ҠАТЫНДАР МЕНӘН... Тыныс булыуҙары ауыр, ҡустылар!

Тормош күренештәре

Өлкән ағай ҡыҫырыҡлап алды ла, беҙгә аҡыл өйрәтә башланы. Бе­ҙгә, тигәнем, дүрт ҡустыһына була ин­де. Беҙҙең йәш айырмаһы үҙ-ара әллә ни ҙур түгел. Бер-беребеҙҙән ни бары ике-өс йәшкә генә бәләкәйбеҙ. Ә шу­лай ҙа өлкән ағайҙың аҡыл өйрәтергә хаҡы бар. Шуға, беҙ әле уны тыныс ҡына тыңлап торабыҙ.

Өлкән ағай ҡустыларына ошондайыраҡ аҡыл бирә: "Килендәр менән ма­тур йәшәгеҙ, ҡустылар. Тынысыраҡ булырға тырышығыҙ. Тормош булғас, төрлө хәлдәр була. Асыу менән түгел, аҡыл менән эш итергә өйрәнегеҙ. Ҡы­ҙып киткән булып, килендәргә ауыр һүҙ әйтмәгеҙ". Тыныс ҡына тыңлап то­рабыҙ өлкән ағайҙы. Кемдер көлөмһө­рәп, кемдер көрһөнөп, хатта кемдер асыуланып ҡуя. Әммә ошо хис-тойғо­лар эстә генә ярһып тыуа ла, эстә генә ялҡынһыҙ үлә. Уларҙы тышҡа сыға­рырға һис кенә лә ярамай. Сөнки ты­ныс тауыш менән тыныс йәшәргә өйрәтеп торған тыныс өлкән ағайыбы­ҙҙың ҡыҙып китеүе лә бар.

Әйтергә лә онотоп торам. Беҙ әле күмәкләшеп "Газель" автобусы эргә­һендә апай-килен-еңгәйҙәрҙе көтөп торабыҙ. Ейәнсура яҡтарына ҡоҙалар­ға ҡунаҡҡа килгәйнек. Яңы ғына табынға хуш итеп, өйҙән сыҡтыҡ. Хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар ҙа сығырға тейеш. Улар, һеҙ сыға тороғоҙ, беҙ салат рецептын яҙып алабыҙ ҙа, һә тигәнсе йүгерешеп килеп тә сығырбыҙ, тип, өйҙә тороп ҡалдылар.

Әйҙә, өлкән ағай өгөт-нәсиғәт уҡы­һын, апай-килен-еңгәйҙәр салат ре­цептын яҙып алһын, ә мин һеҙгә ошо ҡоҙаларҙағы мәжлес тураһында һөйләп үтәйем әле. Һеҙ беҙҙең ҡоҙа-ҡоҙағыйға өндәшеп кенә ҡуймағыҙ тағы. Сер итеп кенә әйтәм. Был табындың бер әтнәкәһе булды бит, әй. Юҡ-юҡ, ҡоҙа­ларҙың һый-хөрмәте бына тигән бул­ды. Матур ҡунаҡ иттеләр. Эш шунда – табында бер төрлө генә салат булды. Ә бының нимәһе ҡыҙыҡ инде, тип апты­рап ҡалмағыҙ әле. Сөнки һөйләсәк хәл тап ошо салатҡа бәйле лә инде. Үҙегеҙ беләһегеҙ, хәҙер бит ниндәй генә салат ҡуйылмай табынға. Унда, кәм тигәндә генә лә, алты-ете төрлөһө була. Шуны­һы ҡыҙыҡ, уларҙың күбеһенең эстәле­ге майонез аҫтына йәшерелгән була. Шунан бер килке салаттың күплегенә ултыраһың аптырап. Аҙаҡ бер килке ҡайһыһын тәмләп ҡарарға белмәй шомланып ултыраһың әле. Ә был та­бында рәхәт, һайланып ултырырға кә­рәкмәй. Тәмләһәң дә, ашаһаң да, һоҡ­ланып ҡарап ултырһаң да – бер генә са­лат. Башҡаһы юҡ. Әйткәндәй, оло еңгәйҙең яратҡан һүҙе бар – тәүфиҡ кәрәк! Әллә бына ошо һүҙҙәрен иҫтә тотоп, әллә ҡоҙағыйҙы уңайһыҙ хәлгә ҡуймайым тип, оло еңгәй ошо салатты исем өсөн генә маҡтап алған булды. Ә был беҙҙең апай-килен-еңгәйҙәргә етә ҡалды. Улары ҡапҡан һайын маҡтаны салатты. Мин дә ашаным уны. Миңә ҡалһа, артыҡ бер нәмәһе лә юҡ ине, буғай. Салат салат инде. "Ҡоҙағый, был салатҡа ыуаҡ ҡына итеп туралған тауыҡ ите ҡушып ебәрһәң, тәме бермә-бер артып китәр ине", – тип әйтке килә инде былай. Әммә әйтергә ярамай. Оло еңгәй шунда уҡ: "Ҡунаҡта әҙерәк тәү­фиҡ кәрәк, ҡәйнеш!" – тип әйтәсәк.

Йылы һүҙ – йән аҙығы, тип бушҡа әйтмәйҙәрҙер инде. Ҡоҙағыйҙы әйтәм, был маҡтауҙарға балалар һымаҡ ҡыуа­нып бер булды. Ни эшләйһең, салатты маҡтай-маҡтай ашаныҡ инде. Беҙҙең бәхеткәлер, салат ҡапыл ғына бөттө лә ҡуйҙы. Аллаға шөкөр, уны күп итеп әҙерләмәгәндәр икән. Ысын әйтәм, рәхәт булып ҡалды. Башҡа нәмәгә үре­леп булмай, салат ашағыҙ ҙа салат аша­ғыҙ, тип, йәнде алып баралар ине. Са­лат бөттө, эш тә бөттө, тип уйлайһы­ғыҙмы? Яңылышаһығыҙ. Бына шул мәл: "Тәмле салатым менән һеҙҙе туйғансы һыйлай алманым", – тип, ҡоҙа­ғый йөрәкһеп алды ла китте. "Исмаһ­ам, әҙ генә лә ҡалманымы шунда", – тип әллә нисә тапҡыр аш-һыу бүлмә­һенә инеп сыҡты. Уны был бәләнән әлеге лә баяғы тәүфиҡлы оло еңгәй ҡотҡарҙы:

– Ҡоҙағый – тине ул – һин беҙҙе са­латты әҙерләү серҙәре менән таныш­тыр. Беҙ өйгә ҡайтҡас, үҙебеҙ күп итеп әҙерләп, кинәнеп китеп ашарбыҙ.

Бындай һүҙҙәрҙе ишеткән ҡоҙағый май ҡояшы һымаҡ ялтлап китте:

– Өйрәтәм, нишләп өйрәтмәй тей, ба­рығыҙҙы ла өйрәтеп ҡайтарам, – тип дыу килде.

"Шулай инде, белгән өйрәтә, белмә­гән өйрәтмәй", тип әйтер инең, әлеге лә баяғы оло еңгәйҙең "Тәүфик кәрәк", тигәне кәртә булып тора. Ә шулай ҙа ҡоҙағыйҙың ҡыуанысы тора-бара үке­нескә әйләнде. Үкенерлек тә шул, сөнки ул кәрәкле гәзитен таба алмай эт булды. Баҡтиһәң, ошо тәмле салат ре­цепты гәзит битендә баҫылып сыҡҡан булған. Ә бына тап ошо гәзит иң кәрәк саҡта юҡҡа сыҡҡан да ҡуйған. Башҡа кәрәкмәгән гәзиттәр, ана, ята туҙырашып, ә кәрәклеһе юҡ. Эй, эҙләне, эй, эҙләне ҡоҙағый. Барыбер таба алманы уны. "Һин генә тотоп тора инең ул гәзитте, ҡайҙа ҡуйҙың?" – тип, бер ғәйе­бе булмаған ҡоҙаға ла һуҡранып алды, "Бынауында ғына һалып торғайным, шунан атайығыҙ тотоп тора ине, күр­мәнеңме, ҡыҙым, күрмәнеңме, улым?" – тип, балаларынан һорашҡан булды. Килене ҡәйнәһенең холҡон белеп бөткәндер инде. Ул баштан уҡ ҡырҡа әйтте: "Ҡәйнәм, мин көнө буйы ҡаҙан тирәһендә булыштым. Гәзит тотоп торманым, ҡайнымдың да гәзит тотоп торғанын күрмәнем". Бәйләнерлек ке­шеһе ҡалмағас, ҡоҙағый башын тотоп, бер аҙ баулап алған булды: "Эй, ошо өйҙә рәхәт йәшәйҙәр ҙә инде, берәү ҙә белмәй, берәү ҙә күрмәй, берәүгә бер нәмә лә кәрәкмәй..." Әлеге лә бағы оло еңгәй: "Юҡтың аты юҡ, бушҡа ҡай­ғырма әле, ҡоҙағый", – тип ҡырҡа ты­нысландырып ҡуйҙы уны. Шул арала табынға йылы аш, бешкән ит алып килделәр. Табында ҡоротло тәмле һур­па, ҡаҙылы ат ите булғанда ниндәйҙер салат тураһындағы мәғлүмәт бөтөнләйе менән юҡҡа сыҡты...

Ул салат тураһында мин бөгөн дә иҫләмәҫ инем әле. Әммә ҡоҙа­ғыйҙың, китапса әйткәндә, бәхет ише­ге табынға хуш итеп, ҡунаҡтарҙы оҙ­атҡан мәлдә асылды. Галошын кейергә тип эйелгәйне... Шул мәл уның шат­лыҡлы тауыш яңғыраны: "Таптым, ба­рыбер таптым!" Хатта ул бысраҡ гало­шын күтәреп алып, күкрәгенә бер нисә тапҡыр ҡыҫып алды. Мин хатта, әллә ҡоҙағыйҙың зиһен-фәләненә берәй нәмә булдымы, тип аптырай биреп ҡуйҙым. Ә шулай ҙа ҡыуанырлыҡ хәл-ваҡиға булған икән. Баҡтиһәң, теге ре­цептлы гәзит... галош эсендә ятҡан!

Ҡоҙағый усы менән маңлайына һуға-һуға, аптырап киткән кеше булды. Имеш, ул өлөкөгөн генә үҙ ҡулдары менән үҙенең галошына ошо гәзитте онтораҡ урынына һалған, ә бөгөн ошо турала бөтөнләйе менән онотҡан. Оло һаҡлыҡ менән тартып сығарҙы ул гә­зитте галошынан. Шуныһы үкенесле, беҙгә ошо ҡыуанысты тышҡа сығарып ҡыуанып булмай. Ә шулай ҙа мин, оло еңгәйгә күрһәтмәй генә, сәпәкәй иткән булдым. Башҡалар ипләп кенә, ура-а-а, тип йылмайышып алған булды. Шул арала йырыҡ ауыҙҙарыбыҙҙы күреп ҡалған һиҙгер оло еңгәй "Тәүфиҡ кәрәк, ҡәйнештәр", тигән ҡараштарын беҙгә алмаш-тилмәш һирпеп тә алды.

Бына шулай. Ирҙәр тышҡа сығып, "Газель" автобусы эргәһенә өйкөлөштө, ә ҡатын-ҡыҙҙар, алдан әйт­кәнемсә, теге салат рецептын яҙып алабыҙ, тип, өйҙә тороп ҡалды. Тиҙ сығырҙар ул, беҙ әле сығып барғанда уҡ ҡайһыһы ҡәләм, ҡайһыһы ҡағыҙ эҙләп мәж булып тороп ҡалғайнылар. Ә шулай ҙа бынау Ейәнсура яҡтары бигерәк елле-дауыллы икән. Оҙаҡ та торманыҡ бит әле, ә шул арала тәнгә һиҙелер-һиҙелмәҫ һыуыҡ та йүгерҙе. Ун биш-егерме минут көтөп торғандан һуң, оло ағайҙың түҙемлеге үҙен һиҙҙ­ертә биреп ҡуйҙы. Сыҙаманы, иң бәләкәй ҡустыға әйтте: "Бар, ҡустым, инеп әйтеп сыҡ, ҡайтырға кәрәк". Ҡу­сты инде лә сыҡты. Бер минут та ваҡ­ыт үтмәне. "Хәҙер", тип әйттеләр тине ул. Уның бындай яуап менән килере алдан уҡ билдәле бит инде. Хатта ҡус­тыға ваҡытын, һүҙен әрәм итеп барып йөрөмәһә лә булыр ине. Шуға күрә беҙ ҡатын-ҡыҙҙарҙың яуабын тыныс ҡа­бул ҡылдыҡ һәм көтөүҙе дауам иттек.

Тағы ун биш-егерме минут ваҡыт үтеп китте. Дөйөм алғанда, беҙҙең көтөүгә кәм тигәндә лә ярты сәғәттән ашыу ваҡыт үтеп китте бит, әй. Был ваҡыт эсендә, биллаһи, ике-өс юллыҡ рецепт ҡына түгел, ә ике-өс кәритә салат эш­ләп булыр ине. Әммә рецепт та, салат та, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа юҡ. Етмәһә, көнө һыуыҡ. Шул саҡ оло ағайҙың ике сикәһе тартыша биреп ҡуйҙы. "Үҙеңде саҡ тотоп тораһыңмы, ағай", – тип өн­дәштем мин уға эстән генә. "Саҡ тотоп торам шул, ҡустым", – тип яуапланы ул миңә эстән генә. Һүҙһеҙ аңлап торған­ға күрә, оло ағай миңә өндәшеп торма­ны. Ул миңә ҡарап, эйәген өй яғына табан бороп, һелкеп кенә ҡуйҙы. Нин­дәй генә яуап менән килермен икән, тип, мин өй яғына йүнәлдем. Минең борсолоуҙар бушҡа булмай сыҡты. Өйҙә мине көтмәгән күренеш көтөп торған. Барып инһәм... өҫтәлдә борҡоп самауыр һажлап ултыра, ә ҡатын-ҡыҙ­ҙар тирләп-бешеп сәй эсә! Бындай күренештән мин бер аҙға хатта баҙап ҡалдым. Шуға күрәлер инде, оло ең­гәйҙең әйткән һүҙҙәре ҡолаҡҡа тоноҡ ҡына булып ишетелә: "Нишләй, ҡәй­неш, берәй йомошоң бар инеме әллә?"

Әҙерәк тәүфиҡ кәрәк, еңгәй, тип әйткәндә хатта ғына ла килешер ине оло еңгәйгә. Әммә әйтергә дәрәжә етмәй. Ә мин шулай ҙа үсте алдым оло еңгәйҙән. Кире боролоп сыҡтым да ... тупһанан ғына тороп, ҡысҡырҙым: "Ағай, ҡоҙағый беҙҙең бөтәбеҙҙе лә сәй эсергә саҡыра!" Саҡырмаһа, ней эш. Моғайын, саҡырылған ҡунаҡты кире бороп сығармаҫ әле. Әлбиттә, минең ҡысҡырғанды өйҙә лә ишеттеләр. Дыу килеп, табынды яңыртып йөрөгәндә­рен күҙ алдыма килтереп, оло кинәнес менән тыңлап торҙом. Ә өшөп торған ир-ат артыҡ инәлтеп торманы, дәррәү өй яғына табан йүнәлде. "Үҙем саҡы­рырға сығып ҡына бара инем, ярай әле, мәлендә ҡоҙа килеп инде", – тип өтәләнеп ҡаршы алған булды беҙҙе ҡо­ҙағый.

Сәй эсеп алғас, тәндәр йылынып, кү­ңелдәр күтәрелеп китте. Әле автобуста ҡайтып барабыҙ. Бара биргәс, оло еңгәй беҙгә ҡарап әйтеп ҡуйҙы: "Ҡу­наҡта үҙегеҙҙе тәүфиҡлы тоттоғоҙ. Ба­рығыҙға ла рәхмәт". Аҙаҡ өлкән ағай өҫтәп ҡуйҙы: "Шулай. Тыныс булыуҙа­ры ауыр улар менән, ҡустылар!"

Шәрип СЫНБУЛАТОВ.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас