"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Иман
5 Март , 10:42

Рамаҙан айын көтәһеңме?

Шөкөр, һуңғы йылдарҙа был изге айҙы көтөп алып, ураҙалар тотҡан ҡәрҙәштәребеҙ арта бара. Шул уҡ ваҡытта Рамаҙан ураҙаһына бәйле һорауҙар ҙа кәмемәй.

-“Рамаҙан айының башында өс, уртаһында өс һәм аҙағында өс көн тотһаң , шул етә”, тип фәтүә сығарыу ҙур гөнаһ, сөнки Рамаҙан айында ураҙа тотоуҙың фарыҙлығын Аллаһ Үҙе бойорған. Ә башҡа айҙарҙың башында, уртаһында һәм аҙағында өсәр көн тотоу бик сауаплы сөннәт эш.

-“Ураҙа айында мунса төшөү ярамай”. Рамаҙан айында ифтар ҡылғас (ауыҙ асҡас) иртәнге сәхәргә тиклем “тирләп-бешеп” мунсала йыуынырға мөмкин. Юғарыла әйтелгәнсә, мунса инеү тыйылмаған, ләкин мунсала хәл бөтһә, шул көнгө ураҙаны тамамлап ҡуйыу ауыр булыуы мөмкин, тигән мосолман ғалимдары.

-“Рамаҙан айында ирең (ҡатының) менән яҡынлыҡ ҡылыу ярамай, гөнаһ була”. Ифтар ҡылғас (ауыҙ асҡас) сәхәргә тиклем ирең (ҡатын) менән яҡынлыҡ ҡылыу тыйылмаған, гөнаһ булмай (2:187).

-“Әгәр ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡылған ир сәхәргә тиклем ғосол алып өлгөрмәһә, ураҙаһы ҡабул булмай”. Ир сәхәргә тиклем ғосол алып өлгөрмәһә, сәхәрҙе ашап-эсә, ураҙа тотоуға ниәт итә һәм һуңынан иртәнге намаҙға ғосол алып намаҙ уҡый.

-“Мин әлегә ураҙа тоторға әҙер түгел, ваҡыт етмәгән”, тип һ.б.сәбәптәр менән фарыҙ ураҙаһын тотоуҙы кисектереү. Намаҙ уҡыуҙы, ураҙа тотоуҙы йәки башҡа фарыҙ ғәмәлдәрҙе үтәй башлау өсөн, Аллаһ Үҙе ваҡыт билдәләгән (кешегә ундай хоҡуҡ бирелмәгән), йәғни кеше бәлиғ йәшенә (ир балалар төшләнә башлауы, ә ҡыҙ балаларҙың күреме килеүе, уларҙың бәлиғ булыуын аңлата. Әгәр был билдәләр беленмәһә, балаларҙың бәлиғ булыуын 15 йәштән һанарға, тигән мосолман ғалимдары) етеү менән уның намаҙ уҡырға, ураҙа тоторға ваҡыты еткән һанала.

-“Мин ураҙа тотмайым (ауырыу, күрем килеү һ.б.), шуға күрә кешегә күрһәтеп ашаһамда ярай”. Был әҙәпһеҙлек һәм ураҙа тотҡан мосолмандарҙы хөрмәт итмәү билдәһе. Бындай сәбәптәрҙә күрһәтмәй ашап-эсеү сауаплы ғәмәл.

-“Аҙан әйтеү тамамланмайынса ауыҙ (ифтар) асыу ярамай”. Юҡ, дөрөҫ түгел, мөьәҙҙин (аҙан әйтеүсе) аҙан әйтә башлау менән ауыҙ асырға мөмкин.

-“Әле ҡунаҡтарым килеп бөтмәгән”, тип ураҙа тотҡан кешеләрҙе көттөрөп ултыртыу. Был турала юғарыла әйтелде.

-“Минең хәлемдән килмәй, ашамай-эсмәй тора алмайым һ.б.”. Бер нисә сәғәт ашамайынса йәки һыу эсмәйенсә ураҙа тотҡан да, мәрхүм булған, тигән хәбәр ишетелгәне юҡ. Киреһенсә, ураҙа тотһам, ҡандағы шәкәрем кәмей, тигән һүҙҙәр күп ишетелә. Ҡайһы бер ауырыуҙарҙа дауалаусы врач менән кәңәшләшер кәрәк, ти ғалимдар.

-“Рамаҙан айында никах уҡытыу, туй үткәреү ярамай”. Никах уҡытыу, туй мәжлесе үткәреү Рамаҙан айында тыйылмаған, ләкин туй мәжлестәрен ифтар (ауыҙ асыу) ваҡытына тап килтереп үткәреү тейеш. Мәжлесте мосолмандар менән ифтар ҡылып, доға менән башлау, йәштәрҙең тормошон бәрәкәтле, бәхетле итеүгә бер сәбәп булыр, иншәАллаһ. Шулай уҡ был ҡағиҙә мәрхүм булған кешегә бағышлап ойошторолған аят мәжлестәренә лә ҡағыла.

-“Ураҙа ваҡытында күремең килһә, ураҙаны боҙорға ярамай, тотоп бөтөрөү кәрәк”. Киреһенсә, күрем килһә, ураҙаны боҙорға кәрәк, сөнки күрем ифтарға (ауыҙ асыуға) тиклем 5-10 минут алда килһә, ураҙа ҡабул ителмәй һәм Рамаҙан айы тамамланғас тотоп ҡуйыу (ҡаҙа) тейеш.

-“Күрем тамамланып, ғосол алмайынса ураҙа тотоу ярамай”. Күреме төнөн тамамланған ҡатын-ҡыҙ, ғосол алмайынса сәхәрҙе ашап-эсә, ураҙа тотоуға ниәт итә һәм һуңынан иртәнге намаҙға ғосол алып намаҙ уҡый.

-“Ураҙа тоторға ирем рөхсәт итмәй”. Рамаҙан айының ураҙаһын тотоу өсөн ирҙән рөхсәт кәрәк түгел, сөнки Рамаҙан айының ураҙаһын Аллаһ иргә лә, ҡатынға ла бер үк рәүештә фарыҙ ҡылған. Ә башҡа айҙарҙа, нәфел ураҙаһын тотоу өсөн ҡатын кеше иренән рөхсәт алырға тейеш (Бүхари; Мүслим; Әбү Дәүд; Тирмиҙи).

-“Рамаҙан айында сабый баланы имеҙмәй, ураҙа тотоу яҡшыраҡ”. Киреһенсә, ураҙа тотмай сабый баланы имеҙеү өҫтөнөрәк, хәйерлерәк, сөнки бала имеҙеү ваҡыты ике генә йыл (2:233; 46:15). Ә бала имеҙеп тота алмаған фарыҙ ураҙаһын, бала имеҙеүҙе тамамлағас, ҡаза итеп тотоу кәрәк (юғарыла телгә алынды).

-“Ураҙа тотоп тормайым, фидийәһен генә бирәм дә”. Бындай фәтүә сығарыу ҙур гөнаһ. Фидийәне юғарыла әйтелгән кешеләр генә бирә ала. Ә ураҙа тоторға хәленән килгән кешенең фидийә биреп кенә бурыстан ҡотолоуы, фарыҙ ураҙаһын тотҡан тип һаналмай.

-“Иртәнсәк сәхәр эсмәһәң, ураҙа тоторға ярамай”. Сәхәр эсмәһәң дә ураҙа тотоу гөнаһ түгел, ләкин пәйғәмбәребеҙ сәхәр эсеүҙә бәрәкәт бар тигән.

-“Намаҙ уҡымағас, ураҙа ҡабул булмай”. Былай тип әйтеү дөрөҫ түгел. Намаҙ уҡыу Ислам диненең иман килтереүҙән һуң килгән шарты (иман, намаҙ, ураҙа, зәкәт, хаж). Ҡыйәмәт көнө иң тәүге һорау намаҙ уҡыу тураһында буласаҡ, сөнки намаҙға һис бер ташлама юҡ. Ураҙа тотҡан кеше намаҙға ла баҫыр, иншәАллаһ, тип доға ҡылыу һәм өгөт-нәсихәт итеү кәрәк.

-“Ураҙа ваҡытында өйлә менән икенде намаҙҙарын бергә ҡушып уҡыу мөмкин”. Юҡ, ураҙа йәки башҡа ваҡыттарҙа ла намаҙҙар бергә ҡушылып уҡылмай, сөнки һәр бер намаҙ өсөн Аллаһ ваҡыт билдәләгән, йәғни һәр намаҙҙы үҙенең ваҡыты ингәс кенә уҡыу тейеш. Әбү Хәнәфи мәҙһәбендә фәҡәт хаж ҡылған ваҡытта ғына (Ғәрәфә һәм Мөздәлифәлә) бергә ҡушылып уҡыла.

-“Балаларҙы ураҙа тоттороп ыҙалатырға ярамай”. Был фекер хата, сөнки балалар Аллаһ бойороҡтарын (тыйыуҙарын) бәләкәй ваҡытта уҡ белеп, күреп үҫергә тейештәр. Балалар бәлиғ булғансыға тиклем, уларҙың гөнаһтары яҙылмай (Әхмәд; Әбү Дәүд; Нәсәи; ибн Мәжжәһ; Хәким). Әгәр бала теләк белдерһә, сәхәргә уятырға һәм көндөҙ хәленән килгәнсә, ураҙа тотоуына ҡаршы булмау тейеш, сөнки бындай ғәмәл пәйғәмбәр ваҡытында ҡулланылған (Бүхар; Мүслим)

-“Ауыҙ асыу мәжлесенә кемдәрҙе саҡырырға”. Ифтар мәжлесенә фәҡәт ураҙа тотҡан кешеләрҙе генә саҡырыу, бигерәк тә ураҙа тотҡан балаларға иғтибарлы булыу, уларҙы ла саҡырыу ҙур сауап. Ураҙа тотмаған кешеләрҙе Рамаҙан айынан тыш, башҡа айҙа ла саҡырыу мөмкин.

-“Ураҙа ваҡытында вафат булһа, кеше йәннәткә тура инә”. Әгәр мосолман кешеһе изге эштәр ҡылып һәм тәҡүә булып йәшәгән булһа, иншәАллаһ, Аллаһ рөхсәте менән йәннәткә инеүе мөмкин. Был һүҙ Аллаһҡа ышанмаған, Уға ширек килтереп, гөнаһ ҡылып йәшәгән йәки кәфер кешеһенә ҡарата әйтелмәй.

Ә. Ноғоманова-Ғәзизова, “Тәҡүә” мәсете мөғәллимәһе.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: