Бөтә яңылыҡтар
Иман
4 Апрель 2023, 12:30

Башҡортостанда редакция хеҙмәткәрҙәре ифтар мәжлесе ойошторҙо

Пәйғәмбәребеҙҙең бер хәҙис-шәрифендә: “Кем дә кем ураҙа тотоусыларға ифтар мәжлесе уҙғара, ул ризыҡландырған һәр кешенең ураҙа сауабы ауыҙ астырған кешегә лә яҙыла”, тиелгән.

Беҙҙең диндә ауыҙ астырыу йәки ифтар ҡылдырыу яҡшы ғәмәлдәрҙән һанала, изге Рамаҙан айында мәсеттәрҙә, өйҙәрҙә ифтар мәжлестәре уҙғарыла.

“Ейәнсура таңдары” гәзите редакцияһы ошо изге ғәмәлде башҡарып, ураҙа тотҡандарға мәжлес ойошторорға булды, был һауаплы эшкә Фариза Сәфәрғәлина, Лена Вәлитова һәм Лилиә Шәрәфетдинова ла бик теләп ҡушылды.

Ҡояш байығас, аҙан әйтеп һыу һәм финик менән ауыҙ асҡандан һуң, намаҙ уҡылды. Артабан әҙерләнгән ризыҡтан, килтерелгән күстәнәстәрҙән һығылып торған бай табын артына ултырып, ифтар ҡылынды. Вәҙиғулла имам килгән ҡатын-ҡыҙҙар, ир-аттар алдында аңлайышлы итеп Рамаҙан айы, ураҙа тотоу сауабы тураһында һөйләне.

Әйтергә, кәрәк, ифтар табыны Иҫәнғол мәсетенең яңы төҙөлгән яғында, икенсе ҡатта ойошторолдо. Бында бөтә шарттар булдырылған: айырым аш-һыу бүлмәһендә һыу үткән, һауыт-һаба етерлек, электр плитаһы, һыуытҡысҡа тиклем бар.  Газ үткәрелгән бинала йылы. Ял көндәрендә мәсеттә дини дәрестәр уҙғарыла. 25-ләгән кеше, шул иҫәптән балалар ҙа бик теләп йөрөй икән.

Киләсәктә лә шулай изге байрамдарҙа, тыныслыҡ-именлектә генә осрашырға яҙһын, тигән теләктә, табын ойоштороусыларға рәхмәттәр әйтеп таралышты ифтар мәжлесенә килгәндәр.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: