Ташлама ярҙамында улар хоҡуҡи һәм техник характерҙағы хеҙмәттәр өсөн түләүҙән тулыһынса азат ителә.
Ташламаны нисек алырға?
Нотариаль контораға мөрәжәғәт итегеҙ - белгестәр мобилизацияланғандарҙы сираттан тыш хеҙмәтләндерә. Үҙең менән хәрби комиссариат повесткаһын йәки хеҙмәткә саҡырыу фактын раҫлаусы башҡа документтар, шулай уҡ паспорт алырға кәрәк. Ышаныс ҡағыҙын рәсмиләштергәндә вәкилдең (ышаныслы кешенең) булыуы талап ителмәй.
Ял һәм байрам көндәрендә дежур нотариаль учреждениелар эшләй.
Башҡортостан нотариустарының, шул иҫәптән ял көндәрендә эшләгән контораларҙың эш графигын ошонда ҡарағыҙ: https://vk.cc/chKvp9
Ташламалар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт - Федераль нотариаль палата сайтында: https://vk.cc/chv5in
Кешеләр һәм бизнес өсөн бөтә көнүҙәк ярҙам сараларын Рәсәйҙәге социаль-иҡтисади хәл тураһында мәғлүмәт биреү өсөн булдырылған рәсми интернет-ресурста табырға мөмкин - объясняем.рф
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан