Хәйҙәр Тапаҡов
Майлы ҡулдар (хикәйә)
Ауылыбыҙ эргәһенән генә аҡҡан Тиләк йылғаһының аръяғында һауын һыйырҙарының фермаһы була торғайны. Стеналары бүрәнәләрҙән ҡоршалған, ҡыйыҡтары шифер менән ябылған тиҫтәгә яҡын оҙон һарайҙар. Йәйләү осоро тамамланһа мал шуларға инеп тула. Лыҡа тула. Әллә миңә генә шулай тойолдомо икән, белмәйем, көҙ етеп һыйырҙар һарайҙарына ҡайтһа ҡыш һалҡынлығына ниндәйҙер эске йылы өҫтәлгәндәй итә. Йәнә, иртәле-кисле шул тарафтан ҡысҡырышып-һәйләшеүҙәр, йырлап-таҡмаҡлап ебәреүҙәр ишетелеп тора. Тын ауыл һиллеген терелткән шул тауыштар, хеҙмәт хәрәкәте үҙе бер матурлыҡ, үҙе бер йәм. Бер рәхәттең, бер биҙаһы, тигәндәй, яҙ етеп текә тау аҫтынан аҡҡан Һаҡмарҙың боҙо ҡуҙғалһа – бәлә, һауылған һөттө ҡабул иткән Ивановка тарафына юл ҡала ла ҡуя. Борам туғайы тапҡырына төшөрөлгән кәмәнән халыҡ унда-бында сығып йөрөһә лә, совхоз үҙәге менән хужалыҡ бәйләнештәре, кибеттәргә тауарҙар килтереү һыу ҡайтҡанға ҡәҙәр өҙөлә. Бүлексә етәкселәре яйын таба шулай ҙа, халыҡтан сепараторҙар килтереп һауылған һөттө урында эшкәрттерергә тотоналар. Өҫтәмә, түләүһеҙ атҡарылған был мәшәҡәтле эш тә һауынсылар иңенә төшә. Улар инде айыртылған аҡты ҙур һауыттарға бушаталар ҙа еңдәрен төрөп, һыҙғанып ебәреп ҡаймаҡты ҡул менән бешәләр. Йән дуҫым Зиннурҙың әсәһе Фатима апай һауынсы. Беҙ бәләкәйбеҙ әле, яңы беренсе класты тамамлайбыҙ. Дуҫым дәрестәрҙән һуң миңә килә лә тупһанан уҡ яр һала, бөгөн май бешәләр, киттек ҡул яларға, ти.
Ысынлап та барып инеүебеҙгә эш яңы осланып ҡына торған була. Беҙҙе күреп өлгөргән һауынсылар мәрәкәләп ҡаршылай:
– Фатима, ана бесәйҙәрең ҡаймаҡ яларға килде!
Ә ул терһәккә ҡәҙәр майланып, айранланып бөткән ҡулдарын алға һона:
– Бөгөн уң ҡулым Хәйҙәргә, һулаҡайы Зиннурға! Икенсе юлы киреһенсә булыр!
Әскелтем майлы ҡулдарҙы ентекләп яларға керешеп китәбеҙ, ә Фатима апай ҡытығы килеүҙәнме, әллә эске кинәнестәнме рәхәтләнеп көлә…
Хәҙер ҡайтҡан һайын ирекһеҙҙән йылға аръяғына күҙ атам, ферма һарайҙары урынында кесерткән диңгеҙе тирбәлә. Балаларға ошо урында ҡасандыр һыйыр аҙбарҙары теҙелеп киткән ине, тиһәң моғайын да ышанмаҫтар. Һыйырҙар юҡҡа сыҡты. Мал булмағас һөт тә юҡ, ҡаймаҡ та, май ҙа, бер һүҙ менән әйткәндә аҡтан яҙҙыҡ.
Әгәр бөгөн, ағай, аҙашып йөрөгән теге һыйырҙар ҡайтты бит, ферма ла урынында, майлы ҡулдарҙы яларға ҡунаҡҡа кил әле, тип саҡырһалар, ҡайтыр инем, билләһи ҡайтыр инем!