Бөтә яңылыҡтар

"Һалдат сағым - фотоларҙа"

 Дуҫтар! Моғайын, армияла булған һәр ир-егеттең хеҙмәт йылдары хәтирәләрен һаҡлаған фотолары барҙыр. Ул саҡтағы һалдаттар, хәҙер инде олоғайған атай, ағай, олатайҙарҙың иҫтәлектәре йәш быуынға өлгө булып тора.

😃Һеҙҙең ҡайҙа һәм ниндәй ғәскәрҙә хеҙмәт итеүегеҙ беҙгә лә бик ҡыҙыҡ. Ә бәлки, төрлө йылдарҙа бер үк хәрби часта хеҙмәт иткән "служактар“ығыҙ ҙа килеп сығыр...

🌟 Шуға ла Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан "Һалдат сағым - фотоларҙа" флешмобы иғлан итәбеҙ. Үҙегеҙҙең йәки яҡынығыҙҙың әрме хеҙмәтендәге фотоларын ПРЕДЛОЖКАла көтөп ҡалабыҙ. Рәсемдә кем, ҡайҙа һәм ҡасан икәлеген яҙырға онотмағыҙ!

#Һалдат_сағым_фотоларҙа

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: