Бөтә яңылыҡтар
Иман
15 Декабрь 2023, 11:30

Бары алдаҡ ҡына был донъя

 Көндәрҙән бер көндө йәш егет намаҙҙа булғанында бик матур ҡыҙҙы күреп ҡала ла уның артынан йүгерә. Уға ғашиҡ булыуын һәм тик уны ғына кәләш итеп алырға теләүен әйткәс, ҡыҙ егеттең атаһы менән танышырға теләк белдерә. Атай кеше, әлбиттә, улының өйләнергә теләүен ҡыуанып ҡабул итә. Әммә буласаҡ киленде күргәс, үҙе уға ғашиҡ булып, үҙенә кәләшлеккә алыу теләге менән яна башлай. Ата менән ул араһында ыҙғыш сыға. Был хәлдән сығыу юлын тапмағас, аталы-уллы кәңәш артынан имамға бара.

Бары алдаҡ ҡына был донъя
Бары алдаҡ ҡына был донъя
Имам, был икәүҙе тыңлағандан һуң, ыҙғыш төйөнөн сисеү өсөн ҡыҙҙың үҙенең дә булырға тейешлеген белдерә. Ҡыҙҙы күргәс инде көтмәгәндә: “Был ҡыҙ минең менән буласаҡ, талашып йөрөмәһәгеҙ ҙә була,” – тип белдерә. Инде ғауға өс ир-егет араһында ҡуба. Бер ниндәй ҙә уртаҡ фекергә килә алмағас, былар, мәсьәләне сисеү сараһын эҙләп, ҡадыйға юллана. Ҡадыйға, хөкөм сығарыу өсөн, ҡыҙҙың үҙен күрергә кәрәк була. Һылыу ҡыҙҙы күргәс, ҡадый, теге өсәүҙе ситкә ҡуйып, был ҡыҙ миңә тейешле, тигән ҡарарға килә. Сибәр ҡыҙҙы бер нисек тә ҡулынан ысҡындырғыһы килмәгән аталы-уллы һәм имам бындай ҡарар менән бер нисек тә килешә алмай. Ир-егеттәр араһында фетнә көсәйгәндән-көсәйә. Береһе лә үҙ һүҙенән дә, сибәр ҡыҙҙан да баш тартырға теләмәгән дүрт ир-ат, ғәҙеллек эҙләп, рәискә йүнәлә. Рәис һуңғы һүҙҙе әйтер алдынан ҡыҙҙың да булыуын теләй. Гүзәл ҡатын-ҡыҙҙы күргәс: “Был сибәркәй минең менән генә булырға тейеш,” – тигән ҡәтғи талап ҡуя.


Ғәҙеллек көҫәгән, ҡыҙ үҙенеке генә булырға тейеш тип иҫәпләгән ир-егеттәр араһында талаш ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Һәр береһе, бар нәмәһен онотоп, тик ошо ҡыҙҙы ғына уйлай. Сибәр ҡыҙ инде көслө заттарға үҙ тәҡдимен индерә:

– Кемегеҙ мине ҡыуып тота, шуныҡы буласаҡмын, - ти ҙә күҙ-ҡараштары менән уйнай-уйнай, шаяра-көлә алға йүгерә.

Биш ир-егет нәмә белмәй, кемуҙарҙан уның артынан китә. Әлһерәп саба-саба, йән-фарман атылһалар ҙа береһе лә ҡыҙыҡайҙы ҡыуып етә алмай. Шулай саба торғас, бер-бер артлы тәрән, төпһөҙ упҡынға ҡолап төшә башлайҙар. Ҡыҙ туҡтап имәнес тауыш менән:

– Минең исемем – Донъя. Күҙегеҙҙе ҡамаштырған гүзәллегем бары битлек кенә. Ә был – һеҙҙең ахырығыҙ. Күпме генә ҡыуһағыҙ ҙа мине барыбер ҡыуып тота алмаҫ инегеҙ, - ти ҙә шарҡылдап көлә-көлә артабан юлын дауам итә.

Донъяның шундай алдаҡ, ялған ялтырауыҡлы булыуы хаҡында әллә күпме аяттар, хәҙистәр, риүәйәттәр килеүенә ҡарамаҫтан, күптәр уға алдана. Донъяүи бәхетте төп маҡсатына, йәшәү мәғнәһенә, йәшәйешенең айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләндерә. Әлбиттә, бөтөнләйе менән донъянан айырылып та булмай. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Әммә донъя бер нисек тә төп маҡсат була алмай. Сөнки мәңге йәшәрҙәй булып донъя ҡыуыусы кешенең ғибәҙәткә ваҡыты ла ҡалмаясаҡ, донъя уның бар йөрәген ялмап, бар булмышын баҫып аласаҡ.

Донъя әҙәм балаһын гел генә “иртәгә”ләр менән алдаштыра. Ә “иртәгә” бер ҡасан да етмәй, иртән тороуыңа һине тағы бөгөнгөң ҡаршы ала. Шул арҡала һәр кемебеҙҙең әллә күпме эштәре эшләнмәйенсә бушлыҡта юғалып ҡала. Күбебеҙ бит иртәгәнең еткәнен көтөп, икһеҙ-сикһеҙ, аҙағы булмаған мәңгелеккә күскәнен һиҙмәй ҙә ҡаласаҡ.

Шул донъяға алданып, күпме кеше үҙ асылынан – ғибәҙәттә булыуҙан баш тарта, йә ғибәҙәткә бик әҙ генә ваҡытын бүлә. Мәңге ҡыуып тотоп булмаҫ донъяны ҡыуыу өсөн һылтауҙар табылып ҡына торасаҡ: “мин әле йәш, күңел асып ҡалырға кәрәк”, “минең эшләй торған сағым, пенсияға сығып ҡына алайым”, “пенсияға сыҡтым да ул, хәтерем насар нишләптер”, “баламды башлы-күҙле итергә кәрәк”, “уҡыуымды тамамлағас”, “кейәүгә сыҡҡас” һәм башҡалар. Сәбәп итә башлаһаң, ул һылтауҙарҙың осо-ҡырыйы булмаясаҡ, “иртәгә” лә мәңге етмәйәсәк.

Шул донъя тип күпме ағай-эне дошманға әүерелә, пыр туҙышып донъя бүлешә. Күпме әҙәм балаһы юлдан яҙа, яйлап-яйлап диненән ситләшә. Күпме ғәҙелһеҙлек, залимлыҡ барлыҡҡа килә. Күпме йәндәр ҡыйыла. Шул арҡала бит күбеһе был донъяла ла бәхетһеҙ була, әхирәт рәхәтлектәренән дә ҡолаҡ ҡаға. Был донъяла абсолют бәхет һис ҡасан булмаясаҡ, сөнки нәфсебеҙгә гел генә ниҙер етмәйәсәк. Нәфсегә бит шөкөр ҡыла белмәү, буш хыялдар артынан ҡыуыу, мәңге күпте өмөт итеү, тик үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртыу хас.

Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә: “Белегеҙ, был донъя – бары тик уйын-көлкө һәм күңел асыу, зиннәтлек һәм бер-берегеҙ араһында шапырыныу, күберәк байлыҡ һәм балалар табыуға ынтылыу. Ул ямғыр кеүек, унан һуң үҫкән үҫемлектәр кафырҙарҙы һоҡландыра, ләкин аҙаҡ улар ҡорой, һәм һин уларҙың һарғайғанын күрәһең, бынан һуң улар сүп-сарға әйләнә. Ә Әхирәттә ҡаты ғазап, Аллаһтан ярлыҡау һәм ризалыҡ бар. Был донъя – бары тик алдаҡ һоҡландырыусы ғына ул. Раббығыҙҙан булған ярлыҡауға һәм киңлеге күк менән ер киңлегенә тиң булған Йәннәткә ынтылығыҙ” (“Әл-Хәдид”, 20-21).

Бары алдаҡ уйын ғына булған донъя өсөн туғанлыҡ ептәрен өҙөү, ерҙә вәхшилек таратыу, аҡсаны мөһим бер нәмәгә әйләндереү, кеше рәнйеше алыу, Раббыбыҙҙан ситләшеү кәрәкме беҙгә? Раббыбыҙ беҙгә күпме ниғмәттәрен биреп тора, ә беҙ һаман шөкөр итә белмәйбеҙ, һаман ҡомһоҙ нәфсебеҙҙе шаштырабыҙ. Кемдер бит, аяғынан яҙып, үҙ аяҡтарында урамдан бер йүгереп үтәһе ине тип хыяллана. Ә аяғы булғандар шул ниғмәтте күрмәй, уға мотлаҡ машина кәрәк. Әлбиттә, унда-бында күсеп йөрөр өсөн машинаң булһа, бик хуп. Әммә, ҡыҙғанысҡа күрә, нәфсегә, ғәҙәттә, күберәк кәрәк. Был машина бармай уға, “иномарка” кәрәк. Уныһы ла булһа, тағы ла “текәрәген” көҫәй нәфсе. Кәрәкле урында шөкөр ҡылып, туҡтата белһәң ярай ҙа. Юғиһә, тиҙҙән шәхси самолет, яхта таптыра башлауы ла бар уның.

