Ят әңгәмә

Mагазинда әйбер ҡарап торғанымда ике оло ғына ҡатындың һүҙләшеп китеүенән һатыусы ҡыҙҙар алдында оялып киттем.

Добавить в предпочтительные источники Google

– Яртыһы һыу ҡушылған самогон менән алдаштырып, кеше ирҙәренән эшеңде эшләтәһеңме, битһеҙ, – тип башланы йыуан ғына ҡатын, яулыҡ осон артҡа ташлап.
– Ah-ah, сөпөрә. Кемдән, нисек эшләтһәм дә, унда һинең ни эшең бар?
Ҡаҡса ғына оҙон буйлы ҡатын, бөтә ҡиәфәте менән үҙенең өҫтөнлөгөн күрһәтеп, йыуан ҡатын яғына әйләнде.

– Ҡулыңдан килһә, һин дә яллап эшләт.

– Үҙ өйөмдә кеше көсөн ҡулланаһым юҡ. Һәр кем үҙ ҡыйын үҙе йыйырға тейеш.
Ҡаҡса ҡатын мыҫҡыллы көлөмһөрәне.

– Әйтәм шуға йыяһың инде, һыҡра. Балаларың менән ҡуша бысрағыңа батып ултыраһың.

– Миндәге сүп-сарҙы тикшергәнсе, үҙ артыңды һәрмәп ҡара, – тине лә йыуантыҡ таҙа ҡатын, туйтаңлап сығып китте.

– Бар-бар, төкөрҙөм мин һинең хөсөтөңә, – тип икенсеһе һатыусы ҡыҙға мөрәжәғәт итеп

– Ҡыҙым, ике кило шәкәр бир әле, – тине бер нәмә лә булмағандай.

Мин телһеҙ ҡалдым. Беҙ, магазинда булыусылар, ирекһеҙҙән әҙәпһеҙ әрләшеүҙең шаһиты булыуҙан тыш, тәртипһеҙ ҡыланыштары менән кәйефте ҡырыусы был ике ҡатындың үҙҙәрен ғәйепле тойоу кеүек хистән мәхрүм икәндәренә инандыҡ.

Үҙ-ара мөнәсәбәтте башҡа ерҙә хәл итеп булмай инеме ни? Был күренеш бер-береңде генә түгел, яҡын-тирәләге кешеләрҙе хөрмәт итеү ҡағиҙәләрен боҙа, этик норма талаптарын юҡҡа сығара түгелме? Тиҙлек заманында, әлбиттә, ваҡ мәсьәләләр төҫһөҙләнә, тик иң тәүҙә кешеләрҙе әңгәмәләшеү тәртибенә өйрәтмәйсә, ниндәй әхлаҡи нигеҙ тураһында һүҙ алып барырға мөмкин? Йәш быуындарҙы тәнҡит күҙлегенән үткәрергә яратабыз, ә үҙебеҙ уларға ниндәй өлгө күрһәтәбеҙ һуң?

Байтаҡ йылдар ҡырҙа йәшәү сәбәпле, бәлки, мин һөйләшеү төрөнөң айышын аңлап етмәйемдер?..

Р.S. Уңайһыҙлыҡ тыуҙырмаҫ өсөн исемдәрен яҙманым. Ҡайһы бер үтә "зәһәр” һүҙҙәрен дә төшөрөп ҡалдырҙым.

Рәхимә Хөсәйенова.

Автор:Айгуль Клысбаева