Бәләкәй бизнес

Хикәйә

Барый бөгөн йәнә бахмурҙан башы сатнарҙай булып ауыртыуҙан уянды. Карауаттан күтәрелә алмайынса уңға-һулға әйләнеп ята бирҙе. Йөрәге лә бына-бына атылып сығырҙай булып тибә. Ярай әле балкондан өргән ел йәненә бер аҙ еңеллек бирә. Былай ҙа шаңҡыған башына ауырлыҡ өҫтәп, залда унынсы йәшен ҡыуған ейәне Кәбир компьютерҙа ниндәйҙер атыш уйынын уйнай.

Барый оҙаҡ иренеп ятмайынса торорға булды. Һәлпәнләп залға килеп сыҡты. Ҡатыны Гөлниса эшкә китеп өлгөргән.

– Нимә, олатай, тағы башың ауыртамы? – ти ейәне уға серле экрандан күҙен алмай ғына.

– Ауырта шул, улым, ауырта.

Барый кәйефһеҙ генә тышҡа сығып китте. Подъезд алдында бер кемде лә осратмағас, алпан-толпан атлап, баҙарға юл тотто.

Ана, һыра кибете алдында байтаҡ ир-ат йыйылып киткән. Күптән баштарын йүнәтеп, бер ни булмағандай һин дә мин һөйләшеп баҫып торалар. Башы икегә ярылырҙай булып ауырт­ҡан Барыйға иғтибар итеүсе лә юҡ. Бахмурҙан интеккәндә “Боря” ла “Боря” тип бер стакан һыралыҡ аҡса һорап уның алдында бейегән Иван да бөгөн эре тота үҙен. “Ҡәһәр һуҡҡыры, тағы миңә көнөң төшөр әле”, – тине эстән генә Барый, кеҫәһендә бер тин аҡса булмауына йәне көйөп.

Башҡаларҙың кинәнеп һыра эскәненә ымһынып торғанда, яурынына кемдеңдер ауыр ҡулы һалынғанын тойоп, ирҙең йөрәге табанына төшөп китә яҙҙы.

– Боря, сто лет не видал. Ҡайҙарҙа йөрөйһөң? – тигән тауышҡа Барыйҙың йәненә йылы йүгерҙе. Янында ихлас йылмайып, күрше йортта йәшәгән танышы Хәким баҫып тора ла баһа.

Тормошта изге кешеләр бөтмәгән икән. Барый танышы менән һөйләшеп, һыйынан ауыҙ итеп алғас, кеше рәтенә инеп, ҡайтыу яғына табан йүнәлде. Подъезына еткәс, эскәмйәгә килеп ултырҙы. Йомшаҡ ҡына йөнлө бер нәмә аяғына һырылыу­ҙан һиҫкәнеп ҡуйҙы. Атаҡ, бесәй ҙә баһа. Кисәнән бирле ошо тирәлә урала. Хужаһын юғалтҡан, ахыры. Былай ябай бесәйгә оҡшамаған. Тоҡомлолар рәтенән күренә. Асыҡҡан, сарсаған һымаҡ та. Барый, йән эйәһен йәлләп, башынан һыйпаштырҙы. Бесәй уның һайын ят кешегә нығыраҡ һыйынды.

Хужа оҙаҡ уйлап тормай, мәхлүкте ҡуйынына ҡыҫтырҙы ла, фатирға алып инде. Кәбир, күптән шуны ғына көткәндәй, компьютерынан айырылып, бесәйгә сат йәбеште.

– Олатай, һин ҡайҙан таптың уны? Был бит настоящий породистый бесәй, – тип, асығып-талсығып бөткән йән эйәһен ҡулына алып, уңлы-һуллы әүәләне.

Ҡунаҡ алдына һөтөн дә, итен дә ҡуйҙылар. Ләкин ул береһенән дә ауыҙ итмәне. Унан тамам әлһерәп, карауат аҫтына инеп ятты.

Көн кискә ауышты. Бесәй көн буйына тамағына бер тәғәм ризыҡ ҡапһа ине, исмаһам.

– Олатай, оҙаҡламай бесәйең ятып йән бирәсәк ошонда, – тине Кәбир ололарса етди ҡиәфәттә.

– Ауыҙына ҡайырып һалайыммы ни йәшәмәгерҙең?

– Уға ана шул “Вискас”, “Китекет” кеүек ашамлыҡ кәрәктер инде.

“Вискас”лыҡ аҡсам булһа, сығып һыра алыр инем”, – тигән яман уй килде Барыйға. Кискә ҡәҙәр уның йәнә тамағы кибә башлағайны шул.

– Белдем, шәп идея, – тип ары-бире һуғылды Кәбир. – Хәҙер үк бесәйҙе фотоға төшөрөп, “Нашлась породистая кошка” тигән иғлан яҙып, урамға элеп сығам. Бына, олатай, күреп торорһоң, хужаһы шундуҡ килеп алып китәсәк.

Был арала Барый, ғәҙәттәгесә, хәйләкәр төлкө кеүек йомшаҡ ҡына аҙымдар менән тышҡа сығып китте.

* * *

Барый йәнә бахмурҙан башы сатнарҙай булып ауыртыуҙан уянды. Атаҡ, ул кисәге мәжлестең нисек бөткәнен дә хәтерләмәй түгелме? Һыра кибете янында танышы Толикты осратҡайны. Ана шунан башланды сираттағы байрам. Аҙаҡ... Аҙаҡ ни менән бөттө һуң? Ғәжәп! Барый бер ни хәтерләмәй. Тимәк, уны танышы фатирына оҙатып ҡуйған.

Барый уйҙарға бирелеп ятты. Өйҙә тып-тын. Берәү ҙә юҡ, буғай. Ейәне Кәбир ҙә иртә менән башты ҡаңғыртып компьютерҙа атыш уйыны уйнамай түгелме? Үәт һиңә хәтер. Барый бөгөн шәмбе икәнен онотоп киткән хатта. Ҡатыны ейәнен алып баҡсаға барырға йыйына ине бит. Ҡыҙы менән кейәүе, отпускыла булыу сәбәпле, баҡсанан ҡайтып та әйләнгәндәре юҡ. Бәй, отпуск тигәндән, ҡатыны Гөлниса ла бөгөндән башлап ялда ла баһа. Үәт, мәрәкә. Хәҙер Барый фатирҙа яңғыҙы ҡалдымы?

Ул быйыл үҙенә баҡсаға аяҡ баҫмаҫҡа һүҙ бирҙе. Былтырғы ҡоролоҡ бөтә ултыртҡан уңышын көйҙөргәс, күңеле төштө. Аллаға шөкөр, пенсияһы ваҡытында килеп тора. Баҙарҙа йәнең ни теләй, шул һатыла. Әллә уңған, әллә уңмаған картуф, кишер, һуған, кәбеҫтә тип, тәндән – тир, юлға аҡса түккәнсе, баҙарҙан йәшелсә-емештең иң шәбен һатып алыуҙы мең артыҡ һанай Барый. “Ана, йәштәр бил бөкһөн”, – тине. Үҙенә көнөнә бер картуф етә.

Шулай уйҙарға бирелеп торғанда, ишек ҡыңғырауына баҫтылар. Барыйҙың былай ҙа өҙөлә яҙып барған йөрәге жыу итеп ҡалды. Һәлпәнләп килеп ишекте асты. Бына һиңә тағы. Ишек алдында ярым асыҡ күкрәкле, ҡыҫҡа итәктә бер ханым баҫып тора. Барый бер аҙға башы ауыртҡанын да онотоп китте хатта. Туҡтай яҙып барған йөрәге дәртле тибеп, тәнендә ҡаны уйнап ҡуйҙы.

– Һаумыһығыҙ! Мин иғлан буйынса килгәйнем, – тине ханым, серле йылмайып.

– Бәй, ниндәй иғлан?! – тине Барый аптырап.

– “Нашлась породистая кошка” тип һеҙ иғлан яҙып элмәнегеҙме ни? – Ханым бесәй фотоһы төшөрөлгән иғланды хужаға тотторҙо. – Бына бында тап һеҙҙең адрес күрһәтелгән.

– Эйе-эйе... – Барый, кисә ейәненең бесәй табылыуы тураһында иғлан яҙырға йыйынып йөрөүен хәтеренә төшөрөп, башын тотто. – Әйҙә, үтегеҙ, – тип ят ханымды инергә өндәне, ә үҙе күҙен йүгертеп фатир буйлап бесәйҙе эҙләне. Уныһы әлеге лә баяғы карауат аҫтында иҙрәп ята.

– Ой, Васька, Васенька, – тип теге ханым, осаһын йәйеп, ярты кәүҙәһе менән карауат аҫтына тығылды. – Ну, что с тобой они сделали, – тине, бесәйҙе карауат аҫтынан һөйрәп сығарып, бәпес урынына иркәләп.

– Белгегеҙ килһә, бесәйегеҙ бер нәмә лә ашамай, – тип аҡланырға ашыҡты Барый ят ханым алдында.

– Конечно, ул тухлую пищу не будет есть. Уның махсус ашамлыҡтары бар. Һеҙ генә туҡланаһығыҙ ул бесәй ҙә ашамаҫ пакость менән, – тине теге эре генә.

Бесәйҙең хужаһы тәү ҡарашҡа ябай күренһә лә, күркә һынлы булып сыҡты. Быға саҡлы ҡаны ҡайнап ҡуйған Барыйҙың күңеле ҡайтты. “Үҙ бисәмә етмәй икән барыбер”, – тип уйланды эстән.

– Ладно еще, живой. Ничего, я из тебя сделаю настоящего кота. Будешь лучше любого мужика, – тип бесәйен һыйпаштыра-һыйпаштыра сығыу яғына ыңғайланы ханым. – А, кстати, это – благодарность, – тип, ишек алдында туҡтап, Барыйҙың усына күпмелер аҡса тотторҙо ла, рәхмәт тә әйтмәй сығып китте.

Барый тупһа янында ауыҙына һыу уртлаған әҙәмдәй баҫып тора бирҙе. Көтмәгәндә күктән аҡса килеп төшһөн әле. Телһеҙ ҙә ҡалырһың. Өйҙә бер кем булмаһа ла, ул, ғәҙәтенсә, хәйләкәр төлкө кеүек йомшаҡ ҡына аҙымдар менән тышҡа сығып китте.

* * *

Тиҙҙән Барый һыра кибете алдында бөгөн иртән нисек кеҫәһенә аҡса килеп инеүе тураһында маҡтана-теттерә тамағын майлай ине. Кеҫә ҡалын булғас, дуҫтар күп инде ул. Әрәмтамаҡтар баштан ашҡас, Барый ҙа артығын төшөрмәне. Ханым бүләгенән бүленгән һый барыһына ла тап-таман булып ҡалды. Төш етеүгә: “Мәңге йәшәһен бай ханымдар!” – тип таралышты барыһы ла.

Ҡыҙмасаланып алған Барыйға юл ыңғайында шәп уй килде. Тағы берәйһенең бесәйен сәлдереп, иғлан яҙып элгәндә ҡамасауламаҫ ине. Буштан килгән аҡса эсте тишмәй.

Барый өйөнә тура ҡайтмайынса, күрше йорттар тирәһендә уралды. Эҙләгән – тапҡан, тигәндәй, ҡыуаҡлыҡ төбөндә еҫкәнеп йөрөгән ҡупшы ғына бесәй балаһын ҡуйынына ҡыҫтырып алып ҡайтты.

Бесәй балаһы бигерәк шуҡ булып сыҡты. Барыйҙың аяҡ аҫтында уралһынмы, килеп ҡорғанға аҫылынһынмы, балаҫты йә ҡиммәтле обойҙы тырнаһынмы. Бер килке хатта Гөлнисаның тәҙрә тупһаһындағы яратҡан гөлөн төртөп йыҡты, ә икенсеһенең төбөнә эшен бөтөрөп китергә лә өлгөр­ҙө. Был шайтан алғырынан тиҙерәк ҡотолоу сараһын күреү өсөн, Барый күҙ бәйләнеү менән, бесәй балаһы табылыуы тураһында ҡулдан матур итеп иғлан яҙып, ҡала урамдарына элеп сыҡты.

***

Барый яман әсе тауышҡа тертләп уянды. Бәй, был ни хикмәт? Иртән иртүк ҡатыны менән ейәне ҡайтып ингәнме әллә? Хужа иҫнәй-иҫнәй һәлпәңләп залға сыҡты. Теге бесәй балаһы, шуны ғына көткәндәй, йүгереп килеп уның аяғы менән уйнай башланы.

– Китәле бынан, – тип Барый йән эйәһен тибеп осорҙо. Уның уңайына бесәйҙең аяҡ менән шаярыу дәрте артты ғына. – Сәбәләндең бит, ә, – тине хужа, йоҡомһорап. Ниндәйҙер әшәке еҫ танауын ярып ингәс, йоҡоһо асылып киткәндәй булды. Бәй, бесәй балаһы яңы алған кейеҙҙәрен “ҡотларға” ла өлгөргән. Ләкин зал уртаһында ватылып ятҡан вазаны күргәс, йоҡоһо тамам асылды. – ҡәһәр һуҡҡыры, шайтан алғыры, алйот, ташбаш, бүкән күҙ... Барый үҙе белгән “блатной” һүҙҙәрҙең барыһын да теҙеп сыҡты. Уларҙы ярты көн буйына дауам итергә булыр ине, әммә ишектәге ҡыңғырау тауышы хужаның бысраҡ һүҙҙәр ятлағаны өсөн ауыҙына ус менән сәпәгәндәй булды. Барый ғәйепле әҙәм кеүек ишек алдына килеп баҫҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Ҡыҙып алғанлыҡтанмы, ҡулдары үҙҙәренән үҙҙәре, уны тыңламайынса, ишекте шар итеп асып ебәр­ҙе.

– Ғәфү үтенәм, хужалар, иртә менән борсоғаным өсөн. Мин иғлан буйынса бесәйемде алыр­ға килгәйнем, – тип ишек артында оялсан ғына бер ҡатын баҫып тора.

– Ә, бесәйме? Алығыҙ, алығыҙ. Ҡуш ҡуллап бирәм. Донъяның аҫтын өҫкә әйләндереп бөтөрмәҫ борон алып китә һалығыҙ. Ана, ышанмаһағыҙ, үҙегеҙ күрегеҙ, ҡатынымдың яратҡан вазаһын төшөрөп ватҡан, – тип теҙеп һалды Барый.

– Уй-уй, ғәфү итегеҙ, зинһар. Мин немедленно ущербты ҡаплайым. – Бесәйҙең хужаһы кеҫәһенән янсығын сығарып, аҡса һанай башланы. Быға саҡлы йөҙө боҙолған Барыйҙың бит алмалары янып, күҙҙәре ялтырап китте.

– Ярай, ерунда ул. Тик хәҙер ҡатынға яңы ваза алып бирергә кәрәк шул. Юғиһә, яратҡан вазаһының ватылғанын күреп, былай ҙа сирләшкә генә бисәмдең йөрәгенә приступ булып ҡуйыуы ихтимал.

Был һүҙҙәрҙе ишеткән ҡатын, ҡалтырана төшөп, янсығынан аҡсаһын күберәк көрәне.

– Асыулана күрмәгеҙ берүк. Ғәйебемде мотлаҡ таныйым.

– Нисауа, ҡайҙа асыуланыу, ти. Үҙебеҙҙең мосолман ҡыҙы бит, – тип ҡатынға йылы ғына ҡарап, усына төшкән аҡсаны ҙур ҡәнәғәтлек менән йомарлап, кеҫәһенә тыҡты Барый.

Шул көндө ул ваза аҡсаһын һыра кибетендә сарыф итеп, лаяҡыл иҫереп ҡайтты. Хатта, фатирын асып инеп, карауатына нисек барып ятҡанын хәтерләмәй. Бынан һуң өс көн айыҡ йөрөнө. Һыра кибетенә яҡын да барманы. Ғөмүмән, тышҡа сығып та әйләнмәне. Өйҙә ваҡ-төйәк эштәр менән булды. Күптән рәткә килтерергә йыйынған балконды ремонтларға тотондо. Материалдар әллә ҡасан әҙер. Тик быға саҡлы ҡулы ғына етмәй торҙо.

Барый – балта оҫтаһы. Йәш сағында ҡулынан балтаһы төшмәне. Элегерәк уның тураһында, Барый йоҡлағанда балтаһын ҡосаҡлап ята, тигән уйынлы-ысынлы имеш-мимеш хәбәрҙәр ҙә таралды. Былай, бер төшөрөп ҡайтып, балтаһын ҡуйынына һалып йоҡлауы хаҡында үҙе лә ҡыҙыҡ итеп һөйләй ул ҡайһы ваҡыт. Балта оҫтаһы булғас ни, ҡайҙа ла ишек асыҡ ине уға. «Ҡалым» эшләргә сиратҡа яҙыла торғайнылар хатта. Шулай Барый, таныштан-танышҡа эшләп йөрөй торғас, хәмер эсергә оҫтарып киткәнен дә һиҙмәй ҡалды. Һуңғы йылдарҙа был яҡлап маһирлығы нығыраҡ асыла башланы хатта.

Ана бит, дүртенсе көнөнә Барыйҙың йәнә тамағы ҡысырға тотондо. Тамаҡ ҡытыҡлағас, билдәле инде: ҡулға – эш, тамаҡҡа аш бармай башланы. Балта, сүкешен ситкә ҡуйып, ул, ғәҙәтенсә, һыра кибетенә юлланды. Ә уны бында юғалт­ҡандар икән.

– Бәләкәй генә бизнес асып ебәргән тип ишеткәйнек. Әллә кафе, ресторандар ишеген ҡаға башланыңмы? – тине шешәләш дуҫтарының береһе.

Теге көндө кеҫәһе ҡалын булғанда дуҫ түгелдәре лә дуҫ булып китһә, бөгөн иһә ысын дуҫ тигәндәре лә уның янынан табан ялтыратыу яғын хәстәрләй. Шулай булмай ни. Кеҫәгә суҡмарҙай ике йоҙроҡ һыйырлыҡ та баһа. Барый, был юлы ғорурлығын еңеп, ҡайтыу яғына табан ыңғайланы. Теләнселәп йөрөп үҙен кәм-хур иткеһе килмәне. Кәйефһеҙ генә подъезд эргәһендәге эскәмйәгә барып ултырҙы. “Их, ә шулай ҙа бер стакан һыра эскәндә ҡамасауламаҫ ине”, – тип уйлай үҙе эстән. Теге көндө аҡсаһы күп ине бит. Ҡәҙерен генә белмәне шул. Әллә ниндәй әтрәгәләм­дәр­ҙе һыйлап, хәҙер үҙе ас ҡалды. Нисауа, тағы кеҫәһенә аҡса төшһөн генә әле. Никакуй кеше һыйламаясаҡ. “Еҫен һиҙҙеңме?!” – тип, ҡуҡыш күрһәтәсәк. “Бизнес асып ебәргәнһең”, – тип көләләр түгелме хатта. Күрһәтермен мин уларға бизнесменды”, – тигән асыулы уйҙар үтте ирҙең башынан. Әллә үҙ теләге менән, әллә теге дуҫтарына үс итеп, ул баянан бирле күрше подъезд тирәһендә тапанған йыуантаҡ бер бесәй­ҙе фатирына алып инде.

Был бик тыныс бесәй булып сыҡты. Өйҙө лә туҙҙырмай, һалһаң, ашай, һалмаһаң – юҡ. Ашамлыҡты ла һайламай. Алдына нимә ҡуяһың – шуға риза. Күберәк йоҡоно хуп күрә. Барый, төн еткәс, ҡала урамына яҙып әҙерләгән иғландарын элеп сыҡты. Бынан һуң бер көн үтте, ике көн үтте, хатта өсөнсө көн дә үтеп китте. Ләкин бесәй­ҙе килеп һораусы ла, таптырыу­сы ла юҡ. Ә уныһы инде һәүетемсә, алдына ҡуйған ашамлыҡҡа риза булып, тәртип боҙмай ғына үҙ өйөндәге кеүек рәхәтләнеп кирелеп йоҡлауын белә.

Дүртенсе көнөнә Барый иртән уянып залға сығып үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмайынса бағана төҫлө ҡатып ҡалды. Аптырарһың да. Өйҙә бер бесәй урынына ете бесәй булып киткән. Атаҡ, атаҡ, ҡайһы арала көсөкләп өлгөргән ул? Үәт, хәҙер башҡа бәлә. Нисек ҡотолорға уларҙан? Сығарып ташлар ине, гонаһы ни тора. Етмәһә, ураҙа айы ла баһа. Бесәй ҙә әүәлгесә тик ятмай хәҙер. Барыйҙың аяғына һырылып, ниҙер таптыра. Асыҡҡандыр, мәхлүк. Ни тиһәң дә, алты балаһын имеҙергә кәрәк. Барый банка төбөндә ҡалған һөттө һауытҡа һалып, бесәй алдына ултыртты. Уйындан уймаҡ сығарыу тигәндәре ошо булалыр инде.

Уйға батып торғанда, телефон шылтыраны. Бәй, таң һарыһы менән кем шылтырата икән? Барый ашығып килеп трубканы алды. Ҡатыны Гөлниса икән.

– Алло! Эйе... Хәлдәр яҡшы... Эйе, эйе, арыу ғына. Ҡасан? Бөгөн ҡайтаһығыҙмы? Кис­кәме? Ярай, аңлашылды.

Барый уйсан ғына трубканы һалып ҡуйҙы. Кискә ҡатыны балалары менән ҡайтасаҡ. Үәт, ғауға ҡуптарасаҡ улар был бесәйҙе күреп ҡалһа. Ни эшләмәк кәрәк?

Боҙоғон ҡайҙа йәшерергә белмәй йөрөгәндә, ир бесәйҙән ҡотолоу сараһын уйлап тапты. Дуҫтары танымаҫлыҡ итеп кейенергә лә, “Отдам в добрые руки” тигән яҙыу яҙып, баҙарға барып ултырырға. Моғайын, берәйһе бесәйгә мохтажлыҡ кисерәлер әле. Эйе, Барый шулай итергә булды. Бесәйҙәр­ҙе кәрзингә һалды ла, өҫтөн сепрәк менән ҡаплап, иғлан яҙылған яҙыуҙы алып, таныштары танымаҫлыҡ итеп кейенеп, баҙарға ашыҡты. “Әле халыҡтың унда күпләп ағыл­ған сағы. Мөмкинлектән файҙаланып ҡалырға кәрәк. Юғиһә пропала башка. Ҡатын белеп ҡалһа, теңкәне ҡоротасаҡ ҡына”, – тип уйланды үҙе.

Бәй, баҙарҙа бер ул ғына бесәй йөкмәп йөрөмәй икән дә баһа. Ана, анау-у-у тирәгә байтаҡ ҡарт-ҡоро теҙелеп ултыр­ған. “Отдам в добрые руки”, “Отдадим в надежные руки”, “Настоящий сиамский кот. Никого не обидит”, “Ласковое Леопольдино ишет ласкового хозяина”, “Я добрая, но ненавижу мышек и крыс” тигән һәм башҡа сәйер яҙыуҙар ирҙең күҙенә сағылып ҡалды. Ай-һай, бәләһенән ҡотола алырмы икән үҙе? Ана, күпме хужа бесәйенән ҡотола алмай зарығып ултыра. Барый шундайҙарҙың янынан урын алды. Тегеләре, түрҙән уҙ, тигән кеүек, уға ҡарап-ҡарап ҡуйҙы.

– Нисауа, бер алып китерҙәр әле. Ташларға йәлке. Өсөнсө көн бындамын, – тип телгә килде Барый янында ултырған ҡарт.

Барый өндәшмәне. Ишеттем, аңланым тигән ым-ишара ғына яһаны. Ҡарт, күршеһенең һөйләшергә теләмәүен һиҙеп, башҡаса һүҙ ҡушманы. Өнһөҙ ултыра торғас, бер сәғәт үтте, ике сәғәт үтте, өс сәғәт тә үтеп китте. Барыйҙың кәрзиненә күҙ һалып китеүселәр булманы түгел, булды былай.

Теге ҡарт күңелһеҙ генә урынынан тороп, ойоған аяҡтарын ыуа-ыуа:

– Ярай, үҙемдән дә артмай­һың әле. Һиңә лә урын етер өйҙә, миңә лә... Әбейҙе берәй нисек күндерермен ҡалдырайыҡ тип. Тик ҡара уны, башҡаса тәртип боҙа күрмә, – тип бесәйен иркәләй-иркәләй ҡуҙғалып китте.

Унан һуң тағы бер нисә хужа баҙарҙан табан ялтыратты.

Барый көтмәгәндә таныш тауыштарҙы ишетеп, һиҫкәнеп ҡуйҙы. Атаҡ, атаҡ, баҙарҙы бер итеп теге шешәләш дуҫтары зыҡ ҡубып йөрөй ҙә баһа. Үәт, әтрәгәләмдәр. Эсмәгән көндәре юҡ. Толик руссалап таҡмаҡ әйтеп ебәрә хатта. Хәкиме, унан ҡалышмайым тип, башҡортса таҡмаҡ һуҙа. Бәй, таҡмаҡ тигәндәре таҡмаҡ та түгел икән. Оятһыҙ һүҙҙәрҙе әйтә бит йәшәмәгерҙәр. Кем кемде уҙҙыра ғына. Араларында Иван да күренеп ҡалды. Уныһы күлдәген сисеп ташлаған да, ҡамсы урынына һауала өйрөлтә. Ә салбарының төбө һүтелеп сыҡҡан. Үәт, хәшәрәт! Барый таныштарын ҡырҙан күҙәтеп, ошо ҡиәфәттә күреп, оялышынан ер тишегенә инеп китерҙәй булды. Бәй, эскән сағында үҙе лә шулар­ҙан ҡалышмай түгелме һуң? Арттырып ебәрә бит хатта. Был минуттарҙа ир үҙенең иҫерек сағын ҡырҙан күҙәткәндәй булды. Унан күңеле болғанып, йөрәге дерелдәп, тамағына төйөр килеп тығылды. Бер килке әлеге лә баяғы оятһыҙ Иван менән Хәким яғалаша башланы.

– Несчастный башкирин! – ти Иван Хәкимгә.

– Русский дурак! – тип екерә Хәким тегегә.

– Ты деньги Бори пропил. Ты – вор!

– Һинең Боряңды мең йыл күрмәһәм дә ризамын.

– Этот ваш Боря тупой алкоголик. Ему хоть воду с солью смешивай – выпьет. Из-за какого-то дурака спорите, – тип һүҙгә ҡушыла Толик.

Был минутта Барыйҙы йәшен аттымы ни? Ултырған ерендә шиңеп, ҡуҙғала алмай тора. Анау алйоттар уны һөйләй түгелме? Етмәһә, аҡсаһын сәлдергәндәр иҫерек сағында. Бергә сәкәштереп эскәндә “Боря шәп” тә “Боря щедрый” тип ауыҙ һыуҙарын ҡоротоп маҡтаған булалар. Былар эскәндә генә дуҫ икән. Ә арттан йоҙроҡ күрһәтәләр, ҡәһәр һуҡҡыр­ҙар. Ҡыҙмаса булһа, суҡмарҙай йоҙроғо менән бысраҡ ирендәрен төйөр ине.

Был арала күк көмбәҙе болотлап, елләп, ваҡ ҡына ямғыр һибәләй башланы. Күптәр өйҙәренә ашыҡты. Ҡайтмай ҡалған һатыусылар тауарҙарын шыптыр менән ябып, килем килеп кереренә өмөтләнеп, һаман да тора бирҙе. Әле генә күс шикелле мыжғыған баҙар тымып ҡалды. Хатта теге әтрәгәләмдәр ҙә күҙҙән юғалды. Бесәйлеләрҙән Барый бер үҙе генә ултыра бирҙе. Ул да ахыры сиктә урынынан ҡуҙғалырға булды. Шул саҡ балаһын етәкләп ашығып ҡайтып барған оҙон плащтағы ханымға күҙе төштө. Биш йәштәр самаһындағы малайы Барыйҙың бесәйҙәре янында туҡтап ҡалды.

– Улым, тиҙерәк ҡайтырға кәрәк. Йәшенләп ямғыр килә, – тип ханым балаһын ашыҡтырҙы.

– Әсәй, әйҙә бынау бесәй балаларын алайыҡ.

– Юҡ, улым, нишләтәһең улар­ҙы. Киттек, киттек...

– Алайыҡ, әсәй, алайыҡ!

– Юҡ, тип әйттем бит һиңә бер тапҡыр!

– Минең бесәй балаларын алғым килә, – тип малай үҙ һүҙен бирмәй баҫҡан урынында тыпырсынып иларға тотондо.

Бер килке әсә менән ул араһында көрәш башланды. Береһе лә һүҙен бирергә теләмәй.

– Әсәй, алайыҡ бесәйҙәр­ҙең барыһын да. Мин уларҙы иркәләп йоҡлатҡым килә, – тип малай үкереп иларға тотондо.

Көслө йәшен йәшнәп, ҡойоп ямғыр яуырға кереште. Ханым, йәшендән ҡур­ҡып, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәне. Ә малай, ямғырға ла, йәшенгә лә төкөрөп тә бирмәй, теләген даулап, балауыҙ һығыуын дауам итә.

– Кәрзине менән биреп ебәрәм, алығыҙ, – тип йылы йылмайҙы Барый ханымға.

Ханымдың ни саҡлы асыуы килһә лә:

– Минең малай шулай ул. Үҙе­некен һүҙ итмәйенсә тыйылмай, – тип Барыйға хәйерлек аҡса тотторҙо ла, бер ҡулына кәрзинде алып, икенсеһе менән улын етәкләп, йәшендән ҡурҡа-ҡурҡа, оҙон плащын елпелдәтеп, өйөнә ашыҡты.

Барый ҙа ҡайтыу яғына табан юл тотто. Юл буйына иҫерек дуҫтары, үҙенең уларҙан алданып, шулар кеүек нисек иҫереп, кеше көлкөһөнә ҡалып йөрөүе тураһында уйланды. Өйөнә ҡайтышлай магазиндан икмәк менән һөт һатып алды. Ҡалған аҡсаһын кеҫәһенә һалып ҡуйҙы. Өйгә ингәс, ҡатыны менән балаларының ҡайтыуына тип, сәй ҡуйҙы ла, тиҙ-тиҙ генә бүлмә­ләр­ҙе йыйыштырыр­ға тотондо. Иҙән сепрәген еүешләп, Гөлсирәһе менән йоҡлаған карауат аҫтын һөрткөләгәндә, ҡулына ниндәйҙер йөнлө йомшаҡ нәмә ҡағылды. Иғтибарлап ҡараһа, был нәмә бесәй булып сыҡты. Атаҡ, Барый бесәй балаларының береһен торғоҙоп ҡалдырған да баһа. Карауат аҫтында нисек пәйҙә булған мәхлүк? Күҙе лә асылмаған бесәй балаһын Барый ҡулына алып иркәләне. Көтмәгәндә ишеккә шылтыраттылар. “Әһә, Гөл­нисалар ҡайтты”, – тип, хужа усында бесәй тотҡан килеш тулҡынланып ашығып барып ишекте асып ебәрҙе. Ә унда таныш түгел ҡатын-ҡыҙ баҫып тора.

– Һаумыһығыҙ, мин һеҙгә иғлан буйынса. Бесәйемде алыр­ға килгәйнем, – тине ят ҡатын ышаныслы тауыш менән.

Барый бер ҡатынға, бер усында тотоп торған бесәй балаһына ҡараны ла:

– Бесәйегеҙҙән ошо ғына ҡалды инде, – тип йән эйәһен тупһа аша уға тоттороп, уңай­һыҙланып, теләр-теләмәҫ кенә ишекте япты. Унан ары ишеккә башҡаса шылтыратыусы булмағас:

– Ҡотолдом, буғай, – тип иркен тын алып, йәнә фатирын тәртипкә килтерергә кереште.

Был арала болоттар таралып, көн аяҙыта башланы. Барыйҙың сәй ҡайнатып, донъяны таҙартып көткән ғаиләһе күптән инде ярты юлда ине.

Ринат СӨЛӘЙМӘНОВ.

Читайте нас