Тормош һикәлтәләренең илленсеһен ашаҡлаған, бергәләшеп донъя көткән Артур һәм Әҡлимәнең һүлпән ағымлы йылға кеүек, тыныс һәм үҙ яйы менән аҡҡан көндәре, кинәт уларҙы ҡаңғыртып-ҡузғыртып, көтөлмәгән-кисерелмәгән, әммә һөйөнөслө мәшәҡәттәргә тултырҙы. Бер юлы ике ҡыуаныс килде йортҡа. Был икәү йәшләй генә ҡаты сирҙән вафат булып ҡалған Әҡлимәнең бер туған һеңлеһе Тәслимәнең ике балаһын көтөп үҫтереп, аяҡҡа баҫтырғайнылар. Эй, ваҡыт тигән нәмә, бер урында тапанып тормай шул. Ҡанаттары нығынып, оя ташлағандарына күп тә түгел инде, үткән аҙнала ҡайтып ҡыуандырып китте балалар: бәләкәстәре Айнур – буласаҡ киленде, ә Тәнзилә кейәүҙе ололарға күрһәтте. Ошо арала һуңғыларының туйҙары буласаҡ инде.
Былай ҙа урынында тик ултыра белмәгән өлгөр, сабырһыҙ хужабикәгә шул ғына етә ҡалды, йоҡоһон да, ашауын да онотоп, тамам сабыш атына әйләнде. Был яңылыҡ хужаны ла үҙгәрешһеҙ ҡалдырманы.
Мәңге һытыҡ сырайлы, “эйе... юҡ... ярар” һүҙҙәрҙән башҡаны белмәгән Артур ҙа ҡанатланып, терелеп киткәндәй булды. Икәүләшеп туйға әҙерләнергә тотондолар Алтынбаевтар.
...Бына бөгөн иртәнге сәйҙә улар бер ҡайҙа ла ҡабаланмай, бер нисә көн эсендә таушалып, сепрәккә әйләнеп бөткән дәфтәрҙең биттәренә яҙылған туй пландары буйынса әҙерлекте барлап сыҡтылар һәм ҡәнәғәт булып ҡалдылар: һатып алаһылары алынған, туйға кәрәк-яраҡтар әҙерләнгән, саҡырыу ҡағыҙҙары таратылған... Һөйләшәһе һүҙҙәр бөткәс, Әҡлимә, нишләргә белмәй аптыранып, тубыҡтарын устары менән ыуғылап ултырған иренә һөйкөмлө генә һирпеп ҡараны ла:
– Ярай, Артур, арығанһыңдыр инде... Ял итеп ал, хәл йый туй алдынан... Мин төшкә ҡарай мунса тоҡандырам, сабынып һөйәктәреңде йомшартып алырһың, – тине лә, янына ултырып яурындарын ҡосаҡлап алды.
Быны яратмаған хужа ҡулдарҙы алып ташларға булғайны ла, ләкин көслө бармаҡтар уның тәненә нығыраҡ батып инделәр:
– Этәрмә мине! Мин бит һиңә ят түгел, инде күпме ғүмер итеп ташланыҡ. Ни өсөн һаман миңә шулай һалҡынһың! Һинең йылы һүҙеңә лә хоҡуғым юҡмы ни? Ғәфү ит инде мине Артур, баланың туйы үтһен дә... Мин һинән китәм, һөймәгәнгә һөйкәлмә, тиҙәр бит. Йәнә лә һинең нисек өҙгөләнгәнеңде, ғазапланғаныңды күреп ялҡтым... Һаман онотмайһың Тәслимәңде... Тик кисер мине, Артур... Һинән миңә башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй... Ә һеңлемдән теге доньяла ғәфү үтенермен, – тип күҙ йәштәре аша һамаҡлап, ҡасанан инде күңелендә һаҡлап килгән әйтер һүҙҙәрен ярып һалды Әҡлимә. Ҡатыны өсөн мәңге ҡаты бәғерлегә әйләнгән ир һаңғырау кеше шикелле сырайын да үҙгәртмәне, бер нөктәгә ҡарап ултыра бирҙе. Өҙгөләнеүенең бушҡа икәнен аңлаған Әҡлимә лә яурындарҙан ҡулдарын алды.
Ләкин Артур яуапһыҙ ҡалманы:
– Ярай, дөрөҫ уйлайһың, һинеңсә яҡшыраҡ булыр. Икәү генә ҡалһаҡ, беҙгә башҡаса булыу мөмкин түгел... Тик балалар өсөн бик ҙур рәхмәт. Етемдәр, тыумалар тип ҡыйырһытманың, яҡшы ҡараның... Тик һин түгел, ә мин китәм һинән, бар донъя һиңә ҡала. Әҡлимәһенең күҙҙәренән сартлап атылған осҡондар Артурҙы телһеҙ ҡалдырып, әйтер һүҙҙәрҙе бөтөртмәнеләр.
– Ниңә улай тиһең, етемдәрме, тыумалармы ни улар?! Нисек телең әйләнә һинең?! – тип сикәләне ирен Әҡлимә һәм бәләкәй йоҙроҡтары менән түшенә һуҡҡыланы. Яңылыш хәбәр әйтеүсе һис тә ҡаршылыҡ күрһәтмәне, ирҙәрсә түҙҙе. Ахыр сиктә Әҡлимә ирен этеп ебәрҙе лә йөҙтүбән диванға ауып, яҫтыҡты еүешләтеп, күҙ йәштәренә ирек бирҙе.
...Артур буҫлығып илаған ҡатынын йыуатырға ла уйламаны. Ул уттай янған яңаҡтарын ыуалап, урынында тапанып торҙо ла: “Мин Ерәнсәйҙе эҙләп киләйем, икенсе көн ҡайтмай инде”, – тигән булып, сығып китте.
Тупһала йорт хужаһы бер ни булмағандай күҙҙәрен ҡыҫыңҡырап ҡояшҡа ҡарап йылмайып, бик ҡәнәғәт кенә кирелеп алды ла, сөйҙә эленеп торған йүгәнде эләктереп, кәртә артына ашыҡты. Унда Артурҙың һирәкләп булһа тапаған ҡәҙерле үҙ юлы бар ине... Бына ул күпереп үҫкән бәпкә үләне араһында һиҙелер-һиҙелмәҫ булып ярылып ята: һүнмәҫ һөйөү, бөтмәҫ хәсрәт һуҡмағы... Ул Артурҙы башҡа бер ҡайҙа ла түгел, бер генә урынға – һөйөклөһө, мөхәббәте янына илтә... Бөгөн күңелдә элекке әрнеткес хистәргә, һағыш-ғазаптарға урын юҡ ине. Унда ниндәйҙер аңлатып булмаҫлыҡ рәхәтлек, ҡәнәғәтлелек тойғолары, бына-бына киң күкрәккә һыймай тышҡа бәреп сығырҙай булып ҡайнашалар ине.
Зыяратта
Ауыл зыяраты... Ҡасандыр һәр беребеҙ үтәсәк фани донъя менән мәңгелек әхирәт тормошо араһындағы ҡапҡа. Ҡәберҙәрҙең һалҡын таштары, гүйә эйәләренең йоҡоһон ҡурсалап, шаян елгә асыуланған һымаҡ, әллә килеүселәрҙән әҙәплелек, тыныс булыуҙы талап итеп, үҙ ауаздарын сығарып ҡаршы алалар.
...Ана, иң ситтә, зәңгәргә буялған тимер кәртәле ҡәбер Артурҙың мөхәббәте, ҡатыны Тәслимәнеке. Эмаль рәсемдә гел йылмайып ҡаршы ала ул һөйөклөһөн: тыңлай, һөйләшә...
“Килдеңме, һөйөклөм, йә һөйлә инде хәлдәреңде? Минекен һорама ла. Йә, нисек йәшәйһегеҙ унда, яҡты донъяла?... Ярай, ярай, ҡәҙерлем, мин барыһын да беләм инде, күреп торам... Балаларым, апай менән һинең өсөн ҡыуанам... Тик һин мине юҡһынып улай өҙгөләнмә, ҡәҙерлем... Килгән һайын күҙәреңдең нурҙары һүнә барыуына йәнем әсей... Мин бит һәр ваҡыт һинең яныңда, һиҙмәйһеңме әллә? Эй-й, Артурым...
Урманға Ерәнсәйеңде эҙләп ингәнеңдә үҙеңә эйәреп, ботаҡтан-ботаҡҡа ҡунып. Һиңә булған мөхәббәтем тураһында һандуғас булып һайрайым... Ышанмайһыңмы? Ә һин туҡтап ял ит һуң, ҡабаланма, түңгәккә ултырып ал. Шунда үҙең аңларһың минең тауышты, нисек һине яратыуымды. Һытыҡ йөҙөңдә йылмайыу, кәйефең боҙолоп китһә шаян ел булып сәстәреңдең бөҙрәләре менән шаярам, ҡолаҡтарыңа шыбырлап ҡытыҡлайым; ҡайһы саҡта буранға әйләнеп, көслө кәүҙәңде улай-былай сайҡатып көрткә этәргән булам, кәпәсеңә йәбешеп тартҡылашам... Ул мин ул, ышанмайһыңмы, шул ваҡыттарҙа йылмай, “Эх, шаянһың да һуң, Тәслимәкәйем” – тип өндәш, миңә лә еңелерәк булыр... Яҙ, йәйҙәрендә хатта көслө ямғыр булып үҙеңде күшектереп, кейемдәрең ҡатламы аша һыу булып үтеп тән йылың менән ләззәтләнәм. Ҡырпаҡ ҡарҙар һибәләгәндә уның бөртөктәре булып, ҡайнар ирендәреңдә рәхәтләнеп ирейем... Яңаҡтарыңды сафлыҡ менән һуғарам, керпектәреңә аҫылынып иркәләнәм...
Мин һәр саҡ һинең менән, Артурым... Шуны онотма! Тик тулы кәүҙәлегә әйләнеп, алдарыңа баҫып ҡосағыңа ғына ташлана алмайым! Сөнки мин үлгәнмен... Тик йәнем генә яныңда осоп йөрөй... Ә һин тереклек донъяһында, кәүҙәң дә, йәнең дә бергәләр... Шуның ҡәҙерен белеп йәшә! Минең өсөн ғазапланма, түҙәрмен... Ҡасан да булһа, барыбер, бергә буласаҡбыҙ... Тик һин яҡты донъяла бик кәрәкһең, балаларыбыҙ өсөн, әлбиттә...” – тип һәр саҡ йыуаталар кеүек.
Был юлы тәүге тапҡыр Тәслимә ирен икенселәй күрҙе. Уныһы етеҙ аҙымдар менән килеп, терһәктәрен рәшәткә остарына терәне лә, йәшле күҙҙәрен йылтыратып иҫәнләште. Унан эшлекле, бик ҡәнәғәт кенә тамаҡ ҡырып һүҙ башланы: ҡыуаныслы яңылығын еткерергә һәм шатлығын бүлешергә ашыҡты Артур...
Артур – Тәслимә
Артур сменанан һуң йоҡомһорап, интегеп ҡайтып килә. Эй, йоҡо баҫа бит... Керпектәр ҡурғашланып, күҙҙәр инде йомолоп ҡына баралар, башы ла тыңлауһыҙ эйелә лә китә; өҫтәүенә трамвайы ла сәңгелдәк кеүек бәүелтеп илертә. “Эх, ҡасан ғына ҡайтып етеп карауатыма түңкәреләм инде”, тип зарлана егет күңеле. Шулай килә торғас ҡапыл ғына Артурҙы аяуһыҙ интектергән йоҡо әллә ҡайҙа осто, күҙҙәр йомолмаҫлыҡ булып ҙурайып асылдылар. Түмәргә әйләнгән баш үҙ урынында ҡатты – сираттағы туҡталышта ингән бер һылыуҡай аңшайтты уны. Инде утыҙға баҫып, сибәрҙәрҙе бирсәткә кеүек алмаштырып, һаман да өйләнергә уйламаған йөрөмтәл егеттең йөрәге дарҫлап типте. Ул, үҙен трамвай ултырғысы менән ҡайҙалыр, төпһөҙлөккә осоп барғандай хис итте. Бындай мөғжизәне осратҡаны юҡ ине әлегә.
Мөләйем өҙөндәге һыҙылып үткән ҡыйғас ҡаштар, бешкән сейә төҫлө ирендәр, яурындарға һалынған ҡалын ҡара толомдар, өҫтәүенә, тал сыбығымы ни, зифа буйлы, әкиәттәге ҡыҙ килеп баҫты уның янына. Ләкин “ҡарт бүре” юғалып ҡалманы, тиҙ генә үҙен ҡулына алды. Бәхетенә күрә янындағы урын буш ине.
– Эй, ҡоҙаса, әйҙә бында, минең янға! – тип саҡырҙы ул. – Әйҙә, әйҙә! Нимә мине танымайһыңмы? Һаман шулай ҡупырышһыңмы ни? – тип хәйләләне “ҡоҙа” кеше.
– Рәхмәт! Ләкин мин һеҙҙе танымайымсы... – тип, оялып ҡына урын алды “ҡоҙасаһы”.
Бына шулай танышып киттеләр: аяҡ кейемдәре тегеү фабрикаһына яңы ғына эшкә төшөп йөрөгән ауыл ҡыҙы Тәслимә һәм байтаҡтан инде тимер иретеү комбинаты металлургы Артур.
Көндәр үтә торҙо, һирәк-һаяҡ осрашыуҙар йышая барҙы. Артур бик тиҙ ҡыҙ күңелен яуланы: “Етәр инде миңә кетәктәге әтәс кеүек ҡыланырға... Үкенерлеге юҡ, туйғансы теттерҙем инде. Бына эҙләгәнемде таптым, шикелле. Ошоға өйләнәм, барыбер”, тигән һығымтала ине ул.
Ошо тәҡдиме менән ул ҡыҙға ныҡыша башланы, ә Тәслимә һаман яуабы менән һуҙа килде. Сөнки егетте оҡшатһа ла, ул бергә йәшәгән апайынан шөрләй ине. Һаман һайланып ваҡытын үткәреп инде утыҙға яҡынлаған Әҡлимә: “Егеттәр менән йөрөмә! Һиңә иртәрәк әле... Ҡара уны, минән алда кейәүгә сыҡһаң, ғүмер буйы ғәфү итмәйәсәкмен!” – тип янай килде. Ләкин һеңлеһенең мөхәббәте көслөрәк булып сыҡты шул. “Берәй уңайы килһә, аңлатырмын әле. Уның әйләнгән һайын егеттәр алмаштырып, оҡшатҡанын таба алмағанына мин ғәйеплеме ни?” – тигән фекерҙә ҡалды Тәслимә һәм Артурға ризалыҡ бирҙе. Көндәрҙең береһендә улар ҡалаға сығып туй күлдәге һәм балдаҡтар һатып алдылар.
Хәҙер инде бәхетле ҡыҙға кейәү егетте ауылға алып ҡайтып ата-әсәһенә күрһәтергә һәм туй көнөн һөйләшергә генә ҡалды. Балалар йортонда тәрбиә алған Артурға ундай мәшәҡәт юҡ ине. Йәштәр бер-береһенә бик эҫенделәр, улар өсөн киләсәктә гел бергә һәм бәхетле булыуҙарына һис шик юҡ ине. Ләкин “Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа”, – тиҙәр бит. Унан да түгелдер инде... Ҡапыл килеп сыҡҡан күңелһеҙ хәл егет менән ҡыҙ араһында бушлыҡ ҡалдырып, ҡара бесәй үткәрҙе, барлыҡ булған хыял-өмөттәрҙе селпәрәмә килтерҙе. Ул көндө Тәслимәгә Артурҙың фатирына һис уйламағанда, иҫкәртеүһеҙ генә барырға тура килгәйне. Сөнки үҙенең кейәүгә сығырын апайына әйтеп һалғайны, тегенең ене ҡуҙҙы ла китте, хатта әшәке һүҙҙәрҙе лә йәлләмәне. Һеңлеһенең әйберҙәрен сумаҙанға тултыртып ҡыуып сығарҙы.
Артынан шартлатып ишек ябылғас, Тәслимә иркен тын алды, күңеленән ҡыуанды ғына: берҙән, апайы хәҙер бөтәһен дә белә, икенсенән, ул Артуры менән гел бергә буласаҡ. Үҙен ситлектән сығарылған ҡоштай тойоп, һөйгәненең янына ашыҡты...
Фатир ишеген туҡылдатыу кәрәкмәне ҡыҙға, сөнки ул еткерә ябылмаған ине. Шулай ҙа эстән ишетелгән ярһып сәрелдәгән ҡатын-ҡыҙ тауышы Тәслимәне һиҫкәндереп туҡтап ҡалырға мәжбүр итте.
– Бысраҡ, тупаҫ ауыл бисәһенә мине алмаштыраһыңмы?! Йылы түшәгемдән, ҡайнар ҡуйынымдан ялҡтыңмы?! Хәҙер инде аңланым, ниңә мине абортҡа юхалап ебәргәнеңде... Бисә алырға йөрөйһөң икән! Барыбер, йәшәргә бирмәйәсәкмен!
– Роза, ҡысҡырынма! Беҙҙең аралар өҙөлдө инде! Етте, минең дә кешеләр кеүек йәшәгем килә!
...Нисек вокзалға килеп еткәнен иҫләмәй Тәслимә. Оҙаҡ ултырҙы ул эскәмйәлә. “Нисек инде улай? Ни эшләргә хәҙер? Артур шундай кеше булып сыҡтымы ни?” Башта әллә ниндәй уйҙар килеп буталышып ҡайнаштылар... Сумаҙанын ҡосаҡлап, керпек тә ҡаҡмай таң аттырҙы Тәслимә. Тамам тынысланған, үҙ-үҙен ҡулына алған ҡыҙ берҙән-бер фекергә килде.
Ысынлап та, ул бит ҡала ҡыҙы түгел, тимәк Артурға пар була алмай.
“Ана бит Розаһы ниндәй ярата үҙен... Юҡ, араларҙы өҙөргә кәрәк!” – тип уйланы ул. Артурҙың өй телефоны бар ҙа ул, ләкин шылтыратырға күңел тартмай. Ҡырҡа ҡарарға килгән Тәслимә, күп баш ватып торманы, киоскынан конверт һатып алды ла, хат яҙырға булды. Шулай еңелерәк, анһатыраҡ та булыр, тип уйланы ул. Ләкин ҡурғашланған бармаҡтар ҡыҙыулыҡтан башҡа килгән ҡара уйҙарҙы аҡ ҡағыҙ битенә күсерергә теләмәнеләр. Маташа торғас йыртҡылап дәфтәр бөтә яҙғансы хат ишараты килеп сыҡты шикелле.
“Артур... Мине эҙләп йөрөмә... Мин башҡаны яратам, ул егет мине ауылда көтә. Ғәфү ит ошоға тиклем мин һине алдап йөрөттөм... Туй күлдәген һәм балдаҡты ҡалдырырмын... Ғәфү ит мине... Тәслимә”. Розаң менән бәхетле булығыҙ, тип өҫтәргә булғайны ла, кире уйланы. Уның ни ғәйебе бар инде, шул минең кеүек ҡыҙ-ҡырҡын инде, тик ул ҡаланыҡы, тип уйланы Тәслимә. Ҡот осҡос ялған яҙылған аҡ ҡағыҙ бөкләнеп конвертҡа һалынғас, күңел төбөндә ризалыҡ һәм ҡаршылыҡ тойғолары бер-береһе менән көрәшеп, ҡыҙҙы тамам алйыттылар. Хатты тыңлауһыҙға әйләнгән бармаҡтар ҙа почта йәшнигенең ярығына индерә алмай интектеләр. Көтмәгәндә, бер ир: “Нимә һеңлекәш, әллә эсеп алғанһың инде?” тип ярҙам итеп ебәргәйне, шунан ғына конверт күҙҙән юғалды...
Ул көндә Тәслимә төшкә хәтлем хеҙмәт кенәгәһен, һуңғы айҙың эш хаҡын алып, ятаҡтағы әйберҙәрен тапшырып өлгөрҙө. Бәхетһеҙ ҡыҙ ауылына эңер төшөүгә генә ҡайтып етте. Быға ата-әсә сикһеҙ ҡыуандылар, уны-быны төпсөнөп торманылар. Тыуған йортта, ҡәҙерлеләре янында күңел яралары һыҙлауы ла баҫыла төштө.
Тәслимәне колхозға ҡушҡуллап ҡабул иттеләр. Уны һауынсылар етәрлек булғас, быҙау ҡараусы итеп ҡуйҙылар. Көндәр үтә торҙо, тырыш һәм өлгөр ҡыҙ үҙен бөтөнләй эшкә бирҙе: иртә таңдан быҙауҙары янына ашыҡты, төшкөлөккә ҡайтҡанда ла уларын һағынды, кистәрен бәләкәстәренән айырыла алмай һуңлап ҡына ҡайтҡыланы. Ҡалала ҡалған Артуры ла һирәкләп кенә иҫкә төшә башланы. Әхирәттәре менән киске уйындарға ла йөрөргә ваҡыт тапты Тәслимә. Нисек тә булһа Артурын оноторға, йөрәгенән алып ташларға һәм уның турала уйламаҫҡа тырышты ул. Ләкин бисара ҡыҙыҡай яңылыша ине. Тиҙҙән йөрәге аҫтында йән эйәһе үҙенең барлығын белдерҙе. Бөтә донъя аҫты-өҫкә әйләнгәндәй булды Тәслимәгә, тамағына аш, ҡулына эш барманы... Әхирәтенә сирен сисеп биргәйне, уныһы оҙаҡҡа һуҙмай ҡалаға барып табибҡа күренергә һәм аборт эшләтергә кәңәш итте.
– Ваҡытты үткәреп ебәргәнһең бит. Күңелең болғанып ыҙаланғаныңда килергә кәрәк булған... Табырға тура килә инде, балаҡай, – тип ҡара өмөттө өҙөп ҡуйҙы гинеколог.
Урын таба алманы үҙенә Тәслимә. Кеше һүҙенән ҡурҡманы ул, тик ата-әсәһен генә йәлләне. Бөтә ауыл алдында оятҡа ҡалдырасаҡ бит уларҙы... Тик Тәслимәнең борсолоуы бушҡа булды, уларға бындай хәлгә ҡалырға насип булманы. Йәмле йәй көндәренең береһендә, бесәндән ҡайтып килгән Заһир ағай һәм Маһинур апай машиналары менән түңкәрелеп, һәләк булдылар. Ерләүгә ҡаланан Әҡлимә ҡайтып төштө, тик ул һеңлеһе менән һөйләшергә лә теләмәне. Аҡырынып-екеренеп йөрөнө лә шул көндө үк ҡайтып китте. Бына шулай ихата тулы мал, ҡорһағында йөрөткән тыуасаҡ бала менән япа-яңғыҙы ҡалды Тәслимә.
Дауамы бар.
Мансур Баһаув.