Бөтә яңылыҡтар

“Һинең был донъяла барлығыңды белеү кәрәк”

Артем шул саҡ әсәһен иҫенә төшөрҙө. Кеҫәһенән телефонын алып ҡараны. Аҙаҡҡы хатты ул үҙе яҙған, унан һуң хаттар юҡ. Әсәһенең алты көн элек бәйләнештә булғанлығы күҙенә салынды. Ирҙең күңелендә ниндәйҙер хәүеф тойғоһо барлыҡҡа килде. Әсәһе бер ҡасан да телефонын, интернетты һүндермәй ине: “Һин шылтыратһаң, күрмәй ҡуйыуым бар бит”, тип ҡайғыра ине. Ул тиҙ генә әсәһенә шылтыратты. Шылтыратыу бармай. “Абонент бәйләнеш зонаһында түгел!” тип яуаплай теге яҡтан оператор. Ул тағы шылтырата. Тағы ла. Артемдың күңелен шундай көслө ҡурҡыу тойғоһо биләне, ул ҡайҙалыр эс тәңгәлендә башланып тамаҡҡа тиклем менеп етә лә, күңелде өшөттөрөп ебәрә. Ул дуҫтары менән хушлашып та тормайынса машинаһына сығып ултырҙы ла, тыуған ҡасабаһына йүнәлде. Ир төнгө трасса буйлап бар ҡағиҙәләрҙе боҙа-боҙа,  юғары тиҙлектә ҡыуҙы ла ҡыуҙы...

 

“Әсәй, ни эшләп миңә шул һүрәттәрҙе ебәрәһең ул? “Хәйерле иртә”, “Хәйерле көн!”... Уларҙан минең телефоным эшләмәй башланы, хәтерен таҙартып торор кәрәк гел генә. Эш буйынса ғына яҙ ҙа, ебәрмә миңә теләһә нимә! Әллә әйтер хәбәрең, яңылыҡтарың юҡмы? Минең һин ебәргән һүрәттәрҙе ҡарарға ваҡытым юҡ, етмәһә әллә ниндәй бесәйҙәр тураһында шиғырҙарҙы!”.

Артем асыуланып смартфонын өҫтәлгә ырғытты. Смартфонда матур ғына аҡ ҡуян төшөрлгән асылма һәм “Көнөң ҡояшлы булһын!” тигән яҙыу күренә ине.

Артемға 35 йәш. Ҙур ғына IТ-компанияла программист булып эшләй. Уның бар тормошо компьютерҙарға, программалаштырыуға һәм икһеҙ-сикһеҙ мәғлүмәт  ағымына бәйләнгәйне.

Уның әсәһе Вера Павловна ҡаланан 300 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан бәләкәй ҡасабала йәшәй. Ярты йыл элек Артем уға үҙенең иҫке сматрфонын бүләк итте. Әсәһе тиҙ арала WhatsApp-ты өйрәнеп алды.

Шул осорҙан алып Артемға көн юҡ. Һәр иртә әсәһенән “Хәйерле иртә!” тигән яҙыу һәм ҡәһүә сынаяғы төшөрөлгән, кисен “Фәрештәләр һаҡлап йөрөтһөн!” тигән кеүек асылмалар килә. Көн һайын яңы асылмалар, бығаса ебәрелгәндәре бер ҡасан да ҡабатланмай! Тик “Хәйерле иртә!”, “Хәйерле кис!”, “Тыныс йоҡо!”, “Эшеңдә уңыштар!” тигән яҙыуҙар ғына үҙгәрмәй.

Артем әсәһенең сәләмдәренә тәүҙә смайликтар ғына ҡуйҙы. Һуңынан уларын да ебәрмәй башланы. Ә бөгөн бына асыуы ташты ла ҡуйҙы, әсәһенә шул һүҙҙәрҙе яҙып ебәрҙе...

Вера Павловна улының хатын уҡыны. Яңылыҡтар булмаһа – яҙма, тигән. Ул тышҡа ҡараны. Унда шыҡһыҙ, ямғырлы көҙ хөкөм һөрә.

Уның ниндәй яңылығы булһын инде? Бесәйе Барсик сысҡан тотҡанды яҙырғамы? Әллә күрше Валя әбей почтальон менән әрләшкәндеме? Бөгөн иртән ҡан баҫымы 180-дән үтеп киткәнен еткерергәме? Был хәбәрҙәр цифлы киләсәкте булдырырға ярҙам иткән Артем улы өсөн яңылыҡтыр шул...

Вера Павловна ҡаты итеп көрһөндө лә күҙ ситенән атылып сыҡҡан әсе күҙ йәштәрен һөртөп, кискелеккә ебәрермен тип әҙерләгән асылманы юйҙырҙы.

“Ярай, Артем улыҡайым, башҡа ебәрмәҫмен,” – тип кенә яҙҙы ла, әҙерәк уйлағандан һуң ҡабат юйҙы әсә. Ниңә буш менән улының ваҡытын алырға, тип уйланы ла телефонын диван эргәһендәге комодҡа һалып ҡуйҙы.

Артемға рәхәт ине. Телефонға хәбәрҙәр килмәй, эштән бүлмәй. Асылмалар, ҡыҙыҡ видеолар ҙа юҡ.

“Ниһайәт, аңланы шикелле”, – тип уйланы ул.

Бер аҙна үтте.

Йома кисендә ул дуҫтары менән барға ял итергә сыҡты.

  • Кисә ҡатыным ҡыяр тоҙлау буйынса видеорецепт ебәргән! Кәрәге тейер, ти! ­– тип көлә бер хеҙмәттәше.

Барыһы ла уға ҡушылып көлөп алдылар.

Артем шул саҡ әсәһен иҫенә төшөрҙө. Кеҫәһенән телефонын алып ҡараны. Аҙаҡҡы хатты ул үҙе яҙған, унан һуң хаттар юҡ. Әсәһенең алты көн элек бәйләнештә булғанлығы күҙенә салынды.

Ирҙең күңелендә ниндәйҙер хәүеф тойғоһо барлыҡҡа килде. Әсәһе бер ҡасан да телефонын, интернетты һүндермәй ине: “Һин шылтыратһаң, күрмәй ҡуйыуым бар бит”, тип ҡайғыра ине.

Ул тиҙ генә әсәһенә шылтыратты. Шылтыратыу бармай. “Абонент бәйләнеш зонаһында түгел!” тип яуаплай теге яҡтан оператор. Ул тағы шылтырата. Тағы ла.

Артемдың күңелен шундай көслө ҡурҡыу тойғоһо биләне, ул ҡайҙалыр эс тәңгәлендә башланып тамаҡҡа тиклем менеп етә лә, күңелде өшөттөрөп ебәрә.

Ул дуҫтары менән хушлашып та тормайынса машинаһына сығып ултырҙы ла, тыуған ҡасабаһына йүнәлде. Ир төнгө трасса буйлап бар ҡағиҙәләрҙе боҙа-боҙа,  юғары тиҙлектә тыуған яғына табан ҡыуҙы ла ҡыуҙы.

Юл ыңғайы һуң булһа ла, күрше Валя әбейгә шылтыратты.

  • Әсәйем ҡайҙа икән, Валя әбей. Шылтыратһам алмай.
  • Әлләсе Артем, берҙә генә белмәйем. Ике көн элек ишек шаҡыным, асманы. Магазинға киткәндер тип уйланым. Бәлки апаһына, район үҙәгенә киткәндер?– тип яуапланы күршеләре.

Тик Артем әсәһенең апаһында түгеллеген белә, сөнки уның улынан башҡа бер яҡыны ла юҡ.

Ҡасабаға ҡайтып еткәндә төнгө өс ине. Өй ҡараңғылыҡҡа сумған. Ҡапҡа бикләнмәгән. Ир өй ишегенә ҡарай йүгерҙе. Ул эстән бикле булып сыҡты. Артем “Әсәй ас, ишекте ас!” тип бер туҡтауһыҙ ишекте дөбөрләтергә тотондо. Асыусы булмағас, тәҙрәгә йүгерҙе. Күп уйлап тормайынса уны яра һуҡты ла, ҡулдарының быяла ярсыҡтарына ҡырҡылыуын, ҡанһырауын да тоймайынса, ярыҡ тәҙрә аша өйгә ашыҡты. Йорт уны ҡурҡыныс тынлыҡ менән ҡаршы алды, тик стеналағы иҫке сәғәт телдәре шылыуы ғына ишетелә ине.

Әсәһе ҙур бүлмәлә, үҙенең яратҡан диванында ята. Артем йүгереп барып әсәһенең ҡулына йәбеште. Ул йылы ине. Шул саҡ әсәһе лә күҙҙәрен асты, ҡурҡыулы ҡараш менән улына төбәлде.

  • Артем? Һин нимә? Нимә булды? Һуғыш башландымы әллә? – тип улынан аптырап һораны.

Артем  яй ғына иҙәнгә сүгәләне лә, маңлайын әсәһенең тубыҡтарына терәне.

  • Әсәй! Һин ни эшләп телефоныңды алмайһың? Бәйләнешкә лә сыҡмайһың?
  • Бәй, һин үҙең яҙма  тинең бит, – тине ул улының сәстәренән һыйпап. – Ә телефон көсө бөтөп яталыр. Мин уны комодҡа һалдым да теймәнем. Мин һине эштәлер тип уйланым. Ҡамасауларға теләмәнем.

