-3 °С
Болотло
❗ Әммә ул кеше барыбер ниәтләп, ураҙаға инә. Сәхәрһеҙ ураҙа ауырыраҡ тотоласаҡ, сөнки Пәйғәмбәребеҙ ғаләйһиссәләм: «Сәхәр ашағыҙ, сәхәрҙә файҙа бар», - тип әйткән.
Әммә Аллаһынан еңеллек һорап, был көндө ураҙа тоторға тырышырға кәрәк, сөнки Пәйғәмбәребеҙ ғаләйһиссәләм: «Кем Рамаҙан айының бер көн ураҙаһын ҡалдырһа, ул уны йыл буйына тотып та тултыра алмаясаҡ», - тип әйтә.
Әммә был хәҙис ҡазаға ҡалған ураҙаны тотмаҫҡа кәрәк тигәнде аңлатмай.
Пәйғәмбәребеҙ ошо хәҙисе менән Рамаҙан айы ураҙаһының бик фазыйләтле икәнлегенә иғтибар иткән.