Беҙҙе МАХ-та уҡығыҙ
Бөтә яңылыҡтар
Иман
5 Июнь 2025, 00:37

"AY YOLA" Нарыҫтауҙа сығыш яһаясаҡ

12 июнь көндөҙгө 12:00 сәғәттә, Миәкә районы Изге Нарыҫтау ерендәге Сәхәбә мәсетендә «Йәншишмә» исемле рухи хәтер йыйыны үтәсәк. Йыйындың махсус ҡунағы - бөтә донъяға "HOMAY" йыры менән танылған "AY YOLA" төркөмө.

"AY YOLA" Нарыҫтауҙа сығыш яһаясаҡ
"AY YOLA" Нарыҫтауҙа сығыш яһаясаҡ

Хөрмәтле дин ҡәрҙәштәр, туғандар, дуҫтар, ватандаштар!

Барығыҙҙы ла, 12 июнь көндөҙгө 12:00 сәғәттә, Миәкә районы Изге Нарыҫтау ерендәге Сәхәбә мәсетенә Рәсәй көнө уңайынан йыл һайын үткәрелә торған «Йәншишмә» исемле рухи хәтер йыйынына саҡырабыҙ!

 Сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арнала.

Йыйындың махсус ҡунағы - бөтә донъяға "HOMAY" йыры менән танылған "AY YOLA" төркөмө.

Көн тәртибендә:

09.00- 12.00 радио аша Ҡөрьән уҡыу, Салауаттар әйтеү, Сөхбәт-вәғәздәр тыңлау;

12:00-12:10 - Йыйынды асыу һәм ҡатнашыусыларҙы тәбрикләү;

12:10-12:40 - Арғымаҡ төркөмөнөң мөнәжәттәр менән сығышы, йәмәғәт менән Зикр, Салауаттар әйтеү;

12:40-13:20 - AY YOLA төркөмө сығышы;

13:30-14:00 - Өйлә намаҙы; 

14:20-15:00 - Сәхәбәләр мәҡәменә барыу, Ҡөрьән уҡыу;

15:20-16:00 - Хәтм Хуаджаган, йәмәғәт менән доға ҡылыу; 

16:00-17:00 - Ҡорбан ашы.

Сара барышында сәхнәнән "Һомай" ансамбленең һәм төрлө ижад төркөмдәренең (мөнәжәттәр, салауаттар әйтеү) сығыштары, уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре, балалар өсөн уйындар үтәсәк, төрлө аттракциондар эшләйәсәк, дини китаптар һәм дини атрибутикалар һатыу ойоштороласаҡ.

Байрамға республикабыҙҙың төрлө райондарынан билдәле ғалимдар, имамдар, халҡыбыҙ киләсәге, берҙәмлеге өсөн йән атып йөрөгән арҙаҡлы шәхестәребеҙ саҡырылған.

“Сәхәбә” мәсетендәге сараға барырға теләгән райондаштар өсөн ике автобус бүленә. Ул көнөнә алып барып ҡайтасаҡ. 

Транспорт буйынса белешмә өсөн телефон: 8 962 524-63-38.

Килегеҙ, күрегеҙ, бергәләшеп ял итеп, Аллаһы тәғәлә ризалығы өсөн изге доғалар уҡып йәндәребеҙҙе, рухтарыбыҙҙы ҡанатландырып ҡайтайыҡ!

Автор: Айгул Клысбаева
Читайте нас