Артем утты тоҡандырҙы. Комодта ятҡан смартфонды күрҙе. Уның эргәһендә ятҡан дәфтәргә күҙе төштө. Дәфтәрҙе асҡас, уның хаттар көндәлеге икәнлеген аңланы.

Әсәһе улына ебәрергә теләгән хәбәрҙәрҙе дәфтәргә теркәп барған.

“Шишәмбе. Артем, бөгөн ямғырҙар туҡтаны, көн ҡояшлы. Һинең бәләкәй саҡтарыңды хәтерләп ултырҙым. Ҡулыңдан туңдырмаң төшөп киткәндә илаған ваҡыт иҫемә төштө. Беҙ ул көндө паркка барған инек. Яратам һине, улым!”.

“Шаршамбы. Бөгөн ҡан баҫымым күтәрелде. Дарыу эсеп алдым. Ауырыйым тип һине борсоғом килмәй. Тик һин бел, мин һинең менән сикһеҙ ғорурланам!”.

“Кесаҙна. Бөгөн атайыңды төшөмдә күрҙем. Ул һиңә үҙен һаҡлаһын тине”.

Артем дәфтәрҙә әсәһенең ҡулдары менән яҙылған юлдарҙы уҡыған һайын, үҙенең ни тиклем хаҡ булмауын төшөнә барҙы.

Ул һүрәттәр, асылмалар, ҡыҙыҡ видеолар бушҡа ебәрелмәгән, бары тик әсәһе улар аша “Мин бында. Мин тере. Мин гел һинең турала уйлайым һәм һине ҡайғыртам!” тигән һүҙҙәрҙе еткерергә теләгән икән.

Артем уларҙың  бары тик әсәһенең был доняла барлығын, улын яратыуын белдергән бәйләнеш булдырыусы күпер булыуын, тик Артемдың үҙ ҡулдары менән ул күперҙе емереүен аңланы, һәм үҙенең шундай ҡаты бәғерле булыуына үкенде. Әгәр ҙә әсәһе шул ваҡытта инсульт кисерһә, ул белмәй ҙә ҡалыр ине. Сөнки үҙе аптыратмаҫҡа ҡушты...

Финал.

Артем ялдарҙа әсәһе янында ҡалды. Ҡыйшайған ҡойманы рәтләп ҡуйҙы. Телевизорҙы йүнәтте. Әсәһенә өр-яңынан, ҙурыраҡ экранлы телефон һатып алды.

  • Әсәй, һин ебәреп тор, йәме!? – тине ул.
  • Нимә ебәрәйем улым?
  • Нимә теләйһең, шуны ебәр. Бесәйҙәреңде, һауа торошон, бәлеш рецепттары, асылмалар. Тик көн һайын ебәр, йәме?! Ишетәһеңме?! Һәр иртән. Мин һинең иртәң хәйерле икәнен белгем килә. Был минең өсөн бик мөһим һәм бик кәрәк. Миңә һинең был донъяла барлығыңды белеү кәрәк.

Бөгөн ул ҡабат ҡалаға китергә юлға сыҡты.

Телефон тауышланды.

Әсәһенән хат килде. Смартфон экранынан ҡулдарына аҡ сәскәләр бәйләме тотҡан күҙлек кейгән ҙур ерән бесәй ҡарап тора ине. Ә аҫтына “Хәйерле юл, улым!” тип яҙылғайны.

Артем микрофон билдәһенә баҫты ла, әсәһенә “Әсәй, ҙур рәхмәт! Бесәйең бына тигән! Барып еткәс шылтыратырмын,” тигән аудиояҙма ебәрҙе.

Яҙманың һабағы.

Яҡындарығыҙҙан килгән хаттар – ул спам түгел. Ул хаттар һеҙҙе ата-әсәйҙәрегеҙ менән бәйләүсе берҙән-бер еп, сөнки һеҙ хәҙер үҙ тормошоғоҙ менән йәшәйһегеҙ, әммә барыбер улар өсөн бала булып ҡалаһығыҙ. Ул епте өҙмәгеҙ. Сөнки  бер көндө ул еп былай ҙа өҙөләсәк, телефондар тымасаҡ. “Хәйерле иртә, балам!” тигән яҙыуҙарҙы, ҡыҙыҡ һүрәттәр, асылмалар ебәреүселәр был донъяла булмаясаҡ.

Авторы билдәһеҙ.

Рус теленән Зәлиә Байғусҡарова тәржемә итте.

Автор: Залия Байгускарова
Читайте нас