өсөн ине. Күптәнән ҡунаҡҡа саҡырып түремә ултыртып, һыйлап әйтергә ине был рәхмәтемде. Бер ҙә рәте сыҡманы ошоғаса: өйҙө төҙөп бөтәйем, балалар расходы... Ҙурҙы уйлап, әҙҙән ҡоро ҡалдырып тик йөрөнөм һеҙҙе.

- Юҡты һөйләмә әле. Һиңә бер яҡшылығым тейгәнен хәтерләмәйем. Пилорамдан бер таҡта алып килеп өйөңә ауҙарҙым, уныһына ла һәйбәт түләнең. Үҙеңә рәхмәт, ҡарт тип тормай анауынсама ҡунағың араһына өндәшкәнгә. Бармаһам да барғандай булып ҡыуандым.

- Юҡ, ағай, һин минең ғаиләмде һаҡлап ҡалдың ваҡытында, кешеләр алдында абруйымды күтәрҙең.

- Яңылышаһыңдыр, кейәү, бер ҙә генә иҫемдә юҡ, кем менәндер бутайһыңдыр.

- Хәтерләйһегеҙҙер, ошо ауылға кейәү булып килдем. Ғәрлек инде, тик барыр ерем юҡ ине. Детдом балаһы инем бит. Һөнәр биреү колледжында кәләш менән таныштыҡ, йәш саҡ, уныһы-быныһы булды, кәләш ауырға ҡалған. Ҡайным-ҡәйнәмдәргә танышырға алып ҡайтты, минең ҡыйыулыҡ етмәҫ ине килергә. Ҡәйнәмдең холҡон беләһең, ниндәй генә һүҙҙәр әйтеп бөтмәне, ғүмергә лә оноторлоҡ түгел. Ҡайным аҫтыртын мыҫҡылланы. Түҙҙем, барыр ерем юҡ ине. Никах уҡыттылар, улар менән бергә йәшәй башланыҡ. Минең аҡса ҡайҙан булһын, бер айлыҡ стипендияның юлға түләгәндән ҡалғаны кеҫәлә ятҡандыр. Шул аҡсаға никах тип ауыҙ ас әле. Көлкө инде, ҡәйнәмдәрҙең әрләрлеге лә бар.

Ниндәйҙер ҡаты тәртиптә йәшәнеләр ҡайным менән ҡәйнәмдәр, кеше инмәй, үҙҙәре сыҡмайҙар. Детдомда күптәр менән аралашып йәшәгәс миңә тәүҙә ныҡ ауыр булды, конвой аҫтында йәшәгән кеүекмен. Тор, аша, сыҡ, эшлә, йоҡла. Приказ артынан приказ. Эшләгән эшем дә уларға оҡшамай. Хәҙер уйлайымса, мин үҙем белмәгәнмен эш рәтен. Ҡайным артынан эйәреп йөрөйөм. Эшһеҙ ултырһаң оят, ҡырын ҡарайҙар, үҙем башлап тотонһам, тағы оҡшатмайҙар.

Унан, беләһегеҙ, ҡайным китеп барҙы, йәшәрләге бар ине лә, йәшләй китте. Ҡәйнәм миңә ҡаныҡты бит, ҡайным бөтмөр булды, эшһеҙ торманы, хәҙер минән шуны талап итәләр, эшләһәм яратмайҙар.

Ниңәлер, үҙҙәре кешенән ярҙам һорамай йәшәгәндәрме, әллә кеше яратмағандармы, яманлап һөйләйем инде, урындары ожмахта булһын - гел кешеләр тураһында яман ҡарашта булдылар. Берәү менән дә ҡатышып йәшәгәндәрен белмәйем. Ҡайным үлгәс, миңә ер һөрҙөртөргә, бесән, утын әҙерләргә кәрәклеген беләм, яңғыҙ эшләй торған эш түгел, үҙем дә юғалып ҡалдым. Ул кеше менән һөйләшһәң, ул - эскесе, был - яуыз, һаран, теге уҫал, ҡаты...

Һеҙгә лә ҡурҡа-ҡурҡа ғына барҙым, алдан уҡ һеҙҙең кем икәнлегегеҙҙе ҡәйнәм яҡшы төшөндөргәйне. Үҙе берәүгә баш эйеп барманы, гел мине йөрөттө. Кире һуҡманығыҙ: ташырға икән, әйҙә! Барлыҡ үҙегеҙҙең кәрәк-ярағығыҙҙы тейәп, ике көн бесән ташыныҡ. Белмәгән еремдә бер әрләмәнегеҙ. Тыныс өйрәткәс, мин дә ҡыйыуланып киттем. Кис ҡәйнәм алдында башым күтәрелде, бер ҙә ҡурҡмай аштарын тәмләп ашаным.

- Әәә... Хәтерләнем хәҙер. Түләүле эшкә рәхмәт әйтерлеге юҡ инде, ҡәйнәң аҡсаһын түләне ул.

- Бар шул, бар. Бесән индергән ерҙә тыш яҡтан тауҙай булып баҡсаны таҙалағандан һуң өйөлгән ботаҡтар бар ине, трактор арбаһына инергә ҡамасаулай тип, КУН-дың һәнәгенә элеп шуларҙы урмандағы соҡорға алып барып ауҙарҙың, ағай. Мин әйтмәнем был эште, ҡәйнәм мине маҡтаны. Икенсе йылына баҡсалағы тиреҫте тараттың бесән килтергәндә, тағы мин маҡталдым. Әҙерәк тын алып ҡалдым. Һарай, урам тирәһендә эштәрҙе ваҡытында эшләргә өйрәнгәйнем инде. Бәпесебеҙ тыуҙы, эшкә лә төштөм, ҡәйнәм мыжыуына түҙерлек.

Сығырымдан сыҡҡан мәлдә  һин осраның. Утын алдырҙыҡ, шуны бысып, ярып, өйөп ҡуйырға әҙерләнәм. Ҡойма буйына ауҙарғандар, ҡәйнәм  ярылған утындарҙы уратып арттан ташырға ҡуша, мин бер-ике таҡтаны һурып алып, тишегенән ырғытырға уйлайым. Оло тауыш сыҡты, ҡайным төҙөгән донъяһын емермәксе икәнмен, "әрәмтамаҡ, ас бет әсе тешләй" - нимә генә ишетмәнем.

Түҙмәнем был юлы, магазиндан бер ярты алдым да, күтәрә һуғып, килен булып төшкән ауылды ташлап китергә булдым. Урынлашһам, теләһә, кәләште килеп алырмын, килмәһә, айырылышырбыҙ.  Былай йәшәп булмай.

Магазиндә һин осраның, ағай. Тышта белорусың тора.

- Ниңә бошоңҡоһоң?..

- Утын килтергәндәр, аптырап торам әле, нисек ярып, ташып бөтөргә... - Ҡәйнәм талап сығарҙы тип әйтә алмайым да, китергә йыйыныуымды ла әйтеү ирлек түгел, эштән ҡасҡан тиерҙәр.

 - Күрҙем, әйҙә киттек,..

.Белорусыңдың КУНы менән генә бер нисә тапҡыр ҡойма аша күтәреп төшөрҙөң биш метрлыҡ әрҙәнәләрҙе. Һуңынан теге яртыны икәүләп һуҡҡас, китеп тә барҙың. Ҡабалана инең.

Ҡәйнәм китте яҙылып. Кейәү ҙә кейәү... Тик мин былай оҙаҡ йәшәй алмаҫымды аңланым, буш торған өйгә башҡа сыҡтыҡ. Дәртләнеп өй һала башланым. Үҙең дә һиҙмәй минең ғаиләне һаҡлап ҡалдың һин, ағай. Әтеге юлы ысынтылап китергә йыйынғайным.

- Тормошта улай ғына хәлдәр була инде... Үтә ул...

- Ҡәйнәмдеке үтмәне шул. Үлгәнсе кеше яманланы, берәү менән аралашманы. Хатта туғандары менән һыйышманы, ярай ожмах түрендә булһын, Аллаһыбыҙ хөкөмөндә хәҙер.

Рәхмәт һиңә, ағай, ваҡытында ныҡ ярҙамың тейҙе. Әйҙә тигәнеңдән дәрт-дарман өҫтәлде. Ҡайтайым инде, ваҡытығыҙҙы алдым.

Нисектер еңеләйеп, өҫтөнән ауыр йөк төшкәндәй сығып китте хәҙер ир уҙаманына әүерелгән кейәү.

Солтан ҡарт та йәнләнеп китте, йөҙөнә ҡәнәғәтлек, булмышына дәрт өҫтәлгән ине.

Гөлдәр әбей.

Автор: Альмира Аюпова
Читайте нас