

Йөрәктәге мина
(юмореска)
Педучилищены тамамлағас төпкөл бер ауылға эшкә ебәрҙеләр. Урындағы халыҡ игелекле һәм ярҙамсыл булып сыҡты. Адаптация шыма һәм еңел үтте. Тиҙҙән яҙмышымды ауыл мәктәбе менән бәйләү өсөн тағы бер сәбәп барлыҡҡа килде – мөхәббәтемде осраттым. Тик был турала тулыраҡ.
Артымдан ике егет йөрөнө. Береһе – яңы әрме сафынан ҡайтҡан тәүәккәл Батырхан. Киносеанстан һуң оҙатып килде лә миндек япрағы кеүек йәбеште. Сөнки мине яҡшы тыңлаусы, үҙенә һоҡланып табынған кеше итеп күрҙе, шикелле. Ысынлап та, ике йыл эсендә һалдат ботинкаһы тапаған ерҙәрҙән күп мауыҡтырғыс мажара йыйған ине ул.
Икенсеһе – Сафуан. Ауыл осонда йәшәгән бик баҫалҡы егет. Мин уға оҡшағанымды йөрәгем менән тойҙом. Ул күҙ атып ҡына йөрөнө. Батырхан менән беҙҙең мөнәсәбәттәргә ҡыҫылырға баҙнат итмәне. Сибек кенә ауыл балаһы баһадир, ҡыҙып ҡайтҡан дембель менән урамда минең өсөн һуғышып йөрөмәй бит инде. Тәгәрмәсе ҡыйшайып бөткән велосипедында арттан эйәреп килә лә, туҡтап күршеләрҙең сей алмаларын ашарға тороп ҡалған була. Үҙе күҙ ҡырыйы менән беҙҙе күҙәтә. Мин дә һиҙәм бит инде Сафуандың артыбыҙҙан бушҡа ҡойроҡ булып йөрөмәүен. Оҙаҡ бер-беребеҙҙе күрмәмеш булып ҡыландыҡ. Дөрөҫөрәге, күршеләр сығып әрләгәнсе. Сафуан беҙҙе күҙетеп, байтаҡ ҡына йәшел алмалар кимерҙе тиһәң дә була.
Мин иһә Батырхандың һөйләгәндәрен ятлап бөттөм, шикелле. Танк-комбат, рота-взвод. Ялҡыта башланы. Етмәһә, үҙен тыңламаһалар, һоҡланмаһалар ҡыҙҙар кеүек үсегә. Ниһайәт, һылтау табып, тиҙ генә ихатаға инеп китә торҙом, бер аҙ бара, ҡасып-боҫоп үҙемде оҙҙаттырмай башланым. Саҡ ҡотолдом. Ул ныҡышмал егет булып сыҡманы, ҡапҡа төбөнә килеп бер-ике һыҙғырып ҡараны ла башҡа күренмәне.
Аҙаҡ, көҙгә хәтлем, формаһы ҡояшта уңып бөткәнсе ауыл урамын тапаны. Ҡунаҡҡа ҡайтҡан ҡала ҡыҙҙарын етәкләп үтеп китте, бала-сағаны туҡтатып маҡтанды. Тыңлаусылар бөткәс, ҡолаҡҡа ҡаты ауыл бабайҙарҙына әрме мажараларын түкмәй-сәсмәй бәйән итте.
Сафуан ғына һаман минең өй эргәһендә өйөрөлөүен дауам итте. Алмалар ҙа беште. Ҡыҙҙырылған көнбағыш алып килеп эргәбеҙҙәге эскәмйәгә ултырырға ла батырсылыҡ тапты. Баҫалҡы егет үҙе һүҙ ҡушып, көнкүреш темаларға әңгәмәләшә башланы. Тора-бара миңә ваҡ эштәрҙә ярҙам итте, йорт хужабикәһе менән дә уртаҡ тел тапты. Үҙе ипле тыныс егет булып сыҡты, хатта беҙҙең ҡараштар осрашһа, ҡулындағы алмалар кеүек үҙе лә ҡыҙарып китә торғайны.
