Башҡортостандың баш ҡалаһында “Өфө манаралары” тарихи үҙәге буйлап ике ҡатлы автобуста мосолмандарҙың изге Рамаҙан айына арналған экскурсиялар үткәрелә башлаған, тип хәбәр итте “Башинформ”.
Ай буйына һәр шишәмбе, кесе йома һәм шәмбе һайын автобус ҡунаҡтарҙы Рәсәй Ислам университеты уҡытыусылары оҙатыуында Өфө мәсеттәренә алып бара. Уҡытыусылар Өфөлә ислам нисек үҫешеүе тураһында һөйләй, был дин тураһында белемдәре һәм ҡыҙыҡлы факттар менән уртаҡлаша.
Һәр киске экскурсия тамамланғас, ҡунаҡтар кафеға ифтарға саҡырыла.
Экскурсялар сәғәт 19.00-дә башлана. Автобус «Terra Bashkiria» Өфөнөң «Гостиный двор» ТДК-һы алдындағы майҙанда. Өҫтәлмә мәғлүмәт алыу һәм экскурсияға яҙылыу өсөн тел. 8-996-582-86 27 (Светлана), сайт www.bus102.com .
Фото: Олег Яровиков / “Башинформ”.