"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Иман
28 Ноябрь 2022, 12:00

Башҡортостан кешеһен мәсеттән аҡса урлаған өсөн хөкөм иттеләр

Ейәнсура районы кешеһен мәсеттән аҡса урлаған өсөн хөкөм иттеләр.

Хөкөм ителеүсе Сибайҙа хәйер һала торған йәшниктән аҡсаларҙы алған.

Судта билдәләүенсә, был хәл 10 августан 11-нә ҡарай булған. Тикшереү эше материалдары буйынса, хөкөм ителеүсе эскән булған. Ул “Тәҡүә” дини ойошмаһының ишеген емереп асып, йоҡларға тип ингән, ә һуңынан мәсеттән 7100 һум аҡса алып сыҡҡан.

Был турала беҙ яҙғайныҡ инде. https://ejansura.ru/news/common_material/2022-08-12/ey-nsura-rayonynan-37-y-shlek-ir-sibay-a-m-setk-t-sh-sene-tot-andar-2907750


Енәйәт эше фигуранты үҙ ғәйебен өлөшләтә таныған, мәсет эсенә йоҡларға тип кенә инеүен аңлатҡан, ә урлау уйы һуңынан башына килә. Суд тарафынан енәйәтсе алты айға, шул осорға һынау ваҡыты менән хөкөм ителгән.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: