Бөтә яңылыҡтар

Туй йолаларын беләбеҙме?

Ошо биләмәләрҙә тыйылған һәм рөхсәт ителгән эштәр һанап сығылған.

Туй йолаларын беләбеҙме?
Туй йолаларын беләбеҙме?

Быйыл туйҙар бер-бер артлы гөрләй генә. Ҡыҙ биреү, килен төшөрөү кеүек күңелле мәшәҡәттәр халыҡ йолаларын тағы ла бер ҡат иҫкә төшөрөп, теүәлләргә ярҙам итә.
Халҡыбыҙҙа борон-борондан килгән матур туй йолалары бар. Шуларҙың иң әһәмиәтлеләре,үҙенсәлеклеләре, һирәк осрағандары тураһында һөйләшәйек әле бөгөн.

Ҡот алып ҡасыу
Был йола Урал аръяғында киң таралған. Ҡоҙалар ҡыҙ яғына туйға килгәндә уларҙы ауылға инәрәк ерҙә ҡаршы алып, алыҫ юлдан һыуһын ҡандырғас, ҡыҙ яғынан берәй йәш ҡоҙа кейәү яғынан берәйһенең яулығынмы-нимәһен алып ҡаса. Тегенеһе ҡыуа төшә. Ҡотто бирергә ярамай, шуға ҡот алып ҡасыусы итеп йүгерек егетте тәғәйенләйҙәр. Ҡапҡа эргәһенә еткәс, ҡот алып ҡасҡан егет баҫтырыусыға ҡуйынынан икенсе бүләк – яулыҡмы, ҡулъяулыҡмы¸таҫтамалмы –сығарып бирә.

Ҡороҡлау
Ҡыҙ яғынан өлкән ҡоҙалар (ғәҙәттә, ҡыҙҙың оло инәй-олатаһы) кейәү яғына туйға һарыҡ алырға бара. Туйға шул һарыҡтарҙы һуялар. Ас эсәктәрен артып, айырып ҡуялар ҙа, туйҙа шул эсәктәр менән ҡоҙаларҙы ҡороҡлайҙар. Ҡороҡҡа эләккеһе килмәһә, ҡоҙалар аҡса бәйләй йә бүләк һала.

Сыбыртҡылау
Туй элек өсәр көнләп барған. Хәҙер генә ике яҡ та бергә мәжлес үткәрә лә, икенсе көнөнә оҙатып ала. Ҡоҙа өс көн ҡунаҡ, өсөнсө көндән һуң –муйнаҡ тип юҡҡа әйтмәгәндер халыҡ.

Сыбыртҡылау йолаһы - ҡунаҡтарға кинәйә менән ҡайтырға ваҡыт еткәнлеген, ҡоҙаларҙы үпкәләтмәй генә белдертеү күренеше. Бер таяҡ осона төҫлө таҫмалар бәйләп, ҡоҙаларҙы “Ашанығыҙ, эстегеҙ, ҡунаҡ булдығыҙ, хәҙер инде ҡайтығыҙ” тип сыбыртҡылайҙар. Сыбыҡ осо тейһә, таҫмаға ҡағыҙ аҡса бәйләйҙәр.

Көрәгә асыу
Төп йортҡа йыйылған ҡунаҡтар менән «аҡ эсеү» йолаһы үткәрелә. Егеттең атаһы ҡунаҡтарҙы ҡымыҙ менән һыйлай. Шунан туй көрәгәһен алып сығалар. Барыһы ла: «Һай! Көрәгә! Ҡотло көрәгә, бәрәкәтле көрәгә!» – тип тәбрикләп, көрәгәне ҡаршы ала.
– Һай! Көрәгә килә! Көрәгә килә,
Көрәгәләр тулы бал килә.
Көрәгәләр тулы балдар килә,
Ҡура-ҡураларға мал килә! Һай!
Көрәгәне тире, йәки толоп өҫтөнә ултырталар. Көрәгә өҫтөнә аҡ таҫтамал ябылған була. Көрәгә асыусы мал (бүләк) әйтеп, таҫтамалды ала. Уның бүләгенең һебәһенә (һибәһенә) ҡыҙ атаһы мал әйтә. Аяҡсылар, ҡоҙаларға туй эсемлеген йырлап биреп, хөрмәтләп йөрөйҙәр. Беренсе кәсәне һәр ҡоҙа тәңкә һалып ҡайтарып бирә. Көрәгә асыусы көрәгә ҡырында ғына була, һыйлап йөрөмәй.

Йыуаса
Туйҙың икенсе көнөндә егет яғы алып килгән күстәнәс – йыуаса менән һыйлау йолаһы була. Был көндө сығарыла торған төп һый – йыуаса. Шуға туйҙың икенсе көнөн «Йыуаса көнө», «Йыуаса ашы» тип тә йөрөткәндәр. Йыуасаны барыһына ла ауыҙ иттерергә тырышалар, уны ауыҙ иткән һәр кем ҡунаҡ һыйлаусыға аҡса (тәңкә) бирә.
Йыуаса батмусы бушағас, ҡәйнә (хәҙер киленде бейетәләр) уның өҫтөнә баҫып бейей. Уның аяғы аҫтына тәңкә һелтәйҙәр. (Йыуаса батмусына баҫып бейеү ҙә боронғо йола бейеүҙәренә инә. Батмуста бейеүҙә төп элементтар – туҡылдау, ҡағыу – сихыр, яуыз заттарҙы өркөтөү менән бер рәттән йәштәргә ҡот, тыуым-үрсем теләүҙе лә аңлата).

Килен һөйөү йолаһы
Килен һөйөү туйҙың икенсе көнөндә үткәрелә.Киленде бүлмә уртаһына ултырғысҡа ултырталар. Иң тәүҙә ҡәйнәһе килендең иңенә шәл яба ла, арҡаһынан һөйөп, изге теләктәрен әйтә. Шунан кейәү яғынан туйға килгән бөтә ҡоҙағыйҙар киленгә яулыҡ ябып, бүләктәрен һалып, һөйөп теләк теләй.
«Ҡәйнәң менән ирешмә, апһындарға бирешмә» тигән шаян теләктәр ҙә әйтәләр.

Фотолар асыҡ сығанаҡтан алынды.
Һеҙҙең яҡта ниндәй йолалар бар, әйҙәгеҙ, фекер алышайыҡ!

Автор:Гульшат Имельбаева
Читайте нас: