Бөтә яңылыҡтар
Иман
19 Октябрь 2021, 16:05

Аллаһы Тәғәлә ярҙам итһен өсөн ни эшләргә?

Ер йөҙөндә яҙылмаған шундай ҡағиҙә хакимлыҡ итә: һин башҡа берәүгә ярҙам итәһең икән, үҙеңдең дә эштәрен көтмәгәндә-уйламағанда яйға һалына. Быға тиклем бикле булған ишектәр асыла, кәрәкле кешеләрен Аллаһы Тәғәлә алдыңа сығара ла ҡуя. Халыҡта:

Аллаһы Тәғәлә ярҙам итһен өсөн ни эшләргә?
Аллаһы Тәғәлә ярҙам итһен өсөн ни эшләргә?

“Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына”,  – тигән әйтем йәшәй.

Уйланған, серенә төшөнгән кешеләр өсөн бик хикмәтле һүҙҙәр был. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр кем уның мәғәнәһен аңлап бөтөрмәй. Бәлки, белһә лә, ышанмай, быға етди ҡарамай. Пәйғәмбәребеҙ  саллаллаһү ғәләйһиссәлләм: “Ҡәрҙәшенә ярҙам итеүҙән туҡтағансы, Аллаһы Тәғәлә лә был кешегә ярҙам итеп торор”, – тигән.  (имам Әл-Мөслим хәҙистәр йыйынтығынан).

Иғтибар иткәнегеҙт бармы, ҡай саҡ кеше күпмелер ваҡыт бик етди мәсьәләләрен хәл итә алмай йөрөй. Нимә генә эшләп ҡараһа ла, сығыу юлы күренмәй, һөҙөмтәһен күрмәй. Әммә бер көн ихласлап берәр кешегә ярҙам ит, уның мәшәҡәттәрен хәл иитеүгә үҙ өлөшөн индерә һәм шул ғәмәле менән үҙенә лә ярҙам иткәнен аңлай. Уның ҡасанан бирле, уйланып, хәл итә алмаған эштәре еңел генә аҡтарыла. “Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡарыр”, тигән һүҙҙәр ошо осраҡҡа ҡарай, әлбиттә.

Тимәк, әгәр беҙҙән берәре ярҙам һораһа, үҙемдең дә мәшәҡәтем күп, тип уйларға ашыҡмайыҡ. Көсөбеҙҙән килгән ҡәҙәр ярҙам ҡулы һуҙырға тырышайыҡ, сөнки һәр ҡыйынлыҡтың сиселеш юлы бар. Был осраҡта ул башҡа кешеләргә ярҙам итеү аша хәл ителә.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас в