Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда 783 707 һумға тиклем аҡса алырға була

.

Башҡортостанда 783 707 һумға тиклем аҡса алырға була
Башҡортостанда 783 707 һумға тиклем аҡса алырға була

Башҡортостанда 2024 йылда йөклөлөк һәм бала табыу буйынса 783 707 һумға тиклем пособие нисек алырға, тиелә «Ата-әсәләр өсөн Дәүләт Хеҙмәттәре» порталында. Минималь түләү киләһе йылда 88 566 һум тәшкил итәсәк, тип билдәләнә баҫмала.

Минималь декрет суммаһы минималь эш хаҡына бәйле. Киләһе йылда был күрһәткес 19 242 һум буласаҡ. Шулай итеп йөклөлөк һәм бала табыу буйынса отпуск көндәренең һаны иҫәпкә алына: ғәҙәти йөклөлөк 140 көн, ауыр үткән йөклөлөк 156 көн. Минималь эш хаҡы күләмен иҫәпкә алып, түләү 88 566 һумдан 122 727 һумға тиклем.

Максималь декрет аҡсаһы 2022 һәм 2023 йылдар өсөн иғәнәләр иҫәпләү өсөн базалар нигеҙендә иҫәпләнә. Был көнөнә 4 040 һум. Йөклөлөк категорияһын һәм бала табыуҙың нисек үтеүен иҫәпкә алып, түләү 565 562 һумдан 783 707 һумға тиклем буласаҡ. Түләү тураһында мәғлүмәтте шәхси рәүештә СФР-ҙа асыҡларға мөмкин

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: