+11 °С
Ясна
Йома көнөнөң сөннәттәре һәм әҙәптәре:
йома өсөн ғөсөл алыу;
тырнаҡтарҙы ҡырҡыу;
мисүәк менән ауыҙ ҡыуышлығын таҙартыу;
матур һәм таҙа кейемдәрҙе кейеү;
мисек һөртөнөү;
мәсеткә иртәрәк барыу;
имам-хатипҡа мөмкин тиклем яҡыныраҡ булған сафтан урын алыу (ләкин һуңға ҡалған кешенең, унан алда килгәндәрҙе этеп-төртөп, алдағы сафтарҙа үҙенә урын табырға тырышыуы ярамаған эш һанала);
имам-хатиптың йома хөтбәһен (вәғәзен) бер һүҙ ҙә өндәшмәй, шым ғына тыңлап ултырыу;
Аллаһҡа доғалар менән мөрәжәғәт итеү;
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәткә ﷺ күп итеп салауат-сәләмдәр әйтеү;
🔹 «Әл-Кәһф» («Мәмерйә») сүрәһен уҡыу.