Белһәң, өндәшмәй ҡалма!

Районда наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше менән көрәш маҡсатында "Үлем һатҡан ерҙе хәбәр ит!" Бөтә Рәсәй акцияһы бара.

Добавить в предпочтительные источники Google
Белһәң, өндәшмәй ҡалма!Белһәң, өндәшмәй ҡалма!
Белһәң, өндәшмәй ҡалма!

 Наркотик матдәләр менән сауҙа итеүселәрҙе белеүселәр булһа, сара сиктәрендә ышаныс телефондарына шылтыратып, ошо хаҡта хәбәр итә ала. Ышаныс телефондары: +7 (347) 279-32-92; +7 (34785) 2-15-15.

Бәлки һеҙҙең шылтыратыу берәй туғанығыҙҙың, яҡынығыҙҙың ғүмерен ҡотҡарырһығыҙ. Бер шылтыратыу ҙа иғтибарһыҙ ҡалмай, һәр мәғлүмәт ентекләп тикшереләсәк. Анонимлыҡ гарантиялана.

Автор:Альмира Аюпова