Һөнәрселәр һәм өйрәнсектәр

Хикәйә.

Иҫәнғол дауаханаһында эшләп йөрөгән саҡта, “Тиҙ ярҙам” станцияһының водителе Әхмәт Ильясов, көтмәгән, уйламаған ерҙә мине үҙҙәрендә үткәреләһе ҡунаҡҡа саҡырып йәүкәләне. Көтмәгәндә, тип әйтеүем шунан килә, беҙ уның менән станциялағы эш буйынса тимәһәң, яҡындан аралашҡан, бер табаҡтан аш ашаған, бер көрәгәнән ҡымыҙ һемергән яҡын әшнәләр ҙә түгел түгеллеккә, өҫтәүенә йәш айырмабыҙ ҙа апаруҡ ҡына, мин яңы әрме сафында хеҙмәттә йөрөп ҡайтҡан егет, ә ул ҡырҡ йәштән уҙған ир уртаһы кеше, ике бала атаһы. Малайҙары ҙурайған инде, күптән үҫмерлеккә ингәндәр, ваҡ-төйәк йомош, аталарына ярҙам итеү һылтауынан дауахананың гаражына килеп күренгеләйҙәр йыш ҡына, ҡатыны Зәбирә апай терапия бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләй. Әхмәттең һүҙ ыңғайында тумбытыуына ҡарағанда, әле ойошторолаһы табынды улар, олонан ҡубып, ҙурҙан ҡормаҡсылар икән. Ғаиләлеләр унда парлашып барыры көн кеүек асыҡ, ә мин - буйҙаҡмын, ирекле, үҙаллы, бойондороҡһоҙ йәшәүҙе хуп күрәм, өйләнеү, муйынға мәленән алда ҡабаланып тормош ҡамытын кейеү, ике ятып бер төшөмә инеп сыҡҡаны юҡ әлегә. Вайымһыҙ, елғыуар йәшәү рәүешем дә күсмә ҡаҙаҡтыҡылай - бөгөн бында, иртәгә тегендә, ҡайҙа ҡыҙыҡ, ҡайҙа мәрәкә, ҡайҙа кәмит - мин шунда. Етем ҡорһағы ете ҡат тиҙәр бит әле, тамаҡ туйыр ерҙе лә алдан ҡарап-байҡап ҡына йөрөйөм үҙем дә. Әлеге өндәшелгән ерҙә ҡыутомшоҡ йәшәйештең ҡоро-һарыһы, ҡаты-ҡотоһона күнгән, күнеккән тамағым һис шикһеҙ туйыр, уныһы бәхәсһеҙ, әммә үҙемдән әллә күпмегә оло йәштәгеләр менән йыйылышып, урта быуындар өсөн ойошторолған күңелһеҙ табын артында ултырыу миңә ҡыҙыҡ, та кәрәк тә түгел. Саҡырған ергә бар, ҡыуған ерҙән кит, тиҙәр бит, саҡырылғас, ни булһа ла булыр, барайым. Йәнә, орҙо-бәрҙерәк, яндырайыраҡ холоҡло Әхмәттең саҡырыуы ла бигерәк үҙенсәлекле килеп сыҡты, ул кире ҡаҡҡыһыҙ, бойорғандай итеп һуҡ бармағын минең тарафҡа һөңгөләй итеп ҡаҙаны: “Ызначит, молодой человек, мы, с моей любимой женой приглашаем тебя в гости, кәнкритне киләһең, килмәй генә ҡара! Берәй юҡ һылтауын табып, уйлап сығарып һүҙемде йыға ҡалһаң, ысматри, башҡаса миңә яҡынлайһы, күрешәм, тип ҡул бирәһе булма! Надеюсь, ясно выразился?!”

Төшөнмәгән ҡайҙа, төшөндөм. Тағы йор һүҙле, көләмәс, лаҡап һөйләргә әүәҫ Әхмәттең шаяртып, уйынлы-ысынлы, яйы сыҡҡан һайын ҡабатлаған бер әйтеме лә бар бит әле: “Саҡырып ҡунағың килмәһә, ауырып бисәң үлмәһә, шунан да ҡыйыны юҡ!” Шулай итеп, барырға ҡарар ҡылдым, бер сменала, уртаҡ эш атҡарған хеҙмәттәшемә ҡыйынлыҡ, мәшәҡәт тыуҙырмаҫҡа булдым, йәнә, һин дә мин эшләп йөрөгән, ҡап урталай бүлһәң, достоиндан былайыраҡ ике бисә сыҡмалы, сәләмәтлеге тышҡа бәреп торған ҡатыны ла имен-аман ғына була күрһен.

Ҡоро ҡашыҡ ауыҙ йырта, ҡулды төбө тишек кеҫәгә тығып барып инеү килешеп етмәҫ, тип күстәнәскә затлы әрмән коньягын һатып алып, ҡултыҡ аҫтына “Ҡош һөтө”тип аталған ҡаплы кәнфит ҡыҫтырҙым да киттем кисҡырын ҡасаба осондағы кирбестән һалынған йортҡа. Күреп белеүемсә, Ильясовтар шул ике ҡатлы йорттоң аҫҡыһында өс бүлмәле фатирҙа йәшәйҙәр. Ни хәл итмәк, әҙерәк кенә ултырырмын да, мәжлес ҡыҙа төшһә, һиҙҙермәй, ҡунаҡтарҙың күҙенә артыҡлап салынмай ғына сығып та һыпыртырмын, Ҡунаҡҡа саҡырыуҙары, һый-хөрмәт өсөн рәхмәтте һуңынан, иртәгеһен эшкә барғас әйтермен әле. Исем өсөн булһа ла барып күренеп киткәс, ихтирамың, иғтибарың шулдыр, кешегә һынаманың, тип мыжый алмаҫ аҙаҡ, бүре лә туҡ, һарыҡтар ҙа имен был осраҡта, бөттө-китте.

Ысынлап та ҡунаҡтарҙы күп итеп йыйғандар, ян-тирәләге ауылдарҙан яҡын ҡәрҙәштәре, яҡын туғандары, сыбыҡ осо тыумасалары килгән, араларында мин күргән-белгән таныштар ҙа бар, таныш түгелдәр ҙә етерлек. Күрешеп, көңгөр-ҡаңғыр хәл-әхүәл белешкәндән һуң ир-ат, абруй-дәрәжәләренә, тотҡан урындарына, йәшәлгән йәштәренә ҡарап, ҡурсаҡтай ҡуҫтарланған, һыланған-һыйпанған төптән йыуан, лупыш ҡатындарын яндарына алып, сиратлап өҫтәл тирәләй урынлаша, ултырыша ла башланылар. Тормош ҡаҙанында ҡайнап та ҡарамаған ярты һыңарҙың биләр биләмәһе, һағыр ҡуналҡаһы алдан тәғәйенләнгән – ҡуныр еремә төртөп күрһәтеп әйҙүкләмәһәләр ҙә бер яҡ мөйөштән, ишек ҡырлауынан, өҫтәл ситенән урын алдым. Ян-тирәмде һөҙөп, һынап ҡарап күҙҙән үткәрҙем.

Бер үҙем, тип бошонһам да бөтөнләй үк яңғыҙ түгелмен икән дә баһа, көтмәгәндә-уйламағанда, яр аҫтынан яу сыҡҡан, бына һиңә мә, һиҙемләүемсә, кемеһенеңдер ҡарындашынмы, яҡын һеңлеһенме, алыҫ балдыҙынмы, әллә күҙ алдында йөрөгән ултыраҡ, үтмәҫ бикәсенме шунда, тәбәнәк буйлы, ҡыҫҡа аяҡлы, ҡалҡыу янбашлы, тар бәрхәт күлдәгенә саҡ, илла-аллаға һыйған тыңҡыш кәүҙәле, еҙ батмустай ерән сәсле, һайыҫҡан йомортҡаһылай һипкелле бер ҡыҙҙы миңә терәп, йәнәшәләтеп ултыртып уҡ ҡуйҙылар. Тик эш шунда, был тәңгәлдә силәгенә ҡапҡасы һис тә генә лә тап килмәй, мин асҡалаҡ йөҙлө һонтор буйлымын, эргәмдәге тумалаҡ Ерән Сәс минән теүәл ярты кәүҙәгә ҡыҫҡараҡ. Әхмәттең ҡәтғи, кире ҡаҡҡыһыҙ итеп саҡырыу сәбәбе ниһайәт асыҡланғандай итте, шулай итеп, үтемһеҙ тәғәмде бал ҡалаҡҡа һалып теләкһеҙ ҡабып, ауырлыҡ менән йотоп ебәрерлек ошо, үтә йәмһеҙҙән саҡ ҡына юғары, урта сибәрҙән һиҙелерлек ҡайтыш һылыуҙы миңә димләмәкселәрҙер, шыма килеп сыҡҡан осраҡта, һылап, тағып, йәбештереп үк ҡуймаҡсыларҙыр. “Димсе диңгеҙ кисер” тиҙәр бит, күҙләштереүселәр, ҡоҙалаусылар әүәле лә булған, хәҙер ҙә бар. Һайланған һаҙға батҡан, ултырыр ултырыш урыны тапмай аҙып-туҙып һикрәңләгән ас саранча сиңерткәһеләй оса-ҡуна йөрөй торғас, ҡаптым ҡармаҡҡа былай булғас, көтмәгәндә.

“Юҡ инде, мин улай тиҙ генә, күндәм генә баш һалып, телһеҙ-тешһеҙ ауыҙлыҡланғандарҙан, тибешмәйенсә өнһөҙ тышалғандарҙан түгел, тәртә араһына ла ҡаршылыҡһыҙ тыға алмаҫһығыҙ, бешмәгән мәмәйҙе икенсе урындан, ситтән эҙләгеҙ, йәме?” тип йыуатам үҙемде эсемдән. Теге ҡыҙ ултырышыу, урынлашыу ығы-зығыһынан файҙаланып шыпырт ҡына ҡаш аҫтынан минең яҡҡа ҡыҙыҡһыныусан, һынамсыл һирпелгәйне, мин дә үҙ сиратымда, уны оҡшатҡандай, үҙһенгәндәй итеп текәлеп, дөйөм иғтибарҙы артыҡлап йәлеп итмәй генә, һыумейе, шыр тиле кешеләй ауыҙымды ышпайтып, күҙ алмаларының ағын әйләндереп, ҡараларын ҡылыйландыра биреп танау осона йүнәлтеп, эҫелә сарсаған бурҙайҙай телемде һәлберәтә төшөп, ике донъя, бер мөрйә тормошта көн иткән, зиһен-аң кимәле тап-таҡыр, иҫкә бер төрлө һантый әҙәмдәй иркен итеп, мәғәнәһеҙ, хаяһыҙ йылмайып ебәрҙем. Был минең аңыш, семтем дә аҡыл сағылмаған ҡиәфәтемдән шикләнде, һипһенде шикелле, тумалаҡ, тығыҙ аяҡ сираҡтарын ишеп, күлдәгенең наҡыҫ итәген ҡымтып тубығы яғына тарта төшөп, ике арала һиҙелерлек арауыҡ ҡалдырып арыраҡ шылды.

“Ситкә тибәреп, саф хистәремде яуапһыҙ итмә, зарыҡтырма, һылыуым, китмә берүк, ташлама мине аяуһыҙ яҙмыш ҡосағына!” Эскерһеҙ, ихлас һөйөүгә туҡылған игелекле уйымды тормошҡа ашырырға теләп, мөкиббән китеп ғашиҡ булған мәжнүн ише, быжыр биттәрҙән сиратлап үпәкәй итергә йыйынғандай ыңғайы бер ҡыҙҙың артынан тартылғайным, был, яҡын юлайһы, һырпаланаһы булма, тигән ҡиәфәттә һыпатһыҙ йөҙөн уҫал төмһәртте. Тәңрегә шөкөр, ҡотолдом әләйгәс, был аяҡлы бәләнән дә, өнөндә шөрләттем, инде килеп төшөнә инеп йөҙәтермен, ҡотон алырмын, шай.

Һүҙ ҙә юҡ, хужабикә ҙур ҡалаларҙағы һиммәтле ресторан залына торошло, һәммәһе юғары зауыҡ менән урынлаштырылған күркәм өҫтәл хәстәрләгән. Буштың атаһы күптән үлгән, сәбәпһеҙ, осраған береһенең алдына һый ҡуйып, ҡалъя һоғондора һалып бармайҙар хәҙер, яңы быуатта, йә берәйһенең юбилейы, бәпес туйы, ҡул ҡулды йыуыу һөҙөмтәһендә ҡутараһынан килгән табыш, йә бүләк, юҡ тигәндә таныш-белешлек арҡаһында алынған Маҡтау Ҡағыҙы йыуыла. Ә унда инде ҡоро ҡул барыу шыпа ла килешмәгән эш, түш кеҫәңдәге конвертта тәғәмләнер ризығыңды ҡапларлыҡ төйөрөм генә аҡса ятыу фарыз. Баҙар иҡтисады шарттарында шулай һәммәһе лә алдан уйланыла һәм иҫәпләнә. Ә теге, үткән быуаттағы Әхмәт ағайҙарҙың табыны, һиҙемләүемсә, бер ниндәй сәбәпһеҙ, маҡсатһыҙ йыйылғайны. Иркенләп күңел асып ултырыуҙыр теләктәре. Ысынлап та, ятһырап-тартынмаған, бер-береһе менән аралашып, ҡатышып йәшәгән таныштар, ауылдаштар, дуҫтар ирәүәнләп, иркенләп байрам итергә йыйылған.

Һәүетемсә башланып, кемуҙарҙан һыу буйы итеп һөйләнелгән хәбәрҙән, ҡашығаяҡ шалтырауынан, бер яҡ ҡырҙағы ултырғысҡа ҡуйылған магнитофондан ағылған бейеү көйөнән ҡорт күселәй геүләп ҡуҙғыған тынсыу табын ҡыҙған ғына мәлдә ишек ауыҙында ҡойто кейенгән, урта йәштәрҙәге бер ир күренде; башында бумазыйҙан тегелгән, маңлай өлөшөнә, ҡолаҡсындарына босҡаҡтай яһалма йән ишараты йәбештерелгән алама кәпәс, өҫтөндә ҡаҡашыуҙан йылтырап ҡатҡан фуфайка, аяҡтарында сүсинкә быйма, үҙе күрер күҙгә үтә лә күрмәлекһеҙ - тәрән йыйырсыҡтар сыбарлаған яҫы маңлай, ялбыр, тура тартып ҡушылып үҫкән яҫы ҡаштар, шешенке ҡабаҡтар, ҡан һауып ҡыҙарған күҙҙәр, ҡырынмағанлыҡтан шырт төк япҡан һалынҡы биттәр бергә ҡушылып таушалған, йоҡоһоҙлоҡтан арып талсыҡҡан ындырһыҙ йөҙҙө хасил итәләр. Торғаны бер шыҡһыҙ күләгә, торғаны бер өркөткөс баҡса ҡарасҡыһы. Йыйылыусылар кем йөрөй әле ваҡытһыҙ һуңлап, бимазалап, тигәндәй, бар иғтибарҙы инеүсегә йүнәлтеп, бер аҙға ғына тынып ҡалып шымтайыштылар. Уҫлаптай, шупан кәүҙәле ир урынһыҙ килеп ингәнлеген абайлап, икеләнгәндәй урынында туҡтап ҡалды, һырыған салбарына йәбешкән ҡар бөртөктәрен һыпырып аяҡтарын алмаш-тилмәшләне, кире боролорға йыйыныпмылыр, ҡайырылып ишек тотҡаһын һәрмәгәйне генә инеүсене мәлендә шәйләп өлгөргән йорт хужаһы, тауыш алыштырмай ҡамасаулаған магитофондың тауышын бөтөнләй баҫып, тәбәнәк кәүҙәһен төмрәңләтеп, ҡоласын киң йәйеп, йөҙөн айҙай балҡытып саҡырылмаған ҡунаҡ яғына ҡарай атланы:

- Һо, кемде күрәм, Ғәйсәр абзый, был һин түгелме?!

Ир асарбаҡ төҫ-башынан ары китмәгән шыҡһыҙ ҡиәфәтенән оялғандай, үртәлгәндәй ҡулындағы йоран бейәләйҙәрен һалып уңлы-һуллы быйма ҡуңыстарын ҡаҡҡылағандан һуң кәпәсен систе, йомро башының түбә тапҡырында майланып тырпайған тыңлауһыҙ, саллана төшкән сәстәрен рәткә килтереп һыйпаны:

- Ызнамы, танының тәки, эрәхмәт. Өй беренсә әрһеҙ хәйерселәй кем әйенселәһен ҡараңғы юҡҡа, эңер төшкәс, минән башҡа... Һаумыһығыҙ барсағыҙ ҙа?! - Өҫтәл тирәләй ултырғандарҙың яғына йылы ҡарашын һирпеп, йөҙөн ирәмһетеп, сәхнәләге әртистәй кеселекле баш эйҙе.

- Иҫәнлектәбеҙ барсабыҙ ҙа! - тине Әхмәт бөтәһе өсөн яуап биреп. - Бына шәмбе көн булғас, ял алдынан тик ултырғансы тип, туған-тыумасаны, дуҫ-иштәрҙе, күрше-тирәне йыйып алырға иттек әле. Һин дә һөйләмәй генә йөрөйһөң икән дә баһа, рәхим итә күр!

Инеүсе һенағастай һерәйеп урынынан ҡуҙғалырға ашыҡманы:

- Мине берүк ғәфү итә күр, мыртый, һеҙҙә ҡунаҡ барлығын белмәнем, юғиһә борола буламмы тағы, ысынлап әйтәм. Теләнселәгән йомошом билдәле, бер йотом нәмә инде шунда, кисәге эскелектән һуң баш сатнай, сатнай ғына түгел, ярылып бара, түҙер әмәл юҡ...

- Һин нимә, бер йотом, имеш, әйҙә, ҡәҙерле ҡунаҡтарым араһына!
- Бәлки, кәрәкмәҫ, ә? Саҡырылмай йөрөгән һөймәлекһеҙ әҙәм һөмһөҙҙөң һөмһөҙө була ла баһа, ә мин ошондай хәлгә ҡалһам да, оятымды, намыҫымды юғалтмағанмын әлегә, мөгөҙһөҙ малдай әрһеҙ ҙә түгелмен...

- Ништәп кәрәкмәһен, кәрәк! Ә һине белеү, һинең менән аралашыу, абзый, минең өсөн үҙе бер ҡыуаныс, үҙе бер оло мәртәбә! - Һәр ваҡыттағыса этеп алып барған Әхмәт өҙмәй ҙә ҡуймай тегенең фуфайкаһына барып йәбешеп, тимер төймәләрҙе ысҡындырып ебәрҙе, көсләшеп тартып тигәндәй кәпәсте тартып алды ла ҡулындағын сөйгә алып барып элде. Ерән Сәстең биттәре бурҙаттай ҡыҙарҙы, күрәһең уның өҫ кейеме шул тирәгә эленгән булғандыр. “Сыҙа инде, бәғрем, күҙ нурым, берҙән-берем, - эсемдән үсәүле ҡыуандым, тантана иттем, - был донъяла таҙа, саф йәшәү, стериль ҡалыу мөмкин түгел, бысраҡҡа ла ҡағылаһың ҡайсаҡ, ҡойоға ла болғанаһың, батаһың!.. ”

Фуфайка сиселгәс күренде, саҡырылмаған ҡунаҡтың өҫтөндә күп кейеүҙән эшлектән сыҡҡан пинжәк, иҙеү тапҡыры һиҙрәгән сатраш биҙәкле сатин күлдәк икән, һырыған салбары ла ишелгән сей йүкәгә тартым ҡайыш менән тартылған. Түшенә ниндәйҙер атҡаҙанған билдәһен дә тағып алған. Иҫке-оҫҡоға беркетелгән миҙал, хас та һыйырға эйәр һалған һымаҡ бик тә сәйер күренә. “Эскелек мәлендә икенсе кешенең кейемен яңылыш кейгәндер был әҙәм, йә яйы сыҡҡанда ҡупырайырға теләп берәйһенекен сәлдергәндер”, тип уйлап ҡуйҙым. Теге үҙ сиратында ҡатҡан билен ауырлыҡ менән эйелдереп сүсинә быймаларының галошын ысҡындырҙы:

- Мин оҙаҡҡа түгел... һеҙ әйткәнгә генә...

- Хоҙай Тәғәлә бүлгән ваҡытты хисапламайыҡ, уныһы әлеге мәлдә көнүҙәк, мөһим түгел, давай, түрҙең иң түренә, - шул арала Әхмәт ағай йәшерәк берәүгә күрһәтмәһен бирә лә һалды, - ә һин дорогой, младший брат, киленде ҡуша тартып шыл был яҡҡараҡ, икенсе ваҡыт шунда, түрҙә ултырырһығыҙ, үҙегеҙҙән юғарыраҡтар, бәҫлерәктәр бумағанда!

Йәш ир менән ҡатын үпкәләгәндәй тызырайышып урындарынан ҡалҡтылар. Яңы танышым Ғәйсәр ҡулдарын болғап ишаралап уларҙы урындарында ҡалырға өндәне:
- Юҡҡа борсолмағыҙ, иркенләп ултырығыҙ шунда, мин үҙ урынымды беләм у!

Күпме генә ҡыҫтаһалар ҙа ир түргә ынтылмай өҫтәл ҡырынан, әсе тир, тәмәке, тағы ла танауҙы ярып барған шундайыраҡ үҙенсәлекле ҡырҡыу еҫтәрҙе аңҡытып, минең яндан урын алды. Миңә инселәнгән Ерән Сәсем барыбер әҙәмсә әҙәп төшөнсәләрен, тәрбиә ҡағиҙәләрен белеп еткермәйҙер, ҡыҙарған быжыр йөҙөн әсе ҡапҡандай ризаһыҙ сирылтып, үпкәләгән ҡиәфәттә тағы ла арыраҡ, төпкәрәк күсте. Зерә лә шәп, үтә лә ҡулай булды әле, бының менән танышмаҫ, ҡауышмаҫ элек үк айырылып, араларҙы бөтөнләйгә өҙҙөк, әләйгәс, өс тапҡыр талаҡ ҡысҡырыу ҙа кәрәкмәй хәҙер. Яңы күршемде өнһөҙ баш һелкеп сәләмләгәйнем ул, өҫтәл аҫтынан күрешергә ҡулын һондо, бармаҡтары имән ботағылай суғырмаҡлы, ҡаты инеләр.

- Таныш булайыҡ, исемемде ишеттегеҙ, Ғәйсәр атлы булам, фамилиям - Солтанморатов.

- Хәйҙәр.

- Татарстандың билдәле йырсыһы Хәйҙәр Бегичев бар.

- Билдәһеҙ кешемен.

- Шулай ҙа, яйы сыҡҡанда, күңелең күтәренке саҡтарҙа йырлайһыңдыр, йырламаған башҡорт балаһы бумай у!

- Яҡын дуҫтарым ҡабул итерлек, уларға ишетелерлек кенә итеп.

- Уныһы ла яраған.

- Һеҙ яңы дөрөҫ әйттегеҙ, мин дә үҙ урынымды беләм, - тинем, әле генә башланып торған әңгәмәне ялғарға теләп.

- Төҫ-башың менән мындағыларға тартмағанһың шыпа ла!

- Әлләсе бындағыларға тартмаһам да мине үҙ кеше итеп ҡабул иттеләр ейәнсуралар.

- Башҡортостанды арҡыры буйға күп гиҙгәс, халҡыбыҙҙы айырып, танып бөткәнмен, шулай ҙа ҡайҙан әле һин, мырҙа?

- Урман Йылайырынан.

- О-о-о, Ишмулла Дилмөхәмәтов ағайҙың төйәгенән икәнһең, уны мин яҡындан белдем, аралашып йәшәнек.

Ышанмайыраҡ ҡарап алдым да ары һүҙ ҡуйыртырға теләмәй, алдымдағы ашамлыҡтар һалынған тәрилкәләрҙе, үҙемә тәғәйен тулы рюмканы тегенең алдынараҡ шылдырҙым, тартынмай һыйлан, йәнәһе. Ризыҡҡа ла ҡағылмай был, эҙләп килгән йотомон да йоторға ашыҡманы, юғарынан түбәнгәрәк ҡарап, аҡһөйәктәр, зыялылар ҡоронан килеп, бында ҡыҫҡа ваҡытҡа, осраҡлы һуғылған арҙаҡлы заттай һауалы ҡиәфәттә ғорур һерәйеп, йомро эйәген юғарыға сөйөп ултырыуында булды.

Бер аҙҙан хужа өлтөрәп яныбыҙға килә һалып етте, күлдәк еңе төрөлгән йөнтәҫ беләкле ҡулын эргәләге яурынға һалды:

- Хәлдәрең нисек абзый, нисегерәк йәшәп ятаһың әле, ошо арала күҙгә-башҡа ла салынмайһыңсы?

- Минең хәл билдәле, мыртый, һорап тораһы түгел...

Ҡунаҡ уратып яуап ҡайтарҙы, һәр хәлдә уның йәшәү рәүеше минең өсөн сер булып ҡалды, аңлашылып бөтмәне.

- Шулай ҙа бирешмә, абзый, һинең һымаҡ кешеләр йәмләй бит донъяны, уны йырлы-моңло итә!

- Тырышам да бит, мыртый, тик яңғыҙлыҡ баҫа елкәне, көнитмеш мәшәҡәттәре тотош кәүҙәне бөгә.

- Йәшәйбеҙ әле, абзый, йәшәйбеҙ, бирешмәйек! – Әхмәт ағай ирҙең яурындарын яратып ҡаҡты. – Оло мәжлес йыйҙым мына, ҙурла әле, абзый, беҙҙең түңәрәк табынды, йырла берҙе!

- Инеп етмәҫ элек үк, ауыҙ күтәреп аңрап ултырыу килешмәгән шөғөл, башҡалар ҙа бар бит әле!

- Сәсән барҙа телеңде тый, тиҙәр, моң әҫәре ҡунмаған бүтәндәр ни, сабыр ғына көтөп ултырып торорҙар. Ә һиңә ни ҡылһаң да килешә! - Әхмәт был ир менән һин дә мин яҡындан аралаша, үҙ кешеләй тартыныуһыҙ мөрәжәғәт итә, ул ғына ла түгел ихтирамын, хөрмәтен йәшермәй. Ғәйсәр ҙә күрмәгән-белмәгән кешегә былайтып инеп, йәйелеп ултырмаҫ ине, моғайын.

- Үҙәк буйы ҡымырйытып, йүтәлләп торам бер аҙ.

- Ниңә, бығансы тамағыңды сылатманыңмы ни?

- Әлегә тотоп өлгөрмәнек, сәкәштермәй эсеп, яңғыҙ-ярым йотоп өйрәнелмәгән, убшый буғанды яратам. – Шелтәләгәндәй итеп минең яҡҡа ҡарап алды.

- Улайһа тотоп ебәр! – Әхмәт ағай эргәләге шешәне үрелеп алып рюмкаларға ашыраһынан араҡы ҡойҙо. - Бәлки, бер юлы, бахмур сирең йыуылып төшөрлөк итеп ҡырлы эстәкәнгә һалып бирергәлер, ә? Тартынма, абзый, һин бында минең өсөн төп ҡунаҡ!

- Мине кем тип иҫәпләйһең? Шул саҡлы, тигәс тә.

- Биғәйбә, кисер, уйламайыраҡ ысҡындырҙым, үҙем тиңдәшһеҙ йырыңды тыңлағым килә, телем икенсе нимә хаҡында бытылдай.

- Әхмәт, мужыт...

- Бар ҡунаҡтарым исеменән үтенәм, абзый! Шулаймы, йәмәғәт?

Риза икәнен белдергән табын геүләгәндәй итте, ара-тирә ҡул сабыу тауыштары ишетелде.

- Бәлки, икенсе ваҡыт?

- Йырла әле абзый, һинең һымаҡ йырсыны тыңлауы үҙе бер ғүмер бит!

- Ызнамы шулай! – Был ирҙе танып белгән бер нисәү хуплауҙарын белдерҙеләр.

- Юҡ инде, икенсене көтмәйек, әлеге мәл ҡәҙерле, йырлай алмаһаң, көйлә генә, шуныһы ла баштан ашҡан! – Эт ыйыҡ Әхмәт ағай ҙа яныбыҙҙан китергә ашыҡмай.

- Белә белһәң, көйһөҙ йыр булмай ул һис ҡасан да, көйһөҙ йыр тоҙһоҙ ашҡа бәрәбәр. Көйлә, тиһең инде, нимәне?

- Билдәле инде, мәшһүр “Буранбай”ҙы! Уны башҡорттар араһында һинән дә шәберәк, һинән дә оҫтараҡ башҡарған бер кем дә юҡ!

- Бына быныһын инде, лөғәткә һыймаҫлыҡ итеп шаштырҙың, Әхмәт! “Урал”, “Буранбай”, “Тәфтиләү”, “Таштуғай”, “Ашҡаҙар”ҙы миңә ҡәҙәр ҙә йырлағандар, минән һуң да оҫта башҡарыусылар һис һүҙһеҙ, табылыр. Атап үткән йырҙар донъя кимәлендәге операларға, уникаль, ҡабатланмаҫ иҫәпләнгән арияларға биргеһеҙ, ноталарға һыймаҫ тәрән бөгөлдәре, тырышһалар ҙа күптәр алдыра алмаған асманға ашҡан бейеклектәре менән мәртәбәлерәк, бәҫлерәк булмаһалар әле! Милләт барҙа халыҡ йырҙары йәшәй бит ул, һис ҡасан юҡҡа сыҡмай!

“Ҡупырый, ҡауҙыр бер әҙәмдер, күрәһең. Әле генә мәшһүр ҡурайсы Дилмөхәмәтовты танышлыҡҡа сығарып фәстерә ине, хәҙер шул килештә була тороп та юғары музыка хаҡында фәлсәфә һата.” Екһенеп шулайыраҡ уйлап алдым да, бының менән башҡаса һүҙ сыбалтырға теләмәй һыртымды ҡуйҙым, һәм мине аҫтыртын күҙәткән Ерән Сәс яғына ҡарап күҙ ҡараларымды ҡабаттан танау осона йүнәлттем, күҙәтмә, сибәркәйем, минең хәл-торошом ошолайыраҡ, йәнәһе.

Ир урынынан торҙо, алдына ҡуйылған сәйгә ярыла төшкән шешенке ирендәрен тигеҙеп алды ла сикһеҙ, осһоҙ-ҡырыйһыҙ даланы иңләп ҡарағандай ҡарашын алыҫҡа, билдәһеҙлеккә йүнәлтте, шунан изге ғәмәл башҡарырға йыйынғандай күкрәк тултырып тын алды ла онотолғандай итеп күкрәген киреп ҡайҡайҙы. “Билдәле, танылған әртистәй ҡылана, саманан аштырып шартына килтерә! – Эсемдән шулайтып уйлап ҡуйҙым. - Артыҡ килештермәй, баҙарын күтәрмәй генә белгән мөнәжәтен төңрәһен дә ҡуйһын, тауышым ултырған тигәс, уның ғырылдағы кемгә хәжәт?! ”

Бына бер заман, тамаҡ төбөнән түгел, күңел түренән, йөрәк төпкөлөнән һаҡ ҡына сыҡҡан тауыш ҡолағымды наҙлы иркәләне:

Табаҡ та ғына табаҡ, ай аҡ ҡағыҙ,

Буранбайҙың яҙған хаттары.

Буранбайҙың яҙған хатын уҡып,

Зар илайҙар ауыл ҡарттары...

Әле генә башымдан үткән түбәнлекле фекерҙән оялып киттем. Ғырылдаҡ, тигән булам тағы, был сихри моң сүп-сарһыҙ, таҙа, туҡ башаҡлы иген баҫыуының тулҡыныуына, үтә күренмәле, сафлығы күҙҙәрҙе ҡамаштырған, һалҡыны тештәргә үткән терегөмөштәй шишмәнең селтер ағышына тиң ине. Ыжғырҙа тумбыҡҡанда йылымыс екәт ел кинәт битемә бәрелгәндәй һиҫкәнеп киттем дә, илаһи тауыш сығанағын эҙләгәндәй ҡарашымды аҫтан юғарыға ҡарай йүнәлттем. Ошондай йән иреткес, илаһи,ҡабатланмаҫ, йондоҙло көмбәҙҙән яуған ауазды Латвияның баш ҡалаһы Ригала, яңғырашы Европала икенсе урынды биләгән Домский Соборҙың орган залында ишетеп тетрәнгәйнем, шул сихри кисереш, бына бында, ауыл кимәлендә яңынан ҡабатланды. Дәһшәтле йыр яйлап күтәрелә барып ҡапыл ян-тирәгә сойорғоно ла, тыйып алғыһыҙ, бейек, көслө тулҡындай таш стеналарға ҡаҡлыҡҡас тотош өй эсен тултырҙы, шунан ары бында һыйып ҡала алмай тәҙрә быялаларын зыңлатып, ваҡ кәртәләрҙе, ҡаршылыҡтарҙы емереп, беҙҙе ҡалдырып йондоҙло йыһанға осто. Күҙ алдыма шырлыҡлы ҡара урман, тау-ҡаялар араһынан һуҙылған батҡаҡлы ат юлы килеп баҫты. Унан оҙон арбаға һаҡҡан мылтыҡлы һаҡсыларҙы ауырлыҡ менән тартып ҡарт алаша килә. Тәртәгә тайлаҡ айыуҙай арҡанға тағылған, аяҡ-ҡулдары сынйырлы, саба яуған ямғырға күлдәге еүешләнгән, оҙон сәстәре маңлайына һибелеп йәбешкән әзмәүерҙәй ир атлай. Күптән киләләрҙер, бығау тимеренә өйкәлгән бәкәл быуынынан һарҡҡан ҡан мәтегә буялған ялан аяҡтарҙы алһыу төҫкә мансыған. Буранбай бит был, халыҡ йырында йырланған Буранбай! Арыраҡ юл уртаһындағы бер бөртөк сәскә юғарыға үрелгән. Нишләп кенә үҫтең бында, башҡа урын тапманыңмы, тапалаһың да баһа! Ай! Арба тәгәрмәсенең тимер туғыны нескә һабаҡты йығып, ҡойоға батырып, иҙеп уҙҙы. Аҡ сәскә лә һәләк булды, Буранбай тотҡон да башын юғарыға сөйөп билдәһеҙлеккә китеп юғалды...

Ә теге ир аяҡтарын тарбайтыңҡырап, осорға йыйынған сая бөркөттәй ҡулдарын йәйә биреп баҫҡан да илһамланып һуҙа ғына. Аһәңе һуң! Уға Урал ҡаяһындағы суйыр таш ныҡлығы һалынған, йүгерек йылғаның мәңге тынмаҫ сыңы һеңгән, дәһшәтле урман шауы өҫтәлгән, тәбиғәттәге бихисап һайрар ҡоштарҙың һайрауы ҡушылған.

Буранбай ҙа Себер китеү менән,

Баҫылыр микән, илдең дә ирҙәре?

Тамам. Илаһи башҡарыу, рух байрамы тамам. Ниндәй мөғжизә башҡарылды, атҡарылды күҙ алдында? Ҡәҙер кисәһендә күҙ асып йомған арала күк ҡабағының асылып-ябылыуы булдымы был, әллә йәйҙең иң ҡыҫҡа төнөндә абаға сәскә атып ҡара урман төпкөлөн көмөш нурҙарға күмеп балҡытып ебәрҙеме, әллә Хоҙай Тәғәләнең ғүмерҙә лә тормошҡа ашмаҫтай тойолған хыялды көтмәгәндә, өмөтләнмәгәндә әшкәртеүе булдымы? Аңғарманым, мәгәр әҙәм балаһын тышҡы буй-һын түгел, эске матурлыҡ йәмләй һәм биҙәй, күҙ алдымда ир һоҡланғыс, ылыҡтырғыс мөһабәт бәһлеүәнгә әйләнде, әүерелде лә ҡуйҙы. Ул ғына ла түгел, ҡот тотош өй эсенә таралып, ундағы һәммәһенең булмышын яҡтыртты, илаһи йәмгә сорнаны, сибәр, мөләйем итте.

Йырсы бәүелгәндәй тора бирҙе лә кинәт хасил булған изге тынлыҡты боҙоп тертләтергә теләмәгәндәй һаҡ ҡына урынына сүкте. Кемеһе ҡулдарын ҡаушырып, кемеһе тубыҡтарына терһәкләнеп, кемеһе йөҙөн уйсанландырып өҫтәл тирәләй ултырған ҡунаҡтар башҡарыусыны ҙурламанылар ҙа, урынһыҙ шау-шыу ҙа ҡуптарманылар, әле генә ишетелгән арбатҡыс йыр тәъҫиренә бирелеп шаңҡып, онотолоп ҡалдылар бары. Хужа инде, эсмәйенсә лә иҫергән, аңҡы-тиңкегә ҡалған хужа, күҙ йәштәрен ҡул һырты менән һыпырып башын түбән эйҙе:

- Һин йырың менән бөйөкһөң, абзый, йырың менән ҙурһың, күркәмһең! Бына ошо башҡарыу өсөн генә лә йортоңа оло табын йыйырға, йырҙың нәғеҙен аңлаған ҡунаҡтарҙы саҡырырға мөмкин!

Ир кеше урынына ҡабаттан сүкте лә ғәйепле кешеләй башын түбән эйҙе.

Кем булды әле был ир, ҡайҙан килгән, әлеге көндә ниндәй эш бөтөрә? Яйын тап килтереп уның яғына аушайып шыбырҙаным:

- Ағай, һеҙ ниндәйҙер яңылышлыҡ арҡаһында ғына бында йөрөп ятаһығыҙ, урынығыҙ бит филармонияла!

- Бәй, унда эшләп ҡараным да! - Булды яуап.

- Ҡаранығыҙ? - Аптырап киттем дә, ғәжәпләнеп текәлеп төпсөндөм. - Ә нишләп унан китергә иттегеҙ?

- Һыйҙырманылар.

- Ни сәбәптән?

- Әртислеккә юғары уҡыу йорттарында йырға уҡыған кешеләрҙе һайлап алалар, ғәҙәттә, ә беҙҙең һымаҡ халыҡ араһынан сыҡҡандар - һайландыҡтан ҡалғаны иҫәпләнә. Ябай ғына йыр-моң хаҡиҡәтен аңлап етмәй күптәр, ғиллә шунда, ҡарғаны консерваторияла уҡытыуҙан ни фәтеүә, ни тиклем генә тырышлыҡ һалһаң да ул һандуғас булып һайрап китмәй бит инде, күпме өйрәтһәң дә, һабан турғайы ла була алмай. Тағы, ғәйепте кемгәлер япһармайым әле, ошо ҡороғор эскелек емерҙе яҙмышымды, бер башлаһам аҙналар буйы туҡтала алмайым...

Йыр илсеһе аҙым һайын осрап тормай бит инде, Ғәйсәр Солтанморатовты башҡаса юлымда тап итмәнем, мәгәр уның йыры күңелемә мәңге юйылмаҫлыҡ булып һеңде, һеңеү генә түгел – уйылды. “Буранбай”ҙы юғары сәхнәнән башҡарғандарҙы ла бик күп тапҡырҙар ишеттем, әммә шул мәлдә күҙ алдыма ҡойто кейенгән, әммә йыры менән күркәм һәм матур Ғәйсәр ағай килеп баҫыр булды.

Бөрйән районына ҙур делегация менән барҙыҡ. Рәсми саралар тамаланғандан һуң икенсе көн бөрйәндәр тайпылышһыҙ үтәлергә тейеш урындағы йолаға ярашлы иң башта Шүлгәнташ мәмерйәһен күрһәттеләр, шунан оло табын йәйелгән аҡланға алып килделәр. Үҙешмәкәрҙәрҙең концертын ҡарағанда ҡураныс, еңел кәүҙәле бер ирҙең ғәжәйеп, хайран оҫта бейеүен күреп телдән ҡалдым. Ул уртаға һалынған тар ғына таҡтанан төшмәйенсә, баҫма буйлап йөрөгәндәй итеп ойота, һеңдерә баҫа ғына! Хәрәкәттәре камил, аяҡтары түгел бар булмышы бейей, юғарыға талпына! Бейеү сәнғәтен мин шулайыраҡ аңлайым: сәсән теле менән арбай, йырсы моңо менән әсир итә, рәссам ете төҫ буяу ярҙамында бөйөк картиналар яҙа, ижад итә, ә бейеүсе инде кәүҙә, аяҡ-ҡул хәрәкәттәре аша поэзияны, көйҙө, буяуҙар, төҫтәр доньяһын ҡарап ултырыусы тамашасыға еткерә. Аяҡ-ҡулдарҙың килешле тыпырҙауы бейеү түгел әле - бейеү ул күңел торошо, йән юғарылығы, рух тантанаһы!

Эргәмдәге ир миңә аңлатма бирергә кереште:

- Районыбыҙҙың ҡото Йәнбирҙе ағай ул. Мин үҙем мәҙәниәт бүлегендә эшләйем. Уҙған йыл Мәскәүҙән лекциялар уҡыу, дәрестәр үткәреү маҡсатында бейеү белгесе профессор ҡатын килгәйне беҙгә, ул Йәнбирҙе ағайҙың бейеүен ҡарағас һорай ҡуйҙы:

- Ҡайҙа уҡыған был бейеүсе? Мәлендә беҙҙә белем алһа таныр инем, Санкт-Петербург мәктәбелер, улайһа.

- Уның Бөрйәндән сығып йөрөгәне юҡ, бер ҡайҙа уҡымаған да, - тибеҙ.

- Бының булыуы мөмкин түгел, был бит һөнәрсе, иҫ китмәле талант эйәһе!

Сығыш тамамланғас бер ҡунаҡ сыҙамайынса һөрәнләп үк ебәрҙе:

- Китсе, был таҡта һеҙгә нимә генә, ҙур сәхнә лә тар әле!

Бейеүсе тыйнаҡ йылмайҙы:

- Унда бит бейеү сәнғәтен хореография дәрестәрендә өйрәнгәндәр бейей, ә мин - ауыл кешеһе!

Башҡалала мәртәбәле ҡунаҡтар өсөн ойошторолған ҙур концертты ҡарарға тура килде. Тураһын әйтәм, оҡшаманы, өмөтөм аҡланманы, йәнем иңрәмәне, йыр-моң, нескәлек көҫәгән күңелем ас килеш ҡалды, сөнки унда махсус уҡыу йорттарында сольфеджионы өйрәнгән, балет мәктәбе уҡытыусыларынан хореография дәрестәрен алған өйрәнсектәр көндәлек ауыр эш башҡарғандай бейейҙәр һәм йырлайҙар ине, ә һөнәрсе юғарылығындағы Ғәйсәр, Йәнбирҙе ағайҙар һаман да халыҡ араһында!

Хәйҙәр ТАПАҠОВ.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас