Ят аш тигәндә беҙ ят, таныш булмаған ризыҡты күҙ уңында тотабыз. Ул айырым яҙыла, айырым әйтелә, әммә ҡушамат урынына ҡулланылғанда, бер бөтөн һүҙ буларак яңғырай.
Харис ағай, шырт сәстәре ҡысҡа итеп алынған, киң битле, итләс танаулы, мыкты кәүҙәле уҙаман, өҫтәл артына ултырыр алдынан ярҙамсыһына бойорҙо: "Бар, Яташты алып кил, балтаһын да эләктерһен, ҡабан түшкәһен бүлергә ярҙам итер. Юғиһә ҡунаҡтар, хирург булһалар ҙа, ҡабандың ҡайһы яғынан тоторға белмәйҙер".
Беҙ, ике хирург, быны ишетеп, бик шатландыҡ - центнерҙай ҡабанды тәрән ҡар буйлап һөйрәп килтергәнсе аx-малға төшкәйнек. Ысынлап та, ғүмер буйы скальпель менән эшләп, ҡулыбыҙға бысаҡ тотоп та ҡарамаған кешеләр шул беҙ.
Яташ бөкрәйеберәк йөрөүсе ҡырҡ биш йәштәрҙәге баҙнатһыҙыраҡ ир булып сыҡты. Һарғылт сәстәре ҡолаҡ артына уҡ төшөп тора, ҡул тамырҙары ауыр эштән бүртеп сыҡҡан. Ул шым ғына иҫәнләште лә күнегелгән хәрәкәттәр менән таныш эшенә тотондо.
Табын ҡыҙҙы... Бөтәһе лә һунар тәьҫораттары менән уртаҡлаша. Ә минең башымдан бер уй китмәй: ҡайҙан килгән "Яташ" тигән исем? Миндә хатта мосолман исемдәре китабы ла бар. Унда ла күҙемә салынғаны юҡ.
Ҡыҙыҡһыныуымды күреп, хужабикә ҡысҡырып көлөп ебәрҙе һәм "Яташ" тарихын бәйән итте.
Вәхиттең күршеһе вахта буйынса эшләй икән. Ул бер нисә айға юғалып тора ла, ҡайтып, Рәсихәһе янында күпмелер ваҡыт йәшәп китә. Рәсихә иһә ҡыҙҙарҙай һомғол, һаман һылыулығын ташламаған, дәрте ташып торған ҡатын.
Бер мәл Вәхит, эштән башҡаны белмәгән, бисәһенә бер ауыз ҡаршы һүҙ әйтмәгән ир, ҡыҙмаса булып батырланып ала ла Рәсихәгә былай ти:
- Эй, күрше, ирең тағы юғалды. Үҙеңде бигерәк йәлләйем. Йәш ғүмерең заяға уза. Тырым-тырағай йәшәйһегеҙ. Иртәгә минең Рабиға әсәһенә ике көнгә ҡунаҡҡа китә. Әйҙә, ҡараңғы төшкәс, ситән буйына сыҡ!
Рәсихә аптырап китә, керпектәрен төшөрөп кенә:
– Әлләсе. Рабиғаңа ысҡындырып ҡуймаҫһыңмы? Күршеләрбеҙ бит әле. Ояты ни тора? - ти.
– Һин нимә? Шундай һүҙҙе бисәгә әйтәләрме?
Ләкин Рәсихә, яйын табып, был турала Рабиғаға һөйләп бирә. Ике күрше, көлөшө-көлөшә, ирҙе төп башына ултыртырға була.
Рабиға, күстәнәстәрен төйнәп, әсәһенә "китә". Һәм эңер төшөү менән, Вәхит көтөү ҡаршыларға сыҡҡас, йәһәт кенә күршеләренә инә. Рәсихәнең күлдәген кейә, яулығын ябына, уның хушбуйын һөртә лә һөйләшенгән ваҡытты көтә башлай.
Күҙгә төртһәң дә бер ни күренмәҫлек төн. Вәхит ярты сәғәттән ашыу ситән буйында зарыға...
Ниһайәт, ишек шығырҙай, "күрше" ҡатынҡай Вәхит косағына сума.
Илаһи ләззәттән һуштарына киләләр.
- Йә, үҙеңә оҡшаныммы? - тип һорай наҙлы тауыш.
- Оҡшау ғынамы?! Ят аш ят аш инде, көн дә ашаған тары бутҡаһы түгел. Аш төрләндереү яҡшы икән!
- Ах, аҙғын, ят аш кәрәкме һиңә? Бынан ары бутҡаһын да, өйрәһен дә күрмәҫһең. Ят ашыңды үҙең әҙерлә! - Рабиға, эргәлә үҫеп ултырған кесерткәнде йолҡоп алып, уңлы-һуллы иренең сикәһен сапҡыларға тотона.
Вәхит саҡ ҡасып ҡотола, йән-фарман мал аҙбарына инеп, ишеген бикләп үк ҡуя. Ул төндө үгеҙҙәр эргәһендә, бесән өҫтөндә үткәрә. Ә ике күрше ҡатын, һындары ҡаткансы көлә-көлә, таңға табан ғына йоҡлап китә. Был турала ҡайһыһының ауыҙынан сыҡҡандыр Вәхит күренеү менән, бөтөн кеше ауызын йыра башлай. Сәнскеле телдәр төрттөрөп алырға ла күп һорамай. Ә ул, бисара, "сирлегә" һабышып, ярты йыл буйы ихатаһынан да сыҡмай ята.
Бына шулай була ул аш төрләндерергә теләһәң!
Венер СӘХӘҮЕТДИНОВ,
профессор, медицина фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы.