ҺОРАУ: Әссәләмү ғәләйкүм! Рамаҙан айында тотолмай ҡалған ураҙа көндәрен ҡасан ҡайтарып ҡуйыу (ҡаза ҡылыу) яҡшыраҡ икәнен белергә ине: Ураҙа байрамынан һуң шунда уҡмы, әллә шәүүәл айының алты көнлөк ураҙаһын тамамлағасмы? Ҡазаны дүшәмбе һәм кесаҙна көндәренең сөннәт ураҙалары менән бергә ҡушып тоторға яраймы? ДжәзәкүмүЛлаһү хайран!
ЯУАП: Мәрхәмәтле, Рәхимле Аллаһ исеме менән! Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ!Рамаҙан айынан тороп ҡалған ураҙа көндәрен йылдың ҡайһы ваҡытында булһа ла ҡайтарып ҡуйырға мөмкин, сөнки тотолмаған ураҙаларҙы ҡаза ҡылыу тураһындағы бойороҡ Ҡөрьәндә дөйөм рәүештә килә:
"Эй һеҙ, иман килтергәндәр! Һеҙгә ҡәҙәр йәшәгәндәргә бойоролған кеүек, һеҙгә лә ураҙа тотоу фарыз ҡылынды – бәлки, тәҡүәле булырһығыҙ. Һанаулы көндәрҙә! Әгәр арағыҙҙан берәү сирле йәки сәфәрҙә булһа, ул саҡта ошо көндәрҙең һанынса башҡа ваҡытта ураҙа тотһон", – тигән Аллаһ Тәғәлә (Ҡөрьән, 2:183-184).
"Башҡа ваҡытта", йәғни, Рамаҙандан тыш бүтән көндәрҙә. Тороп ҡалған ураҙалар Рамаҙандан һуң шунда уҡ кисекмәҫтән ҡаза ҡылынырға тейеш, тигән сикләү шарт ителмәгән. Шуға күрә уларҙы шәүүәл айының алты көнлөк ураҙаһына тиклем дә (иң яҡшыһы – шулай), йәки унан һуң да, йәки ниндәй ҙә булһа бүтән айҙа ла ҡайтарып ҡуйырға мөмкин. Киләһе Рамаҙанға тиклем өлгөрһәгеҙ, шул.
Ғәйшә инәбеҙ (Аллаһ унан риза булһын) үҙ тәжрибәһе хаҡында былай ти: "Минең Рамаҙандан ҡалған ураҙа көндәрем бар ине, уларҙы, Аллаһ рәсүленең ﷺ эштәре менән мәшғүл булыу сәбәпле, шәғбәндә генә ҡайтара алдым". (Мөслим, "Сахих", 1146-сы хәҙис.)
Был риүәйәттән ике һығымта килә:
Беренсенән, ҡатын-ҡыҙ булараҡ, Ғәйшә инәбеҙ (Аллаһ унан риза булһын) Рамаҙан айының ҡайһы бер көндәрендә ураҙа тота алмаған. Шуға күрә уға бүтән айҙарҙа, хатта, күреүебеҙсә, бәғзе ваҡыт шәғбәндә лә (йәғни, киләһе Рамаҙан айы етер алдынан ғына) ҡаза ҡылырға тура килгән. Ғаилә бурыстары менән мәшғүл булыу ҡай саҡ уны шулай тотҡарлаған. Был хәҙис – Рамаҙан айында тотолмай ҡалған ураҙаларҙы киләһе Рамаҙанға тиклем йыл дауамында ҡайтарырға мөмкин икәнлегенә дәлил.
Икенсенән, Ғәйшә инәбеҙ (Аллаһ унан риза булһын) бер Рамаҙандан ҡалған бурыс ураҙаларын киләһе Рамаҙан етмәҫ элек ҡайтарып (ҡаза ҡылып) ҡуйырға тырышҡан. Шуға ла, кем Рамаҙанда ураҙаларын ҡалдырған, шул уларҙы икенсе Рамаҙан башланмаҫ борон тотоп бөтөрөргә тейеш. Әгәр инде өлгөрә алмаһа, уларҙы икенсе Рамаҙан айы үтеп киткәндән һуң булһа ла ҡаза ҡылып ҡуйырға бурыслы. (Ҡара: әл-Ҡудури, "Мүхтәсар", 63-сө бит.)
Ҡасан бурыс ураҙаларҙы ҡаза ҡылыу иң яҡшыһы, тип һораһағыҙ, иң яҡшыһы – Рамаҙан айынан һуң шунда уҡ. Йәғни – шәүүәлдең алты көнлөк сөннәт ураҙаһынан алда. Сөнки хәҙистә: "Кем Рамаҙанда ураҙа тотоп, артынса шәүүәлдә алты көн өҫтәп ҡуя, шул ғүмер буйы ураҙа тотоусыға тиң", – тиелгән. (Мөслим, "Сахих", 1164-се хәҙис.)
Был хәҙискә таянып, ҡайһы бер ғалимдар, кеше иң тәүҙә Рамаҙан айының бөтә көндәрен тотоп бөтөп, шунан һуң ғына алты көнлөк шәүүәл ураҙаһын тотһа, ошо хәҙистә әйтелгән әжергә ирешәсәк, ти. Әммә күпселек ғалимдарҙың фекеренсә, Рамаҙан ураҙаһының бурыстарын ҡайтарып бөтмәйенсә шәүүәл сөннәтен тотһа ла, кеше ошо вәғәҙә ителгән әжерҙән мәхрүм булмаясаҡ, ин шәә Аллаһ. Үрҙә килтерелгән Ғәйшә инәбеҙҙең хәҙисе лә (Аллаһ унан риза булһын) һуңғы фекерҙе ҡеүәтләй.
Шулай ҙа, был мәсьәләлә бәхәскә урын ҡалдырмаҫ өсөн, Рамаҙанда тотолмаған фарыз ураҙаларҙы шәүүәл башынан уҡ ҡаза ҡылып бөтөрөп, шунан һуң ғына шәүүәл айының алты көнлөк сөннәт ураҙаһын тотоп ҡуйыу – иң яҡшыһы. Әммә, ҡабатлап әйтәбеҙ, тәүҙә шәүүәл айының сөннәт ураҙаларын үтәп, аҙаҡ Рамаҙан айының бурыстарын йыл дауамында яйлап ҡайтарһағыҙ ҙа, әгәр Аллаһ теләһә, хәҙистәге әжергә өлгәшерһегеҙ.
Ҡаза ураҙаларҙы мотлаҡ дүшәмбе һәм кесаҙна көндәрендә ҡылырға тигән шарт юҡ. Әммә, әгәр шулай эшләһәгеҙ, был үҙе айырым изге ғәмәл булыр. Сөнки Пәйғәмбәребеҙ ﷺ аҙнаның ошо ике көнөндә ураҙа тоторға яратҡан. "Ғәмәлдәребеҙ Аллаһҡа дүшәмбе һәм кесаҙна көндәрендә тапшырыла, мин иһә үҙ эштәремдең минең ураҙалы сағымда тапшырылыуын теләйем", – тип аңлатҡан ул быны ﷺ. (әт-Тирмиҙи, "Сүнән", 747-се хәҙис.)
Шуға, әгәр ҡаза ураҙаларығыҙҙы дүшәмбе һәм кесаҙна көндәрендә тотһағыҙ, ғәмәлдәрегеҙҙең Аллаһҡа күтәрелгән сағында ураҙалы хәлдә булыр инегеҙ.
Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә. Үәссәләм.
Сөһәйл Тәрмәхөмәт мөфтөй.