Бөтә яңылыҡтар

"Халҡына дан йырланы"

Баймаҡтар яҡташтары, яҙыусы Азамат Әғзәм улы Тажетдиновтың иҫтәлегенә арналған ижади бәйгелә ҡатнашырға саҡыра.  

"Халҡына дан йырланы"
"Халҡына дан йырланы"
Башҡортостан Республикаһы Журналистар Союзының Баймаҡ беренсел ойошмаһы, Баймаҡ районының “Һаҡмар” гәзите Икенсе Этҡол ауылы китапханаһы һәм “Ағинәйҙәр” ҡоро менән берлектә район гәзитенең әүҙем хәбәрсеһе, арҙаҡлы шәхес, билдәле педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы Азамат Әғзәм улы Тажетдиновтың яҡты иҫтәлегенә арнап “Халҡына дан йырланы” исеме аҫтында ижади конкурс иғлан итә.

Конкурстың маҡсаты – ошо төбәктән сыҡҡан шәхестәребеҙҙең исемен мәңгеләштереү, уларҙың тормош юлын, ижадын өйрәнеү һәм йәш быуынға еткереү, Урал аръяғы райондарында йәшәгән ижади таланттарҙы асыҡлау.

Конкурс Азамат Тажетдинов иҫтәлегенә арнап мәктәп уҡыусылары араһында викторина ойоштороу, төрлө быуын вәкилдәре (шул иҫәптән мәктәп уҡыусылары ла) араһында шиғыр, ҡобайыр ижад итеүселәр, хикәйә яҙыусылар бәйгеһе үткәреүҙе күҙ уңында тота.

Мәктәп уҡыусылары араһындағы викторинала 3 призлы урын ҡаралған. Шиғыр, ҡобайыр, хикәйә ижад итеүселәр араһында өсәр урын билдәләнә. Балалар араһында иһә был конкурс айырым үткәрелә һәм унда ла өсәр еңеүсе асыҡланасаҡ. Ижади бәйгелә еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ.

Ижади бәйгегә шәхестең тыуған төйәгендә – Икенсе Этҡол ауылында июнь айында тантаналы шарттарҙа йомғаҡ яһала. Ошонда уҡ А.Ә. Тажетдиновтың яҡты иҫтәлегенә арнап Хәтер кисәһе үткәрелә.

Ижади эштәрҙе “Бәйләнештә” селтәрендәге “Сакмар-Һаҡмар” гәзите/Баймаҡ яңылыҡтары” төркөмөнә “Хәбәрҙәр” (“Сообщение”) итеп йәки [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Шулай уҡ Икенсе Этҡол ауылы китапханаһына ла тапшырырға мөмкин. Ижади эштәр 1 июнгә тиклем ҡабул ителә.

Ойоштороу комитеты.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: