Иман
2 Июня 2024, 09:19

Мөһим аяттарҙың береһе

 «Аятел-көрси» – Ҡөрьәндәге иң мөһим аяттарҙың береһе. Уны көн һайын уҡыу сихырҙан, күҙ тейеүҙән, насар уйлы кешеләрҙән һаҡланырға ярҙам итә. Сирләгән кешегә уҡыһаң, сихәт табыр.

Мөһим аяттарҙың береһеМөһим аяттарҙың береһе
Мөһим аяттарҙың береһе

* "Аятел-Көрси"не бер уҡыу мең аят уҡыу менән берҙер (Хәҙис-шәрифтән). Уны уҡыу Ҡөрьәндең дүрттән бер өлөшөн уҡыуға тиң.
* "Аятел-Көрси"не уҡыусы ендәрҙең яуызлығынан иртәнән кискә, кистән иртәгә ҡәҙәр именлектә булыр.
* Өйгә ингәндә "Аятел-Көрси"не уҡыу шайтанды өй тупһаһы аша үткәрмәҫ.
* Өйҙән сыҡҡанда "Аятел-Көрси"не уҡыусы кешене Аллаһ Тәғәлә мохтажлыҡтан ҡотҡарыр.
* Йоҡларға ятыусы "Аятел-Көрси"не өс тапҡыр уҡыһа, алама төштәрҙән һаҡланыр.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас