Бөтә яңылыҡтар
Иман
5 Февраль , 20:34

Иртәгә, 6 февралдә - Миғраж кисе

Рәджәб айының 26-һынан 27-һенә ҡараған кисендә бөтә донъя мосолмандары Миғраж кисен ҡаршылай.

 Миғраж – ислам динендә ҡиммәтле һәм дәрәжәле мөбәрәк кистәрҙең береһе. Был төндә бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм күктәргә күтәрелгән, Аллаһы Тәғәлә әмере менән уға йәннәт һәм йәһәннәм күрһәтелгән.

«Миғраж» һүҙе һүҙлектә баҫҡыс һәм юғары бер ергә күтәрелеү тигәнде аңлата. Миғраж – күккә күтәрелеү. Был мөғжизә унан башҡа һис бер бәйғәмбәргә бирелмәй. Ошо ваҡыттан алып мосолмандарға биш ваҡыт намаҙ фарыз.

Был кисте мосолмандарға, Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәтенә ышанып, гонаһтарына тәүбә итеп, доға уҡып үткәрергә кәрәк🌙🕌✨

Автор:Әлмира Әйүпова
Читайте нас: