Йәш ижадсыларға 100 мең һумғаса бүләк алыу мөмкинлеге бар

Рәсәй Мәғариф министрлығы үткәргән конкур 14-35 йәшлек һәләттәр өсөн!

Йәш ижадсыларға 100 мең һумғаса бүләк алыу мөмкинлеге барЙәш ижадсыларға 100 мең һумғаса бүләк алыу мөмкинлеге бар
Йәш ижадсыларға 100 мең һумғаса бүләк алыу мөмкинлеге бар

Рәсәй Мәғариф министрлығы үткәргән конкурста 14 - 35 йәшлек талантлы авторҙарға, журналистарға, блогерҙарға 100 мең һумғаса бүләк алыу мөмкинлеге бар.

Ҡатнашыу өсөн заявканы, шәп тексты 30 июнгә тиклем https://clck.ru/eMX54 сайтындағы конкурс бүлегенә ебәрергә, йә "Бәйләнештә"ге "Ал елкән" төркөмөнә https://clck.ru/eMX55 һалырға, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә #АлыйПарус_КП хештегы менән бирергә була.

Еңеүселәр өс номинацияла билдәләнә:

- "Тематик блог" (пост, ирекле формала автор тексты);

- "Публицистик журналистика" (мәҡәлә, репортаж, күҙәтеү, очерк);

- "Әҙәби-нәфис әҫәр" (хикәйә, эссе).

Конкурс тураһында тулы мәғлүмәтте Рәсәй Мәғариф министрлығы https://clck.ru/NdGr, йә конкурс төркөмөнән https://clck.ru/eMX55 алырға була.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас