Рәсәй Федерацияһының йәки СССР-ҙың дәүләт наградалары йәки ведомство наградалары, шулай уҡ ир-егеттәр өсөн - 25 йылдан, ҡатын-ҡыҙҙарға 20 йылдан кәм булмаған страховка стажы булған кешеләргә. Йәки тейешле пенсия тәғәйенләү өсөн билдәле йылдар тупланмаһы. Ведомствоның отличие билдәһе менән 2016 йылдың 1 июленән һуң бүләкләнгән осраҡта шул өлкәлә кәм тигәндә 15 йыл эш стажы талап ителә.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда бәлиғ булмағанда уҡ эш башлаған һәм ир-егеттәр өсөн кәмендә - 40, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 35 йыл стажы булған кешеләргә.
Ир-егеттәр өсөн - 40, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 35 йылдан кәм булмаған страховка стажы һәм ярашлы рәүештә 60 һәм 55 йәшкә еткән кешеләр республиканың айырым категорияһын тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта, һүҙ хеҙмәт ҡануниәтен боҙмайынса эшләгәндәр хаҡында ғына бара. Улар өсөн Башҡортостанда өҫтәмә исем - оҙайлы эш стажына эйә хеҙмәт ветераны тигән исем индерелгән. Бындай исем биреү өсөн награда талап ителмәй.
Ниндәй наградалар иҫәпкә алыныуы хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт менән сайтта танышырға мөмкин: https://vk.cc/cj0QQL
Хеҙмәт ветераны таныҡлығын нисек юлларға?
ғариза һәм документтарҙы йәшәгән урын буйынса социаль яҡлау органдарына: http://rcspn.mintrudrb.ru/offices
Күп функциялы үҙәккә: https://mfcrb.ru/?page_id=4014
Дәүләт хеҙмәттәре аша: https://www.gosuslugi.ru/600218/1/form тапшырырға мөмкин.
Ниндәй документтар кәрәк буласаҡ:
паспорт
ғариза
һуғыш йылдарында эшләгән бәлиғ булмағандар өсөн - ошо осорҙағы хеҙмәт эшмәкәрлеген раҫлаған документтар
наградаларҙы раҫлаған документтар
йәшкә тап килгән 3х4 сантиметр ҙурлығындағы фото
хеҙмәт кенәгәһе (эшләүселәр өсөн - эш биреүсе тарафынан раҫланған хеҙмәт кенәгәһе күсермәһе).
Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең "ҡыҙыу линия” телефоны: 8 (347) 200–80–80
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан