Иман
17 Июля , 07:42

Әрмелә хеҙмәт итеүсе, хәрби хҽҙмәттә булыусы улы өсөн ата-әсәй доғаһы

Үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйығыҙ

Әрмелә хеҙмәт итеүсе, хәрби хҽҙмәттә булыусы улы өсөн ата-әсәй доғаһы


Әлхәмдү лилләһи Раббиль гәәләмиин, әссаләтү үәссәләәмү гәләә расүлиһи Мүхәммәдин үә гәләә әәлиһи үә әсхәәбиһи әҗмәгыйн.
Йә Раббым Аллаһ... Ошо сәғәттә барлыҡ кәмселек-хаталарымды ғәфү итеүеңде һорап, һаулыҡ, ризыҡ, һыу, һауа, йорт, ғаилә, бала биргәнең өсөн һәм башҡа барлыҡ-барлыҡ ниғмәттәреңә оло рәхмәтемде белдереп, Һиңә бик ҙур үтенесем менән мөрәжәғәт итәм...
Йә Раббым... Минең ғәзиз балам (фәлән улы фәлән) әрме сафтарында хеҙмәт итеп, илебеҙҙе һаҡлау бурысын үтәй. Уның иҫән-һау булыуын насип итеп, барлыҡ яуызлыҡтарҙан, яман һүҙҙәр һәм яман күҙҙәрҙән Үҙең яҡла, кемде лә булһа хаҡһыҙға рәнйетеүенән һәм үҙен дә хаҡһыҙға рәнйетеүҙәрҙән имен ҡыл!
Йә бер Аллаһ! Үҙеңдең “Хафиз” (“Һаҡлаусы”) тигән исем-сифатыңды белгәнгә, улымды һәр төрлө күңелһеҙ хәлдәрҙән, бәлә-ҡазаларҙан, яуыз, яман ниәтле кешеләрҙән, шайтан зарарынан – барлыҡ насарлыҡтарҙан һаҡлауыңды үтенәм...
Улыбыҙ (фәлән улы фәләнгә) яҡшы, игелекле, үҙенә ярҙам итерҙәй дуҫ-иптәштәр, хәйерле юлдаштар насип итеп, уны яуыз бәндәләрҙең зыяны теймәҫлек итеп ҡайғыртыуыңды һорап, бер Үҙеңә ялбарам...
Йә Аллаһ! Улымдың иҫән-һау булып әйләнеп ҡайтыуын насип итеп, уға хәйерле, бәрәкәтле ғүмер, тигеҙ, тыныс, бәхетле ғаилә тормошо биреп, үҙенә лә, уның балаларына ла һаулыҡ-именлек, зирәк зиһен, камил аҡыл, күркәм холоҡ, тулы иман биреүеңде һорайым...
Йә Раббым Аллаһ! Үҙебеҙгә лә, балаларыбыҙға ла ҡушҡандарыңды үтәп, тыйылғандарыңдан тыйылып, БЕР ҮҘЕҢƏ ғибәҙәт ҡылып йәшәргә яҙһын! Беҙҙе ярҙамыңдан ташлама, Үҙ рәхмәтеңдә булыуыбыҙҙы насип ит...
Раббәнә әәтиннәә фиддүнья хәсәнәтәү үә филь әәхыйрати хәсәнәтәү үә кыйнәә газәәбәннәәр. Бирахмәтикә йә әрхәмәрраахимиин. Әәмиин.

"Ватандаш" журналынан.

Автор:Дилә Дәүләтшина
Читайте нас