Бер көндө, нимәгәлер йәнем көйөп йөрөй, етмәһә Сафуан көйгән көнбағыш тотоп килгән. Эләкте бит үҙенә:
– Ай, ҡалай әсе! Күпме йөрөйһөң тағы артымдан, нимә кәрәк һиңә?
– Кәләш итеп алырға ине...
– Ну ал һуң.
Ҡар ятмаҫ борон өйләнешеп ҡуйҙыҡ.
***
Ярты быуат бергә йәшәп ташлағанбыҙ. Балалар-ҡошсоҡтар күптән осоп сығып китеп, инде беҙ баҡсала соҡоноп йөрөгән ике пенсионербыҙ. Дачала үҙ алмаларыбыҙ ҙа емеш бирә. Һәр яҙ баҡсаға төрләндереп яңы ағастар ултыртабыҙ, сәскәләр сәсәбеҙ. Бына сейә, виноград, баклажан, артишок, флокстар, пиондар... Пиондар... Ә ПИОНДАР ҠАЙҘА???
Баҡһаң, ҡый үләнен сапҡанда бабайым триммеры менән ҡырып киткән. Башланды колхозда иртә: «Күҙең юҡмы әллә?! Һин нимә, ҡайҙа нимә үҫкәнен айырмайһыңмы, белмәйһеңме?! Әрәм генә итеп бөттөң! Ҡайҙан алам мин яңынан...»
Тыныс ҡына, ғүмер буйы тауыш-ғауға яратмаған иптәшем, иренен бүртәйеп мөлдөрәп өндәшмәй ултырҙы ла:
– Аяҡ аҫтына ултыртып бөткәнһең дә, сабыла инде. Яратмайым шул пиондарыңды, бер аҙна аталар ҙа йыл буйына ултыралар. Һин дә мине яратманың, ғүмер буйы Батырханыңды яраттың, – тип сығарып һалмаһынмы!
Вот әй... Торған еремдә йығылып китә яҙҙым... Был нимә килеп сыға, иптәштәр, илле йыл элек булған, онотолоп, кибеп, ваҡланып бөткән тарихты әйтәме ул? Эргәмдә ошо илле йыл сөкөрҙәшеп сәй эсеп, бергә йоҡларға ятып, иртәнсәк уянған бәғеркәйемдең йөрәгендә мина булған да, детонировать иттеме ул? Ярты быуат башында, тауыҡ йомортҡа баҫҡан кеүек шул уйҙы баҫып йөрөгән дә, “сепеше” килеп сыҡтымы? Әллә эргәмдә йөрөгән кәстрүлечкамдың ҡапҡасы асыла башланымы? Аңламайым...
Ярай аптырағандан ҡулымдағы бәләкәй тырмам төшөп киткән ине, биллаһи, осор ине тура маңлайына.
– Ах һин! Мин нимә, илле йыл буйына яратмаған ир менән йәшәп ята тип уйлайыңмы? Берәү ҙә алмаҫ тип һиңә нужа күреп сыҡтыммы? Тешеңде ҡыҫып төндә икенсене уйлап яттың тип әйткең киләме? – киттем бит сәйнүк кеүек ҡайнап. Донъя көтөп, дүрт бала табып биргәс, рәхмәтең шул булдымы, ҡартлас? Илле йыл һине түҙер инемме тип уйламайһыңмы? Ә бәлки миңә япһарырға маташып, үҙеңдең минең алда берәй ғәйебең барҙыр?!
– Юҡ, былай ғына әйттем бит... Атыу яратманыңмы уны бер ҡасан да?
– Юҡсыыы, ыстағафирулла!!!...
– Ә... Ҡыйҙы түгеп киләйемме атыу?
– Бар түк!
– Сәй эсәйекме шунан?
– Хәҙер ҡуям!
Сүп-ҡый менән бергә күңелендәге, асыҡланыуынса, ярты быуат ятҡан ташын да түгеп килһен әйҙә.
автор Дилә ДӘҮЛӘТШИНА.