

Туң йөрәк (Юмореска)
– Ишеттеңме, Хөснөтдин, Талип дуҫ ҡатыны менән айырылыша икән...
– Донъялағы һәр икенсе никах айырылышыу менән тамамлана, шулай булғас был трагедия түгел, билдәле статистика, – Хөснөтдин мыйығын да борманы, алдындағы компьютер мониторына текләп ултыра бирҙе.
– Шул тиклем туң йөрәкле булырһың икән, кеше яҙмышына төкөрөп тә бирмәйһең, – тип түҙмәй әйтеп һалдым.
– Туң йөрәкле түгел, айыҡ аҡыллы мин, айырмаға иғтибар ит, – Хөснөтдин һуҡ бармағын өҫкә сөйҙө. – Талип дуҫ бөгөн ҡайғылы, ә бына ярты йыл үтер, ул яңы тормош башлап ебәрер ҙә бөгөнгө көн уның өсөн иң бәхетлегә әйләнер, бәлки.
Дөрөҫлөк бар был һүҙҙәрҙә. Алдағыһын кем белә.
– Был донъяла эмоциялар түгел, логик фекерләү өҫтөнлөк алырға тейеш, – тип дауам итте Хөснөтдин. – Мин үҙем ғаиләне ошо рухта тәрбиәләргә тырышам. Бына кисә ҡатын миңә үпкәләп маташа, йәнәһе, аҡса таба белмәйем, айына ун мең һумға нисек йәшәмәк кәрәк. Мине әрләшә башланы тип уйлайһыңмы, юҡ, ҡатын менән тулыһынса килештем. Унан яйлап ҡына ауылда йәшәгән ҡустыһын йәлләп һүҙ башланым. Мәйтәм, колхоздары бөткәс, ни эш, ни аш юҡ, балалар пособиеһына ҡарап торалар. Эсергә лә әүәҫ шул үҙе, бәлки тормошон рәтләй алыр ине лә. Ҡатын һүҙҙе икенсегә бора. Өйҙә бер ҙә ярҙам итмәйһең тип мыжырға маташа. Мин йәнә килешәм, ата ялҡаумын шул, анау Талип дуҫ кеүек егәрле булһаң ине, тим. Иҙәнен дә йыуа, ашарға ла бешерә, бер генә кәмселеге бар – аҙналар буйы өйөнә ҡайтмай ҙа ҡуя. Шулай тигәс ҡатын шып-шым булды. Бына ҡайҙа ул логика, – Хөснөтдин һуҡ бармағын йәнә өҫкә сөйҙө.
– Ысынлап та аҡыл эйәһе икәнһең, – мин һоҡланып тел шартлаттым.
Иртәгәһенә Хөснөтдин эшкә һуңлап килде. Төҫө ҡасҡан, сәстәре туҙған бының.
– Ни булды, дуҫҡай, – тип хафаланып һорағанға ул ҡулын ғына һелтәне.
– Ҡатын айырылышырға ғариза биргән.
– Бәй, был бит трагедия түгел, билдәле статистика, – мин ҡысҡырып ебәргәнде һиҙмәй ҙә ҡалдым. – Кеше ҡурҡытып йөрөйһөң шунда, мин берәй нәмә булды тип торам. Был хәлгә логик йәһәттән ҡара. Донъялағы һәр икенсе никах тарҡала бит, бына ярты йыл үтһен әле...
– Дурак, туң йөрәк, йүнһеҙ, – Хөснөтдин асыулы күҙҙәрен алартып, киң бүлмәгә һыймай ишекле-түрле йөрөнө лә ишекте шап иттереп ябып сығып китте.
Марат ӘМИНЕВ.