Бөтә яңылыҡтар

Ҡатыныма һөйәр табырға тәҡдим иттем...

Тормошом башҡаларҙыҡы кеүек түгел, ә бит барыһы ла матур ғына башланған ине. Ҡатыным минән дүрт йәшкә бәләкәй. Уның сибәрлеген әйтеп аңлатырлыҡ түгел. Ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ. Уның менән өс йыл элек эштә таныштыҡ. Мин ул ваҡытта яҡшы урын биләй инем, ул яңы ғына эшкә килгән һылыуҡай.

Бер күреүҙән оҡшаттым үҙен. Үлеп ғашиҡ булдым. Уның тышҡы ҡиәфәте генә түгел, эске дөньяһы ла иҫ киткес ине. Уға күҙ атыусылар аҙ булманы, тик мин барыһынан да өлгөрөрәк булып сыҡтым. Артынан оҙаҡ йөрөмәнем дә, өйләнешергә тәҡдим иткәс, риза булды. Шулай итеп, беҙ матур ғаилә булып йәшәй башланыҡ. Йыш ҡына сит илдәргә йөрөнөк, донъя гиҙҙек, ял иттек. Бала тураһында хыялландыҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы өлгөрмәнек.

Мин юл һәләкәтенә осраным, умыртҡа һөйәгем һынды. Ғүмерлеккә инвалид булып ҡалдым. Кәүҙәнең аҫҡы өлөшөн тоймайым. Инвалид коляскаһында хәрәкәт итәм. Ҡатыным – таянысым, ауыр ваҡытта ла, әле лә гел минең менән. Дауаханала ятҡанда ла көнө-төнө эргәмдән китмәне китмәне. Өйгә ҡайтҡас та янымда булды. Эшенән китмәне, әммә ярты ставкаға күсте. Шуға күрә күп ваҡытын минең менән үткәрә. Мин дә,  файҙам булһын тип, өйҙән дизайн-проекттар эшләй башланым. Сәнғәт мәктәбен тамамлауымдың кәрәге сыҡты. Бер һүҙ менән әйткәндә, әҙме-күпме булһа ла аҡса эшләй алам.

Тик йәш, сибәр ҡатынымдың ир наҙы күрмәй йәшәүенә йөрәгем әрней. Үҙемә урын таба алмайым. Үҙемде ғәйепле итеп тоям. Уға бала табырға, бәхетле булырға кәрәк. Ә ул мине  - ярым ярты кешене һаҡлап ғүмерен үткәрә. Был хаҡта үҙенә күп тапҡырҙар әйткәнем булды. "Ҡалдыр мине, кейәүгә сығып бәхетле бул", – тинем. Ләкин ул ишетергә лә теләмәй. Бер көндө үҙенә һөйәр табырға тәҡдим иттем. "Булмаһа, берәйһе менән таныш та, осраш", – тинем. Ә ул был һүҙҙәрем өсөн битемә һуҡты. Һуңынан кискә тиклем һөйләшмәй йөрөнө. Уның кеүек матур ҡыҙға наҙһыҙ йәшәргә ярамай. Ул бит сәскә кеүек һулыясаҡ!

Әлбиттә, мин ҡатыныма сикһеҙ рәхмәтлемен. Ул, ысын мәғәнәһендә изге кеше. Хәҙерге заманда ҡатын-ҡыҙҙар бөркөт кеүек көслө, һау ирҙәре өҫтөнән лә йөрөй. Ә минең ундай түгел, ул тоғро, артығы менән яҡшы. Мин уны өҙөлөп яратам. Хатта хәҙер ҙә күҙемә йәштәр килә... Әгәр ҡатынымдың осрашып йөрөгән кешеһе булһа, мин быға һөйөнәсәкмен генә. Нисек кенә ауыр булһа ла... Әгәр минән китергә теләмәй икән, китмәһен, ҡалһын. Тик уның балаһыҙ ҡалыуын, әсәйлектән мәхрүм булыуын теләмәйем. Быны үҙенә нисек итеп аңлатырға? Мин уны балалы ла, бәхетле лә итә алмаясаҡмын...

Тимур М.

“Шәһри Ҡаҙан”

Автор:
Читайте нас