Донъяның күҙ ҡамаштырырҙай ялтыр-йолтор биҙәүестәре бик күп. Шуға кеше һәр ваҡыт ялтырырағына ынтыла. Көмөшө булғанына алтын етмәй, алтыны булғаны инде гәүһәргә ынтыла. Күршенең дә тауығы гел генә ҡаҙҙай була ла ҡуя. Ә шөкөр итә белгәндәр тимерҙе лә гәүһәрҙәй ҡабул итә белә. Тауығында ла ҡаҙҙай ғына түгел, хатта һарыҡтай бәрәкәт таба.

Аллаһы Тәғәлә беҙгә тәүлегенә 24 сәғәт биргән, ә беҙ шуның әҙ генә өлөшөн дә ғибәҙәткә йәлләйбеҙ. Аҙаҡ йәмһеҙ тештәрен ыржайтыр донъя тип әхирәт ниғмәттеренән баш тартыу ахмаҡлыҡ түгелме ни? Бер файҙаһыҙға телевизорға текәлеп, күршенең балаһы ҡайҙа, нимә эшләгән, үрге остағы Фәлән нимә һатып алған, аръяҡтағы Фәләндең ниндәй ғәйеп-гонаһтары барлығы хаҡында сәғәттәр буйы ғәйбәт һатып ултырырға ла әҙер кеше. Ә ғибәҙәткә гел генә ваҡыт табылмай. Ошо хәбәрҙе, йә рекламаны йөҙләгән кешегә ебәрһәң, бүләк бирәбеҙ тиһәләр, күбебеҙ ярты көн генә лә түгел көнө буйы телефон, йә компьютер алдында ултырырға әҙер буласаҡ. Мохтажлыҡтан да түгел, ә нәфсе күберәк теләгәнлектән. Мохтажһың икән, мөмкинселектәрҙе әйҙә ҡуллан, әммә нәфсе ҡолана ғына әйләнмә лә бит...

Ҡөрьән уҡыуға килгәндә, текәлеп ултырырға тағы форсат табылмай. Төндәрен гәп һатыуҙар, кино ҡарауҙар ҙа йоҡо өсөн ҡамасау түгел. Әммә намаҙ өсөн төнгө ваҡыттың биш минуты ла йәл, ял кәрәк, йоҡо туймай. Таң тишегенән эшкә, йәки берәй осрашыуға, йә аҡса артынан барырға кәрәкһә, һәр кем, билдәле сәғәт телдәре һуғып, уятҡыс ҡысҡырыу менән “һә” тигәнсе тороп ултырасаҡ. Йылы түшәк тә, йоҡоноң иң тәмле сағы булыуы ла туҡтата алмаясаҡ. Ә Раббыһы алдына баҫырға – иртәнге намаҙға биш минут ваҡыт бүлергә кәрәкһә, гел йоҡо килә, йылы юрған “ҡосағынан” ебәрмәй. Ә бит Аллаһы Тәғәлә сәбәпһеҙ ҡалдырылған бер намаҙ өсөн етмеш йыллыҡ ут ғазабы көтөүе хаҡында иҫкәртә. Фәлән-фәлән ерҙә бушҡа алма тараталар тиһәләр ҙә күптәр шунда ашығасаҡ. Ә гонаһтарҙан арыныу, әжер-сауаптар алыу, йә пальма ағастары вәғәҙә ителгән ғибәҙәт төрҙәренә, зикерҙәргә килгәндә тағы ваҡыт булмай сыға. Сөнки әлеге лә баяғы донъя булмышты ялмап, башты бутай.

Шул донъянан күпте өмөт итеп, күпме алданабыҙ, һаман бушлыҡҡа һонолабыҙ. Ә бит был донъянан берәү ҙә яҙылғанынан артығын ала алмаясаҡ. Ахырына – үлеменә килеп еткәндә бер кем дә донъя малын да, балаларын да, бергә күңел асҡан дуҫ-иштәрен дә үҙе менән бергә алып китә алмаясаҡ. Тик ғәмәлдәр генә үҙебеҙ менән буласаҡ. Ахырыңа килеп еткәндә ниндәй хәлдә булыуың бик мөһим. Ялған гүзәллеккә бөркәнгән донъяға алданып, ҡараңғылыҡҡа ҡоларһыңмы, әллә ғибәҙәттә булып, яҡтылыҡҡа сумырһыңмы. Әлбиттә, бар нәмә лә тик Раббыбыҙ ҡулында, Уның мәрхәмәтендә. Әммә бер ниндәй ҙә ихласлыҡ күрһәтмәгән, Уның ризалығына ынтылмаған көйөнсә нисек Уның мәрхәмәтенә өмөт итмәк кәрәк?

Аллаһы Тәғәлә һәр бербеҙҙе Үҙенең ихлас ҡолдары итеп, Үҙ ризалығына ирештерһен, Йәннәт ҡапҡаларын асһын, Йәһәннәм утынан аралаһын ине. Әмин.

Сығанаҡ:agideljurn.ru

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: