Бөтә яңылыҡтар

«Урал аръяғы-2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйына әҙерлек бара

Форумға сит илдәрҙән делегациялар килеүе көтөлә

«Урал аръяғы-2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйына әҙерлек бара
«Урал аръяғы-2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйына әҙерлек бара

Сибайҙа 2 июндән 4-нә тиклем «Урал аръяғы — 2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы була. 9 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Бында Ҡаҙағстандан, Азербайжандан, Белоруссиянан һәм башҡа илдәрҙән рәсми делегациялар килә.

Форумда Рәсәй Финанс министрлығының Ғилми-тикшеренеү финанс институты менән берлектә әҙерләнгән Урал аръяғын инфраструктура йәһәтенән үҫтереү программаһы менән таныштыралар.

Инвестиция һабантуйы 2022 йылға республиканың Эшлекле календарына индерелде.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: