"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Иман
2 Февраль 2022, 16:35

Пандемия шарттарында мәсеттә үҙеңде нисек тоторға

Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдиндың бойороғо сыҡты

Пандемия шарттарында мәсеттә үҙеңде нисек тоторға
Пандемия шарттарында мәсеттә үҙеңде нисек тоторға

Коронавирус инфекцияһы (COVID-19), шулай уҡ уның «дельта», «омикрон» штамдары таралыу хәүефенә, ныҡ йоғошло булыуына бәйле Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдиндың бойороғо сыҡты, тип хәбәр итә “Башинформ”.

Мосолмандарҙың төбәк диниә назараттары рәйестәренә, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты вәкилдәренә дәүләт власы органдарының, үҙ төбәктәрендәге һәм райондарындағы Роспотребнадзор идаралығының тейешле талаптарын, шулай уҡ тәҡдимдәрен, һаулыҡ һаҡлау органдарының күрһәтмәләрен үтәү зарур.

Балалар һәм өлкәндәр өсөн йәкшәмбе курстарында уҡытыуҙы ойоштороу процесына айырыуса ҙур иғтибар бирелә, дистанцион уҡытыу технологияларын ҡулланыу мөмкинлеген ҡарарға кәрәк.

Мәсеттәрҙә һәм административ биналарҙа, Шәриғәт һәм медицина нормаларына ярашлы, пандемия шарттарында үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре яҙылған мәғлүмәт таҡталары ҡуйырға кәңәш бирелә.

Мәсет етәкселәренә һәм хеҙмәткәрҙәренә дини объекттарға, уҡыу кластарына һәм дини саралар уҙғарыу урындарына ингәндә ҡулдарҙы дезинфекциялау, битлек кейеү, шулай уҡ биналарҙы даими елләтеү, еүеш сепрәк менән туҙанды һөртөү, температураны үлсәү, температураһы юғары һәм йоғошло ауырыу билдәләре булғандарҙы индермәү, социаль дистанцияны һаҡлауҙы тәьмин итергә, диндарҙарға шәхси намаҙлыҡты ҡулланыу мөмкинлеген күҙ уңында тоторға кәрәк.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: