«Тырма» журналы редакцияһында ҡыйыуҙар эшләй алмай, тигән булалар. Дөрөҫ түгел был хәбәр. Бер кемдән дә ҡурҡмаған, ҡыйыу журналистар эшләй беҙҙә!
Ана, үҙебеҙҙән, ике ҡатҡа өҫтәрәк урынлашҡан “Кәкүк” альманахы редакцияһы хеҙмәткәре, билдәле әҙип, Хөснөтдин Ишкәйевтың юмористик хикәйәләрен көн аша тиерлек, сайтҡа ҡуябыҙ. Шундай оҫта сатирик бит ул Хөснөтдин Сәрүәрович! Йыйын эскесе, ялҡау, моңһоҙ, аңһыҙ халыҡ тураһындағы юморҙарын шундай оҫта яҙа, уның талантына иҫ-аҡылың китер!
Уның дан әҫәрҙәрен нисек баҫтырмайһың инде?! Уға ярай алмаһаң, тиҙ арала энә хәтлем генә берәй хилафлығыңды күреп, уны дөйәләй ҡабартып, үҙенең берәй үткер мәҡәләһен уйлап сығарасаҡ! Уны кешеләрҙең кире яҡтарын ғына эҙләгән, тар күңелле, үпкәсел, башҡалар тураһында ғәйбәт таратырға яратҡан кеше, тиеберәк беләбеҙ. Шундай йылғыр шәхесте нисек хөрмәт итмәйһең инде? Ни тиһәң дә, көн һайын Матбуғат йортонда осрашабыҙ, бергәләп планёркаға йөрөйбөҙ, бер буфетта тамаҡ ялғайбыҙ. Ҡыҫҡаса әйткәндә, барыбыҙ ҙа уның алдында дер ҡалтырап тора. Кемдең уның мәкерле тоҙағына эләгеп, бөтә мир алдында оятҡа ҡалғыһы килһен инде?!
Булып китә әлбиттә үҙ-ара «төкөшөп” алыуҙар. Улай тиһәң, ана, хатта бер ҡыйыҡ аҫтында торған, бер ялғаштан бутҡа һемергән сусҡалар ҙа, ризыҡтарына болашып, бер-береһен еңелкә, ҡолаҡтарын сәйнәп, тулап алалар бит. Ашап туйғас – яңынан килешеп китәләр...
Торалар ҙа беҙҙең редакцияла тик ҡурҡаҡтар эшләй, тип буш хәбәр сығаралар. Йәнәһе беҙ, хөкүмәт ҡаҙнаһынан миллионлап аҡса урлаусы етәкселәр тураһында бер нимә лә яҙмайбыҙ. Ундайҙар тураһында яҙып, икенсе көнөнә үк эштән ҡыуылырға, беҙ ни алйот түгелбеҙ ҙә! Ана, хатта Хөснөтдин Сәрүәрович тел тейҙермәй түрәләргә. Шуға ла йыл һайын тиерлек, төрлө исем – дәрәжәләр, ялтыр миҙалдар «эләктереп” тора үҙенә.
Ана, яңыраҡ ҡына, төпкөл ауылда йәшәүсе берәү, Хөснөтдин Сәрүәровичҡа төрттөрөп, үткер генә яҙылған бер хикәйәһен ебәргәйне. Баҫтырманыҡ, нисек шундай талантлы шәхескә һүҙ тейҙермәк кәрәк! Шөкөр, матбуғат беҙҙең ҡулда әле. Нисек теләйбеҙ, шулай хакимлыҡ итәбеҙ. Теләһәк күтәрәбеҙ, теләмәһәк – батырабыҙ, тигәндәй. Әгәр Сәрүәровичты яманлаһаҡ, ул үҫен авторҙан түгел, ә бында бер ҡыйыҡ аҫтында үҙе менән көн күргән, буфетта бергәтамаҡ туйҙырған хеҙмәттәштәренән, йәғни беҙҙән алыр ине! Шуға ла теге авторға: хикәйәң баҫтырырлыҡ түгел, сатираң бик тура, ҡырҡыу яҙылған. Хатта кемгә арнап яҙғаныңды самалап белергә була. Яҙмаңды үҙгәртергә, типикләштерергә, дөйөмләштерергә кәрәк. Әҙәбиәт ҡануны шундай, тип яуап биреп ҡотолдоҡ.
Беҙҙең башыбыҙға тай типкәнме ни, шундай хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙҙе яманлап яҙып сығырға? Ни тиһәң дә, беҙҙең ҙур таянысыбыҙ бит ул, ундай кеше беҙгә ныҡ кәрәк буласаҡ әле! Бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәйбеҙ бит!
Рамай Ҡаһир.