+15 °С
Болотло
Бөгөн Башҡортостанда Өфө-Белорет автоюлында Сермән ауылы янында өс автомобиль: Lada Granta, Mitsubishi Outlander и «ВАЗ- 2114» бәрелешкән. Алдан фаразлау буйынса башта Lada Granta һәм Mitsubishi Outlander төкөшкән, унан һуң Granta түңкәрелгән һәм «ВАЗ- 2114»-кә барып бәрелгән.
Аварияла Lada Granta водителе һәләк булған.
Ваҡиға урынына Белореттан ҡотҡарыусылар, медиктар һәм полиция барған, тип хәбәр итте БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте