"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Иман
25 Декабрь 2021, 08:25

БИСМИЛЛА КӨСӨ (булған хәл)

“Ишегеңде ингәндә лә, асҡанда ла, һәр баҫҡан ереңдә бисмиллаңды уҡып йөрө! Бер нисә доғаны ятлап алһаң, бигерәк шәп булыр. Йөрәгең тыныс булыр, Хоҙай Тәғәлә үҙеңде ен-шайтандан аралар...”

БИСМИЛЛА КӨСӨ (булған хәл)
БИСМИЛЛА КӨСӨ (булған хәл)

Йортомда һәр саҡ теләп-көтөп алынған ҡунаҡ ошо апай-инәйҙәр. Туған да түгелдәр, ә бына ниндәйҙер күңел яҡынлығы бар. Ай һайын килеп, сутырҙашып хәбәрҙәрен һөйләп, намаҙ уҡып киткәндәренән һуң күңелдә ысынлап та ниндәйҙер һиллек урынлаша. Һәм килгән, шылтыратып хәл белгән һайын: “Бисмиллаңды онотманыңмы?”-тигән һорау менән борсолалар. Йылдар дауамында яҡын кешемә әүерелгән тағы бер апайым-ҡурсалаусымдың һүҙҙәре иҫемә төшә: “Бисмиллиһи-рахманир-рахим” тип әйтеп йөрөһәң, шайтандар себен ҙурлығындай булып ҡала, ти. Ошо хаҡта онотма!”

Был юлы ла хәл белешергә килеп, тормоштоң төрлө хикмәттәрен һөйләп ултырған инәйҙәр тағы “бисмилла” әйтеү тирәһендә һүҙ ҡуйыртты. Берәүһе: “Шайтан бисмиллаһыҙ кешенең ҡуйынында йөрөр”,-тиеүенә көлөмһөрәп ҡуйыуымды күреп, икенсеһе: “Юҡҡа йылмаяһың, ҡыҙыҡай! Беҙ ошондай ғибрәтле хәлдәрҙе күреп-ишетеп үҫкән кешеләр”,-тип бала сағында ауылдарындағы булған ваҡиғаға әйләнеп ҡайтты.

...Хәҙер кешеләр ен-шайтанға ышанып бармай. Үҙҙәре уларға әйленеп бөтөп барғастыр инде. Бына минең өләсәйем: “Ендәр беҙҙең янда ғына йәшәне, йыш ҡына уларҙың бер урындан икенсе урынға күсенеүен беҙ ишетә торғайныҡ. Улар шарт та шорт малын ҡыуа, балаларының илағаны-шаярғаны, аттарының кешнәүе, арба шығырлаған тауыштары ишетелә ине. Бындай ваҡытта ололар беҙҙе йорттан сығарманы, үҙҙәре лә сыҡманы. “Ендәрҙең юлын быуырға ярамай, асыуланһалар йортоңа, нәҫелеңә бәлә, төҙәлмәҫ ауырыу килеүен көт тә тор”,-тип иҫкәртерҙәр ине. Шуға күрә беҙ ендәр күсенгәнсе белгән доғаларыбыҙҙы уҡып, өйҙә боҫоп ултыра торғайныҡ”,-тип һөйләр ине. Тик әҙәм балаһының көндән-көн яһиллана барыуы, теләһә ниндәй ялтырауыҡ әйберҙәре, техникаһы барлыҡҡа килеүе ендәр донъяһын беҙгә күренмәҫлек һәм ишетелмәҫлек итте, буғай. Ә бит элегерәк ҡарт өләсәйҙәребеҙҙең һүҙҙәрен  хәтергә алғанда, ошо беҙгә таныш булмаған ендәр донъяһы менән аралашыу булған. Кемдер сабыйын һауыҡтырыуҙы һорап ошо параллель ғәләмәткә мөрәжәғәт иткән, йәки, киреһенсә, улар беҙҙең атаҡлы муллаларҙан ярҙам һораған, имеш. Ололар һәр саҡ ендәр менән шайтандарҙы айырып һөйләне. Йәнәһе лә, ендәр үҙ тормошо менән йәшәгән заттар. Кеше уларға зыян итмәһә, ҡамасауламаһа, улар ҙа беҙгә теймәй. Шайтандар иһә әҙәм балаһын юлдан яҙҙырыу, упҡынға этәреү әмәлен генә эҙләп йөрөй.

Беҙҙең ауылда бик матур ғаилә йәшәгәйне. Баһадир кәүҙәле, ҡарашы осҡон сәсеп торған йәш ир көс-ғәйрәте менән һоҡландырһа, кәләшенең иҫ киткес һылыулығы хайран ҡалдырҙы. Йәш килен юлда осраған иренең ауылдаштары менән ипле генә һаулыҡ һорашып, бер ҡараһа, кешеләр уның йөҙ-һынынан һушһыҙ ҡала ине. Матур, бик татыу йәшәне улар. Ә уларҙың мөхәббәте! Урам буйлап бергә үтеп барғанда һәр кем ҡарап ҡалыр ине. Бәхетле пар бер-береһенән күҙен ала алмаҫ ине, ә ҡараштарында бер-береһенә ҡарата сикһеҙ һөйөү, тағы ла һүҙ менән аңлата алмаҫлыҡ хистәр ташҡыны ағыла ине. Ғифриттәй йәш ирҙең йыш ҡына кәләшен ҡулдарына алып өйрөлтөүе, хәтһеҙ араны уны күтәреп алып барғанын күреү ниндәйҙер сихри донъяның шаһитына әүерелдерҙе. Өлкәндәр баш сайҡап: “Күҙ теймәһен, бигерәк бәхетлеләр”,-тиер ине.

Яман күҙ тигән нәмә бар ул донъяла. Бер көн шулай әзмәүерҙәй ауылдашыбыҙ түшәккә йығылды. Уны кемдәр генә имләп-өшкөрөп ҡараманы, табип та ҡараны-файҙаһы булманы. Баһадир кәүҙә көндән-көн шиңеп ҡоро һөйәккә ҡалды. Тамағынан аш үтмәгән һөйгәненә ҡатыны әллә ҡайҙа ятҡан шишмәнән һыу ташып эсерҙе. Сөнки шул ер аҫтынан урғылып сыҡҡан саф һыу ғына ауырыуҙың йәнен тотоп тора ине. Тик көҙгө япраҡтар ер өҫтөн ҡаплаған саҡта, ул күҙҙәрен мәңгелеккә йомдо. Уны ерләргә бар ауыл сыҡты. Һәр кемгә изгелек иткән йәш ирҙең ғүмере кинәт өҙөлөп ҡалыуы барыһын да шаңҡытты. Уның ҡатыны ошо хәлдән һуң бер кем менән дә һөйләшмәҫ булды. Иренең туғандары ситтән килгән киленен әүрәтер өсөн өйҙәренә барып ҡараны-ҡараны ла, унан төңөлдө. Асылмай ҙа, һөйләшмәй ҙә бер нөктәгә төбәлеп тик ултырған ҡатындың янында булыуы күңел көсөн ала ине. Ҡатындар: “Исмаһам, балаһы булып өлгөрмәне шул әүрәргә”,-тип уны йәлләне. Беҙҙең яҡтарҙа ҡыш оҙон, ҡалын ҡарлы булыр ине. Ауылдан ситтәрәк урынлашҡан яңғыҙ ҡатындың өйөн кешеләр күҙ уңынан ысҡындырманы. Төтөнө сыҡмаһа, барып ҡаранылар. Һыуы-ашарына бармы—барыһын да хәстәрләнеләр. Ул саҡтарҙа кешеләр бер-береһе өсөн өҙөлөп торҙо, хәҙерге кеүек яуызлыҡ-ғәйбәткә суммағандар ине. Яҙғыһын йәш ҡатындың йылмайыуына, кешеләр менән һөйләшә башлауына иғтибар иттеләр. “Ҡайғыһы ебәрҙе йөрәген, Аллаға шөкөр”,-тине әбейҙәр. Ауылдаштары уны йола буйынса ҡәйнешенә кейәүгә биреүҙе хәстәрләй башланы. Ҡатыны вафат булып ҡалған ҡәйнеше лә ике туған ағаһының иҫ киткес һылыу кәләшен алырға ҡуш ҡуллап риза ине. Димселәр ҡатындың өйөнә инә алманы. Эстә уның кем менәндер мөңгөр-мөңгөр һөйләшкәне, унан сыңғырлатып көлөп ебәргәне ишетелә.  Ҡорғандар ябылған, шуға күрә тәҙрәнән ҡарау ҙа бер ни бирмәй. Икенсе, өсөнсө көнөнә лә шул уҡ хәл ҡабатлана. Кешеләр аптырауға ҡала. Кем менән һөйләшә ҡатын? Ни өсөн йортона индермәй? Үҙен урамда тап итеп һорап ҡарау ҙа бер ни бирмәй. Ҡатын һушты ҡалдырырлыҡ йылмайыу бүләк итә лә, өндәшмәй генә китеү яғын ҡарай. Ә бер көн ҡатын юҡҡа сыҡты. Эңер төшкәс ут та алмай, икмәк бешереү өсөн мейесен дә яғып ебәрмәй. Уның ризыҡтары иҫ киткес тәмле булыуы менән айырылды. Йортонан икмәк-бәлеш еҫе сыҡһа, беҙ, бала-саға, шунда ағылыр инек. Еңгәбеҙ ҙә беҙҙе көтөп ала, сығарып яңы бешкән ризығын өләшер ине. Һәм бына шул кеше юҡҡа сыҡһынсы әле! Ауыл биҙәге булған киленде юғалтырға бер кем дә ризалашманы, битараф ҡалған бер кем булманы. Эҙләү эштәре башланды. Һылыу еңгәбеҙҙе һөйгәне вафат булыр алдынан һыу ташыған шишмә янынан барып таптылар. Таш өҫтөндә бер нөктәгә төбәлеп ултырған йәш ҡатын әллә нисәмә көн ашамауына, хәле бөтөүенә, йөҙө һурығып китеүенә ҡарамаҫтан, һыуһылыуҙай сибәр ине. Үҙенә өндәшкән ауылдаштарына иғтибар ҙа итмәй ниҙер һөйләнеүен дауам итте. “Мин уны әжәлдән ҡотҡарыу өсөн ошо шишмә һыуын ташыным... Шишмә уның һыҙланыуҙарын баҫты, ғүмерен оҙайтты, ә ул хәҙер ошо шишмәнең һыуын алып ҡайтҡан өсөн ярһыны, хатта ҡәҙерләп һаҡлаған ҡаралтыларыбыҙ янып китте...”

Бер нимә аңламаған кешеләр йәш ҡатын янында ҡатып ҡалды. Шул саҡ өлкән йәштәге муллабыҙ: “Сабыр, балалар. Ситкә китеп тороғоҙ”,-тине. Унан оло бабайҙарҙы янына йыйып, оҙаҡ ҡына ниҙер һөйләштеләр. Йәш ҡатынды өгөтләп торғоҙоп, ауыл яғына ыңғайланылар.

Һуңынан беҙ йәш ҡатын янына һөйгәне ҡайтыуын белдек. Үҙе ололарға һөйләүенсә, ул төндә килеп ингән. Ирен юғалтыуҙан аҡылдан яҙырлыҡ хәлгә еткән ҡатын ҡыуанысынан нимә эшләргә белмәгән. Хатта теге донъяларҙан ҡайтыу юҡ, тигәнде лә онотҡан. Уға эйәләгән шайтан (мулла һуңынан быны шулай тип аңлатты) иренең сүрәтенә инеп, “Һин минең хаҡта бер кемгә лә һөйләмә. Юғиһә миңә мәңгелеккә китергә тура киләсәк”,-тип тыйып ҡуйған. Ҡатын һөйләү ҡайҙа, иң мөһиме, ире әйләнеп ҡайтҡан бит! Уныһының яҡтыны яратмауына, эңер төшкәс кенә килеүенә лә иғтибар итмәгән. “Ире” менән төн уҙғарғандан һуң бар тәне күм-күк булыуын да һиҙмәгән. Шулай ҙа изге күңелле, һылыу еңгәбеҙҙе фәрештәләр аралағандыр инде: бер көн уны шишмә юлына төшөргәндәр. Саф шишмәнең һыуы өйгә килеп инеү менән теге зат ҡурҡыныс итеп шашына, ҡотора башлаған. Уның асыуынан өйҙәге әйберҙәр янып киткән. Шуныһы ғәжәйеп, ут йорттоң тышына сыҡмаған, кешеләр ҙә төтөн еҫен һиҙмәгән.  Еңгәбеҙ “иренән” яҡлаусы шишмәһенә ҡасҡан.

Муллабыҙ ауылдың намаҙҙағы бар бабайҙарын йыйып, өс көн, өс төн ошо йортта доғалар уҡынылар. Төндәрен өйҙән ҡот осҡос тауыштар яңғыраны. Әбейҙәр: “Ҡайһылай яман эйәләгән шайтан, китергә теләмәй”,-тип бышылдашты. Шулай ҙа дүртенсе төнгә ниндәйҙер ҡап-ҡара бер һын өй буйлап өйөрөлөп-өйөрөлөп йөрөп, йорт мөрйәһенән сығып күккә олғаша. Бынан һуң еңгәбеҙ ауырып түшәккә ятты. Уны мәрхүм иренең туғандары йортона алып ҡайтып тәрбиәләп, кеше итте. Ауырыу сигенгәндән һуң тағы ла һылыуыраҡ булып киткән еңгәбеҙҙе хатта йәш егеттәр ҙә һоратты. Тик ул баяғы ҡәйнешенә кейәүгә сығып, уның балаларын йөрәгенә баҫты. Үҙе ниңәлер балаға уҙа алманы. Күрәһең, шайтан ҡөһөрө төшкәндер...

Инәйҙең һөйләгәндәрен иҫебеҙ китеп тыңлайбыҙ. Шымып ҡалғас, тағы ла берәй хикмәт ишетеү өсөн йәһәтләп сәйен яңыртып бирҙем. Тик ул: “Бына шундай хәлдәр була донъяла. Шуға күрә бисмиллаңды оноторға ярамай. Хәҙерге кешеләрҙең күбеһе, шайтандарға эш ҡалдырмай, үҙҙәре аҙып бөттө инде”,-тип әлегә нөктә ҡуйҙы. 

Венер Исхаков.
 ("Шоңҡар"ҙан).
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: