Бөтә яңылыҡтар

Пальма

Сатирик хикәйә.

  "-Ә...нишләп күп хикәйәләрең бисәләр тураһында? 

 - Күргән-белгәнең шулар булғас, бүтән кем тураһында яҙаһың? Һуңғы утыҙ-ҡырҡ йыл эсендә ирмен тигән ирҙе осратыу имен-һау үлән утлап йөрөгән динозаврҙарға тап булыуға ҡарағанда ла ауырыраҡ икәнлеген белмәйһеңме ни? Икенсенән, беҙ хәҙер матриархатта ла, патриархатта ла түгел, ә "биахарт" тигән бик хөрт осорҙа йәшәйбеҙ. Йәғни, ир ҙә баш, бисә лә хужа заман... Әммә эштәр шуға бара: тиҙҙән теләйһеңме-юҡмы матриархат урынлашасаҡ. Бисәләр алдында яҡшатлана башларға ваҡыт". 

(Буранбай Исҡужиндың "Баш һүҙ урынына" юмористик хикәйәһенән өҙөк

       Гөлзиә менән Нургизә икеһе ике төрлө өлкәлә эшләһәләр ҙә, "яҙмыштары" оҡшаш булып сыҡты. Йөрәктәренең елпенеүеме, башҡа төр дәрт-хыял уяныуы булдымы, фитнес залына бер үк ваҡытта йөрөй башланылар һәм шунда танышып киттеләр. Йәшерен-батырыны юҡ, бер ыңғайҙан донъя мәшәҡәте баҫып, пирожный-мирожный яратыуҙан йәйрәгән янбаш, билдәрҙе лә тәртипкә килтереү ине уйҙары. 

     Балалары ҙурайып, күптән үҙ аллы юлға баҫҡандар. Шулай булғас, әллә ни артыҡ мәшәҡәт тә юҡ кеүек. Артыҡ мәшәҡәт юҡ тигәндән, ни ғәләмәттәндер уларҙың хәләл ефеттәре лә юҡ. Юҡ тиһәң, дөрөҫ үк булмаҫ. Булғандар улар, ҡасандыр. Донъя ҡорғандар, балалар үҫтергәндәр, мал туплағандар. 

Дәртлебикәләрҙең, яҙһаң, трилогияға һыймалы ғаилә тарихы ла, күсермә һүрәт кеүек, бер-береһенә оҡшаған. Йәғни, ирҙәре уларҙы, юҡ сәбәпте бар итеп, ташлап киткәндәр, имеш. Дөрөҫөн әйткәндә, тормош юлының бер кимәленә еткәс, икеһе лә хәләлдәренең арт яғына "шарт" тибеп сығарып ебәргән. Уларҙың фекеренсә, ирҙәре үҙҙәре "ғәйепле" булып сыҡты. Балалар үҫте, донъялар теүәлләнде, ирҙең кәрәге бөттө. 

     Ныҡлап керештеләр ханымдар. Ике ай самаһы үтеүгә, һиҙелерлек үҙгәрештәр барлыҡҡа килде. Билдәр нескәрә төштө, янбаштар матурланып китте. Әхирәттәр нығыраҡ дуҫлашты, эс серҙәре лә уртаҡҡа әйләнде. Көн артынан көн үтеп, күңелдәрҙе елкендереп, йылы яҙ ҙа яҡынлашты. 

     Тап ошо мәлдә иләҫ-миләҫ уй төрткөләй башланы уларҙы, бер көн былайыраҡ һүҙ булды. Оҙаҡламай йәй ҙә етер, ҡайҙалыр барып, ял итеп, елкенеп, һелкенеп ҡайтыу теләктәре лә тап килеп тора ине. Эште оҙаҡҡа һуҙырға яратмаған "нескә билле ҡыҙҙар", юлламаны йылы яҡҡа, пальмалар үҫеп ултырған диңгеҙ буйына алып та ҡуйҙылар. 

     Дәртләнеп фитнесҡа йөрөүҙе дауам иттеләр. Йәйгә лә ваҡыт күп ҡалмағайны. Ҡайҙандыр ишетепме, уҡыпмы, ул яҡ "егеттәренең" һары башлы ҡыҙҙарға "йығылып" ятыуҙарын белеп ҡалып, сәстәрен дә буяттылар. Хәҙер улар "кәртинкәләге" һылыуҡайҙарҙан да бер ҙә ҡалышмайҙар. 

      Шулай итеп, эстән генә йәшереп йөрөткән хыялдары асыла биреп тә ҡуйҙы. Ундағы "текә" егеттәрҙе нисек тә үҙҙәренә ҡаратып алырға тигән уйҙары ла бер төплө булып сыҡты. Һәр нәмәне "ҡолата һуғып" хәл итергә өйрәнгән әхирәттәр, был тәңгәлдә лә үҙҙәренә ныҡлы ышанды. Ваҡыт - йылға, үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Ниһайәт, ял итеү, йәғни пальмалы диңгеҙ буйына барыу көнө лә килеп етте. 

       Ҙур ойошманың баш бухгалтеры Гөлзиә һәм төҙөлөш идаралағының юрисы Нургизә юлға, сәйәхәткә йыйындылар. Күптәнән әҙерләп ҡуйылған кейем-һалым, ҡара күҙлек һәм ҡалпаҡ, башҡа төр кәрәк-яраҡ сумаҙанға сумып ятты. Бәхет ҡошоноң ҡойроғон тотоп алырға күп тә ҡалмаған кеүек тойолдо. 

     Аэропорттағы күңелле ығы-зығы сәйәхәткә йыйыныусыларҙы тағы ла дәртләндереп ебәрҙе. Самолет талғын күтәрелеп, йомшаҡ ҡына ергә килеп төшөү арауығы төш кеүек күренде ханымдарға. Уңайлы ултырғыслы автобус уларҙы һелкетмәй ҙә тиерлек йәшәйәсәк отеленә килтереп төшөрҙө. Бына ҡайҙа ул хозурлыҡ, шул тиклем матур, күҙ яуын алып тора һәр нәмә. Ҡул һуҙымы ғына ерҙә диңгеҙ ялтырай. Хатта уның алтын төҫөндәге ҡомло ярына шыбырҙашып йүгергән тулҡын тауышы ла үҙенә әйҙәй. 

     Иртәгәһенә икәүләшеп инде төштәренә инә башлаған диңгеҙгә йүнәлделәр. Бында ысынлап та бик матур, күркәм һәм бар уңайлыҡтар булдырылғайны. Айырылмаҫ әхирәттәр, шартына килтереп, тәүҙә ҡояшта ҡыҙынып, унан сырҡылдаша-сырҡылдаша диңгеҙгә сумып ял иттеләр. Бер аҙҙан, бик күңелсәк "һары" сәсле ҡыҙҙарға күҙ һалып, һүҙ атыусылар ҙа күренгеләй башланы. Үҙҙәренә иғтибар артыуҙан ҡәнәғәт ҡалдылар әлбиттә. Кәйефтәр ҙә һиҙелерлек күтәрелде. 

      Икенсе, өсөнсө көндәргә бөтөнләй өйрәнеп алғас, үҙҙәрен тағы ла ҡыйыуыраҡ тота башланылар. Ҡорған пландарының бик тә ыңғай барыуына шатландылар ғына. "Текә егеттәрҙе" һис шикһеҙ эләктерәсәктәренә лә ышандылар. Шайтан ғына өмөтһөҙ тигән кеүек, уларҙың күңел төпкөлөндә берәй байыраҡ, йәшерәк ир-егетте "тотоп" алыу. Һәммәһе лә ыңғай китһә, йылы яҡта тороп ҡалыу кеүегерәк уй-хыялдар моронлай биреп тә ҡуя ине. 

     Башбух-башбух инде, сослоғо етерлек. Килеүҙәренең бишенсе көнө кисендә, ауыҙы ҡолағының артына тиклем йырылып-йылмайып, бер иҫ китмәле һылыу ир-егетте ҡултыҡлап Гөлзиә килеп инде. Уның матурлығын күреп, Нургизә асҡан ауыҙҙарын ябырға онотоп, бер килке ултырҙы. Хатта, был егет һинд киноларындағы әртистәрҙән дә һылыуыраҡ күренде. Ул буй-һыны булһынмы, ул йөҙө, барыһы ла килешеп кенә тора. Кейгән кейеме лә затлы, ә хушбуйының еҫенән илереп ҡоламалы. Танышып, бер аҙ ултырғас, Гөлзиә, серле йылмайып, кавалеры менән үҙенең бүлмәһенә бикләнделәр. 

     Тап ошо мәлдә әхирәтенең йылғырлығына көнләшеүҙәнме, башҡа сәбәптәнме Нургизәнең эсе бошоп ҡуйҙы. Әммә был юлы ла Гөлзиә юғалып ҡалманы. Бер аҙҙан инеп, шат хәбәр еткерҙе. Уның "һөйгәненең" дуҫы бар икән. Иртәгәһенә танышырға ла теләге юҡ түгел. Бындай хәбәрҙән мөштәйгән кәйефтәр күтәрелде, күҙҙәрҙә осҡондар йылҡылданы. 

    Көттөрөп кенә таң да етте. Һәм ентекле әҙерлек башланды. Һис тә ысҡындырғылары килмәй ине ҡулдарына ҡунырға ғына торған бәхет ҡошон сибәркәйҙәрҙең. Шартына еткереп ҡупшыландылар. Күҙ-ҡашҡа, ирендәргә өс ҡат буяҡ яғылды. Бит алмалары таң алһыуы төҫөнә инде, ун биш төрлө крем һөртөлдө. Саҡырылған ресторанға барып еткәс, мул өҫтәлгә һоҡланыуҙарының сиге булманы. Унан тыш, Гөлзиәнекенән дә сибәрерәк егет тә бар ине Нургизәгә тигән. Итәғәтле генә итеп ҡаршыланылар. Ҡулдарына ирендәрен тигеҙеп алып, өҫтәл артына ултырырға саҡырҙылар. 

 Бирелгән гөлләмәләрҙән һәм шул тиклем ихтирам итеүҙән сибәркәйҙәрҙе бөтөнләй албырғатты. Ышанмай ҙа ултырҙылар баштараҡ. Йомшаҡ һүҙҙәр, шарап үҙенекен эшләне. Бер аҙҙан инде күптәнге таныштар кеүек тоя башланылар. Байрам гөжләп дауам итте. Ике әхирәткә шундай күңелле һәм рәхәт ине был минуттарҙа. 

 Мәжлестән таңға ҡарай ғына ҡайтып еттеләр отелдәренә. Бындай ғәжәйеп һый-хөрмәтте, уларға күрһәтелгән иғтибарлы мөнәсәбәтте тәүләп татыуҙары ине. Шуға улар үҙҙәрен экзосферала*(*экзосфера- күк ҡатламының иң юғары өлөшө) кеүек хис иттеләр. Бына ҡайҙа икән ысын тормош, бәхет тигәндәре шулай була икән. Ләззәт тиһәң, үәт ләззәт, тип уртаҡлашты кисерештәрен. 

 Төш ауғас, көнъяҡтың магазин, баҙарын күреп ҡайтыу ниәтендә ҡалаға сыҡтылар. Күп тә үтмәне, күҙҙәренә сағыу төҫтәге футболкалар салынды. Унда матур итеп, диңгеҙ буйында үҫкән ҙур пальма һүрәте төшөрөлгән, аҫтына "Ләззәт" тип яҙылғайны. Тап беҙҙең өсөн тиеп, шатланып, һатып алып та ҡуйҙылар. Был ләззәттең ниндәйгә әйләнәсеген һис баштарына ла килтермәйҙәр ине шул һылыуҡайҙар... 

 Киләһе көндө егеттәр яҡшы машиналарға ултыртып үҙҙәренең төҙөлөп ятҡан йорттарын күрһәттеләр. Икешәр ҡатлы күркәм өйҙәр бер тирәлә урынлашҡан. Тиҙҙән эшләнеп бөтәсәк һәм күсеп сығыуҙары тураһында һүҙ араһында әйтеп киттеләр. Тик, һаман да бергә йәшәрҙәй йәр тапмауҙары хаҡында зарланып та алдылар. Улар кеүек матур, уңғандар тап килһә, һис шикһеҙ алып ҡаласаҡтар икәнен дә йәшермәнеләр. 

 Бындай яңылыҡ бөтөнләй һуштарынан яҙҙырҙы матурҡайҙарҙы. Ҡатын-ҡыҙҙарға хас бөтә хәйлә-нескәлекле ау ҡороп, мөмкинселекте ҡулдан ысҡындармаҫҡа булдылар. Ҡайтыу көндәре лә яҡынлаша. Шуға күрә ҡыйыу ғына хәл иттеләр ҙә ҡуйҙылар. Йәғни, ризалаштылар. Ыңғай хәбәр алған ир - уҙамандарҙың да шатлығының сиге булманы. Телдәре-телгә йоҡманы, уларҙың эргәләрендә әртистәр кеүек өйөрөлдөләр. Ә "һунарсы" ҡатындарҙы хыялдарының бындай уҡ тиҙ тормошҡа ашыуҙары бигерәк тә ҡанатландырып ебәрҙе. 

 Оло шатлыҡты билдәләү өсөн кискелеккә ҡаланың иң ҡиммәтле ресторанына саҡырыуҙары һәм төндә ҡайтып йөрөмөҫ өсөн шундағы ҡунаҡханан номер алыуҙары тураһында хәбәр иттеләр. Әхирәттәр ҙә һис тә ҡалышманы. Иң матур кейемдәрен, зиннәтле һырға, балдаҡтарын, алтын сылбырҙарын тағып килделәр. Йәнәһе, улар ҙа төшөп ҡалғандарҙан түгел әле. 

 Күңелле генә дауам итте кәйеф-сафа ҡороу, бығаса ишетелмәгән матур тостар, иҫ китмәле, мәңге хәтерҙә ҡалырлыҡ итеп телмәр әйтелде. Йылы һүҙҙәр, татлы шарап йылға булып ағылды... Ҡыҫтап-ҡыҫтап, һуңғыһы тип, бокалдар сәкәштерелде һәм эргәләге ҡунаҡханаға йүнәлделәр. 

 Иртәнге ҡояш нурҙары иркәләп уятыуға, ишек шаҡынылар. Унда ҡунаҡхана хеҙмәткәре итәғәтле генә итеп, уларҙың сығырға ваҡыты етеүен хәбәр итте. Күпме түләргә икәнлеген әйтеп ҡағыҙ тотторҙо. Һораулы ҡарашын күреп, иҫенә төшкәндәй, кис ултырған ресторан өсөн дә хаҡ индерергә кәрәклеген белдерҙе. Бер ни аңламаған Гөлзиә атылып тигәндәй Нургизәгә барып инде. Унда ла шундай уҡ хәл күҙәтелә ине. Күҙен ҙур асҡан әхирәте ҡулындағы ҡағыҙға ҡарап ҡатҡайны. Иҫтәренә килеп, кескәй сумочкаларын асып ҡаранылар, ундағы ҡайтырға, кәрәк-яраҡ алырға тип ҡалдырылған аҡсаларынан елдәр иҫкәйне. Ҡолаҡтарындағы затлы һырғалар, муйындағы алтын сылбыр, хатта бармаҡтарындағы ҡиммәт ташлы балдаҡтар ҙа юҡҡа сыҡҡайны. Ә кисә эргәләрендә өлтөрәп йөрөгән, татлы телле матур егеттәрҙе берәү ҙә күрмәгән дә, белмәй ҙә ине... 

 Әле генә ялтлап торған донъя кинәт төҫһөҙләнеп, бушап ҡалды. Күңелдәренә йылылыҡ, илаһилыҡ биргән диңгеҙ шауы эс бошорғос тауышҡа әйләнде. Һәр ваҡыт үҙ һүҙен һүҙ итеп өйрәнгән ханымдарға ошондай оло отолоуға дусар булыуы, үтә лә ауыр ине. Тәүге көндө бүләк ителеп, инде шиңгән гөлләмәләр хәлендә ҡалғайны Гөлзиә менән Нургизә. Көс-хәл менән өҫтәренә төшкән түләүҙән ҡотолоп, ҡайтыу яғын ҡайғырттылар. 

 Поезға саҡ-саҡ билет таба алдылар, уныһы ла иң өҫкө урындар булды. Өсөнсө тәүлек инде аслы-туҡлы ҡаҡ һикелә, һелкенә-бәүелә ҡайтып киләләр дәртле ханымдар. Хатта, рельсҡа туҡылдаған тәгәрмәскә тиклем, уларҙы үсекләп: паль-ма, ләз-зәт, паль-ма, ләз-зәт тигән тауыш сығара һымаҡ тойолдо. Эт егеп, бесәй теркәп тигәндәй килеп еткәндә, буятылған сәстәренең төптәре лә ҡарая башлаған, йөҙҙәрендәге тәкәбберлек, "аусы" сүрәте лә һыпырып алып ташлағандай юҡҡа сыҡҡайны. Улар, ҡасандыр бер ҡатлыраҡ, ҡырыҫ тойолған ирҙәренең тап ошо минутта кәрәклеген, донъяның һәр ваҡытта ла һинеңсә генә бармағанын һуңлап булһа ла аңлағайны. Әлеге мәлдәге ҡиәфәттәре терһәген тешләргә маташыусы ике бисараны хәтерләтә ине... 

 Хәмит Карамалинский.

Автор: Альмира Аюпова
Читайте нас